«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИНЕҢ ТОРМОШОМДОҢ ОЯЛЫРЛЫҠ ТА, ЙӘШЕРЕРЛЕК ТӘ ЕКТӘРЕ ЮҠ
+  - 



Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, ябай итеп әйткәндә, ярты быуат буйына башҡорт тамашасыһының күңелен ҡанатландырған шәхес Суфия Шәрәфулла ҡыҙы ҠорбанҒӘлиева менән яҡындан аралашыу бәхете тейҙе. Актриса сәй өҫтәле артында ҡырҡ сырағының береһе янып, береһе һүнеп, унан ҡайһыһылыр ҡабаттан тоҡанып, барыр юлын яҡтыртыуы хаҡында бәйән итеп, һүҙ артынан һүҙ ялғанып, иҫтәлектәр артынан иҫтәлектәр уянып, аралашып, сер бүлешеп, күңелен бушатып алды. Уны сәхнә аша ғына белгәндәргә был әңгәмә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым.

Суфия апай, һеҙ өлкән быуын артисы. Бөгөн, ярай, артист һөнәрен һайларға теләгән балаларға артыҡ ҡаршылыҡ юҡ. Ә һеҙҙе һуң, төпкөл башҡорт ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ баланы, нисек итеп артист һөнәренә барыуҙан тыйманылар? Беҙҙең халыҡта бит элек-электән "Тик артист булам тимә!" тип киҫәтә инеләр...

- Мине лә тыйҙылар! Тыймаймы һуң! Һигеҙенсе синыфта уҡығанда мәктәптә "Артист булғым килә" тиһәм, уҡытыусыбыҙ "Сиған тормошо нимәгә кәрәк ул, ҡыҙҙарға бөтөнләй ярамаған йәшәү рәүеше ул", тип, әллә күпме дәлилдәр килтерә ине. Ә мин бәләкәй генәнән "театр" уйнап тик йөрөйөм. Ололар эшкә сығып китеү менән әсәйҙең кейемдәрен кейеп, тәҙрә ҡорғандарын ысҡындырып алып, селтәрен ябынып, өйҙәге көс еткән бар нәмәне шылдырып, ниҙәр генә ҡыланмай инем. Берҙән-бер артлы ултырғыс бар ине, шуны оҙон имән өҫтәл өҫтөнә мендереп, ҡулыма тәртешкә тотоп ултырам. Уйын булырын белгән тиҫтерҙәрем "һә" тигәнсе йыйыла һала ла, һәр беребеҙ бер роль алып, уйнай башлайбыҙ. Мин өҫтәл башынан уларға нисек ҡыланырға, нимә эшләргә икәнде өйрәтеп, күрһәтмәләр биреп ултырам. Был уйын ялҡытып китһә, тиҙ генә кейемдәребеҙҙе алыштырабыҙ ҙа, уҡытыусы булып уйнарға керешәбеҙ. Бында ла мин "уҡытам". Ҡыш көндәре булһа, баҡса артындағы ғына күлдә боҙҙа шыуа инек. Быймаларыбыҙға конькиҙар бәйләтеп алабыҙ ҙа, фигуралы шыуыу ойошторабыҙ. Әлеге мин бейеү "һалам", ҡысҡырып көйләп торам һәм үҙем үк баһалайым. Бына шундай һәр ваҡыт лидерлыҡҡа ынтылған һәм ниндәйҙер ижади мөхит эсендә йәшәгән бала булдым.
Һигеҙенсене тамамлағанда әле мин ололарҙың "артист булма"һына ҡаршы торорлоҡ түгел инем. Бер төркөм ҡыҙҙар менән Салауат педагогия училищеһына илтеп тапшырҙым документтарымды. Әхирәттәрем уҡырға инә алманы, яңғыҙым үтеп киттем. Бар класташтарым гөрләшеп Ишембай ҡалаһына уҡырға китә, ә мин бер яңғыҙым моңайып ҡына Салауат яғына сығып китәм. Был хәлем менән килешмәй, бер саҡ илай башланым. Ялға ҡайтам да илайым, ҡайтам да илайым. Әсәйем түҙмәне: "Шәриф, ҡыҙыңды үлтерәһең бит һарғайтып. Бар инде, миҙалдарыңды таҡ та, Ишембайға барып һөйләш... " - тине атайыма. Атайым шкаф башында теҙелешеп ятҡан өс эшләпәһенең тантаналар өсөн генә кейелә торғанын кейеп, миҙалдарын ялтыратып тағып, Ишембай мәктәп-интернатының директорына барып, һөйләшеп, килешеп ҡайтты. Беҙ өйҙә уны дүрт күҙ менән көтөп ултырабыҙ. Атайым ҡайтып инде лә, ҡыҫҡа ғына итеп: "Булды",- тине. Шундай кеше ине инде ул беҙҙең атай, ғөмүмән, ул быуын ирҙәре барыһы ла шундайҙар ине, ахыры. Улар бер ваҡытта ла ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеүгә, килешеү-маҙарға, һораныуға, йүнләүгә ҡатындарын йөрөтмәне. Белемлеһе лә, белемһеҙе лә үҙҙәре белгәнсә хәл итте проблеманы. Ә ҡатындары уларҙың хәл иткәнен көтөп кенә ултыра белде...
Урта мәктәпте бөтөүемә училищела театр факультеты ябылып ҡуйғайны. Бер йыл эшләп алыуға Өфө сәнғәт институтында театр факультеты асылды. Ике туған апайым Сажидә Ҡорбанғәлиева Ишембай халыҡ театры артисы ине, ул режиссер әхирәте менән бергәләп, мине имтихандарға әҙерләгәйне. Шул әҙерлек менән, атайымдың һалдат сумаҙанын тотоп, юлландым сәнғәт донъяһына. Атайымдың эсе бошто, нишләптер. Бойоғоп ҡына сығып оҙатып ҡалғайны. Мин имтихандар биреп, уҡырға инеп урап ҡайтҡансы вафат булып ҡуйҙы... Йә инде, шул ваҡиғаларға ла илле йылдан ашыу ваҡыт үткән...

Атайығыҙҙың ғаиләлә абруй булыуын аңғарҙыҡ инде. Ғөмүмән, ниндәй ине атай-әсәйегеҙ?

- Атайым бөйөк һөйләүсе ине. Ул беҙҙе, бәләкәс кенәләрҙе, теҙеп ултырта ла, төрлө тарих һөйләй ине. Ашыҡмай, һорауҙарыбыҙға тулы яуап бирә-бирә, аңлайышһыҙ атамаларҙы аңлата-аңлата, сәғәттәр буйына ауыҙына ҡаратып ҡуя ине. Һөйләүҙән туҡтай ҙа: "Балалар, ә хәҙер йүгерешеп кенә шуларҙы-шуларҙы эшләп алабыҙ..."- ти. Беҙ сабышып эшкә тотонабыҙ, ә күрше-тирә балалары үҙҙәренә йүгерә. Кем утын ташый, кем һыу алып килә, кем башҡа йомоштарҙы үтәй ҙә, тағы атай янына йыйылабыҙ. Уның һөйләгәндәре буйынса мин һуғыштың бер китапта ла яҙылмаған, бер кинола ла күрһәтелмәгән ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙғаныс яҡтарын беләм. Бына шундай әңгәмәсе, тарихсы ине атайым. "Совет Башҡортостаны", "Ленинсы" гәзиттәренә, журналдарға мәҡәләләр яҙҙы, хикәйәләр ижад итте. Мине лә ҡағыҙ биреп ултырта ла, "Яҙ, ҡыҙым, уй-фекерҙәреңде ҡағыҙға төшөрөп өйрән", ти торғайны. Ләкин минең ундай һәләтем булманы инде.
Атайыбыҙ 1934 йылда Өфөләге комвузды тамамлаған, унан һуғышҡа тиклем Белорет ҡалаһында райкомдың беренсе секретаре булған. Заманына күрә ҙур вазифа биләгән. Мин ул ваҡытта тыумағанмын әле. Һуғыш башланғас, ғаиләһен сит ерҙә ҡалдырырға теләмәй, тыуған яғына алып ҡайтып урынлаштырып китә. Белоретта ҡалһалар, бәлки, һуғыш йылдарында артыҡ асыҡмаҫтар ҙа ине, атайҙың эш урынынан да хәстәрләрҙәр ине. Ә Ишембайҙа аслыҡ ныҡ булған, бер ерҙән ризыҡ килмәгән, саҡ-саҡ ҡына йәндәрен һаҡлап ҡалғандар. Инде тороп йөрөр хәлдәре ҡалмағас, әсәйем балаларын төрөп-төрөп урындыҡҡа теҙеп һалып сыҡҡан да, үҙе лә улар эргәһенә ауған. Әнүәр ағайым, урындыҡтан тәгәрәп төштөм дә, менеп ятырға хәлем юҡ, әсәй ҙә ярҙам итә алмай, тип хәтерләй торғайны. Беҙҙең әсәй Ҡарлар ауылынан ине, уның ун ағаһы булған. Бәхет- кә күрә, шул ағайҙарының береһе хәл белергә тип килеп төшкән һәм һеңлеһен балалары менән ошондай хәлдә килеп тапҡан. Ул йәһәтләп өйҙө йылытып, балаларҙың эстәренә йылы төшөрөп, атайҙың яҡшы-яҡшы кейемдәрен баҙарға алып барып ризыҡҡа алмаштырып алып ҡайтҡан. Атайым гел генә шул ағайыма: "Ҡайнаға, ҙур рәхмәт, һин бит минең балаларымды үлемдән ҡотҡарғанһың",- тип әйтә торғайны.
Атайым политрук булған һуғышта, һәр ваҡыт атакаға күтәргән, алдан үҙе йүгергән. Һаташҡанында ла "За Родину! За Сталина! Вперед!" тип ҡысҡырып ята торғайны. Тәне шау ғына яраларҙан сыбарланғайны.
Йомшаҡ холоҡло булды ул беҙгә, мәрхәмәтле ине. Бер тауыш күтәрмәне, әрләмәне. Әсәйебеҙгә ҡарата ла сабыр һәм ғәҙел ине. Әйтер һүҙен өҙөп кенә әйтә, тауыш-янъял сығармай торғайны. Әсәйебеҙ иһә ҡаты холоҡлораҡ булды. Һәр ваҡыт эш өҫтөндә, һәр саҡ ашығып, нимәлер хәстәрләп йөрөй. Ғүмере буйы колхозға икмәк бешерҙе. Беҙ, һигеҙ бала, атайҙың 68, әсәйҙең 12 һум пенсияһына уҡып, кеше булып бөттөк шулайтып...

Уҡыуҙы тамамлап, тормошҡа аяҡ баҫҡан йылдарығыҙҙы, тәүге хеҙмәт коллективына яраҡлашҡан ваҡыттарығыҙҙы, ғаилә ҡороу тарихын, дуҫтар-дошмандар мөнәсәбәттәрен асыҡтан-асыҡ һөйләй алаһығыҙмы бөгөн?

- Алам, минең яҙмыш бик сағыу һәм һәр ваҡыт күҙ алдында булһа ла, оялырлыҡ та, йәшерерлек тә ектәре юҡ. Һәр хәлдә, намыҫым таҙа, тип иҫәпләйем.
Өфө сәнғәт институтын тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килдем. Һөнәр алмайынса, кейәүгә сыҡмаҫҡа, тигән талап ҡуйған инем үҙемә, шул вәғәҙәмде тотоп, берәүгә лә әүерәмәй генә хеҙмәт юлын башланым. Әхирәтем Миңзиә Ханнанова Фәйзи Ғәскәровтың бейеү ансамблендә бейей, уның концерттарына йөрөйөм. Бар бейеүселәрҙе лә танып беләм. Бигерәк тә Марс Сафиуллиндың эшләгән трюктарына хайран ҡалам. Уның бармаҡ остарында ғына йөрөп, грузин бейеүен башҡарыуына барыбыҙҙың да һушыбыҙ китә. Ансамблдең солисы, комсоргы, репетиторы, инспекторы, ҡыҫҡаһы, аҫыл егет инде. Һәм мин, әлбиттә, күп ҡыҙ-ҡырҡын кеүек үк, уға ғашиҡмын.
Бейеү ансамбле сит илдәрҙән ҡайтып инмәй, барыһы ла матур кейенәләр, сибәрҙәр, һомғолдар. Уларға яҡын барыуы ла мөмкин булмаған хәл һымаҡ ине ул саҡта. Марс театрҙа йәки урамда осрағанында, күкрәгенә ҡулын ҡуйып, еңелсә генә баш эйеп үтә ине миңә. Тик бер ваҡытта ла һөйләшмәй. Бер ваҡыт әлеге әхирәтем Миңзиә йәй айында үҙҙәренең төркөмө менән гастролдә йөрөп килергә саҡырҙы. Был төркөмдә Марс та булып сыҡты һәм... Баҡтиһәң, ул да мине оҡшатып йөрөгән, тик өндәшергә батырсылыҡ итмәгән икән. Ошо аңлашыуҙан һуң ул миңә тотто ла тәҡдим яһаны. Мин иһә уйлап тороу, икеләнеү тигәнде башыма ла индермәгәнмен. Ул да шулай. Әйтерһең, бер бөтөн икәнебеҙҙе белеп, тойоп йөрөгәнбеҙ. Ризалығымды алғас, ул шунда уҡ мине әсәһенә таныштырырға алып ҡайтып китте. Бишбүләк районында йәшәгән оҙон буйлы, зәп-зәңгәр күҙле матур инәй алдына барып баҫыуым һаман хәтеремдә. Инәй ҙә һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. Шкафынан тауар төргәге алып, "Бына, был күлдәклекте буласаҡ киленемә тип алып ҡуйғайным", тип, ҡулыма тотторҙо ла, мулла алып килеп, никах уҡытты ла ҡуйҙы. Шулайтып, мин гастролдән ир ҡатыны булып ҡайтып төштөм. Туйымда ултырырға атайым да, әсәйем дә юҡ инеләр инде. Нисек булдымы беҙҙең тормош? Гастролдәр тормошо, бала сағымда ололар әйткән "сиған тормошо" булды инде. Ирем бер яҡта, мин икенсе яҡта "уйнап" тик йөрөйбөҙ. Балалар сәхнә артында мәж килеп шаярыша, уйнай, шунан арып йоҡлап китәләр. Ете йәшлек оло улым, ғәҙәттә, бәләкәс ҡустыһына күҙ-баш булып ултыра. Башта малайҙарымды әле был, әле икенсе туғыныма ташлап китә инем гастролдәргә, бер саҡ апайым: "Суфия, һин балларыңды ҡуша алып йөрө, ҡалайтһалар ҙа, көн дә күҙ алдыңда булырҙар. Юғиһә, улар һағыналар бит",- тигән аҡылды әйтте. Шунан алып ҡайҙа юлланһаҡ та уларҙы ла бергә алып китә инем, ни күрһәк тә, бергә күрҙек. Икебеҙ ҙә сәнғәт кешеләре булғас, ирем менән бер-беребеҙҙе аңлай инек. Икебеҙ ҙә эшебеҙгә мөкиббән киткән кешеләрбеҙ. Башта миндә ниндәйҙер көнләшеү тойғолары булды. Тик бер ваҡытта ла уға һиҙҙермәнем. Эстән яндым-яндым да, үҙемдең мәшәҡәттәрем менән онотолорға, башҡа нәмәләргә әүрәргә тырыштым. Шулай йәшәнек.
Сәнғәт донъяһының ниндәй булыуына килгәндә, тамашасы күҙе алдындағы матур һәм сағыу өлөшөнән тыш, уның сәхнә артындағы болғансыҡ һәм ҡара яғы ла бар. Билдәлелеккә һәм данға һәр кем үҙ юлы менән килә. Кемдәрҙер ҡара тирен түгеп, кемдәрҙер һылыулығын файҙаланып, кемдәрҙер туған-тыумасалыҡ ярҙамы менән. Бер һәләт кенә күтәрмәй ул кешене. Һәләт янында башҡа сифаттарҙың да булыуы шарт. Шул юҫыҡта көнсөллөк тә, аҫтыртын аяҡ салыуҙар ҙа, ошаҡлашыуҙар ҙа, ялыу яҙыуҙар ҙа ҡалҡып сыға ине. Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов заманында әле һәләт һәм хеҙмәт юғары баһаланды. "Бөгөндән Мәскәү театрына барып уйнай алырҙай биш кешем бар", тип теҙгәндә минең дә исемде телгә ала ине. Тартынмай ғына уның шундай баһаһын әйтә алам бөгөн. Әле бына уйлап ултырам: коллективты тәртиптә тота алған, артистарҙы ролдәргә дөрөҫ урынлаштыра белгән етәксе булған ул. Был осор театрҙың да алтын осоро булған. Һағынамын шул йылдарҙы.

Театр осоро һәм репертуар тураһында һүҙ сыҡҡас, бөгөнгө репертуар тураһында ла һөйләшәйек әле. Әлеге мәлдә беҙҙең театрҙарҙы комедия жанры баҫып алған, шулай бит? Нилектән ошолай ул? Тамашасының тормошҡа ҡарашын еңеләйтеү маҡсатынанмы, әллә башҡа сәбәптәнме?

- Бөгөнгө комедиялар менән илленсе-алтмышынсы йылдарҙағы комедияларҙы сағыштырып ҡарағанда, айырма ҙур. Хәҙерге комедиялар күп осраҡта билдән түбән шаярыуҙарға ҡоролған. Йә булмаһа, ҡолап, йә тертләп, йә ҡолата һуғып, йә артына тибеп көлдөрөп маташа, йә ирҙәрҙе ҡатын-ҡыҙ итеп кейендерә бөгөнгө комедиялар. Ә нигеҙендә фәлсәфә юҡ. Фәлсәфәһеҙ, тәрбиәүи мәғәнәһе булмаған комедия ул сәнғәт түгел, ә ябай анекдот ҡына. Комедия - көлдөрөү генә түгел, ул илата ла алһын. Тамашасы бит алйот түгел. Яраҡһыҙ, мәғәнәһеҙ комедиялар менән тамашасының ваҡытын, аҡсаһын урлауҙы енәйәт итеп күрәм мин. Элек батшаларҙың мәжлесен биҙәп йөрөүсе шуттары булған. Улар шулай тибешеп, ҡолата һуғышып, кәмит ҡорған. Беҙҙекеләр ҙә шул шуттар кәмитен башҡорт сәхнәһенә күсереп алды.
Амплуа тигән әйбер бар, ул бөгөн ҡабул ителмәй, әммә йәшерен генә йәшәп килә. Комедияны яҡшы уйнаған артистар бар, был мәрәкәселек уларҙың фиғеленә һеңеп китә. Мин, мәҫәлән, йәш саҡта һәр ваҡыт етди ролдәрҙе, хата трагик ролдәрҙе уйнаным. Үҙемде шундай характерҙағы актриса тип уйлай инем. Һәм бер ваҡыт миңә "Гармунсы дуҫ"та көлкөлө роль бирәләр. Эй, мин көйәм хәҙер. Минән ниндәй көлкө сыҡһын, тип уйлайым. Образымдан көлгәндәрен дә үҙ итә алмайым. Әммә режиссер ныҡышып эшләтте һәм, ышанаһығыҙмы, булмышымды һындырып, үҙгәртеп ҡороп ҡуйҙы - башҡарҙым. Спектаклде сығарғас, оло актерҙар ҙа, режиссер ҙа маҡтаны.
Ә шулай ҙа мин тамашасы театрҙа комедия ҡарап ҡына ял итә ала, тигән фекерҙә түгелмен. Илап та, иңрәп тә, һағышланып та, тетрәнеп тә ял итеп була театрҙа. Хистәр солғанышы ни тиклем күберәк, кеше организмы ла шул тиклем ҙурыраҡ яңырыу кисерә...

Үҙегеҙгә оҡшаған даими сәхнә партнерығыҙ булдымы?

- Минең даими уйнаған партнерым Рәфил Нәбиуллин донъянан иртә китте. Илле йәшен үткәрҙе лә, баҡыйлыҡҡа күсеп тә ҡуйҙы. Ул киткәс, мин театрҙа бөтөнләй партнерһыҙ тороп ҡалдым. Ул минең хеҙмәттәшем генә түгел, яҡын дуҫым да, серҙәшем дә ине. Ир менән ҡатын араһында дуҫлыҡ булмай тиһәләр ҙә, беҙ йәштән ағайлы-һеңлеле кеүек яҡын булдыҡ һәм был матур дуҫлыҡты ғүмеребеҙ буйы таҙа килеш һаҡланыҡ. Бер-беребеҙҙе яҡшы тойҙоҡ, аңланыҡ. Ул йыш ҡына ғаиләһендәге проблемаларын да миңә һөйләп, икәүләшеп кәңәшләшеп, хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Рәфил бөйөк импровизатор ине. Ул бер ролен көн дә уйнағанда ла бер үк итеп уйнаманы. Һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ, үҙенсә үҙгәреш индерҙе. Был холҡон белгән мин дә юғалып ҡалмайым, ҡушылып уйнауға ҡулайлашам. Шундай шәп, эшлекле, һәләтле һәм яҡты күңелле булды дуҫым, коллегам.

Артистарға образға инеп уйнау мотлаҡ, белеүемсә. Образынан сыға алмай, уйнаған ролдәренән алынған репликалар менән генә һөйләшеп йөрөгән артистар ҙа етерлек. Улар хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?

- Эйе, бигерәк тә тамашасы яҡын ҡабул иткән артистар үҙ булмыштарын, асылдарын онотоп китеп, публика өсөн йәшәй башлаусандар. Тағы ла артистарҙа (был фиғел барыһында ла бар) көнсөллөк тигән тойғо ныҡ үҫешкән. Үҙенән һәләтлерәк, шәберәк, йәшерәк коллегаһы барлыҡҡа килә икән, китә хөсөтлөк. Бына ошо тойғоно еңә белеү, үҙеңде лә, башҡаларҙы ла ағыуламай ғына йәшәй, эшләй белергә өйрәнеү мотлаҡ.
Йәшерәк ваҡытта мин сәхнәлә уйнаған ролдәремдән арына алмай, образдан сыға алмай ҡаңғыра инем. Хәтеремдә, бер спектаклдә мин үҙем кеүек бер ҡатынды уйнай инем. Эштән бушамай, эш тип сабып, ирен дә юғалтҡан, балаларынан да алыҫайған бер бахыр ҡатынҡайҙың образына инеп, шундай убылып, арып сыҡтым. Сыҡтым да, гримды ла юймайынса, такси алып елдерҙем. Өйҙә улым температурала ятып ҡалғайнымы, әллә бер үҙҙәре инеме - һәр хәлдә, ашыға инем. Шунда таксист миңә: "Һеҙгә ҡыйынмы, әллә ауырыйһығыҙмы?" - тип һораны. "Нишләп, - тием, - юҡ, мин әле генә спектаклдә уйнап сыҡтым". Бик аҡыллы кеше булды, ахыры, таксист: "Һеҙгә ваҡытында образдан сыға белергә йәки йәшәү рәүешегеҙҙе алмаштырырға кәрәк", тигәйне. Шул хәлдән һуң мин үҙ өҫтөмдә эшләй башланым. Сәхнәләге образымдан сығып, уның хакимлығынан ҡотолоп, артабан китә белергә өйрәндем. Тормошта, эйе, образына артыҡ инеп, уның холҡон, һөйләшен үҙләштереп, ысынбарлыҡтан айырылып, хатта психикаларына зыян килгән артистар ҙа юҡ түгел...

Совет осоро актерҙары менән беҙҙең заман актерҙары араһында ниндәй айырма бар?

- Бөгөн актерҙар ҙа, студенттар ҙа репетицияға, дәрескә йыйыла икән, улар аралашмай. Ҡыҙыҡлы, тере аралашыу юҡ. Һәр береһе телефонында ултыра. Бер театрҙа эшләп тә, улар бер-береһенең холҡон белеп етмәй, мөмкинлектәрен баһалай алмай. Күрешеп иҫәнләшәләр ҙә - бөттө. Шунлыҡтан, уйнағанда ла бер-береһен етерлек кимәлдә аса алмайҙар. Үҙ-ара хәлдәрен, йәшәйештәрен, проблемаларын уртаҡлашмайҙар. Ә беҙҙең осорҙа аралашыу, яҡынлашыу тәбиғи ине. Элек бер-беребеҙҙең хәлен һорашып, бер-беребеҙгә ярҙамлаша белә торғайныҡ. Хәҙер йәштәр бер-береһенең өйләнгәнме-юҡмы, ауылданмы-ҡалананмы йәки аныҡ ҡына кем икәнлеген дә белмәй, белергә лә теләмәй. Улар эшкә килде лә, ролен уйнаны ла, китте. Шунлыҡтан, мин студенттарым йәки йәш коллегаларым килеп, кәңәш һораһа, шатланып китәм, оло теләк менән әңгәмәгә инәм, булдыра алғансы ярҙам ҡулы ла һуҙам. Беҙ бит шулай теремек йәшәүгә, аралашыуға өйрәнгәнбеҙ. Бөгөн тәнҡит тә юҡ йәштәр араһында. Башҡарғанды анализлау юғалып бара. Актер тәнҡитте ҡабул итмәй, үсегә икән, ул инде актер түгел. Ул үҫмәйәсәк. Заманында тәнҡит йә кәңәште ололарҙан үҙем һорап ала торғайным. Гөлли Мөбәрәкова, Зәйтүнә Бикбулатова, Зинира Атнабаева, Нурия Ирсаевалар тәнҡиттәрен тура ғына итеп әйтә белә, ә мин уларҙы файҙаға тотонорға тырыша инем.

Улдарығыҙҙың атаһы менән оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткәндән һуң юлдарығыҙ ҡапыл айрылып китеүе ул ике ижад кешеһенең бергә йәшәй алмауы булдымы? Инде барыһы ла бар, барыһы ла етеш, бар маҡсаттарға өлгәшелгән мәлдә ни өсөн һеҙ яңғыҙ ҡалырға ҡарар иттегеҙ?

- Марс ағайығыҙ Фәйзи Ғәскәров ансамбленә бөтөн булмышын, һаулығын, ғүмерен, хатта ғаиләһенә бирә торған бар йылылығын ҡорбан иткән кеше. Пенсияға тиклем ике йыл ҡалғас, уны бригадаға бейеүсе итеп күсерҙеләр. Ул шуны ауыр кисерҙе. Яйлап эскегә бирелде. Бер нәмә менән ҡыҙыҡһынмай, күңел төшөнкөлөгөнә бирелде. Үҙен ташланған, кәрәкмәгән итеп тойҙо. Мин һаман ике урында эшләйем, ижад итәм, балаларҙың шундай уҡ ижади тормошо менән янам. Марс шулайтып беҙҙең арбанан төшөп ҡалды. Хәҙер инде көнләшә, кемгә етте шуға ҡуша, кәмһетә башланы. Ә мин уға ғүмер буйы тоғро булған, унан башҡаларҙы күҙгә лә элмәй йәшәгән ҡатынмын. Шунлыҡтан, уның бындай ҡылығы ғорурлығыма үтә лә ҡаты һуҡты. Һәм мин уны шундай бер эскән, ғәйепләүҙәр яуҙырған ғауғаһы мәлендә, йыйындырҙым да, буш торған бер бүлмәле фатирыбыҙға күсереп ҡуйҙым. Әрләшмәнем, талашманым, ҡырҡа ҡарар иттем дә, айырылыштым. Ҡыйын булды, әммә шулай кәрәк икәнен һәм башҡаса ундай йәшәйеште кисерә алмаҫымды аңланым. Ниндәйҙер насар хәлдәр булып ҡуймаҫ элек, арабыҙға кәртә ҡуяйым тинем.
Ир кеше ир кеше инде, күп тә тормай, янына ҡатын индереп тә алды. Аллаға шөкөр, тинем мин. Йәшәһендәр, бәхетле булһындар, яңғыҙаҡ, ҡарауһыҙ булып урамда йөрөмәһен. Кемдеке шуныҡы, балаларымдың атаһы бит. Минең уға үпкәм юҡ.

Артист мотлаҡ матур булырға тейешме? Һеҙ бына матурлыҡ һағында нимәләр эшләйһегеҙ, нимәләр ҡулланаһығыҙ?

- Тамашасы һөйөүен яуларға теләгән артист матур булырға тейеш. Мәҫәлән, һеҙ төп ролдә уйнаған артисты йәмһеҙ көйө ҡабул итә алыр инегеҙме? Һеҙ бит театрға гүзәллек күрергә, һоҡланырға, ғашиҡ булырға өмөтләнеп киләһегеҙ.
Мин үҙем йәшлекте һаҡлау, төҫ ташламау өсөн ниндәйҙер махсус алымдар ҡулланмайым. Әле етмеш йәшемде ҡаршылғанда ла ярайһы яҡшы кәйефтәмен. Йүгереп эшләп йөрөйөм, сәхнәлә уйнайым. 45 йыл театрҙа, 35 йыл уҡытыуҙамын. Дуҫтарым, туғандарым менән аралашып йәшәйем. Ысынында, бер минут та ваҡытым юҡ. Йомшаҡ ҡына холоҡломон. Кеше кәйефен боҙа, битен йырта йәки хөсөтләнә торған ғәҙәтем юҡ. Үҙ самам менән әйткәндә, ыңғай ғына кешемендер ул. Оптимистмын, эске көсөм бар. Бик һиҙгермен. Бирешмәҫкә, ебеп төшмәҫкә тырышып көн күрәм. Бына ошолар миңә ҡартайырға ла бирмәйҙер тип уйлайым. Тамашасыларымдың, таныштарымдың "Матур ҡартаяһың" тиеүе лә оло баһа. Һәр береһенә шул теләк.

Ысынлап та, матур олоғая апай. Тышҡы ҡиәфәте генә түгел, уның эске донъяһы ла теремек, ҡыҙыҡһыныусан һәм ҡыҙыҡлы. Тамашасыһына ла, студенттарына ла, улдарына ла кәрәкле икәнен тойоп һәм һәр береһе менән күңел йылыһын бүлешеп йәшәй белгәнгәлер...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.19 | Ҡаралған: 692

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru