«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛЫҪ ЮЛ АТТЫ ҺЫНАЙ АУЫР ЮЛ ИРҘЕ ҺЫНАЙ
+  - 



Былтыр республикала юл-транспорт һәләкәттәренең унан алдағы йылға ҡарағанда кәмерәк булыуы хаҡында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәренә ышанырға буламы, юҡмылыр - әммә көн һайын яңылыҡтар блогында бер генә түгел, ә бер нисә автоавария хаҡында кемуҙарҙан хәбәр ителә. Мәҫәлән, "Башҡортостанда Мерседес автобусы ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде." "63 йәшлек ир МАЗ йөк машинаһы тәгәрмәстәре аҫтында ҡалды..." 25 декабрь: "Өфө районы Михайловка ауылында бынан алда таныҡлығынан мәхрүм ителгән 39 йәшлек ир беренсе класс балаһын тапатып үлтерә"...

Хәйер, был хаҡта хәбәр булмаған көн юҡ. Йыш ҡына ҡорбандар һаны берәү-икәү генә лә түгел. Тимәк, транспорт һәләкәтенән тыш бер генә көн дә "йәшәй алмайбыҙ", тигән һүҙ. Һуңғы ваҡыт бигерәк тә эскән килеш руль артына ултырырға баҙнат иткән әҙәмдәр һәм ҡатын-ҡыҙ водителдәр ғәйебе менән яһалған аварияларҙың йышайыуы билдәләнә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров республика юлдарындағы үлемесле һәләкәт динамикаһы хаҡында көн дә мәғлүмәт биреп тороуҙы юҡҡа ғына талап итмәне. Юл-транспорт һәләкәттәренең арта барыуы сәбәпсе бындай ҡарарға. Сағыштырырға, анализларға, сәбәптәрен асыҡларға, һәләкәттәр йыш ҡабатланып торған урындарҙа һаҡ билдәләре ҡуйып сығырға һ.б. маҡсаттарға ярашлы эшләнә был. 1 декабргә ҡарата былтыр республика юлдарында һәләк булыусылар һаны 504 кеше тәшкил итә. Унан алдағы йылда 12 ай эсендә был күрһәткес 512 кеше ине. 2017 йылда Башҡортостан юл-транспорт аварияларында һәләк булыусылар һаны буйынса илдә 11-се урында булһа, былтыр 4-се урынға "күтәрелде". Йәғни, былтыр 2017 йылдағыға ҡарағанда йәйәүлеләр үлеме 22,1 процентҡа артҡан. Шуныһы аптырата: уларҙы юл аша йәйәүле сыға торған махсус, рөхсәт ителгән урындарҙа бәрҙереп китеү осраҡтары күп: 3 процентҡа артҡан. Айырыуса ҡыҙғаныс хәлдәр балалар үлеме менән бәйле. Былтыр йыл башынан алып 3,6 мең юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, 448 кеше һәләк булған. Республика буйынса ЮХХДИ етәксеһе Д.Ғилметдинов әйтеүенсә, юл фажиғәһе ҡорбандарының һәр өсөнсөһө - йәйәүле. Балалар ҡатнашлығында 380-дән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, унда 15 бала һәләк була, 408 бала йәрәхәт ала. Был, әлбиттә, былтырғы йылдың ун айына ҡарата мәғлүмәттәр. Ә бына 10-16 декабрҙә 15. 608 юл-транспорт ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы, шул иҫәптән эскән килеш руль артына ултырыу факттары теркәлгән. Иғтибар итегеҙ: 6 көндә - 258 иҫерек водитель тотола! Ә уларҙың рейд ваҡытына эләкмәй ҡалғандары күпмелер? Уйлауы ла ҡурҡыныс...
Әлбиттә, республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы был йүнәлештә мәсьәләне ҡаты контролгә алмаҡсы, күптән кәрәк ине юлдарҙағы баш-баштаҡлыҡтарға ҡарата тап бына ошондай түҙеп торғоһоҙ мөнәсәбәт. Күпме ғүмерҙәр һаҡлап ҡалыныр ине... Юл-транспорт тәртипһеҙлектәренә ҡаршы ҡуйыласаҡ комплекслы саралар системаһында юлдарға күп функциялы фото- һәм видеокамералар урынлаштырыу мәсьәләһе лә ҡарала. "Беҙгә камералар етмәй,- тип зарлана Д.Ғилметдинов. - Әлеге көндә улар ни бары - 200 дана, тағы ла 653 комплекс кәрәк". Әйткәндәй, бөгөнгө техник саралар иҫ киткес тиҙлек менән камиллаша. Заман фото- һәм видеокамера комплекстары хәрәкәт тиҙлеге, башҡа төр ҡағиҙә боҙоуҙарҙы ғына түгел, хатта руль артындағы иҫерек водителде лә шәйләп алыу һәләтенә эйә, тиҙәр. Бына быныһы шәп! Тик барыбер юл-транспорт ҡағиҙәләрен боҙоусылар менән көрәшеү өсөн был ғына етмәйәсәк. Хәүефһеҙлек күп йәһәттән юл-транспорт хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың бер-береһенә һәм йәйәүлеләргә ҡарата толерантлығы, аң һәм тәрбиә кимәленә ныҡ бәйле. Революциянан һуң халыҡты тоталь грамотаға өйрәткән кеүек, бөгөн әҙәп ҡанундары буйынса ликбез үткәрергә ине. Руль артында кемдәр генә осрамай: иҫереге, наркоманы, аҡылы зәғифтәр... Шундайҙарҙың ҡайһылары багажниктарында - махсус суҡмар, ҡуйынында пистолет йөрөтә, һәм бәләкәй генә юл конфликтын да ҡорал менән хәл итергә тотона. Бигерәк тә үҙенә юл бирмәгәндәрҙе ендәре һөймәй уларҙың. Автоһәүәҫкәрҙәр араһында үҙҙәрен закондан да, башҡаларҙан да өҫтөн ҡуйырға күнеккән әҙәмдәр күп. Машинаһы текә булған һайын, танау ҙа күтәрелә бара. Ә бит машина, ул ниндәй марка һәм күпме тороуына ҡарамаҫтан, тимер-томор объекты ғына ни бары; һаҡһыҙ, тәкәббер ҡыланыуҙан һынаулы секундтар эсендә металл өйөмөнә әйләнеүе ихтимал уның. Эйәһенә ул бер тамсы ла интеллект, аҡыл, мәртәбә өҫтәмәй. Тағы ла шуныһы: бер генә аҙым да йәйәү йөрөргә теләмәй хәҙер әҙәм балаһы, хатта 300 метр араны ла машинаһына ултырып барыу яғын ҡарай. Йәйәүле урамда йөрөү түгел, йортона ла яҡын килә алмай башланы: эштән ҡайтышлай, машиналар араһында ҡалған тар ғына аралыҡтан үтеп йөрөп, кейемен бысратырға мәжбүр. Мәскәүҙең үҙәк кварталдарын баҫып алған шәхси транспорт сараларынан бер аҙ бушатыу өсөн 15 декабрҙән түләүле туҡталҡаларҙа ваҡытлыса парковка хаҡы сәғәтенә 380 һумға тиклем арттырылды. Ял көндәре был райондарҙағы бушлай туҡталҡалар ҙа түләүлегә әйләнәсәк. Штраф һәм һалымдарҙың арттырыла барыуы ла күбеһенсә шул маҡсаттарҙа - урам-юлдарҙы бушатыу өсөн эшләнә. Өфөлә лә ошо тәжрибәне ҡулланыу яҡшы булыр ине. Ләкин халыҡты берҙәм генә машинаһынан "велик"тарға күсереп ултыртыу йә йәйәүлеләр сафына баҫтырыу мөмкин булмаған эш. Машинала йөрөүселәр ҙә, уны етештереүселәр һаны ла кәмемәйәсәк, ә бына хаҡтар артыуға табан ғына барасаҡ, ти белгестәр, сөнки һауаға бүленеп сығарылыусы эшкәртелгән ҡалдыҡ газдар буйынса яңы донъя стандарттары нормаһына ярашлы итеү өсөн конвейерҙағы автомобилдәрҙе даими рәүештә камиллаштырырға, ҡайтанан ҡорорға, яңы проекттар өҫтөндә эшләргә тура киләсәк.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.19 | Ҡаралған: 691

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru