«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭСКЕЛЕККӘ ҠАРШЫ ОЛО ЯУ
+  - 



Республикабыҙ ауылдарында барған бер ыңғай күренеште билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Ул да булһа - эскелеккә ҡаршы көрәш. Ауылдарҙа төрлө ойошмалар булып йыйналған ир-егеттәр был эште үҙ ҡулдарына алды. Үткән һандарҙың береһендә "Ир-егеттәребеҙ ысынлап тотонһа, нимәне лә булдыра" тип яҙып сыҡҡайныҡ һәм әле лә шул фекерҙе дәлилләйбеҙ: ир-егеттәребеҙ ихласлап тотонһа, булдыралар шул! Райондарҙа эскелеккә ҡаршы барған һуғыштың ирекле көрәшселәрен йыйып алдыҡ һөйләшеүгә. Беренсе осрашыуға Күгәрсен районы "Ҡыпсаҡ" ойошмаһынан Вадим ӘЛМӨХӘМӘТОВ менән Денис АЙЫТҠОЛОВ, Ғафури районының "Табын ырыуы"нан Элмир МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Баймаҡ районы "Баймаҡ башҡорттары"нан Илнар ҒӘЛИН, Әбйәлил районының "Бөркөт" ойошмаһынан Морат ЙӘНБИРҘИН һәм Сибай ҡалаһынан Илшат ХӘСӘНОВтар килде. "Беренсе осрашыу" тибеҙ, сөнки беҙ был күрешеүҙәрҙе төрлө район вәкилдәре менән даими үткәреп торорға тип ниәтләйбеҙ. Донъялыҡта кешелеккә ҡаршы алып барылған иң ҡурҡыныс һуғыштарҙың береһе ул - эскелек. Ә беҙ таныштырасаҡ егеттәр шул алыштың яугирҙары.

Бөгөнгө ауыл хәлен нисек баһалайһығыҙ? "Ҡарауыл" ҡысҡырырлыҡмы унда хәлдәр? Әллә шулай ҙа түҙерлекме?

Илшат Хәсәнов:
Яуап дөйөм генә юҫыҡта булмаһын өсөн аныҡ үҙем йәшәгән ҡасаба тураһында әйтеп үтәйем. Мин Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәйем һәм ундағы хәлдәрҙең маҡтанырлыҡ түгел икәнен билдәләйем. Сибайҙағы халыҡ беренсе йыл ғына эшһеҙ ыҙаламай. Эшһеҙлек арҡаһында хәҙер халыҡ фатир түләүҙәре менән иҫәпләшә алмай, күптәр үҙ йортонда йәшәүҙе ҡулайыраҡ күрә, шунлыҡтан, ҡасабаларға күсергә теләүселәр йылдан-йыл арта. Шуға ла ҡала эргәһендәге ҡасабалар үҫә. Шул сәбәпле төҙөлөштәр ҙә әүҙем алып барыла. Ә инде был төҙөлөштө кем нисек булдыра ала, шулай алып бара. Кемдәрҙер спиртлы эсемлектәр етештереп һата, кемдәрелер шуны эсеүгә ялланып эшләй, кемдәрелер булған аҡсаһын был ағыуҙы һатып алыуға ебәреп тора. Һәр кем йорт-ҡаралты күтәргәндә сығымһыҙыраҡ юлдарҙы, осһоҙораҡ ҡулдарҙы эҙләй, әммә нигеҙҙе был харамға бәйләп ҡороуҙың эҙемтәләре тураһында уйланған кеше бик һирәктер.
Элмир Мөхәмәтйәнов: Беҙҙең Еҙем Ҡаран ауылында эшкә ялларлыҡ та ир-егеттәр ҡалмаған хәҙер. Алкоголле эсемлек һатыусылар ҙа юҡ тиерлек, сөнки уларҙың һатып алыусылары ҡырылып бөткән. Берәү мәрхүм булып ҡалғанда ҡәбер ҡаҙырлыҡ ир заты табыуы ауыр - ышанаһығыҙмы? Урта быуын эскән ағайҙар ғибрәтле ғүмер кисереп, теге донъяға китеп бөттөләр, ә йәштәр эсә тип әйтмәҫ инем. Күптән түгел клубҡа сығып, рейд яһағайныҡ, егеттәр айыҡ, үкенескә күрә, ҡыҙҙар тураһында улай тип әйтеп булмай ине.
Илнар Ғәлин: Тыуған төйәгем Баймаҡ районының Байым ауылында йөҙ иллегә яҡын хужалыҡ һаналһа, шуларҙың егермегә яҡыны буш тора. Ауылда бары тик оло быуын вәкилдәре генә ҡалып бара, йәштәр ситкә китә. Йәш ғаиләләрҙе ауылдан айырған иң беренсе бәлә - эшһеҙлек. Баймаҡ районында был бигерәк тә һиҙелә. Эргәләге Әбйәлил йәштәре, мәҫәлән, яҡындағы Мәғнит ҡалаһына йөрөп эшләй ала, күрше бөрйәндәр ғүмер буйы шөғөлләнгән урман кәсебе менән тамаҡ туйҙыра. Ә баймаҡтарға ауылдарын ҡалдырып, көнитмеш эҙләп китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Әллә күпме ерҙәр ҡыйланып, буш ятһа ла, халыҡ һаман ерҙән туйынып йәшәү ысулдарын белеп етмәй.
Морат Йәнбирҙин: Әбйәлил районында йәштәр, киреһенсә, ауылдарҙа ҡалырға тырыша, тик бер проблема - йорт һалырға ер юҡ. Тәбиғәте ҡатнаш, тауы ла, урманы ла, күле лә, яланы ла булғанғамы, әллә яҡында Мәғнит, Силәбе ҡалалары ятҡанғамы, ерҙәребеҙҙе ситтән килгәндәр эләктереп бөтөп бара. Районды тотош ял зонаһы итеп алдылар. Ерҙәр һатыла ул, тик улар үтә ҡиммәт. Шул районда, ауылда тыуып үҫкән йәштәр үҙ төйәктәренән йорт төҙөрлөк урын ала алмай ыҙалана. Күп балалы ғаиләләргә бирелгән ерҙәр ҙә ҡайҙалыр ятҡан ялан-ҡырҙарҙан булып сыҡты. Ауыл кешеһенә тота килеп ҡайҙалыр ҡырға йәки икенсе ауыл ерлегенә барып ултырыу еңелдән түгел. 2012 йылдан алып халыҡҡа ағас та бирелмәй. Ошо ер һәм ағас мәсьәләләре менән республика етәкселегенә лә сыҡтыҡ, әле яуап көтөп торабыҙ.

Егеттәр, һеҙҙең барығыҙҙы ла берләштергән һәм фекерҙәш иткән төп эш - эскелеккә ҡаршы көрәш, шулай бит? Нисек ҡабул итә һеҙҙең был миссияны халыҡ? Хуплайҙармы, ҡаршылыҡтар бармы, ауыл етәкселеге нисек ҡарай һәм башҡа ошо юлда кисергәндәрегеҙ-күргәндәрегеҙ хаҡында ишетәйек әле?

Морат Йәнбирҙин:
Эскелеккә ҡаршы көрәш халыҡ араһында электән дә барҙы ул. Барыһы ла эсеп кенә йәшәмәне бит инде. Ниндәйҙер эскән төркөм булды, эсмәгәне лә бергә донъя көттө. Ғәҙәти, айыҡ кеше эскәнде яратмай һәм улар араһында һәр ваҡыт ҡапма-ҡаршылыҡ була. Ә беҙҙең ойошмалар барлыҡҡа килеп, йәғни шулай ҡапыл барлыҡҡа килеп, ҡапыл үҫеш алыуының сәбәбе күптән түгел булып үткән Темәс ваҡиғаһынан башланды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул "Темәс ваҡиғаһы"на рәхмәтлебеҙ беҙ. Был хәл беҙҙең егеттәргә һалҡын һыу һибеп ебәргән кеүек тәьҫир итте.
Денис Айытҡолов: Эскелек мәсьәләһе һытылырлыҡ шеш булып етешкәйне инде ул. Шуға ла ауыл халҡы беҙҙең эштәрҙе насар ҡабул итмәй. Әлбиттә, битарафтар күберәк. Ауыл кешеләре бит күрше-тирәһе менән талаш-тартышһыҙ йәшәргә ынтыла, эргәләгеләре ниндәй генә тормош алып барғанда ла ҡыҫылмаҫҡа тырыша, күп нәмәгә күҙ йома. Шунлыҡтан, беҙҙең тота килеп берәүҙәрҙең йортона кереп, "эсмәгеҙ, араҡы һатмағыҙ" тип шелтәләп йөрөүебеҙҙе хатта әҙәпһеҙлек итеп ҡабул иткәндәр ҙә бар. Йәнәһе, улар башҡаларҙың шәхси тормошона ҡыҫылмай инде. Был, минеңсә, мәҙәниәтле лә, әҙәпле лә булыу түгел, ә бөтөн хилафтың сығанағы булған енәйәт менән өнһөҙ ризалашыу ғына. Йәғни, фекерһеҙ һәм принципһыҙ булыу. Морат Йәнбирҙин: Әбйәлил районының Шәрип ауылында, мәҫәлән, ике йөҙләгән кеше йәшәһә, беҙ ойошторған йыйында ир-егеттәрҙең барыһы ла ҡатнашты. Дүрт кеше булмағайны, шуларҙың тик береһе генә эскелек арҡаһында килә алманы, тинеләр. Ҡалған барыһы ла беҙҙең йыйынға килеп ултырҙы. Элек эскән ағайҙар сығып һөйләне. Улар ошо үткән юлдары тураһында ғибрәтле ваҡиғалар бәйән итте, эскән һәм эскеһеҙ тормошто сағыштырып, миҫалдар килтерҙеләр. Бөгөн кемдәрҙер уларға "Һин үҙең элекке эскесе, бөгөн кеше булдыңмы!" тип тә әйтә, әммә улар ярты ғүмерҙәрен һәм сәләмәтлектәрен ҡорбан иткән юлға кире ҡайтырға уйламай. Алкоголь һатылған өйҙәргә йөрөгәндә лә был ағайҙар ауылдаштары менән үҙҙәре үк һөйләшә, күҙҙәренә тура ҡарап, ҡыйыу мөғәмәлә итә. Ороп-бәреп түгел, ә ауылса, яҡын кешеләрсә, аңлатып, талаптар ҡуйып эш итә беләләр. Ошондай ир-егеттәре булған ауылдарҙа "эскелек бөттө" тип әйтергә лә була. Әбйәлилдә район етәкселеге лә, ауыл хакимиәттәре, полиция бүлеге лә, ағинәйҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар советы ла беҙҙең менән ошо юҫыҡта бер йөктө тарталар. Рейдтарға бергәләп сығабыҙ, бындай етди төркөмдәрҙе, әлбиттә, бөтә ерҙә лә шулай уҡ етди ҡабул итәләр.

Беҙҙең йәмғиәттә оҙаҡ йылдар "Эскелек - ул ауырыу" тигән ныҡлы фекер йәшәне. Эскесегә "ауырыу" диагнозы ҡуйылып, уға дауалар, хатта мәжбүри дауаланыу тәртибе булдырылды. Был диагноз унан күп яуаплылыҡты систе, башҡалар уны йәлләргә, аңларға тейеш икәнлекте башҡа һеңдерҙе. Һеҙҙең фекерегеҙсә, кем ул эскесе, ул ысынлап та ауырыумы?

Илшат Хәсәнов:
Сталин заманында сыҡҡан "Ҙур энциклопедия" ла "Алкоголь - ул хәүефле ағыу" тип яҙылғайны. Хрущев ваҡытында был яҙма "ағыу" булыуҙан туҡтап, "Алкоголде артыҡ ҡулланыу хәүефле" тигән төшөнсәләрҙә генә ҡалдырылды. Бөгөнгө китаптарҙа ул "пищевой продукт" тип кенә күрһәтелә. Ошоларҙан сығып анализлағанда ла шул күренә: Хрущев ваҡытынан алкоголле эсемлектәрҙе пропагандалаған маҡсатлы дәүләт сәйәсәте алып барыла. Кинофильмдарҙа мәҙәни эскелекте матур итеп күрһәтәләр. Йәғни, "Еңеү өсөн", "Яңы йыл өсөн", "Яңы ғаилә өсөн" тип, экрандарҙа рүмкә түңкәреүҙәр, "Пей до дна!" тип ҡысҡырыуҙар, ҡул сабыуҙар һәм башҡалар ғәҙәти хәлгә әйләнде. Бөйөк Ватан һуғышынан алда ла беҙҙең халыҡта әле эскелек булмаған. Өләсәйем һөйләүенсә, ирҙәр эсеү-тартыу кеүек яман ғәҙәттәргә һуғыштан өйрәнеп ҡайтҡан. Унда ла барыһы ла түгел. Һуғыштан һуң ауылдарҙа эсеп йөрөгән фронтовиктарға ла ҡырын ҡарағандар. "Зимагур", "дуңғыҙ" тип әрләп йәки йәлләп ҡарап ҡала торған булғандар.
Илнар Ғәлин: Күптән түгел Госдуманың бер депутаты "Ата-әсәләр балаларын мәҙәни эсеүгә өйрәтергә тейеш" тигән кеүегерәк фекер әйтте. Тимәк, беҙҙең илдә алкоголь миллионлап аҡса өйөрөлтөүсе баҙар, кемдәрҙеңдер алтын инеше генә. Дәүләткә эскелекте "ауырыу" тип күрһәтеү ҡулай. Улар өсөн махсус дауаханалар булдырылды, табиптар тотола, йәғни эш урындары ҡаралған. Ә күпме дарыуҙар, препараттар сығарыла һәм һатыла, был да килем килтерә. Күреүегеҙсә, бындай ауырыуҙар ни тиклем күберәк булһа, табыш та шулай үҫә генә. Ошо урында сағыштырыу өсөн бер миҫал: Кавказ халыҡтарында һәм ҡайһы бер мосолман илдәрендә эскесене ауылдан ҡыуалар, улар айырым хуторҙа көн итә. Туғандары, зат-ырыуы, ырыуҙаштары уның был көсһөҙлөгө, мәсхәрә ғәҙәтенә тура мәғәнәһендә төкөрөп ҡарай. Йәлләмәйҙәр ҙә, дауаламайҙар ҙа, хатта бындай түбән әҙәмгә ер ҙә бирмәйҙәр. Һәм, әлбиттә, зыяраттарына ла ерләтмәйҙәр. Борон беҙҙә лә шулай булған һәм ошо йоланы кире ҡайтарыу фарыздыр тип уйлайым.
Элмир Мөхәмәтйәнов: Бөгөн ауылдарҙа эскән кешеләр башлыса совет осоронда үҫкән быуын. Уларҙың эсеүенә аптырарлыҡ та түгел. Әле күптән түгел генә Яңы йыл байрамдарында совет осороноң яратҡан киноларын ҡараныҡ. Был фильмдар көнө-төнө күрһәтелеп торҙо. "Шуриктың мажаралары", "Еңел быу менән", Ы" операцияһы", "Самогонсылар", "Мөхәббәт һәм күгәрсендәр" кеүек фильмдар ҡыҙыҡ та, тик улар тотошлайы менән шундай күңелле һәм ғәҙәти эскелеккә ҡоролған. Уларҙа эсеп алған әҙәмдең бөтөн ҡылыҡтары күҙ алдында, улар ҡыйыулана, йылғырлана, бығаса башҡара алмағандарын башҡарып ташлай. Иҫерек кеше герой, ул шундай мәрәкә, ул барыһын да көлдөрә. Нисәмә йылдар күрһәтелгән ошондай фильмдар ғына ла кешенең аңына эскелекте бәлә итеп түгел, ә байрам, мажара күренеше, аралашыу ысулы булып һеңдереүгә булышлыҡ иткән. Ниндәй генә килешеүҙе лә, байрам сараһын, туйҙарҙы, йыйындарҙы ла шул араҡы башлап асҡан. Йәғни, совет осоро быуындары өсөн эскелек - ул йәшәү рәүеше булған.

Ошо тәңгәлдә шундай һорау тыуа, егеттәр: кешеләрҙең шәхси биләмәләренә инеп, ысынлап та уларҙың шәхси эштәренә тығылыу, хоҡуҡтарын сикләү булып сыҡмаймы өйҙән-өйгә йөрөү, нимәләрендер тартып алыу, тыйыу, вәғәз уҡыу? Ошо эштәрҙе яҡлаған йәки ошолай эшләргә рөхсәт иткән ниндәй закондар бар? Ауыл биләмәләре Уставында "Был биләмә сиктәрендә йәшәгәндәргә спиртлы эсемлектәр етештереү һәм һатыу тыйыла" тигән пункт бармы ул?

Морат Йәнбирҙин:
Быйылғы йылды төрлө башҡорт ойошмалары "Эскелеккә ҡаршы һуғыш йылы" итеп иғлан итте. Егерменән ашыу район ир-егеттәренең ҡарары булды был. Шунлыҡтан, Алла бирһә, бик етди, хатта ғәййәр бер программа буласаҡ. Үкенескә күрә, ауыл биләмәләре уставында бындай юлдар юҡ, әммә беҙ биләмә етәкселәре, ауыл халҡы менән һөйләшеп-кәңәшләшеп, был пункттарҙы уставҡа индереп ҡуйырға уйлайбыҙ. Ауылдарҙағы һатыу итеү нөктәләрендә лә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе бөтөнләй тыйыу юлдары ла ҡарала әле. Тәртип буйынса, алкоголле эсемлектәр һатҡан магазин балалар учреждениеларынан өс саҡрым алыҫлыҡта ултырырға тейеш, әгәр ошо талаптар үтәлһә, был магазиндар ауылдарҙан сығып уҡ китергә йәки ситкә шылырға мөмкин. Был үҙе үк уларҙың мөмкинлектәрен сикләйәсәк. Бәхеткә күрә, ошо эштәр башланғас, ҡайһы бер магазин хужалары үҙҙәре үк был хәйерһеҙ сауҙанан баш тартты.
Денис Айытҡолов: Беҙҙең күптәребеҙҙең ойошмалары әле теркәлеү өҫтөндә. Үрҙә әйтелгәнсә, беҙ өйҙәр буйлап ауыл хакимиәттәре вәкилдәре менән бергәләп йөрөйбөҙ һәм уларҙың да, беҙҙең дә сығарып күрһәтерлек тейешле документтарыбыҙ бар. Асылда, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барылғанда һәм кемгәлер инеп, "Ауылдаштарыңды эсермә" тип әйткәндә ниндәйҙер танытма мотлаҡ та түгел. Бында маҡсаттарыңдың изге булыуы ғына мөһим.
Вадим Әлмөхәмәтов: Ауыл биләмәләре уставында йә башҡа документтарында, ғөмүмән, беҙҙәге закондар төҙөлөшөндә уйлап еткерелмәгән урындар етерлек ул. Мәҫәлән, ауылдарҙа эскелек менән шөғөлләнгән ҡатындарҙы ни эшләтергә белеп булмай. Ҡатын-ҡыҙға ҡаты бәрелеү ҙә ауыр, ниндәйҙер ҡәтғи саралар ҡулланырға теләһәң, балалары йәл. Опеканың да ҡулын сикләгән нәмәләр күп. Ошо тәңгәлдә ҡатын-ҡыҙҙар менән ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары етдиерәк шөғөлләнһен ине, тибеҙ инде. Юғиһә, был ойошмалар күберәк йола, уйын-байрам юҫығына төшөп китте. Әлбиттә, уныһы ла кәрәк, әммә эскән ҡатын-ҡыҙға йола ни ҙә, милли кейем ни...

Ҡатын-ҡыҙ темаһы ҡуҙғалғас, әйҙәгеҙ әле, ҡатын-ҡыҙҙы эскелек, бәйһеҙлек кеүек насар ғәҙәттәрҙән арындырыу, милләт әсәләре булған һәм буласаҡ гүзәл заттарыбыҙҙы тәрбиәләү алымдарын ҡарап үтәйек.

Элмир Мөхәмәтйәнов:
Бөгөн ҡатын-ҡыҙға еңел түгел, эйе, уларҙың күптәре бөтөн ғаилә йөгөн һөйрәп бара, күптәре яңғыҙ бала-саға тәрбиәләй, уҡыта. Хатта ирҙәре булғандар ҙа йыш ҡына бөтөн проблемаларҙы бер үҙҙәре хәл итеп йәшәй. Был йөктө күтәрә алмағандар ҙа, шул уҡ ваҡытта намыҫлы күтәреп, абруйлы, хөрмәтле апайҙар булып көн итеүселәр ҙә бар. Ире эсмәй, әммә ҡатыны эсә икән, бында иң беренсе уның ире ғәйепле. Ни өсөн ул ҡатынына эсергә рөхсәт итә? Мәҫәлән, беҙ өйләнешкән йылдарҙа ҡатыным мәжлестәрҙә бокалын ауыҙлап ҡуя, һыйлағанға ҡаршы килә алмай ине. Мин өҫтәл артында бер ваҡытта ла уның ҡулынан тотманым. Әммә икебеҙ генә булғанда эскелектең харамлығын аңлата, ҡайһы саҡта "мин йәки шарап" тигән һайлау алдына ла ҡуя инем. Аҡыллы ҡатын был талапты тейешенсә ҡабул итә. Әгәр ҡатыны эсә икән, ир кешенең эсмәүе лә, дин тотоуы ла маҡтауға лайыҡ түгел. Ул ҡатыны өсөн, ҡатын-ҡыҙ туғандары өсөн яуаплы. Уларҙы, аңлатып булмағанда, ҡатылыҡ менән тыйырға бурыслы.
Морат Йәнбирҙин: Ауылдарҙағы эшләргә һәм ғаиләһен аҫырарға теләгән ир-егеттәрҙең ситкә китергә мәжбүр булыуы йәш ҡатындарҙың үҙаллы ҡалыуына килтерҙе. Һәм был аулаҡ йәшәйеш күп осраҡта файҙаға түгел. Ҡатындар әхирәттәре менән, күрше-тирәһе менән йыйылып, күңел асыуҙарға күнекте. Ошо кәйеф-сафа ҡороу күп кенә күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә лә инде. Ә эскелеккә әүрәгән ҡатын-ҡыҙҙы был юлдан тартып алыу бик ауыр, хатта мөмкин булмаған хәл. Ҡатындарҙың күбеһе өйҙәрендә йәшеренеп эсеүгә әүәҫләнә һәм был бәлә бары тик ныҡ көсәйгән һәм ҡотолғоһоҙ булып етешкәндә генә туғандарына, иренә һәм башҡаларға билдәле була. Йыш ҡына улар шулай йәшеренеп эсеп йә йөрәктәре туҡтап, йә ҡан баҫымдары күтәрелеп, һәләк булып та ҡуялар. Бындай осраҡтар йышайҙы. Унан туғандары "Ҡасан эсергә өйрәнде икән?" тип аптыраша. Күңелһеҙ күренештәр, әммә былар - факт.
Илнар Ғәлин: Ир-егеттең йыуашайыуы, яуапһыҙлығы һәм моңһоҙлоғо ҡатын-ҡыҙҙың эскелек һәм башҡа яман ғәҙәттәренә юл ҡуйыусы беренсе сәбәп ул. Бына ауылдағы бер күренеш. Туй йәки берәй тантана икән, ҡатыны алға сығып, ҡотлау һүҙе әйтә, телмәр тота, ә уның артындағы ир мәшәү генә баҫып тора. Танышмы был күренеш? Таныш, әлбиттә. Йәки балалар баҡсаһындағы һәм мәктәптәрҙәге ата-әсәләр йыйылышы. Унда балалары яҙмышын бары тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына хәл итә. Әлеге беҙ ойошторған ауылдар йыйынына ла иң беренсе ҡатын-ҡыҙҙар килеп ултыра. Һәм йыйынды ла ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәкселәре алып барырға теләй. Был тәңгәлдә беҙ былай итәбеҙ: апайҙарҙы тыңлайбыҙ ҙа, артабан ир-егеттәр үҙҙәре генә кәңәш ҡора, тип, уларҙы ипле генә итеп оҙатабыҙ. Әйҙәгеҙ, теҙгенде үҙ ҡулыбыҙға алайыҡ, ир-егеттәр, ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙ ҙа үҙ тәғәйенләнешен аңлар.

Беҙ бөгөн эскелекте төрлө сортлы, төрлө һәм категориялы эсемлектәр алкоголизмына ла бүләбеҙ. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында һыра алкоголизмы, ауылдарҙа самогон, техник спирт төрҙәре алкоголизмы һәм башҡалар. Берәүҙәр "Һыра һәм шампан зыянлы түгел" тиҙәр, икенселәр "Эштән һуң йотолған илле грамм файҙалы" тиҙәр. Ә асылда?..

Денис Айытҡолов:
Асылда, эскелек ул ниндәй миҡдарҙа ла эскелек һәм организмға ла, аңға ла, сәләмәтлеккә лә зыян. Бөгөнгө көндә, ҡыҙғанысҡа күрә, күптәр өсөн һыра - тормоштоң айырылғыһыҙ атрибуты, модалы "зарарһыҙ" эсемлек, еңел аралашыу мөмкинлеге, һыуһын ҡандырыу һәм тынысланыу сараһы. Ваҡыт үтеү менән һыраһыҙ көндәр аҙая, һиҙҙермәйенсә генә уның күләме арта, эсеү ваҡыты кистән - көндөҙгә, хатта иртәнсәккә күсә килә. Эсемлектән ауыҙ итмәһә, кеше ҡуҙғыусанға әйләнә, хәлһеҙлек күҙәтелә. Унан организмда "көтмәгәндә" алкоголизмға булышлыҡ итеүсе биохимик процестар үҙгәрә.
Һыра алкоголизмы айырыуса йәштәргә, шул иҫәптән реклама йоғонтоһона тиҙ бирелгән балаларға ҙур хәүеф менән янай. Бынан тыш, һыраның файҙаһы хаҡында ла алдатҡыс һүҙҙәр йөрөй. Ысынлап та, һыраның нигеҙен витаминға, аҡһым-майға, углеводҡа бай булған арпа тәшкил итә. Әммә һоҫла (араҡы, һыра яһай торған ҡуйы шыйыҡлыҡ) составындағы әсетеүсе микробтар арпаның файҙалы сифаттарын үлтерә. Был хаҡта һәм һыра алкоголизмынан дауалауҙың да араҡыныҡы кеүек үк ауыр икәнен, әлбиттә, һөйләп бармайҙар. Араҡыға ҡарағанда һыра күпкә мәкерлерәк. Кешеләрҙең "көсһөҙ" тип алданыуы менән ҡурҡынысыраҡ.
Элмир Мөхәмәтйәнов: Беҙҙең илдә һыраға ҡарата түҙемле мөнәсәбәт кенә йәшәмәй, ул хатта хуплана ла кеүек. Дәлил итеп Өфөнөң, мәҫәлән, бер урамын ғына алып ҡарайыҡ. Мәктәптән 100 метр тирәһе генә алыҫлыҡта "Һыра академияһы" урынлашҡан, йәғни "мәктәптән - тура академияға".
Реклама ла тәү сиратта йәштәр өсөн тәғәйенләнгән. Хатта хәҙер арзан "көсһөҙ" спиртлы эсемлектәр ярҙамында йәштәргә ҡаршы һуғыш алып барыла тип әйтергә лә була. Һөҙөмтәлә, ата-әсәһенең күҙе алдында айыҡ балалар - эсергә яратҡан йәштәргә, ә эскән йәштәр эскесе ата-әсәгә әүерелә. Һыра субкультураһының быуындарҙың деградацияһына, ә аҙаҡ халыҡтың юҡҡа сығыуына алып килеүсе наркотизмдың башланғысы икәне аңлашылмаймы икән ни? Европала һыра алкоголизмы - иң киң таралған наркологик ауырыуҙарҙың береһе. Шулай ҙа Европа илдәрендә һәм Америкала әһәмиәтле сикләүҙәр бар. Мәҫәлән, Чехияла һыра һатыу ойошмалары мотлаҡ махсус шарттар тыуҙырырға бурыслы. АҠШ-та 0,3 литрҙан ҙур һауытҡа ҡойоп һатыу тыйыла (беҙҙә иһә йәнең теләгән миҡдарҙа ал). Былар барыһы ла - "һыра университеттарының" урынлашыу араһы, һауыт ҙурлығы, рекламаларҙа кешеләрҙе төшөрөүҙе тыйыу һ.б. - ҡануниәткә ярашлы башҡарыла. Беҙҙә, бәлки, закондарға төҙәтмәләр индерергә кәрәктер? Юғиһә, тиҙҙән был закондарҙы белеүсе лә ҡалмаясаҡ…
Илшат Хәсәнов: "Көнөнә 0,5 литр һыра эсеү зарарһыҙ" тип раҫлаусы күп кенә ғилми мәғлүмәттәр йәшәй. Әммә һыраның организмға яһаған зарары араҡыныҡынан кәм түгел: баш мейеһе күҙәнәктәре үлә (һөҙөмтәлә, үле күҙәнәктәр ҡанға эләгә, бөйөрҙә фильтрҙан үтеп, һейҙек менән сыға); арҡа мейеһенең функциялары боҙола; бауыр циррозы, гепатит, панкреатит, гастрит, невропатия күҙәтелә; ишетеү һәм күреү анализаторҙары ҡаҡшай. Ошондай мәғлүмәт тә урынлы булыр: һыра баҙары тулыһынса тиерлек сит ил капиталы күҙлеге аҫтында. Мәҫәлән, "Балтика"нан алынған килем - Скандинавияға, "Старый мельник"тыҡы - Төркиәгә, "Толстяк"тыҡы - Бельгияға, "Бочкарев"тыҡы - Испанияға, "Алтын мискә"неке - Көньяҡ Африкаға китә, башҡалары йә Дания, йә Германия, йә бүтән ил капиталын тулыландыра. Күпселек сеймал сит илдән килтерелә. Рәсәйҙән нимә, тиһегеҙме? Аҡса. Һеҙҙең балаларығыҙға, ғаиләләрегеҙгә йүнәлтә торған аҡсаларығыҙ. Әйткәндәй, Көнбайыш Европа илдәрендә, хатта Германия менән Бельгияла ла, һыра эсеү кәмей, әммә етештереү арта ғына. Кем эсә инде уларҙы? Уйланығыҙ…

Егеттәр, һеҙҙең башҡарғандар, әлбиттә, хуплауға ғына лайыҡ. Был беҙҙең халыҡтың ысынлап уяна, күтәрелә, таҙара, үҫешә торған һынылышлы осоролор. Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, ниндәй һығымталар яһарға мөмкин?

Вадим Әлмөхәмәтов:
Эскелеккә ҡаршы көрәш рухы һәр кешенең үҙ башында булырға тейеш. Шуныһы ҡыуаныслы: эскелектең стратегик бәлә икәнен аңлаған, кешеләрҙе тура мәғәнәһендә айыҡ фекерләргә саҡырған кешеләр бихисап. Бер кешене лә алкоголизмдан көсләп ҡотҡарып булмай. Сәбәптәре күп: физик бәйлелек, рухи бушлыҡ, үҙеңде таба алмау, файҙалы шөғөлөң булмау һәм башҡалар. Әлбиттә, эскән кешенең ихтыяр көсөн, йәшәү теләген ҡушып, упҡындан сығыу юлдарын табырға мөмкиндер ҙә, бәлки. Әммә эскелеккә ҡаршы көрәш кеүек эшмәкәрлек тәү сиратта әлегә бер тапҡыр ҙа араҡы татып ҡарамаған йә булмаһа, эскелек упҡынына табан беренсе аҙымын яһаған йәштәргә арналырға тейеш. Сөнки, үкенескә күрә, эскелек һаҙлығына батып өлгөргәндәрҙе ҡотҡарыу бик ауыр һәм улар тәбиғи рәүештә ҡырылып бөтөүгә дусар ителгән. Беҙгә йәштәштәребеҙҙе, йәш ғаиләләрҙе һәм балаларҙы һаҡлап алып ҡалырға кәрәк.
Илшат Хәсәнов: Бер кем дә алкоголик булам тип эсмәй. Һәр кем, бер аҙ эсәм дә, артабан туҡтайым, тип уйлай, шуға ышана. Ана шул иллюзия контролен тыуҙыра ла инде. Ләкин күптәр байрамда ғына тип башлай ҙа, даими ҡулланыуға күсеп китә, ниндәйҙер негатив тойғолар, стресс ваҡытында ҡул үҙенән үҙе шешәгә үрелә. Ә бөгөнгө тормош ул бит даими стресс сығанағы. Кеше бар яҡлап ҡурҡыуҙар ҡоршауында. Эшемде юғалтып ҡуймайым, начальник ҡысҡыра, аҡса етмәй, бар нәмә ҡыйбатлана, етеш йәшәге, матур кейенге, хыялдарҙы тормошҡа ашырғы килә... Бында төрлө миҫалдар килтерергә мөмкин. Шуларҙың иң ябайы: эсмәгәс, һеҙҙең аралашыр дуҫтарығыҙ ҙа, туғандарығыҙ ҙа ҡалмаған кеүек була. Эсмәгән ғаилә булғас, беҙҙе, мәҫәлән, башта туғандар ҙа ҡунаҡҡа саҡырмай ине. Беҙҙең эскелекте хупламауыбыҙ уларға ла кәртә булып торғандыр, күрәһең. Бына ошондай ҡараш күп кенә эсергә теләмәгәндәрҙе һындыра ла бит ул. Йәштәр ололарҙың ҡыҫымына бирешеп тә ҡуя. Йәнәһе, һин кем әле эсмәй ултырырға? Йәнәһе, оло кешенең ҡулын мәхрүм итмәгеҙ һ.б. Беҙ ҙә ошо тупһаларҙы үттек. Аллаға шөкөр, бөгөн балаларыбыҙ "иҫерек"тең кем һәм нимә икәнен белмәй. Эскән кешене күреп, "Атай, уға нимә булған?" тип һорап ҡуялар. Һәм белергә лә яҙмаһын, тип теләйем.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Был һөйләшеү оҙайлы һәм мауыҡтырғыс булды. Егеттәр ҡыйыу-ҡыйыу фекерҙәр әйтте, төрлө хәлдәргә миҫалдар килтереп, факттарға таянып уй йөрөттө, фаразланы. Һәр береһе үҙ төбәгенән шундай бай мәғлүмәттәр, тәҡдимдәр, пландар менән килгәйне. Әле башҡарылып өлгөргән, башҡарылаһы, хыял ителгәне лә күп ине эштәрҙең. Аҫыл-аҫыл ир-егеттәребеҙҙең аҡыллы, тос хәбәрҙәрен, грамоталы һәм эҙмә-эҙлекле эш итеү алымдарын, алдынғы ҡарашлы булып, киләсәкте ҡайғыртып ҡыйыу аҙымдар яһауҙарын тыңлап-күҙәтеп тантана иттек.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.19 | Ҡаралған: 1470

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru