«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫУСЫЛАРЫБЫҘҒА БЕҘ КӘРӘКБЕҘ!
+  - 



Республика баҫмалары үҙҙәренең 100 йыллыҡ тарихы менән ғорурланһа, Башҡортостандың баш ҡалаһының да баҫма матбуғаты менән маһайырлығы бар - бынан ярты быуат элек Өфөлә беренсе киске гәзит сыға башлай. Ошо осорҙа яңынан-яңы баҫмалар, башҡа киң мәғлүмәт саралары барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, "Вечерняя Уфа" бөгөн дә баш ҡала халҡы менән ҡала хакимиәтен, ҡала Советын бәйләүсе төп баҫма, төп трибуна булып ҡала. Алтын осорона аяҡ баҫҡан гәзиттең баш мөхәррире Вячеслав ГОЛОВ менән мәлдән файҙаланып, тарих төпкөлөнән бөгөнгәсә хәтер ебен һүтеп кенә ҡалманыҡ, дөйөм журналистика тармағына, уның проблемаларына ла байҡау яһаныҡ.

Вячеслав Николаевич, гәзитегеҙҙең алтын юбилейы уңайынан бер аҙ тарих биттәрен аҡтарып алайыҡ, булмаһа. Баҫма ниндәй маҡсаттан асыла һәм ошо йылдар эсендә ул үҙен аҡланымы?

- Ул ваҡытта өс ҙур республика гәзите - "Совет Башҡортостаны", "Советская Башкирия", "Кызыл таң" сыға ине. Улар барыһы ла иртәнге баҫмалар. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында илебеҙҙә киске гәзиттәр ойошторола башлай һәм улар Союз буйынса өс тиҫтә самаһы була. 1968 йылдың 8 октябрендә Мәскәүҙә КПСС Үҙәк комитеты ҡарары менән "Вечерняя Уфа" гәзитен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Тәүге мөхәррир Йәүҙәт Хөсәйеновҡа коллектив туплау бурысы ҡуйыла. 1969 йылдың 1 ғинуарында уның беренсе һаны донъя күрә. Ул саҡтағы "Ленинец" гәзитенең көслө журналистары Венера Ҡарамышева, Юрий Федорович Дерфель, Лиля Перцева һ.б. "Вечерняя Уфа" гәзитенә күсеп эшләй башлай. Яңы баҫманы ҡала халҡы үҙ итә, уның уҡыусылары ла йылдан-йыл арта, хатта тиражы 150 меңгә еткән ваҡыттар ҙа була.
Киске гәзиттәрҙең, иртәнге гәзиттәрҙән айырмалы, маҡсаты шунда: мәҫәлән, хәбәрсе иртән ниндәйҙер сараға бара, фотоға төшөрә, яҙа, шул мәғлүмәт сәғәт икенсе яртыла баҫылып сыға. Икенән һуң ул киоскыларҙа, почта йәшниктәрендә ята. Халыҡ уларҙы алып, эштән ҡайтып, иркенләп уҡый, йәғни киске гәзит - ул тыныс, ғаилә мөхитендә уҡыуға тәғәйенләнгән.
Булды инде заманалар, ул саҡтарҙа типографияларҙа ҡурғаш формаларҙа хәреф ҡойоп, ут һүнеп китһә, наборщицалар хәрефтәрҙе бөртөкләп йыйып, фотоларҙы ла махсус формаларҙа эшләп, гәзит баҫтыра торғайнылар. Хәҙер 70-се йылдарҙағы "Вечерка"ларҙы ҡарайым - фотоларҙағы кешеләрҙе танып булмай. Сифаты бик түбән, рәссам фотоларға ретушь эшләй, һуңынан улар ҡурғаш пластинкаларға ҡойола. Интернет булмаһа ла, был эштәр заманына күрә бик оператив башҡарыла торғайны. Бөгөнгө менән сағыштырһаҡ, әлбиттә, хәҙер баҫма матбуғаттың сифаты күпкә яҡшы. Элекке гәзиттәрҙең сифаты түбән булыуға ҡарамаҫтан, яҙылыусылар ҙа күп булды, булған гәзиттәрҙе лә ҡыуана-ҡыуана уҡыныҡ бит. Бының менән нимә әйткем килә: тимәк, халыҡтың мәғлүмәткә ихтыяжы ныҡ ҙур булған.

Кеше булған һайын яҡшыраҡҡа ынтыла, бөгөн мәғлүмәт баҙарында ла һайлап алыу мөмкинлеге бар һәм тиҙ ағышлы заманда кеше интернетҡа, телевизор-радиоға өҫтөнлөк бирә, ә баҫма матбуғатҡа яҙылыусылар йылдан-йыл кәмей бара... Бының сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ?

- Беренсеһе, ысынлап та, мәғлүмәт баҙарына интернеттың килеп инеүе - бөтөн яңылыҡ секунд эсендә тарала һәм ул һәр саҡ яңырып тора. Әгәр гәзит бушлай таратылһа йәки лимитһыҙ интернет кеүек айына ҙур булмаған билдәле сумма түләнең дә, шуға барлыҡ баҫма матбуғат алдырыу мөмкинлеге булһа, бөтөнләй икенсе күренеш булыр ине. Хәҙер бит кешенең һәр тин аҡсаһы иҫәптә. Әммә халыҡ гәзит уҡый. Мәҫәлән, яңыраҡ шундай мәғлүмәт ишетеп аптыраным: Өфөлә ҡайһы бер йорттарҙа бер подъезда йәшәүсе ололар йыйылышып, бер гәзит яҙҙыралар ҙа, шуны ҡулдан-ҡулға тапшырып уҡыйҙар. Шуға күрә, тиражыбыҙ әҙ, әммә уҡыусыларыбыҙ һаман да күп, тип әйтергә мөмкин. Бары тик улар яҙылыуҙың, гәзит уҡыуҙың үҙенә ҡулай ысулын тапҡан.
Шулай уҡ уҡыусының иғтибарын йәлеп итеү өсөн гәзит икенсе төрлө булырға, үҙгәрергә тейеш. Элек баҫма матбуғат мәғлүмәт тапшырыу сараһы булһа, хәҙер журналистарыма, мәғлүмәт артынан ҡыумағыҙ, беҙ электрон мәғлүмәт сараларын барыбер бер ваҡытта ла уҙып китә алмаясаҡбыҙ, тием. Уйлап ҡарағыҙ: беҙ кисә, элекке көн булған мәғлүмәтте бирәбеҙ, улар гәзиттә баҫылып, уҡыусыға барып еткәнсе иҫкерә. Шуға күрә гәзиттәр, башҡа мәғлүмәт сығанағынан айырмалы, фекерле мәҡәлә тәҡдим итергә тейеш. Мәҫәлән, ниндәйҙер хәл-ваҡиға йәки сара булды икән, ти. Уны "барҙым-күрҙем-яҙҙым" тип кенә түгел, ә ошо ваҡиғаға ҡарашыңды, фекереңде белдереп, анализлап тәҡдим итергә кәрәк. Уҡыусы уға күҙ йүгертеп кенә сыҡмаһын, ә һеҙҙең фекерегеҙҙе уҡып, үҙенең фекере тыуһын, килешмәһен, бәхәсләшһен йәки хуплаһын. Бөгөн мәҡәләләрҙә күберәк аналитика булырға тейеш.
Бер нисә йыл элек гәзиттәр өсөн, бөтәләр, ябылалар инде, тигән хәүефләнеү булғайны. Шунан көнбайыш менән сағыштырып ҡараным. Улар бит беҙҙе күптән артта ҡалдырған. Интернет беҙҙең тормошобоҙға килеп инеүгә өс тиҫтә йыл самаһы ғына, ә уларҙа ул уҙған быуаттың 1959 йылында уҡ була. Ул ваҡытта беҙ компьютерҙың "к" хәрефен дә ишетмәгәнбеҙ әле. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн көнбайышта ҡалын-ҡалын гәзиттәр сыға. Улар заман талабына яраҡлашҡан - күберәк анализ, өҫтәмә мәғлүмәт, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, әҫәрҙәр тәҡдим итәләр, интернет булғанда ла, баҫма матбуғат үҙ урынын тапҡан.
Әлбиттә, журналистика интернетҡа күсеп, сайттар, гәзиттәрҙең электрон варианттары ғына ҡалһа, бик үкенесле буласаҡ. Сөнки унда ҡуйылған материалдарҙы бер кем дә тикшермәй, мәғлүмәттәрҙең һаны артынан ҡыуып, сифат юғала. Ә бит журналистика - ул әҙәби хеҙмәт. Тимәк, уның теле матур, һутлы, бай булырға тейеш. Беҙ гәзиттә матур тел менән яҙырға тырышабыҙ, һөйләмдәрҙең төҙөлөшөнә иғтибар итәбеҙ. Шуға гәзит кешеләргә бөгөн бигерәк тә ныҡ кәрәк, һәм ҡасан да булһа, көнбайыш кеүек, ҡабат баҫма матбуғаттың да баһаһы күтәрелеренә ышанам.

Йәмғиәттә һәр ваҡыт күсәгилешлек принцибы булырға һәм һаҡланырға тейеш. Бөгөн, дөрөҫөн әйткәндә, гәзиттәрҙе күпселек осраҡта оло йәштәгеләр яҙҙыра һәм уҡый. Уларға алмашҡа йәштәрҙе - киләсәктә баҫма матбуғатты уҡыясаҡ потенциалды ла үҫтерергә кәрәк. Был йүнәлештә нимәләр эшләйһегеҙ?

- Йәштәр ауыр мәсьәлә инде ул... Улар гәзит уҡырмы, юҡмы - белмәйем. Үҙемдең өлкән улыма 18 йәш, ҡулына баҫма матбуғатты тотоп та ҡарамай. Уның бәҫен дә, баһаһын да аңламай. Беҙҙең быуында, беҙҙән һуң килгән быуында эштән һуң ҡулға гәзит тотоп ултырыу йәки ятып, ял итеп, бер мәҡәләне ҡабат-ҡабат уҡыу ғәҙәте бар, йәштәрҙә ул юҡ. Хәйер, элек халыҡтың, шул иҫәптән балаларҙың да, һайлау мөмкинлеге ул тиклем күп түгел ине: гәзит-китап-кино-театр. Бөгөн бит йәнең нимә теләй, барыһы ла бар - аҡсаң ғына булһын да, ваҡытың ғына етһен. Шуға, әлбиттә, уҡыусыларыбыҙҙы бәләкәйҙән нисек тәрбиәләргә тейешлегебеҙҙе уйларға, анализларға кәрәк. Әле йорт хайуандары тураһында яҙабыҙ, төрлө әкиәттәр баҫтырабыҙ, әммә, мәҫәлән, "Кызыл таң" кеүек, айырым сығарылыш эшләгәнебеҙ юҡ. Эшләргә мөмкин, әммә штат бәләкәй, хеҙмәткәрҙәр әҙ, уларҙы ҡайһы яҡҡа тартҡыларға белмәйһең.

Ошо 50 йыл эсендә гәзитте халыҡ араһында популярлаштырыуға күп көс һалған ниндәй журналистарҙы бөгөн хөрмәт менән иҫкә алыр, атап үтер инегеҙ...

- Бик ҡыйын һорау. Береһен атап, кемделер онотоп ҡалдырыуҙан ҡурҡам, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы ошо арауыҡта гәзиттең барлыҡҡа килеүенә, үҫешенә өлөш индергән. Мәҫәлән, мин эшкә килгәндә Юрий Дерфель спорт бүлеге мөдире ине. Бик көслө журналист. Яҙыуы буйынса ғына әйтмәйем, ул бик күп спорт сараларын ойоштороусы ла булды. Өфөлә хатта "Вечерняя Уфа" гәзите ойошторған мотоуҙыштар үтте. 1982 йылда Дерфель "Уфимский день оранжевого мяча" - баскетбол байрамын ойошторҙо. Уны һаман да уҙғарабыҙ.
Алла Докучаева - журналист ҡына түгел, бик көслө яҙыусы ла. Хаттар бүлеге мөдире Лилия Перцева заманында "Йәш репортер мәктәбе"н ойошторҙо. Мәктәп уҡыусылары килеп, әллә 30-50 кеше бер бүлмәлә тығылып уҡыйҙар ине. Фәрит Шәрипов, Радик Абдуллин, Юрий Коваль, Венера Ҡарамышева, Әмир Вәлитов... Һәр ҡайһыһы тураһында оҙон-оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Хәҙергеләрҙән минең беренсе урынбаҫарым, мәҙәниәт буйынса көслө журналист, абруйлы шәхес Илүзә Капкаеваны, Сергей Осадчийҙы, Рәшит Әйүповты, Татьяна Барабашты атап үтер инем.
Шуға ҡыуанам - Арина Астафьева кеүек көслө йәштәрем бар. ЖКХ түләүҙәре буйынса мин һаман да буталанам, төшөнөп кенә бөтөүгә икенсе үҙгәреш, шунан тағы... Арина квитанциялар буйынса барыһын асыҡлап, матур итеп яҙып, халыҡҡа аңлата ала. Шунан халыҡ дәғүәһе менән килһә, уларға ярҙам итеп, унда-бында йөрөй. Был халыҡ өсөн бик кәрәкле эш.

Элек киң мәғлүмәт сараларын дүртенсе власть тип әйтә инек, яйлап уның йоғонтоһо бөттө, тик атамаһы барыбер тороп ҡалды. Ни өсөн бөгөн дүртенсе властың абруйы юҡ?

- Бында журналистарҙы йәки халыҡты ғәйепләп булмай. Әгәр властар журналистиканы ихтирам итһә, уны ысынлап та дүртенсе, йәғни үҙҙәре менән тиң власть итеп күрһә, хәл-торош башҡасараҡ булыр ине. Ә бөгөн бит журналистар властар менән йәнәш тормай, уларҙың артынан йүгереп, ҡайҙа нимә булғанын яҡтыртыусы хеҙмәтселәр рәүешендә. "Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер" тигән матур бер мәҡәл бар халҡыбыҙҙа, йәғни изгелекте сауап алыр өсөн эшләйҙәр, ә халыҡҡа күрһәтер өсөн түгел. Бөгөн, киреһенсә, ябай ғына, вазифаһы буйынса былай ҙа эшләргә тейешле эште бөтөн донъяға яр һалып башҡаралар, бөтөн киң мәғлүмәт саралары уны яҡтыртырға тейеш. Хатта барлыҡ кәңәшмәләргә, ултырыштарға саҡырып йөҙәтәләр. Балалар йорттарына барып, ниндәйҙер сара үткәрһәләр, һүҙ ҙә юҡ, матур күренеш булыр ине. Күпме эшләп, ундай хәлде күргән юҡ - көнөнә әллә нисәмә саҡырыу төшә, һәр ҡайһыһын яҡтыртырға кәрәк. Хатта совет осоронда ла нимә яҙырға икәнен үҙебеҙ хәл итә инек. Бик ҡаты замандар булһа ла, беҙгә аҙым һайын күрһәтмә бирелмәне. Саҡыртып тетмәкәйҙе тетә инеләр, әлбиттә, унһыҙ ҙа булмай...

Шул уҡ ваҡытта журналист юҡтан кәнфит яһарға, йәғни юҡтан да файҙалы мәғлүмәт таба белергә тейеш бит. Йәғни, әйтеп китеүебеҙсә, уйландырыр өсөн үҙ фекерен белдерергә, ниндәйҙер урында анализ эшләргә...

- Килешәм, теләһә ниндәй сараны матур, ҡыҙыҡ итеп яҙырға, күңелһеҙ сараларҙан, матбуғат конференцияларынан, отчеттарҙан да аналитик материал эшләргә мөмкин. Үҙем барлыҡ кешенең телендә булған темаларҙы түгел, күңелһеҙ тойолған темаларҙы яратам. Журналист уны үҙе асырға, халыҡҡа ҡыҙыҡлы итеп кенә түгел, файҙалы итеп еткерергә тейеш. Әммә... Бөгөн тармаҡтағы бөтөн проблемалар бер йомғаҡҡа барып тоташа: темалар күп, талап ҙур, ләкин штатта журналистар әҙ һәм булғандарының һәр тема өҫтөндә уйланып, анализлап, фекер төйнәп яҙып ултырырға ваҡыты ла, физик мөмкинлеге лә етмәй. Әгәр коллективта 100 журналист эшләһә, улар бөтөн ергә лә өлгөрөр, тематика ла төрләнер һәм, иң мөһиме - журналистың уйланырға ваҡыты булыр ине.

Бөгөнгө көслө дәғүәселек заманында гәзит ниндәй булырға тейеш?

- Уҡыусы, яҙылыусы ундағы мәҡәләләрҙе ҡайсы менән ҡырҡып алып һаҡларға тырышырға, йәғни гәзит уҡыусы өсөн файҙалы булырға тейеш. Әллә ниндәй хис-тойғоларығыҙ, тарихығыҙ кәрәкмәй, уның файҙаһы булһын: квитанция килде, ҡайҙа түләргә тейешлеген, ҡайҙа алдау ихтималлығы булыуын, һорауҙарҙы асыҡлау өсөн кемгә мөрәжәғәт итергә мөмкин - шул һорауҙарға яуаптар тапһын ул. Спорт тураһында мәҡәлә сыҡтымы, календарен бир. Хоккей икән, команданың ҡайҙа уйнағанын гәзит уҡыусы белеп торһон, башҡа төр икән - шул төрҙөң календарын ҡуй. Шуға гәзиттә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, иҡтисад, финанс темалары мотлаҡ булырға тейеш. Бығаса беҙҙә иҡтисад бите юҡ ине, хәҙер ойошторҙоҡ. Хаҡтар, аҡса ҡайҙа китә, аҙыҡ-түлек хаҡы һәм башҡа үҙенә мөнәсәбәте булған тема ҡыҙыҡлы уҡыусыға. Мәҫәлән, журналист йәрминкәгә бара икән, уның "Эх, тәмле бал-май, ит, йәшелсә емеш һаталар, көн матур, матур көйҙәр яңғырай, халыҡ күп һ.б." тип яҙыуы гәзит алдырыусыға кәрәкме? Киреһенсә, быйыл бал әҙерәк ҡиммәтләндеме, сәбәптәрен асыҡла, бер-ике айҙан уның хаҡы күпме буласаҡ, сифатлы балды нисек билдәләргә, бер райондың балы икенсеһенән нимәһе менән айырыла - ошо турала күберәк мәғлүмәт бир. Бына ошо ҡыҙыҡ уҡыусыға һәм файҙалы ла. Ә хәҙер күбеһенсә һүҙҙәр теҙмәһе бар - файҙалы мәғлүмәт юҡ. Тағы ла... Минең өсөн изге өс тема бар: балалар, ололар, инвалидтар. Властың барлыҡ тармаҡтары яғынан да ошо категория граждандарға нығыраҡ иғтибар булһын ине. Шуға, ҡарттар янына барырғамы йәки берәй икенсе сарағамы, тигән һайлау торһа, мин журналистарҙы ололар эргәһенә ебәрәм.

Ошо эшләгән йылдарығыҙҙа иң үкенгән һәм иң ҡыуанған, ғүмерлеккә хәтерегеҙҙә уйылып ҡалған ваҡиғаларығыҙҙы иҫләйһегеҙме?

- Иң үкенеслеһе - ҡасандыр бергә эшләгән, белгән, аралашҡан коллегаларыңдың яҡты донъянын китеүе. Һәр юғалтыуҙан күңелдә яра ҡала, йөрәк һыҡрай. Ә инде ҡыуаныстарға килгәндә... Бынан 10 йыл элек гәзит ойошторолоуҙың 40 йыллығын үткәргәндә баҫманы нисек яратыуҙарын күреп ҡыуандым. Ҡала мәҙәниәт һарайында ҙур байрам үткәрҙек, артистар саҡырҙыҡ. Билдәле, абруйлы сәнғәт эшмәкәрҙәре килде, хатта милли симфоник оркестр сығыш яһаны - береһе лә "Миңә түләйһегеҙме?" тип ауыҙ асманы. "Гәзитте яратабыҙ, һеҙ саҡырығыҙ ғына", тип торалар. Ул тамашасы күп килгәйне, зал тулы халыҡ булды. Гәзитебеҙҙең дуҫтары күп, шуныһы ҡыуандырҙы.
Тағы журналист өсөн нимәһе ҡыуаныслы: мәҡәлә яҙып, уҡыусыларҙан рәхмәт һүҙе ишетһәң - шул инде иң оло баһа!
Ҡайһы берҙә журналисҡа психотерапевт та булырға тура килә. Редакциянан кеше өҙөлмәй. Мәҫәлән, берәй әбей килә лә, баш мөхәррирҙе һорай. Индерәм, ултыртам, ул барлыҡ ғүмерен һөйләп бирә. "Апай, ниндәй проблема буйынса килдегеҙ?" - тип һораһаң: "Эй, хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй инде. Һөйләшергә кешем юҡ бит", - ти. Шуның кеүек, кешеләргә нисек булһа ла ярҙамың тейһә лә ҡыуаныс кисерәһең.
Журналист - ул ҡыҙыҡ профессия, хатта үҙең өсөн яңынан-яңы асыштар яһайһың. Бына, мәҫәлән, Өфөгә Валерий Леонтьев килде. Мин уны бөтөнләй яратмай инем: сәхнәлә үҙен тотошон да, кейемдәрен дә. Осрашып, гримеркаһында ике сәғәт һөйләшеп ултырҙыҡ. Шул тиклем аҡыллы, тәрән белемле, грамоталы, зирәк кеше - һушым китте. Телевизор аша уның аҡылы күренмәй бит. Шуныһы ла журналист уңышы, бәхете бит - күптәр яратҡан, билдәле артист менән һөйләшеп, ҙур, матур, уҡымлы әңгәмә баҫтырыу.
Тағы 1993 йылда тажик-афған сигендә ҙур низағ булып, шунда Башҡортостандың Һалдат әсәләре комитеты рәйесе Владимир Симарчук менән гуманитар ярҙам алып барып, бер ай йөрөп ҡайтыуыбыҙ, ҡамауға эләгеүебеҙ, бер аҙнаға "хәбәрһеҙ юғалыуыбыҙ" хәтерҙә ҡалған...

Һеҙ совет осоронда ла, үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында ла, яңы технологиялар заманында ла матбуғат өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, бөгөнгө көн журналисын нисек итеп һүрәтләр инегеҙ. Ул ниндәй булырға тейеш?

- Ниндәй генә замандар булғанда ла, журналист өсөн иң мөһиме - намыҫлылыҡ, әҙәплелек. Бына ни өсөн бөгөн журналистиканың абруйы төштө, сөнки журналистар сенсация, әшәкелек артынан ҡыуа башланы, йәғни, сифатһыҙ, "һары", башҡортса әйткәндә, ғәйбәт журналистикаһы барлыҡҡа килде. Шуға күрә кешелек йәһәтенән дә, һөнәри яҡтан да журналист намыҫлы, әҙәпле булырға тейеш.
Бер ваҡыт шулай ҡала Советында кәңәшмә бара. Президиумда ул ваҡыттағы мэр Павел Качкаев менән ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин ултыра. Мин сығыш яһайым, һәр ваҡыттағыса, аҡса һорайым. Улар миңә, тиражығыҙҙы арттырығыҙ, ти. "Беҙ галстуклы баҫма. Шуға күрә уҡыусыларыбыҙ СПИД-инфо кеүек күп түгел. Теләйһегеҙме, бер көн эсендә редакция эшмәкәрлегенең маҡсатын үҙгәртәм. Киоскыларҙа талашып аласаҡтар, тираж 10 тапҡырға артасаҡ. Әммә ул галстуклы ҡала гәзите булмаясаҡ. Һеҙгә шундай гәзит кәрәкме?" - тием. Икеһе лә көлдө. Галстуклы гәзит булып, әхлаҡһыҙ мәҡәләләр баҫтырмай, йөҙөңдө һаҡлап ҡалыуы еңел түгел. Шуға күрә гәзиттең уҡыусылары әҙ, шуға күрә "галстуклы" баҫмаларға ярҙам итергә кәрәк. Тағы ла журналист белемле, камиллыҡҡа, белемгә ынтылыусан булырға, үҙенең темаһын энәһенән-ебенәсә белергә, ә башҡа темаларҙа хәбәрҙар, яңылыҡҡа һыуһаған булырға тейеш. Шулай уҡ бөгөн мәғлүмәт күп, уның араһынан әһәмиәтлеһен тотоп алыу зарур. Ошо һиҙемләү юҡ журналистарҙа. Бына беҙҙә Галина Григоренко эшләй, ул хәҙер инде 70 йәште үткән апай. Мин уны ҡарт инә бүре тием. Теманы һиҙә белә. Элекке ваҡыттарҙа, 80-се йылдарҙа Радик Абдуллин, хәҙер мәрхүм инде, шундай ине: ҡайҙа нимә була - барыһын да белеп тора. Был үҙе бер талант һәм ул һәр кемгә бирелмәй! Журналистар күп һөйләргә ярата, әммә кеше менән эшләгәндә, киреһенсә, ҡаршыһындағы кешене тыңлай белергә тейеш. Был инде профессионализм. Юҡһа, күп осраҡта алдан әҙерләнгән һорауҙарға яуап алыу өсөн һөйләүсе һүҙ ыңғайы башҡа темаларға ла сығып китһә, журналист тиҙ генә бүлдерә лә, икенсе һорауын бирә, ул һорауҙарына яуап ала, әммә әңгәмәсе уға тулыһынса асылмай, үҙенең булмышын асып һалмай, журналист уны "уҡып" өлгөрмәй.

Бөгөн күп тираж йыйған "һары" баҫмалар күбәйә һәм улар, нигеҙҙә, шәхси баҫмалар. Ә дәүләт ҡулындағылары һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында, нимәлер оҡшамаһа, баҫым да яһала. Шулай ҙа бөгөн гәзиттәрҙә, ғөмүмән, киң мәғлүмәт сараларында конструктив тәнҡит бар тип әйтергә мөмкинме?

- Ниндәй тәнҡит булһын инде! Үҙегеҙ күреп-белеп тораһығыҙ: ян-яҡтан ҡыҫалар. Шул уҡ ваҡытта, тәнҡит бит ул кемделер бысратыу, күҙҙән төшөрөү йәки юҡҡа сығарыу түгел, тәнҡит - ул булған, халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған хатаны, етешһеҙлектәрҙе асып һалып, уны төҙәтеү кәрәклеген төртөп күрһәтеү. Әммә конструктив тәнҡитләү өсөн дә журналист талантлы булырға тейеш. Тәнҡитте бит төрлө жанрҙар аша еткерергә мөмкин. Мәҫәлән, элегерәк гәзиттәрҙә фельетондар баҫыла ине. Хәҙер ҡайҙа улар? Уны бит һәр кем яҙа алмай.

Яйлап жанрҙар проблемаһына ла килеп еттек, шикелле. Ғөмүмән, киң мәғлүмәт сараларында, бигерәк тә баҫма матбуғатта журналистика жанрҙары төрҙәре лә юҡҡа сығып бара түгелме?

- Тотош жанрҙар системаһы һаҡланды тип әйтеп булмай, әммә ҡайһылары ҡалды. Журналистика жанрҙары араһында ауырҙары ла, еңелдәре лә бар. Шуларҙың иң ябайҙары - интервью йәки әңгәмә һәм репортаж. Ултырабыҙ, һөйләшәбеҙ, журналист үҙенә кәрәклеһен генә һығып ала ла - материал әҙер йәки барып, ниндәйҙер сараны ҡарай ҙа яҙа. Очерк яҙыуы ауыр һәм ҡатмарлы. Фельетон - бигерәк тә ауыр. Бөгөн гәзит-журналдарҙы асып ҡараһаҡ, ауыр жанрҙар бөтөнләй юҡ. Икенсе яҡтан, уларҙың кәрәге бармы икән? Гонорар алыр өсөн, ваҡ-ваҡ мәҡәләләр, репортаждар яҙыуы отошлораҡ бит. Бая журналист ниндәй булырға тейеш, тигән һорауҙы жанрҙар менән бәйләһәк, журналист - ул һөнәр түгел, ул күңел торошо, шуға күрә, күңеле ҡәнәғәтлек кисерһен өсөн кемдер ошо ауыр жанрҙар өҫтөндә лә эшләй. Шулай ҙа, дөрөҫөн әйткәндә, жанрҙар йылдан-йыл юғала бара.

"Журналистиканан аҡса әҙ тип китмәйҙәр, ә аҡса әҙ тип килмәгәндәр бар", тинегеҙ. Тимәк, унда бары тик ошо профессияға башкөлләй бирелгәндәр генә эшләй. Ә бына йәштәр араһында журналистиканы һайлаусылар күпме?

- Йыш ҡына буласаҡ журналистарға лекция уҡырға саҡыралар. Бер шулай ВЭГУ-ға барҙым. Аудиториялағы 75 кешегә ике сәғәт буйына һөйләп тә, һорау биреп тә ҡарайым - һөҙөмтә юҡ. Ҡыҙыҡһынып тыңлау юҡ, күҙҙәрендә осҡон юҡ - буш ҡараштар.
Шулай уҡ практикаға ҡыҙҙар килә. "Кем журналист булырға теләй?" тип һорайым. Биш ҡыҙҙың береһе генә ҡул күтәрә. Башҡаларына бары тик юғары белем тураһында диплом ғына кәрәк. Ә ни өсөн журналистар уларҙы әпәүләргә, уларға ваҡытын әрәм итергә, практика осоронда өйрәтергә тейеш? Теләге булған бер кешене үҫтереү отошлораҡ. Бөгөн журналист булғым килә, тип атлығып тороусыларҙы бик күрмәйем. Ундайҙар бар, әммә бик һирәк. Күҙҙәрендә осҡон булған йәштәрҙе үҫтерергә тырышабыҙ. Беҙҙең коллективҡа килеп эләгеүе бик ауыр, әммә барыһы ла кешенең үҙенән тора. Хыялы, теләге, маҡсаты булған йәштәр бер нәмәгә ҡарамайынса эшләйәсәк.

Журналистика - ул, дөрөҫөн әйткәндә, яу яланы. Әммә бөгөн унда ысынлап та ир-егеттәр түгел, ҡатын-ҡыҙҙар күберәк, журналистика ҡатын-ҡыҙ йөҙлө. Ҡайҙа һуң беҙҙең ир-егеттәр?

- Элек, журналистиканың һәм журналистың абруйы ҙур булғанда, был яланда ир-егеттәр күп булды. Бөгөнгө ысынбарлыҡта тәүге урында абруй түгел, аҡса тора. Журналист булып эшләп тамаҡ туймай - дөрөҫө шулай. Эйе, журналистикала баланс булырға тейеш, сөнки ҡатын-ҡыҙ ҡарашы һәм ир-ат ҡарашы бар. Ир-ат ҡарашы яҡшыраҡ, өҫтөнөрәк, тип әйтмәйем, әммә былар икеһе ике төшөнсә. Ҡатын-ҡыҙ барыбер ҙә хислерәк, яҙыр алдынан иң элек ғаиләһен, балаларын уйлай, ә ир-атта анализ, логика көслөрәк. Тормошта ир-ат шөғөлө һәм ҡатын-ҡыҙҙыҡы булған кеүек, журналистикала ла тик ир-ат эше һәм ҡатын-ҡыҙҙыҡы бар.
Журналистикала ғына түгел, ғөмүмән, башҡа өлкәләрҙә лә ир-аттың булмауы ҙур проблема. Ләкин журналистикаға аҡса менән ылыҡтырыу ҙа дөрөҫ түгел. Юҡһа, "һары" матбуғатҡа, заказ үтәүселәргә әүереләсәкбеҙ. Журналистика - ул күңел талабы булырға һәм журналист лайыҡлы эш хаҡы алырға тейеш.

Шулай итеп, әңгәмәбеҙ аҙағында Вячеслав Николаевич алтын юбилейҙары уңайынан коллективына шундай теләктәр еткерҙе: "Беҙ уҡыусыларыбыҙға кәрәк! Элекке кеүек тоҡлап хаттар алмаһаҡ та, яҙалар, киләләр, ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Был бик күптәрҙең беҙгә ихтыяжы булыуын күрһәтә. Беҙ уларға кәрәк икән, ышанысын аҡларға, өмөт усағына ялҡын өҫтәп торорға, ҡыйын ваҡытта кешеләргә ярҙам итергә, терәк булырға һәм буласаҡ уҡыусылар тәрбиәләргә тейешбеҙ!"

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.19 | Ҡаралған: 589

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru