«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠУҢЫР БУҒА" ЮЛЫНДА ИЖАДСЫЛАР БЕРЛӘШӘ
+  - 

Ҡурташ, Ямантау, Ирәмәл, Рәз, Ҡағыташ... Яңғырауыҡлы исеме тауҙарҙан ҡайтауаз булып ҡаҡлыҡҡан, үткән юлында йәйғорҙоң бар төҫтәрен сағылдырған "Ҡуңыр буға" Ҡырҡты һырттарын артылып, Уралтау менән Көньяҡ Ҡыраҡа киҫешкән армытҡа яҡынланы. Донъя иңләп, деүләп килә, тип әйтеүем.

Йөрьәт итеп, әҙәби ойошмаға "Ҡуңыр буға" тигән сағыу исем һайлауҙары башта бер аҙ сәйер тойолғайны. Аныҡ, эҙмә-эҙлекле эштәре, виртуаль донъяла улар тураһында фотоотчет бирелә барылыуы ваҡыт үтеү менән был төбәк йәмәғәт ойошмаһының әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһен берҙәй берләштереүсе үҙәк икәнен күрһәтте. Ойошма ағзаларының ижад лабораторияһы майҙаны киңәйә бара һәм майҙан тотоусылар (мәктәп уҡыусыһынан хаҡлы ялдағыларғаса) үҙҙәрен төрлө ракурста һынап ҡарай. Һәм был бихисап эштәр фәнни-ғәмәли конференция, ижад һәм хәтер кисәләре, әҙәби ултырыштар, Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү конкурсы, әҙәби премиялар лауреаттарын билдәләү саралары аша сағылыш таба. Йылдың-йылы уҡыусылар араһында ла бәйгеләр үткәрелеп, әҫәрҙәрҙең иң-иңдәре балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды тарафынан баҫтырылған "Өлкәр" йыйынтығында донъя күрә.
Былтырғы йыл аҙағында "Өлкәр" һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды, "Ҡуңыр буға" ойошмаһы менән берлектә, Шәғәли Шаҡмандың 500 йыллығын иҫкә алыу һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы әҙәби конкурс үткәрҙе. Ҡатнашыусылар географияһының сит өлкәләргәсә һуҙылыуы конкурсты мәртәбәле итте. Баһалама комиссияһы бәйгегә килгән 30 эш араһынан поэзия һәм проза номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләп, Учалы филармонияһында ойошторолған кисәлә тәбрикләне һәм аҡсалата премия тапшырҙы.
Поэзия өлкәһендә:
I урын - Әбйәлил районынан Айһылыу Хәсәноваға,
II урын - Белорет районынан Әнисә Аҫылғужинаға һәм Әбйәлил районынан Әнисә Мәхийәноваға,
III урын - Әбйәлил районынан Илсиә Ҡасимоваға, Учалы районынан Рәмзилә Кәлимоваға, Бөрйән районынан Айгөл Сөләймәноваға бирелде.
Проза өлкәһендә:
I урын - Бөрйән районынан Миңнур Ҡасимоваға,
II урын - Яр Саллы ҡалаһынан (Татарстан Республикаһы) Мәүлиҙә Әхмәтйәноваға һәм Әбйәлил районынан Радик Өмөтҡужинға,
III урын - Баймаҡ ҡалаһынан Борис Хәйретдиновҡа, Бөрйән районынан Ҡәҙриә Ҡасимоваға һәм Белорет ҡалаһынан Светлана Ғиләжеваға тапшырылды.
Тәбрикләү тигәндән. Ентекле анализ, тәнҡиткә лә урын булды әҙәби ултырышта. Ойошма етәксеһе Мәүлит Кәримов әйткәнсә, кемдер положение менән ныҡлап танышып та тормай, һуңлаған поездың ҡуҙғалған ваҡытында эш ебәрә. Ә шулай ҙа... Күңелдә баҙлаған осҡондо сағыу итеп балҡытыр көс бар был ойошмала. "Бөгөн дәүләт тарафынан да, бизнес тарафынан да ижад кешеләренә иғтибар кәмегән заманда "Ҡуңыр буға" ойошмаһы, Башҡортостандың аҫыл Мәүлиттәре баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡара. Ихлас рәхмәт һеҙгә. Изге кешеләр һеҙ барығыҙ ҙа. Шундай ауыр заманда ла яҙыусыларыбыҙҙы, йәштәрҙе ҡыуандырыр саралар үткәрә алыуығыҙ һәр саҡ һоҡландыра. "Ҡуңыр буға" оҙаҡ-оҙаҡ йылдар йәшәһен!"- тип яҙа интернет селтәрендә йәш шағир Алмас Шаммасов.
Ысынлап та, "Ҡуңыр буға" төбәктәге күңелендә ижад ҡомары булғандарҙы туплаусы, үҙ көсөнә инандырыусы бер мөғжизәле үҙәк ул. Ә ойошманы бар итеп, йәшәү көсө биреп тороусыларҙың береһе - ул танылған яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов. Уның әленән-әле: "Һинең был донъялағы дәрәжәң үҙең киткәс тә онотолор. Яҙғандарың - кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ булһын. Ҡулығыҙҙа ҡәләм тотор көс барҙа, ялҡауланмай эшләгеҙ. Яҙыуға иғтибарлы булығыҙ. Әле яҙа торған сағығыҙ", - тигән һүҙҙәре менән дәртләндереп, илһамландырып тороуы күптәрҙе ошо үҙәк тирәләй тупланыуға әйҙәй ҙә инде.

Миңнур ҠАСИМОВА.
Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.19 | Ҡаралған: 580

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru