«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕАТР СӘНҒӘТЕ МЕНӘН БАЛА САҠТА ТАНЫШЫРҒА КӘРӘК
+  - 



Сәхнәнән башҡа бер генә сәнғәт төрө лә кеше күңеленә көслө тәьҫир яһай алмай, тигәнме әле Чеховтың "Күңелһеҙ тарих" повесы геройы? Ысынлап та, театр сәхнәһендә барған һәр спектакль тамашасыны уйға һала, тап уның сәхнәһендә сәнғәттең бөтөн төрҙәре сағылыш таба. Ошо ижади мөхитте булдырыуҙа актерҙың өлөшө ниндәй күләмдә? Бөгөнгө үҙгәрештәр заманында театр үҙенең тамашасыһы менән идара итеү өҫтөнлөгөн һаҡлап ҡалғанмы? М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Вадим ҠЫЛЫСОВ менән ошолар тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Үткән быуаттағы театр тамашасының иғтибарын үҙенә йәлеп итә, уны уйландыра, йоғонто яһай ала ине. Хәҙер иһә, театрға кеше тормоштағы проблемаларын онотоп торорға, күңел асырға йөрөй, тип әйтергә яратабыҙ...

- Театрҙы бөгөн күңел яраларын дауалаусы итеп күргеләре килә икән, бында бер зыян да юҡ. Башҡорт тамашасыһы башҡа милләт тамашасыларынан нимәһе менән айырыла, беләһегеҙме? Уға йыр-бейеү яҡыныраҡ. Театрҙы ла ул шундай итеп күргеһе килә. Сәхнәлә йырлайҙар, бейейҙәр икән, унда күрһәтелгән мөхәббәт тарихы матур тамамлана икән, уларҙың күңеле лә була. Шулай бер Салауат башҡорт дәүләт театрында спектакль ҡарайым. Һәр театрҙа бөтөн спектаклдәргә лә йөрөгән тамашасы була, ғәҙәттә, улар театр яратҡан оло йәштәге апайҙар. Сәхнәлә бөгөнгө заманға хас проблема күтәрелә, был апайҙар ҡарап ултыралар, өндәшмәйҙәр. Шул мәлдә актер таҡмаҡ йырлай-йырлай килеп сыҡҡайны, дәртләнеп киттеләр, ҡул саба башланылар. Мин быны ғәйепләп әйтмәйем, беҙҙең тамашасы романтик театр өлгөһөндә тәрбиәләнгән. Уның күңеленә матур тарихтар яҡын. Улар йырлаған актерҙарҙы ярата. Кеше театрға барып ҡайғырып түгел, көлөп, бушанып ҡайтырға теләй икән, бында ла хәҡиҡәт бар. Шуға ла театр тәнҡитселәре комедияларҙы күпме генә әрләмәһен, улар репертуарҙа кәрәк. Тамашасының һайлау мөмкинлеге булырға тейеш.

Ә йәш тамашасы ниндәй бөгөн?

- Уларҙың да төрлөһө бар. Әйткәндәй, тамашасының ҡасан һәм ниндәй спектаклгә күберәк йөрөйәсәген дә алдан һиҙемләп булмай. Йәштәрҙе бигерәк тә. Өлкән тамашасы хисле, улар өсөн һүҙҙең мәғәнәһе, тәьҫире мөһим. Ә йәштәргә әҙәби театрға ҡарағанда, күҙҙәр аша ҡабул ителгән мәғлүмәт, тышҡы һүрәт ҡыҙығыраҡ. Был уларҙың интернет донъяһында ҡыҫҡа мәғлүмәттәрҙе ҡабул итеп өйрәнеүе һөҙөмтәһелер, бәлки. Үҙемде оло йәштә тип һанамаһам да, мин уларҙы ҡайһы саҡта аңламайым. Хәҙерге ваҡытта ишетеп, күреп йөрөйбөҙ, театрҙа ла яңы форма эҙләйҙәр, эксперименталь спектаклдәр күбәйә. Драматургия һәм режиссура үҙәге лә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, уларҙың драматургтар һәм режиссерҙар менән берлектә ойошторған сараларында актерҙар ҙа әүҙем ҡатнаша. Былар барыһы ла ҡыҙыҡлы. Эҙләнеүҙәр булырға тейеш. Был бөтөн донъя театрҙарына хас күренеш.

Милли сәхнәлә ҡуйылған эксперименттарҙың сиге ҡайҙа булырға тейеш, тип уйлайһығыҙ? Беҙ нимәне ашаҡлап үтә алмаясаҡбыҙ?

- Былтыр йәй Рәсәй театр эшмәкәрҙәре берлегенең халыҡ-ара йәйге театр мәктәбендә ҡатнашыу бәхете тейгәйне. Был бик уникаль проект, иң яҡшы билдәле педагогтар бөтөн донъянан йыйылған ҡатнашыусылар менән көн һайын сәхнә теле, актерлыҡ оҫталығы, сәхнә хәрәкәте, фехтование, акробатика, театр тарихы буйынса дәрестәр үткәрә, билдәле режиссерҙар, актерҙар менән осрашыуҙар була. Иң ҡыҙығы, спектаклдәр әҙерләп, аҙаҡтан уны тамашасылар һәм башҡа ҡатнашыусылар өсөн уйнайһың. Ошо мәктәп миҫалында был һорауға яуапты мин яҡшы аңланым. Башҡорт халҡының әхлаҡи ҡиммәттәре башҡараҡ. Төркиә, шулай уҡ Кавказ халыҡтарында ла әҙәп көслө. Ниндәй генә эксперименттар булмаһын, ошо әхлаҡ ҡанундары, башҡаларҙың күҙенән тыйған ғәмәлдәр сәхнәгә сыҡмаясаҡ, тип уйлайым. Беҙҙә ошо ҡиммәттәрҙе бер ҡасан да аяҡ аҫтына һалып тапамаясаҡтар, быға бер режиссер ҙа бармаясаҡ.

Баш ҡала тамашасыһы һине иң тәүҙә "Калигула" спектаклендә Калигула ролендә күрҙе. Ошо роль үҙең өсөн дә, тамашасы өсөн дә һинең актер булараҡ нимәгә һәләтле икәнеңде күрһәтте, тип әйтә алаһыңмы?

- Әгәр ҙә һин ниндәйҙер ролгә ризалығыңды бирәһең икән, һин режиссерға тулыһынса ышанырға тейешһең. Режиссер Азат Йыһаншинға ышанмаҫҡа бер нигеҙем дә юҡ ине. Беҙ тәүҙә уны Стәрлетамаҡ башҡорт театрында ҡуйғайныҡ. Башта ауыр булды. Тәбиғәтем буйынса мин ундай кеше түгелмен, кемгәлер ауыр һүҙ әйтеүе лә миңә ҡыйын. Әммә был роль, һәм һин образды аңларға, уның өҫтөндә эшләргә һәм сәхнәгә сығарырға тейешһең. Роль миңә, минең холҡома тура килмәй тип әйтә алмай актер. Ул үҙен һындырырға тейеш. Улайға китһә, "Йәшәгән, ти" (М. Ладо, режиссеры Р. Хәкимов) спектаклендә минең геройым ир-егет булараҡ бик көсһөҙ характерлы. Бары тормош уны шундай шарттарға ҡуйған. Әгәр ҙә ул образға әҙерәк характер өҫтәһәң, пьесаны яңынан яҙырға тура киләсәк. Тағы бер нәмә бар, был турала психологтар ҙа әйтә. Кеше бер ҡасан да үҙемде 100 процентҡа беләм тип әйтә алмай, сөнки ниндәй ваҡиғала һин үҙенде нисек тотасағыңды алдан әйтеүе, ай-һай, ҡыйын.
Әлбиттә, һәр спектакль ниндәйҙер фекер килтерә, тәжрибә туплана. Калигуланы ниндәйҙер тиран, тип кенә беләбеҙ. Сенатҡа атын индергәне, ғәскәрен диңгеҙ ярына теҙеп ҡуйып, һыу батшаһы Нептунға ҡаршы һуғыш асҡаны иҫкә төшә. Ә был спектакль мөхәббәт, үлем һәм, иң мөһиме, иреклек тураһында. Калигуланың ынтылған иреклеге абсолют иреклек, ул физик иреклектән бигерәк рухи иреклеккә өҫтөнлөк бирә. Ул әхлаҡ ҡанундарынан, мөхәббәттән, нәфрәттән азат булырға ынтыла. Был бит ҡурҡыныс, кешенең бер нәмәгә лә бәйләнеше булмауы. Балалары алдында яуаплылыҡ та юҡ, бер нәмәнән дә ҡурҡмай ҙа - бындай кеше булыу мөмкинме?

Балалар спектаклдәрендә иң яратып уйнаған ролең ниндәй?

- Мин бөгөн Йәштәр театрында эшләүем менән бик ҡәнәғәтмен, дөрөҫ юлда һәм үҙ урынымдамын, тип иҫәпләйем. Бында ике труппаның спектаклдәрендә лә ҡатнашабыҙ, был актер өсөн ҙур тәжрибә. Ә балалар өсөн уйнауы үҙе бер мажара. Улар кеүек ошо әкиәт донъяһына башкөлләй сумып ҡараған, һинең менән бергә ҡайғырған, бергә шатланған, һинең геройыңды ихлас йәлләгән тамашасы юҡ. Улар өсөн театрҙа әкиәттәрҙән тыш, матур спектаклдәр ҙә күп. "Беҙҙең өйҙөң йәме" (М. Кәрим, режиссеры М. Күлбаев), яңыраҡ сәхнәгә сыҡҡан "Левушка" (А. Крым, режисеры М. Күлбаев) спектаклдәрен мотлаҡ ҡарағыҙ, күпме изгелек, яҡтылыҡ, ихласлыҡ уларҙа. Ғөмүмән, һәр бер спектакль тамашасының күңелендә ниндәйҙер эҙ ҡалдыра, шуға ла театр сәнғәте менән бала саҡтан таныш булыу хуп.
Балалар спектаклдәрендә йәнлек-хайуандарҙы ғына уйнамайбыҙ. Мин һуңғы осорҙа "Пес Барбос и необычный кросс" (И. Казакова, режиссеры Р. Хәкимов) спектаклендә Балбесты рәхәтләнеп уйнайым. Ул шундай күңелле, балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә оҡшай.

Актер өсөн маҡтауҙар, ролдәре тураһында ыңғай фекерҙәр мөһимме?

- Кемгә нисектер инде. Кемгәлер күберәк сыбыртҡы кәрәк, кемгәлер - прәник. Кемделер әрләһәң, сәмләнеп тороп эшләйәсәк, кемдер шунһыҙ эшләмәй. Маҡтауҙан һуң да кемдер шашып китә, кемдер дәртләнә. Ролең тураһында фекерҙәр, уларҙың ыңғаймы, киреме булыуына ҡарамайынса, кәрәк. Сөнки ситтән яҡшыраҡ күренә.
Тамашасы беҙҙә өндәшеп бармай, әлбиттә. Әммә тамашасы психологияһынан ҡараһаң, ул аҡылы менән аңлай, сәхнәлә бер нәмә лә дөрөҫ түгел, герой үлмәне, тик унда барғандарға шул тиклем ышана. Калигуланың да ысын Калигула түгеллеген, актер икәнен аңлай. Стәрлетамаҡ башҡорт театрында эшләгәндә Распутиндың "Йәшә һәм онотма" (режиссеры Т. Воронина) спектаклендә дезертирҙы уйнаным. Еңеү көнөндә уйнаныҡ та, залда ултырған ветерандарҙы сәхнәгә саҡырҙыҡ. Бер ағай миңә таяғы менән киҙәнеп, һуғырға маташа. Өлкәнерәк йәштәге тамашасыларҙың: "Вәт һин аны, шулай тиме?"- тип спектаклде ҡысҡырып һөйләнеп ҡарағанына барыһы ла шаһиттыр. Тамашасыны үҙе алдан әҙерләнеп килгән тылсымға ышандыра алһаң, актер өсөн ошо маҡтауҙан да ҙурыраҡ баһалыр, моғайын.

Бәхет төшөнсәһенә ниндәй мәғәнә һалаһың?

- Кеше күңеленең бөтөнлөгө ата-әсәһенең, туғандарының, яратҡан кешеһенең, балаларының сәләмәт, имен булыуынан тора. Тыуған яғым - Йылайыр районы Сиҙер ауылында йәшәүсе атайым менән әсәйем, ағайым һәм уның ғаиләһе беҙгә ҙур терәк, уларҙың йылы мөнәсәбәте менән бәхетлемен. Хәҙер атай менән әсәйгә ярҙам итеү өсөн түгел, күберәк ҡунаҡ булып ҡайтырға тура килә. Уларҙың миңә биргән тәрбиәһе өсөн рәхмәтлемен. Кәләшем, әсәйем кеүек үк, уҡытыусы. Ул минең һөнәремә аңлап ҡарамаһа, мин тыныс күңел менән ижад итә алмаҫ та инем. Ҡыҙыбыҙға өс йәш тә тулмаған әле. Балалар баҡсаһына барырға әҙерләнә.

Шулай итеп...
Әгәр ҙә урамда кеше китеп бара һәм ярты саҡрымдан уҡ уның артист икәне күренә икән, ул насар актер тиҙәр. Уҡыусы һиҙгәндер, йәш актер менән һөйләшеүебеҙ бер тапҡыр ҙа, мин шундай, мин бындай актер, мин шуға-шуға һәләтле, тигәнерәк юҫыҡҡа төшөп китмәне. Актер баҫалҡы булырға тейеш, тимәйем, тик сәхнәлә түгел икән, уның тәбиғи, ябай һәм ихлас булыуы тап һәйбәт актер булыуының күрһәткесе, тип иҫәпләйем. "Үҙеңдәге сәнғәтте сәнғәттәге үҙеңә ҡарағанда нығыраҡ яратыу"ҙан да дөрөҫөрәк нимә бар...

Ләйсән НАФИҠОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.19 | Ҡаралған: 1044

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru