«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОТОЛАЙЫҠ ИБЛИС ҠОТҠОҺОНАН
+  - 



Һүҙҙе шунан башлайыҡ: эсеүҙе ташлау ҙур батырлыҡ түгел, уны һәр кем булдыра ала. Ҡыҙыҡ өсөн таныштарҙан һорашып сыҡтым. Тәүге эскән көндәрен бөтәһе лә яҡшы хәтерләй. Әйтерһең дә, ҙур ваҡиға булған. Ташлаған көн ҙур ваҡиғаға әйләнһен ине! Аллаға шөкөр, Шешәбикәне ташлауыма алты йыл тулып уҙҙы. Шаяртам - ике йыл ғына. Һуғышта бер йыл өс йылға һанала бит. Улайға китһә, айыҡ тормош өсөн дә көрәшергә, үҙ-үҙең, тирә-йүндәге мөхит менән туҡтауһыҙ дәғүәләшергә кәрәк бит. Ә был һуғыштың да ниндәйе бит әле! Эскелекте ташлауыма күп ваҡыт та үтмәгән, һығымталар яһарға иртәрәк тә һымаҡ. Әлегә шуныһы мөһим: Иблис ҡотҡоһонан ҡотола алдым, алдағыһы ваҡыт хөкөмөндә.

Башҡалар кеүек, мин дә тәүге эскән көнөмдө яҡшы хәтерләйем. Ун алты йәш ине миңә ул саҡта. Һабантуйҙан һуң булды ул. Тиҫтерҙәрем менән алдан һөйләшкәнсә, ҡараңғы төшкәс, бер яртыны ҡуйынға тығып, быуа буйына төштөм. Ҡыҙмаса "егет" булып алған синыфташтарым ҡыуанып ҡаршы алды. Ни тиһәң дә, һынауға килгәнмен - эсә лә белмәгән маңҡа малайҙан улар кеүек "егет" булырға ниәтем. Ҡойоп та бирҙеләр, шәрбәтле шарапты түңкәреп тә ҡуйҙым. Бүстәк! Иң ҡурҡҡан нәмәм - иҫереү. Шуға күрә һәр рюмканан һуң быуаға төшөп, бит-ҡулды сайҡап, йыуынып алам - бирешмәҫкә, йәнәһе. Ҡайҙан!
Яйлап-яйлап күңелле була башланы, йыуыныу ҡайғыһы ла китте. Ни эшләптер, урыҫса һөйләшә башланым. Ни эшләп тип ни, барыһы ла шулай итә ине шикелле. Шуныһы иҫтә: һупалау бик шәп сыға һымаҡ. Әйтерһең дә, ғүмер буйы урыҫтар араһында йәшәгәнмен. Иҫерек килеш башҡортса һөйләшеү ятышһыҙ кеүек.
Аҙаҡ күрше ауылға барҙыҡ, тансала булдыҡ, урам буйлап ҡосаҡлашып йырлап йөрөнөк, таҡмаҡтар әйттек. Күңелле ине, билләһи! Шулай йәрәпләшеп кителде, һәр шәмбе һайын "батырайып" ала инек. Әрмелә саҡта ауыҙға ике тапҡыр ғына эләкте. Студент саҡтарымда, унан һуң да эсмәнем тип әйтә алмайым. "Башҡа башҡорттар эсмәһен", ти ҙә эсә инек.
Бахмурҙың ни икәнен бер туйҙан һуң белдем. Унда мин кейәү үңгәре булып барғайным. Килен аласаҡ ауылдың егеттәре менән алдан һөйләшеп ҡуйҙыҡ: ҡыҙ өсөн тартыш ваҡытында йығылғансы эсергә. Егеттәр риза булды. Алдан бер аҙ майлап та ҡуйҙыҡ. Ҡыҙҙарҙы еңеп буламы ни! Улар мине аяҡтан йығырға тырыша, мин уларҙы. Ҡара-ҡаршы таҡмаҡ, тостар ҙа әйтешәбеҙ, кем-кемде еңер, ярышып эсәбеҙ. Ҡыҙ өсөн тартышҡанда ҡыҙҙарҙы ҡосаҡлайым да, ҡолайым. Ҡыҫҡаһы, йолаһын үтәнек - ҡыҙҙы алдыҡ. Ямғыр яуып үткәйне. Батҡаҡҡа буялып бөттөк, ләкин күңелле ине, билләһи!
Иртәгеһен… уянып китһәм, иҙәндә ятам. Торайым тиһәм, башты төкөнөм. Баш эшләмәй. Нисек инде, түбә таҡтаһына буйым етәме әллә ул? Баҡтиһәң, өҫтәл аҫтында ҡунаҡлағанмын икән. Көс-хәл менән тороп, тышҡа сыҡтым. Кейәү егете рюмка, закуска тотоп, эргәгә йүгереп сыҡты. Баш төҙәтергә, йәнәһе. Ҡайҙа ул, араҡыға ҡарағы ла килмәй. Тәнем һыуынып, үлеп барған кеүекмен. "Ошонан үлмәһәм, ҡабат эсмәйем", - тип үҙ-үҙемә вәғәҙә бирәм. "Улайһа, һыу эс", - тип кейәү кеше ижау менән һыу алып сыҡты. Һыуһатҡайны. Ҡабаланып эсеп ебәрҙем. Һыу тигәнем араҡы булып сыҡты. Батты бит, маңлайға тир бәреп сыҡты. Тәүге тапҡыр шынаны шына менән һуғып сығарыуҙы, йәғни баш төҙәтеүҙе шунда белдем. Ундай хәлдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңынан күп буласаҡ.
Икенсе үлә яҙыуым яҡын дуҫыбыҙҙы ерләгәндән һуң булды. Республикала ныҡ танылған кеше ине ул. Уны һуңғы юлға оҙатҡандан һуң тағы ла бер дуҫтың аулаҡ фатирында йыйылдыҡ. Икенсе көндө хәлдәрем хөртәйеүен аңланым. Өҫтәл тулы араҡы. Баш төҙәтеүҙән уҙғанмын - араҡыға ҡарағы ла, эске лә, бер ни тураһында уйлағы ла килмәй. Тулы апатия һәм бушлыҡ. Мәрхүм дуҫым артынан китерҙәй ҙә булып бөттөм хатта. Ғаиләм тарҡалған, ҡатын менән айырылышҡанбыҙ, улымды өләсәһе менән олатаһы ҡарар, тип уйлап ятам. Шул уҡ ваҡытта үҙемде йәлләйем. Эгоисмындыр инде. Дуҫтар ҙа мине йәлләне. Тәнемде, табандарымды араҡы менән ыуып, юрғанға төрөп һалдылар. Йылынып, ойоп киткәнмен. Аҙаҡтан хәл ингәс, тағы ла шынаны шына менән һуғып сығарҙым. Күңелһеҙ ине, әммә йәшәгем килде.
Йәлләү тигәндән, күп йәлләнеләр мине. Өйҙә йәлләнеләр, эштә йәлләнеләр. Йәлләтә лә белгәнмендер, меҫкен булып башты эйгәнмендер. Әммә кешеләр алдында башым эйеүем араҡы алдында теҙ сүгеүҙән ине. Эскән кешенән дә меҫкен кеше юҡ был донъяла.
Төрлө урындарҙа эшләргә тура килде. Район кимәлендәге ярайһы уҡ вазифалы урындарҙа ла. Эште мәктәптән башлағайным, кире мәктәпкә ҡайттым. Белемем буйынса башҡаса тәгәрәр урыным ҡалманы. Төрлө урындарҙа эшләгәс, шешә артында аралашыу мөхите лә киңәйҙе. Берәй көн юғары кимәлдәге банкетта йәиһә ҡунаҡта булһам, икенсе көнө асарбаҡтар менән эсеүҙән дә тартынмай башланым. Тағы шуныһы бар: шешәләштәрем гелән ир затынан булды. Ҡатын-ҡыҙҙың эсеүен бөтөнләй кисерә алмайым. Хатта ҡунаҡ ваҡытында ла эскән ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ күренә. Эскән әсәйҙән, төшөрөргә яратҡан ҡатындан Хоҙай һаҡлаһын! Балалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Аллаға шөкөр, был яҡтан минең барыһы ла яҡшы. Ғаиләлә айыҡлыҡ булмайынса, тәүбәгә килеү, ай-һай, ҡыйындыр.
Әлбиттә, гел генә йәлләп тә торманылар. Нотоҡ уҡыусылар ҙа, кәңәш биреүселәр ҙә күп булды. Бөтәһен дә ихлас ҡабул итә инем, тик ыңғай һығымта яһаған хәлдә лә, тумыртҡа тәүбәһенә әйләнгәйнем. Бөтөн коллектив алдында минең персональ эште тикшереү күңелгә ныҡ уйылып ҡалған. Иҫкә төшһә, әле лә тән сымырҙап китә. Был спектаклдә минең йөҙҙө йырттылар, рисуай иттеләр, аяҡ аҫтарына һалып тапанылар. Кемдең ялҡауы килмәй, барыһы ла әрләне: директор ҙа, завуч та, профкомы ла, кисә генә бергә эскән шешәләштәр ҙә. Бигерәк тә бер ҡатын төкөрөгөн мул сәсте. "Һинең ирең йыл һайын дауаланһа ла, эскеһен ташлай алмағанына мин ғәйепле түгел", - тип әйтке килә лә ул… Ҡыҫҡаһы, тапанылар, бысраҡ өйҙөләр, иҙҙеләр. Ә мин һуңғы "двоечник" кеүек башты аҫҡа эйеп, әйтелгәндәрҙе ҡабул ҡылдым. Тәүбә итеү өсөн һуңғы һүҙ бирҙеләр. Иң ауыры шул булды. Сценарий буйынса "Башҡаса улай итмәм", тип әйтергә тейешмен. Чацкийҙың тауышы менән: "А судьи кто? Карету мне, карету!" - тип ҡысҡырырға уйланым. Ләкин ҡайҙа ул беҙҙә ундай дворяндар ғорурлығы. Спектакль уңышлы тамамланды. Уның һөҙөмтәһе уҙа барһа бер-ике айға еткәндер. Былай ҙа эш килеп сыҡмағас, директор "ат менән йөрөнө" һәм мат ҡуйҙы. Һаман да рәхмәтлемен уға. Башта ул минән үҙ теләгем менән эштән китеү тураһында ғариза яҙыуымды һораны. Яҙҙым, ҡултамғамды ла ҡуйҙым.
- Числоһын ҡуймай тор, һиңә һуңғы шанс бирәм, - тине директор.
- Ышанысығыҙҙы аҡлармын, - тинем мин шул саҡ күҙ алдымда баҙлаған өмөт утын күреп.

Мораҙым ӘХМӘТОВ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.19 | Ҡаралған: 619

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru