«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘХЕС ӨЛГӨҺӨ ХӘТИРӘЛӘРҘӘ САҒЫЛДЫ
+  - 



Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһы ошо көндәрҙә үҙенә исем биргән күркәм шәхесебеҙ Фатима Мостафинаның тыуыуына 105 йыл тулыуын билдәләне. Шул айҡанлы белем усағының ветеран уҡытыусылары, Фатима Хәмит ҡыҙының туғандары, яҡын таныштары, уҡыусыларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығында асыҡ дәрестәр һәм тантаналы тамаша уҙғарылды.

Башҡорт АССР-ның мәғариф министрын шәхсән белгән, уның менән бергә эшләгән ветеран уҡытыусылар Фәниә Ҡазыханова, Банат Мөхәмәтова, Лира Камалова, Роберт Арыҫланов, Сәбилә Сөләймәнова, Тәнзилә Бикбаева, Миләүшә Вәлиева, Флорида Ғәбдрәхимова, Бибигөл Билалова, Миңлебикә Мирғәлиева, Венера Ураҡсина, Шәрифулла Ғабдрахимов, Фатима Әминева, Рәүфә Илһамовалар асыҡ дәрестәрҙә ҡатнашты. Шулай уҡ сараға Фатима Мостафинаның һеңлеһе, табип Нәфисә Сабанчина, һуңғы көндәрендә бергә булған Гүзәл Сафиуллина, биографияһын барлап, телевизион тапшырыуҙар төшөргән һәм китаптар нәшер иткән Сәрүәр Сурина ла килгәйне. Уҡыусыларға улар бик ҡиммәтле бүләк - Фатима Хәмит ҡыҙы тураһында хәтерҙәрендә һаҡлаған иҫтәлектәрен һөйләп ишеттерҙе. Уҡыусылар иһә матур концерт тамашаһы әҙерләп ҡуйғайны. Белем усағының сәхнәһендә күкрәк киреп ҡурай уйнанылар, орсоҡтай әйләнеп бейенеләр, шиғри һүҙ яңғыраттылар. - Ошо мәктәпкә нигеҙ һалынғанда һәм тәүге уҡыусыларын туплағанда Фатима Хәмит ҡыҙы "Был мәктәп 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты кеүек, туған телен һәм тарихын белгән лидерҙар, етәкселәр тәрбиәләгән белем усағы булырға тейеш!" тигәйне. Уның һүҙҙәренә тоғро ҡалған уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы күреүемә шатмын бөгөн, - тине Фәниә Ҡазыханова уҡыусыларҙың сығышынан ҡәнәғәтлеген белдереп. Уның һүҙҙәрен тележурналит Сәрүәр Сурина ла ҡеүәтләне: "Кеше үҙенең туған ере менән көслө. Һамар өлкәһе Ырғыҙ буйы башҡорттары электән бында яҡташтар клубын булдырып, ойошоп йәшәгән. Фатима Хәмит ҡыҙы ла башҡорт мәктәбе асҡан ваҡытта Өфө башҡорттары тап шулай тупланып, фекер алышып, рухланып, көсәйеп һәм бер ҡор булып йәшәһендәр, тигән теләк белдергән. Шул васыятты тотабыҙ һәм тотасаҡбыҙ".
Хәтер кисәһенең тантаналы өлөшө тамамланғас, шәхесте көндәлек тормошта яҡшы белгән кешеләр менән аралашыу форсаты ла тейҙе. "Ғәҙеллекте ныҡ яратты, кешеләргә ярҙамсыл, балаларҙың уҡыуына талапсан булды", - тип хәтергә алды Гүзәл Сафиуллина Фатима Хәмит ҡыҙы хаҡында. Ә бына һеңлеһе Нәфисә Сабанчина уны тормошта маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, юғары белемле булырға һәм ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтеүсе яҡын кәңәшсеһе итеп белә. "Мин әсәйем Майгөл кеүек табип һөнәрен һайланым, Фатима апай өйрәткәнсә, үҙ көсөмә таяндым. Кеше уҡырға һәм һәр ваҡыт белемен камиллаштырырға тейеш, тигән кәңәшен һаман да тотам. Иң мөһиме, уның кеүек тормошта ярҙамсыл булырға тырышам. Ейәндәре барыһы ла техник белем алды, беҙҙең арала апайым кеүек оло йөрәкле педагогтар юҡ", - ти Нәфисә Фәтих ҡыҙы. Ә бына шәхестең яҡташы Банат Мөхәмәтова былай тип иҫкә төшөрҙө: "Ғәзизә инәйем, Һамар өлкәһендәге башҡорт ауылдарынан уҡырға һәләтле балаларҙы йыйып, поезға ултырып, Өфөгә килеп төшәбеҙ ҙә, туп-тура Фатима апайҙарҙың өйөнә барып инә торғайныҡ. Тормош иптәше Абдулла Вәли улы "Ыһ" та тигәне булманы: күмәк Һамар балаларының дәрестәрен тикшерер, "Һамарса бешерәм", тип, табала картуф ҡыҙҙырып ашатыр ине, тип һөйләй торғайны. Мин Өфө нефть техник университетына уҡырға ингәс, Фатима Хәмит ҡыҙы, математика уҡытыусыһы бул, тип күндерҙе. Бына 50 йыл хеҙмәт стажын тултырып, былтыр хаҡлы ялға сыҡтым. Бөгөн беҙҙең менән аралашҡан йәш быуынға башҡорт халҡын данлап йәшәһендәр, тигән наказ бирергә тип шатланып килдем".
Сарала ҡатнашыусыларҙың кеменән һораһаң да, Фатима Хәмит ҡыҙы чиновник булыуҙан бигерәк, оло йөрәкле кеше ине, тигән яуап ишеттек. Был хәтирәләрҙе тыңлаған уҡыусылар күңелендә лә яҡты иҫтәлек һәм ғәм уянмай ҡалмаҫ, моғайын.

Сәриә ҒАРИПОВА.



ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

ФАТИМА ИНӘЙ


Мин уны Фатима инәй, тинем. Аллаһы Тәғәлә әмере менән минең тормош юлымда осраған оло шәхес ул Фатима инәй. Өфөгә килеп уҡый башлауымдан алып, ул Хызыр-Ильяс кеүек ҡурсалаусым булды. Миңә генә түгел, бик күптәргә белем алыр, киләсәктә кеше булыр, халҡыбыҙға хеҙмәт итер, тигән төп өмөтөн бағланы. Атай-әсәйҙән йыраҡта, ҙур ҡалала уҡып йөрөгән йәш кешегә кәңәш тә, ярҙам да, йылы һүҙ ҙә кәрәк. Әгәр ошоларҙы бирер кешең булһа, был - бәхет. Фатима инәй бик күп йәштәрҙең ышаныслы терәге булды.
Студент йылдарымда мин уның йортонда йыш булдым, ҡайсаҡ аҙна һайын барам, оҙаҡ бармайыраҡ йөрөһәм, уңайһыҙ кеүек ине хатта. Бөтә туғандары менән яҡындан аралашып-ҡатышып йәшәнек. Бик күптәр һыйынды һәм һыйҙы ул йортҡа, һәр кемгә яҡты йөҙ, йылы сәй булды. Һәр кем кәңәш йә ярҙам алды, быға иманым камил. Әммә ул миңә ҡарата бигерәк тә иғтибарлы, яғымлы кеүек ине, мине үҙ итеп торҙо. Уның мине айырып яратыуын һиҙә инем, сөнки үҙем уны бик яҡын күрҙем, гел күргем-һөйләшкем килә, һүҙҙәрен тыңлағым килә… Һағынып китәм дә телефондан шылтыратам. Ул өйҙә булһа, йүгерәм…
Башҡортостан телевидениеһында эшләй башлағас, ул мине эҙләп эшемә килде, йөҙөмә текләп ҡарап, кәйефемде, эшемде һорашты. Милли мәктәптәр институтында эшләүе, фән менән шөғөлләнеүе, китабы сығыуы хаҡында һөйләне. Мин кейәүгә сығырға хәл итһәм, уға буласаҡ иптәшемде мотлаҡ күрһәтергә тейеш инем, ысынлап та, бергәләп өйөнә барҙыҡ. Бабайы Абдулла Вәли улы менән бергәләп, минең Артурымды икеһе ике яҡтан уртаға алып ултыртып, оҙаҡ һөйләштеләр, бик ҡәнәғәт ҡалдылар.
Беҙ байтаҡ ваҡыт ятаҡта йәшәнек. Фатима инәйем киске прогулкаға сыға, гел беҙгә килеп етә. Ҡайсаҡ балалар йоҡларға ятҡан була, ул өҫ кейемен сисмәй генә үтеп ултыра ла, шыпырт ҡына һөйләшеп, хәл белешеп, ял итеп сығып китә. Ҡайсаҡ сәй эсәбеҙ. Күстәнәскә гел булка алып килер ине.
Сипайловонан фатир алдыҡ, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Инәйем, такси яллап, бүләктәрен тотоп килеп тә етте. Беҙҙе генә түгел, күптәрҙе шулай хәстәрләп йөрөнө ул. Ниһайәт, үҙ мөйөшө булған һәр башҡорт ғаиләһе өсөн ихлас ҡыуанды.
Фатима инәйем бер заман нисектер беҙҙең Күгәрсен яғына ла барып сыҡты. Мин балалар менән ауылда инем. Ул Мәҡсүт ауылына килгән дә, минең Үрге Һаҙҙа ялда ятҡанымды ишетеп, беҙгә килеп төштө. Эй аптыраныҡ, эй шатландыҡ. Нисек ҡунаҡ итәйек, тип торабыҙ, сөнки яңы килен төшөргәнбеҙ, килен сәйенә бисәләр саҡырғанбыҙ. Инәйебеҙҙе табын түренә ултыртып, килен сәйе үткәрҙек. Ул бик риза булды, беҙҙе ҡат-ҡат ҡотланы, ҡалай матур йоланы тотаһығыҙ, тип маҡтаны. Мин уға тирә-яҡ тәбиғәтте күрһәтергә уйлап, атайымдан ат ектертеп, арбаға ултырышып, әсәйем менән бергә инәйҙе урман яғына алып киттек. Ғәләмәт ҡыҙыҡ, күңелле булғайны.
Фатима инәй тураһында хәтерләһәм, уның иң матур бер холҡон әйтеп китмәй булмай. Инәй аҙ һүҙле, кәрәген генә һөйләй, бер ҡасан да ғәйбәт һөйләмәй, башҡа берәүҙе лә яманламай ҙа, маҡтамай ҙа. Ул һәр нәмәгә үҙенең тормошо, уйҙары, күргән-кисергәне аша ҡарай. Ныҡ сер һаҡлай торған сифаты бар ине. Уның таныштары, дуҫтары күп, әммә әшнәләре, йәғни ваҡ-төйәк хәбәр һөйләшә торған кешеһе юҡ. Ул аралашҡан кешеләре менән бөтә йөрәген биреп, ихлас ҡатнашты.
Бер ҙур ғына кеше уның хаҡында "Сталин кешеһе бит ул", тине. Ысынлап та, йөрәгендә башҡорт халҡына ҡарата оло мөхәббәт һәм изгелек тулы кеше нисек итеп шәхес культы осорон имен сыҡҡандыр… Һәҙиә Дәүләтшина менән Шәрифә Тимерғәлинаны ул гел телгә алды, уларҙы юҡһынды, уларҙы беҙҙең иҫкә төшөрөп торҙо. Һәҙиә апайҙың әсәһенә ярҙам итергә тырышыуы, уны һаман сәйгә саҡырып тороуы, таяныс булыуы бөтә кешегә мәғлүм.
Фатима Хәмит ҡыҙы беҙҙең халыҡтың яҡты киләсәгенә ышанды, туған халҡына ҡарата рәхмәт һәм һөйөү менән йәшәне. Ул башҡорт милләтенән булған уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар һәм нефтселәр менән ғорурланды, улар халыҡ араһынан сыҡҡан, тип ҡабатлай торғайны. Башҡортостандың етәкселәре итеп кешелекле, илһөйәр рухлы, талантлы, интеллигент, уҡымышлы кешеләрҙе күрергә теләне. Башҡортостан халҡының үҙ-ара татыу-тыныс, аңлашып-ярҙамлашып йәшәүендә милли мәктәптәрҙең роле ҙур. Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина ошо хәҡиҡәтте белде, һәр милләт балаһының үҙ туған телендә уҡыуын яҡланы һәм шуға нигеҙ һалыусы булды.
Фатима Хәмит ҡыҙы кешенең һәләттәрен дөрөҫ баһалай һәм йәш кешенең тормошондағы хәл иткес мәлдәрҙе дөрөҫ билдәләй белде. Кеше үҙ ҡулдары, үҙ йөрәге һәм белеме менән яҙмышын ҡора ала, тип ышанды ул. Һәр кем ваҡытын бушҡа әрәм итмәйенсә, ныҡышмалы рәүештә үҙенең хыялын тормошҡа ашырырға, маҡсатына ирешергә тейеш, тип ҡабатларға яратты. Ул үҙен "тарихи ғәрәсәттәрҙә бер мөғжизә менән генә иҫән ҡалған башҡорт халҡының вәкиле" тип һананы. Инәй 1993 йылда үҙенең һикһән йәшен ил менән бергә байрам итеп, Ил инәһе дәрәжәһен алып, оло рәхмәт һәм ихтирам күреп шатланды. Был сараны Башҡортостан, Ырымбур, Һамар башҡорттары гөрләп үткәрҙе, ул осорҙа ил башлығы, Юғары Совет Президиумы рәйесе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Фатима инәйҙе тәбрикләп сығыш яһаны. Һеҙ халҡыбыҙ өсөн күпме яҡшылыҡ эшләнегеҙ, беҙ һеҙҙе ризалата алырбыҙмы икән, тине.
Фатима инәйҙең тыуыуына туҡһан йыл булған көндәрҙә Республика мәғарифын үҫтереү тарихы музейында Хәтер кисәһе ойошторҙоҡ. Нурмөхәмәт хәҙрәт уның тураһында иҫ киткес фәһемле вәғәз һөйләне, инәйҙең яҡты рухына аят бағышланы. Уның тураһында телефильм төшөрә башлағас, һәр кем йылы һүҙен әйтергә ашыҡты. Зәйнәб Биишева, Зәкәриә Аҡназаров, Мостай Кәрим, Рамазан Өмөтбаев һәм башҡа шәхестәребеҙ Фатима инәй менән бер заманда бергә янып, бергә еңеп йәшәгәне өсөн ғорурлана, уға һоҡлана булып сыҡты! Шунан һуң инәй тураһында иҫтәлектәр йыйынтығы туплай башланым. Бигерәк тә уның менән бергә эшләгән кешеләр шатланып риза булды - уның рухташтары, арҡаҙаштары һаман да тоғро, һаман да бергә! Салауат батыр хаҡында йырҙа шундай юлдар бар: "Иҫ китерлек эштәр эшләнек беҙ - Салауат тигән иргә таянып!" Фатима инәйҙең арҡаҙаштары - замандаштары, коллегалары, уҡыусылары ла шулай: "Беҙ Фатима Мостафина дәүере кешеләре булдыҡ - ил өсөн, халыҡ өсөн ең һыҙғанып эшләнек!" - тиҙәр.
Фатима инәйҙең ҡәбере Өфөнөң мосолман зыяратында. Унда ҡара мәрмәргә шундай һүҙҙәр сүкелгән: "Әсәнән ҡыҙ тыуһам да, ирҙәй батыр булдым мин…" Башҡорт халҡының "Аҡбуҙат" эпосында Һомай ҡыҙҙың әйткәне Фатима инәйгә ҡайһылай тура килә!..
Һамар өлкәһенә ингән икһеҙ-сикһеҙ ҡылғанлы далалар, убалар-йырындар аша борғоланып аҡҡан Ырғыҙ йылғаһы буйында, Оло Башҡортостан биләмәләрендә, башҡорт халҡының данлы-шанлы бөрйән, үҫәргән ырыуы халҡы төпләнгән. Һамар башҡорттары һәр дәүерҙә башҡорт иленән айырылмай йәшәргә тырыша. Ихтилалдар, ауыр һалымдар, әрме бурысы менән сырмалып-миктәп йәшәгән башҡорт халҡының үҙ дәүләтен булдырыу, телен, ерен һаҡлау маҡсаты бөтә ырыуҙары өсөн бер була. Октябрь революцияһынан һуң Һамар башҡорттары Башҡортостанға ынтыла - ил күргәнде күрергә, илгә таянып йәшәргә теләй.
Фатима Хәмит ҡыҙы менән һөйләшкән саҡта ла ул үҙенең төп йәшәү маҡсатын бер ҡасан да йәшермәй, асыҡ итеп әйтеп ҡуя торғайны: "Үҙеңдең халҡың өсөн, илең өсөн файҙалы кеше бул! Быға ирешер өсөн белемле, ҡыйыу, аҡыллы, үткер, тырыш бул!" Фатима инәйҙе Аллаһы тәғәлә башҡорт халҡына мәғрифәтсе итеп яратҡан, шуның өсөн йәшәткән, шуның өсөн йәне йәннәттә булһын!

Сәрүәр СУРИНА,
драматург.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.19 | Ҡаралған: 1049

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru