«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛГӘ МӨНӘСӘБӘТ ОШО БӘЙГЕЛӘ ЛӘ ҺЫНАЛА
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡалала мәктәп уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтеүе яңы йылдың тәүге һәм иң мөһим сараларының береһе булды. Унда быйыл Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән һәм Башҡортостандың төрлө төбәктәренән өс йөҙҙән ашыу 8-11 синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусылар, ғәҙәттәгесә, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында осрашты. Улар өс өлөштән торған олимпиада һынауҙарын үтеп, еңеүсе һәм призерҙар исемлеген тулыландырҙы. БР Мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәре ярышта үҙ көсөн һынарға теләгән башҡорт телен туған теле һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балаларҙың һаны артыуына ҡыуанысын белдерҙе. Ысынлап та, был сарала балаларҙың үҙҙәре йәшәгән мөхитте башҡорт теле аша танып белеүен, тыуған ил һәм халыҡ киләсәгенә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә мөнәсәбәте асыҡ күренде. Ҡатнашыусыларҙың тап ошондай мөнәсәбәтен, һөйләш телмәренең камиллығын, фекер йөрөтөү ҡеүәһен һынау өсөн был юлы ойоштороусылар сараның өсөнсө этабына үҙгәрештәр индергән. Быға тиклем дә ярыш талаптары үҙгәртелә килгәйне, алдағы йылдарҙа бирелгән темаға шиғырҙар һөйләргә лә, яҙма эш башҡарырға ла тәҡдим ителгәне булды. Ә быйыл уҡыусыларға бөтөнләй яңыса эшләргә тәҡдим ителде. Мәҫәлән, ике конкурсантҡа баһалама комиссияһы ағзалары алдында билдәле бер темаға әңгәмә ҡороу бурысы йөкмәтелде.
- Беҙгә "Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул", тигән мәҡәл төп фекер алышыу темаһы итеп бирелде. Төрлө райондарҙан килгән тиҫтерҙәрем менән икешәр-икешәр ултырып, ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһе тураһында әңгәмәләштек. Беҙ туған тел, ил, милләт, сәйәхәт итеү һәм сит илгә йәшәргә күсеү мәсьәләләрен күтәрҙек, - ти Баймаҡ районы Ҡолсора урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Нәфисә Мостафина. Әйткәндәй, был ҡыҙ олимпиаданың төп еңеүсеһе тип табылды һәм уға бөтә еңеүселәр, призерҙар исеменән сығыш яһау форсаты тейҙе. Нәфисәнең туған телендә шартлатып һөйләшеүен ишеткән баһалама ағзаларының киләсәк быуынға ышанысы артып, йөрәктәренә йылы йүгергәндер, моғайын. Ә бына тиҫтерҙәре, һис шикһеҙ, унан өлгө алып ултырҙы.
Әйткәндәй, Баймаҡ районы, һәр ваҡыттағыса, өлгө күрһәтерлек һөҙөмтәләргә өлгәште: башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһына килгән ун ике уҡыусының дүртәүһе - еңеүсе, етәүһе призер грамотаһын алды. Шулай уҡ башҡорт милли мәктәптәре уҡыусылары араһында М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, Ейәнсура районы Абҙан ауылы урта мәктәбе, Ишембай районының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты, Баймаҡ районы Ҡолсора урта мәктәбе, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡыусылары беренсе урынға сыҡты. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған дөйөм белем биреү учреждениелары араһында Республика инженер лицей-интернаты, Мәләүез ҡалаһының 1-се гимназияһы, Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылы урта мәктәбе, Баймаҡ ҡалаһының 4-се һанлы лицейы, Хәйбулла районының Татыр Үҙәк ауылы урта мәктәбе уҡыусылары юғары баһаланды. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында Баймаҡ районы Түбә урта мәктәбе, Миәкә ауылының 2-се урта мәктәбе, Баҡалы ауылының 1-се урта мәктәбе маҡтап телгә алынды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Дәүләт органдарының да, йәмәғәт ойошмаларының да, мәктәптәрҙең һәм уҡытыусыларҙың да, әлбиттә, ата-әсәләрҙең дә ынтылышы бер: үҙ туған телендә аралашҡан, милли үҙаңын һаҡлаған һәм республикабыҙ, илебеҙ өсөн илһөйәр, телһөйәр шәхестәр тәрбиәләү", - тигәйне БР Мәғариф министрлығының Милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеү һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Розалия Сафиуллина. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада ошо ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүҙең бер күрһәткесе булыуын күп тапҡыр дәлилләне инде.

Камилә ҒӘЛИЕВА.
Һүрәттә: Гүзәлиә Төлкөбаева, Азалия Камалетдинова, Ғәлиә Шәйәхмәтова, Нәфисә Мостафина.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.19 | Ҡаралған: 648

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru