«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРЕНСЕ ПРЕЗИДЕНТ ТУРАҺЫНДА
+  - 



Меңәр йылдар дауамында тарих аренаһында лайыҡлы урын биләп килгән башҡорт иле XX быуат аҙағында Рәсәй менән бергә сираттағы тарихи һынау алдына ҡуйылды. СССР тип аталған коммунистик империя, күҙ асып йомғансы тигәндәй, ҡомдан төҙөлгән ҡәлғә һымаҡ, тарҡалып юҡҡа сыҡты. Ҡыйралыш, һынылыш йылдары бер ваҡытта ла бәлә-ҡазаһыҙ, юғалтыуҙарһыҙ булмай. Ер йөҙөндә иң ғәҙел йәмғиәт төҙөйбөҙ, тип хыялланған, әммә юлбашсылар тарафынан аяуһыҙ алдауға дусар булған халыҡ сабыйҙарса инанған иллюзор ҡиммәттәренән яҙғас, баҙап ҡалды. Бәғзе берәүҙәр, күнегелгән эшенән, түрәләргә роботтарса буйһоноп йәшәүҙән арынғас, эскегә һабышты, урамдарҙа асарбаҡтар ишәйҙе, дөйөм байлыҡты ҡулына төшөрә алған йылғыр әҙәмдәр, бандиттар яллап, бер-береһенең йәнен ҡыя башланы… Әммә яңырыу юлына алып сығасаҡ тәүге аҙымдар шул болғаныш ерлегендә яһалды, рухи булмышыбыҙҙы тергеҙеүгә ынтылыш та тап шул саҡта көсәйгәндән-көсәйә барҙы.

Яҙмыш Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ошо ҡатмарлы, әле алда ниҙәр булырын һис бер күрәҙәсе лә әйтеп бирә алмаған ваҡытта Ил башы дәрәжәһенә күтәрҙе, юлбашсылар иңенә генә тәғәйен ил йөгөн уға тапшырҙы. 1990 йылда ул вазифаһы буйынса республикабыҙҙың Юғары Советы рәйесе булһа, халыҡ уны тиҙ арала үҙ рәйесе итеп таныны. Башҡортостан халҡының уны бер нисә тапҡыр рәттән Президент вазифаһына һайлауын башҡаса аңлатып та булмайҙыр. Беҙҙә "Ағас - емеше, кеше эше менән таныла", тиҙәр бит. Мортаза Рәхимовтың иң маҡтаулы сифаттары ла тынғыһыҙ эшмәкәрлек, эшһөйәрлек һәм булдыҡлылыҡтан ғибәрәттер. Уның Рәсәйҙә иң күренекле сәйәсмәндәр рәтенә инеүе лә Башҡортостандың уның идаралығы аҫтында бер ниндәй тышҡы факторҙарҙың йоғонтоһона бирешмәгән тотороҡло, тыныс һәм үҫеш мөмкинлектәрен һаҡлап ҡала алған төбәк булып баһаланыуы менән бәйле.
Иң мөһиме, иҡтисади түңкәрелеш осоро ауырлыҡтарын Башҡортостан халыҡтары күпкә еңелерәк үтеп сыҡты, самаһыҙ юғалтыуҙарға, емерелеү процестарына юл ҡуйылманы. Ул йылдарҙа үҙаллылыҡ өсөн көрәш башында ил башлығы тормаһа, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән ватандаштарыбыҙ кеүек, бөлгөнлөк касафатын нығыраҡ татырға тура килер ине. Улай ғына ла түгел, республика иҡтисадының бар мөмкинлектәре, көндәлек ихтыяждарҙы үтәүҙән тыш, төҙөү-ҡороу эштәренә йүнәлтелде. Ул осорҙа был, бәлки, ниндәйҙер бер парадокс булып та тойолғандыр: нисек инде ул, бар ерҙә совет осоронан ҡалған милектең тиҙ арала үҙләштерелеп, күп сығымдар талап ителгәндәре әләф-тәләф ителгән бер заманда Башҡортостанда яңы төҙөлөштәр башланыуы мөмкин? Әммә был ысынбарлыҡта шулай ине, һәм уны бер ниндәй ҙә ялған менән юҡҡа сығарып булмаясаҡ.
Бына хәтергә 1993 йыл иҫкә төшә. Йыл буйына тиерлек Мәскәүҙә үҙҙәрен демократ тип атаған сәйәсмәндәр боғаҙға-боғаҙ килеп талаша, власть бүлешә алмай ыҙа сигә, хатта илде граждандар һуғышы упҡынына этәрерҙәй ғәмәлдәр ҡыла. Тап шул ваҡиғаларҙан бер йыл алдараҡ нисек булһа ла көрсөктән сығыр юл табырға тырышҡан ауыл хужалығының коллектив хужалыҡтары Рәсәй Президентының сираттағы авантюристик указы нигеҙендә бөтә ил буйынса юҡҡа сығарыла, бығаса ил ныҡлығын тәьмин итеп килгән эре-эре завод-фабрикалар сит илдәрҙән индерелгән тауар складтарына әйләнә. Ҡайҙа инде ул әҙәмдәрҙә ил ҡайғыһы! Был сәйәсәт 1998 йылда тотош илде банкротлыҡҡа еткереп, хурлыҡлы рәүештә тамамланды. Рәсәй төбәктәрендә меңәрләгән ауылдарҙан, хатта ҡайһы бер ҡала тибындағы ҡасабаларҙан ярым емерек харабалар ғына тороп ҡалды. Ә Башҡортостанда хәлдәр башҡасараҡ булды. Яҙҙарын сәсеү кампанияһын, йәйҙәрен мал аҙығын әҙерләү, ауыл хужалығы биналарын ремонтлау, көҙҙәрен уңыш йыйыу хәстәрҙәре өҫтөнлөклө булып ҡала бирҙе, сөнки Башҡортостан Президенты, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, күнегелгән колхоз системаһын тарҡатырға юл ҡуйманы. Әлбиттә, Рәсәйҙә йәшәп, Рәсәй бәләләренән тулыһынса азат булып булмай инде. Ауыл халҡына бөгөн дә көн итеүе бигүк еңелдән түгел, уның киләсәгенә әле лә хәүеф янай. Ярай әле Көнбайыш илдәренең санкцияларына ҡаршы тороу маҡсатында ауыл хужалығына иғтибар арта башланы.
Башҡортостанда Президент идаралығы системаһы урынлаштырылыуының башҡа файҙалы һөҙөмтәләре лә етерлек булды. Мәктәп төҙөүгә финанс сығанаҡтары бик мул ҡулланылды беҙҙә. Ошо сәйәсәт һөҙөмтәһендә йыл һайын тиҫтәләрсә яңы мәктәптәр төҙөлөп, элеккеләре заманса яңыртылып торҙо. Уйлап ҡараһаң, ошо ғәмәлдәр генә лә ил башлығын ҙурлар сәбәп булып, уны киләсәктә лә хөрмәтләргә ерлек бирәсәк халыҡ иҫтәлеге булып ҡаласаҡ.
Республиканың киләсәгенә нигеҙ булырҙай башҡа файҙалы эштәр ҙә байтаҡ башҡарылды ошо бигүк уңайлы булмаған шарттарҙа. Бынан өс тиҫтә йыл элек төпкөлдәрәк ятҡан ауылдарға ғына түгел, хатта ҡайһы бер эре хужалыҡтары менән дан тотҡан төбәктәргә барып ҡайтыр өсөн халыҡҡа күпме юл ғазаптарын татырға тура килде. Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән осорҙа Башҡортостан территорияһы, бер организмдың бар ағзаларын тоташтырған ҡан тамырҙарылай, матур юл селтәре менән ҡапланды. Шул уҡ ауыл халҡы газ плитәләрен элек ҡалаға барғанда ғына күрһә, тап шул йылдарҙа райондарыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ тарафтарына һалынған газ линияларының дөйөм оҙонлоғо меңәр саҡрымдарға етте.
Үҙен ысын кешегә һанаған әҙәм балаһы ерҙә ашар-эсер, матур кейенер, кәйеф-сафа ҡорор өсөн генә йәшәмәй. Кешенең тир түгеп тапҡан ризығынан бигерәк, рухи ғәмәлдәре юғары баһаға лайыҡ. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, халҡыбыҙҙың күпселеге тап матди ҡытлыҡ кисергән көсөргәнешле йылдарҙа рухи байлыҡҡа нығыраҡ ынтылды, телебеҙ, динебеҙ, мәҙәниәтебеҙ менән төплөрәк ҡыҙыҡһына башланы. Бында ил башлығының ошо өлкәгә даими иғтибарын һәм ихлас ярҙам итеүен күрмәмешкә һалышһаҡ, хилаф булыр ине. Башҡортостан ерендә йыл әйләнәһенә мәҙәни конкурстар, фестивалдәр гөрләп уҙҙы, сәнғәт усаҡтары дөрләп ҡабынды, ижади йәш быуын үҫһен өсөн дәүләт кимәлендә саралар күрелде. Башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы донъя халыҡтары өсөн дә хәҙер ят нәмә түгел, ә был үҙе бер ҡаҙаныш түгелме ни!
Ил башлығы... Үҙ халҡының мәңгелек хәтерендә ул ниндәй эҙ ҡалдыра, уның киләсәге өсөн ниндәй ғәмәлдәр ҡыла - халыҡ етәксеһен баһалар өсөн ошонан да мөһимерәк башҡа үлсәмдәр юҡтыр. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ысынлап та бөйөк эштәр, иң яҡты эҙҙәр ҡалдырҙы Башҡортостан тарихында. Шуға ла бөгөн беҙ уның алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙ!

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

ӘЙТКӘНДӘЙ...



Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы статусында республиканың беренсе Президентын 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. "Мин уны үҙемдең уҡытыусым тип иҫәпләнем һәм әле лә шулай иҫәпләүем хаҡында бик күп тапҡырҙар әйткәнем булды. Иң мөһиме, унан ысын күңелдән халыҡ мәнфәғәттәре менән йәшәргә өйрәндем. Тап ошо сифат Башҡортостандың беренсе Президентына республиканы һынылышлы 90-сы йылдарҙан ауыр кисерештәрһеҙ алып сығырға мөмкинлек бирҙе. Мортаза Ғөбәйҙулла улын ихлас йөрәктән юбилейы менән ҡотлайым һәм ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем!" - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк етәксеһе.Матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовҡа әүҙем хәйриә, остазлыҡ эшмәкәрлеге, республика үҫешенә битараф ҡалмағаны өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.19 | Ҡаралған: 653

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru