«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КАТАЛОН АТЛАСЫНДА МӘСКӘҮ ЮҠ, Ә БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ БАР
+  - 

Баш ҡалабыҙҙа Нияз Мәжитов иҫтәлегенә бағышлап үткәрелгән Халыҡ-ара фәнни симпозиумға "Боронғо Өфө" республика тарихи ҡурсаулығы музейы саҡырыуы буйынса Санкт-Петербург ҡалаһынан тарихсы-картограф Александр Григорьевич Юрченко ла килгәйне. Александр Григорьевич тикшеренеүсе, сәйәхәтсе, урта быуаттар яҙыуҙарын уҡый белеүсе генә түгел, боронғо карталар белгесе лә. Беҙҙең сараға ул 1375 йылда төҙөлгән Каталон картаһын алып килгәйне. Картала "Башҡорт" тип билдәләнгән ҡала ла бар. Тарихсы ауыҙынан ишеткән мәғлүмәттәрҙе гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итәбеҙ.

Александр Григорьевич, Каталон картаһы ниндәй тарихи ҡиммәткә эйә? Сауҙагәрҙәр, илселәр йәки илдәрҙе өйрәнеүсе карталарҙан ул нимәһе менән айырыла? Кем өсөн һәм ниндәй маҡсат менән төшөрөлгән был атлас?

- Беренсе ҡарашҡа, Каталон картаһы - донъя картаһы. Техник яҡтан тикшергәндә, ул һарыҡ тиреһенән яһалған пергаменттарҙан йыйылған алты бүлектән тора. Атластың төп нөсхәһе Францияның Милли китапханаһында һаҡлана. Уны төҙөгән картографтың исеме лә билдәле - король Педро Арагонскийҙың карталар һәм компастар төҙөүсе оҫтаһы Крескес Авраам.
Атластың беренсе панеле космологик һәм космографик характерҙағы текстарҙа, икенсеһе астрономик һәм астрологик бирелештәрҙә һүрәтләнә. Өсөнсө һәм дүртенсе панелдәр порттар тураһында мәғлүмәт бирә. Әгәр ул ошолай ғына тамамланған булһа, был ғәҙәти диңгеҙ капитандары картаһы ғына булып ҡалыр ине. Тик бында артабанғы бүлектәр ҙә бар. Бишенсе һәм алтынсы панель Монгол империяһы, Һиндостан менән төрлө тәмләткестәр етештергән утрауҙарҙы һүрәтләй. Шулай итеп, картаның заказсылары авторҙан Урта Азияны, Һиндостанды һәм Ҡытайҙы ла индереп, донъя картаһы яһата. Тағы ла ике панелдә донъяның барлыҡҡа килеүе, ете планета һәм йондоҙлоҡтар менән берлектә ер, йәшәйеш яралыуы хаҡындағы текстар бар. Бында донъя картаһының космографияға әйләнеүе күҙәтелә.
Атласты эшләгән картограф һәм заказсы менән Алланың, Ерҙең һәм Йыһандың серҙәрен төшөнөргә теләү маҡсаты идара иткәндәй. Сөнки был карта донъя кимәлендәге ниндәйҙер мөһим проблеманы хәл итеүгә ҡоролған космографик трактат булып тора. Трактаттың теле лә ғәҙәти булмағанса: картографик майҙандар төрлө һындар, символдар, миниатюралар менән тулы. Уларҙы пиктограммалар итеп ҡарарға кәрәк. Һындар бер системала теҙелеп, географик ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән. Билдәләр нисек кенә мөһим булһа ла, уның карталағы ултырған урыны мөһимерәк роль уйнай булып сыға. Символдар һүҙлеген белгәндә, Каталон атласын текст кеүек итеп уҡырға ла була. Әммә был һүҙлек юҡ һәм шунлыҡтан карта ла бөгөнгө көнгә тиклем асылмаған. 1889 йылда крайҙы өйрәнеүсе Ф.Чекалин бишенсе панелдәге Алтын Урҙа территорияһын фаразлап уҡып, яҙып сыҡҡайны, шуның менән бөгөн дә файҙаланалар. Тик былар ғына бик аҙ.
Билдәләп китергә кәрәк, Каталон атласы ун дүртенсе быуаттағы Монгол империяһының Һары йылғаһынан алып Дунайға тиклем булған ерҙәре төшөрөлгән берҙән-бер Европа картаһы. Бында империяның ҡалалары һәм идарасылары менән бергә дүрт олоҫо, Урыҫ ерҙәре, Волга буйы, Ҡырым, Кавказ һәм Себерҙе үҙ эсенә алған Алтын Урҙа территорияһы ла ингән. Атластың авторы Крескес Авраамдың был ҡалаларҙың, ханлыҡтарҙың, кенәзлектәрҙең гербтары, махсус тамғалары тураһында ла хәбәрҙар булыуы хайран ҡалдыра.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.19 | Ҡаралған: 701

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru