«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҒАРИФ МИНИСТРЫ БУЛҒЫМ КИЛӘ...
+  - 



Ҡайһы саҡта минең депутат булғым килеп китә. Телевизорҙан ултырыш ваҡытында йоҡлап ултырған депутаттарҙы күрһәм, йоҡлағанға ла аҡса бирәләр икән дәбаһа, тигән уй тыуғанда, йә булмаһа, "янғындан" һуң уны "һүндерергә" тотоноусы депутаттарҙы күрһәтһәләр, әсенеүҙән, хыялғынам тоҡанып китә. Минең уйым буйынса, депутаттың донъяны танып-белеү ҡеүәһе беҙҙең кеүектәргә ҡарағанда биш-алты тапҡырға етеҙерәк булып, ваҡиғаларҙы беҙҙән алдараҡ күҙаллап, алдан сара күрергә һәләтле кеше булырға тейеш, тигән инаныу йәшәүҙәндер, күрәһең.

Бер ваҡыт һайлауҙар алдынан депутатлыҡҡа кандидат булған берәүгә арналған төҫлө ҡағыҙҙа иҫ китмәле матур итеп биҙәлгән "Бюллетень" тигән гәзит уҡып торғайным. Фатиры юҡ, өйө юҡ, ер участкаһы юҡ, машинаһы юҡ, хатта матайы ла, лисәпите лә юҡ икән был кандидаттың.
- Ошо йәшенә етеп, матай йә машинаһы, йә фатиры ла булмай, өйһөҙ ҡаңғырып йөрөгән кеше башҡаларҙы ҡалайтып хәстәрләй алыр икән? - тием аптырап. Эргәмдә торған апай:
- Депутат шулай булырға тейеш, йәғни, халыҡ араһынан, - тигән булды кандидатты йәлләңкерәгәндәй итеп.
- Һе! Минең хәлем был бахырҙан һәйбәт икән. Мин хатта байҙар рәтенә керәм икән, фатирым бар, пенсияһын да хөкүмәт ваҡытында биреп тора, ас-яланғас түгелмен, әлхәмдүллилләһ. - Шул уйҙарым менән депутат булыу хыялымдан төңөлдөрҙөм үҙемде.
Туҡта, әллә яңы Башлыҡҡа мәғариф министры булыу теләгемде еткерәйемме микән? Теләгемде белеп ҡалһа, Башлыҡ, саҡыртып, киләсәккә эш программамды һорашыр, моғайын. Мәғарифҡа үҙгәрештәр индереү - минең күптәнге хыялым бит инде ул. Иң тәүҙә Башҡортостаныбыҙҙағы бөтә мәктәптәрҙе лә Краснодар крайы Текос ҡасабаһындағы академик Михаил Петрович Щетининдың "белемгә сумыу" методикаһы буйынса уҡытыуға күсерер инем. Башлыҡ: "Нишләп, һеҙгә әлеге система оҡшамаймы ней?" - тип һорар, моғайын. Ә мин уға беренсе класс уҡыусыһы күтәргән портфелде күрһәтеп, ошо бала менән бергәләшеп, эргәләренә мәғариф министрын да алып, саҡрым ярым юлды мәктәпкә, шунан кире өйгә юлланып ҡарарға тәҡдим итер инем. Унда ла ышандыра алмаһам, беренсе класс уҡыусыһы менән бергәләшеп, төнгө сәғәт ун бер-ун икеләргә тиклем илай-илай дәрес әҙерләгән баланы күҙәтеп ултырырға тәҡдим яһар инем. Уҡыусы юғары класҡа күскән һайын портфеленең тағы ла ауырыраҡ, өйгә бирелгән эштәре тағы ла ҡатмарлыраҡ булып, мәктәпкә ҡарата нәфрәт уятыуын Башлыҡ үҙе лә аңлар ине, моғайын.
Эй, былай хыялланып ултырғансы, Башлыҡты "Белемгә сумыу" алымы буйынса эшләгән Сибай ҡалаһының "Ирәндек" лицейына саҡырһам, отам бит! "Ирәндек" лицейының хеҙмәт емештәрен, уҡыусыларҙың аҙна буйы бер предметты тәрәнәйтеп өйрәнеүҙән әллә күпме ваҡыттарын экономиялауын, һаулыҡтарын, нервыларын һаҡлауын үҙ күҙҙәре менән күрһә, Башлыҡ республикабыҙҙағы бөтә мәктәптәрҙе лә ошо методика буйынса уҡытыуға күсереүҙе үҙе үк талап итер ине, моғайын. Бик башлы, ҡыйыу, тәүәккәл егет күренә. Үҙе бик салт һымаҡ та, халҡыбыҙ әйтмешләй, салт атҡа сыбыртҡы кәрәкмәй, оҙон-оҙаҡ аңлатыу ҙа кәрәкмәҫ ине. Иң мөһиме: балалар тураһында үҙе лә онотмай, башҡаларға ла оноторға ирек ҡуймай кеүек тойола был Башлыҡ миңә.
Быныһын мөһим тип әйтеүем шул: биш-алты дәрестән һуң арып-талып өйөнә ҡайтҡан бала, ҡайтҡас, тағы биш-алты фәндән өйгә эш эшләп ултырһынсәле. Ә аҙна буйы бер предметты ғына өйрәнгән "Ирәндек" уҡыусылары бер фәндән генә өйгә эш башҡаралар. Етмәһә, ижади эшләү өсөн уҡытыусының да әллә күпме буш ваҡыты ҡала.
Туҡта, быныһын арттырып ебәрҙем шикелле. Ниндәй генә мәктәптә эшләмәһен, уҡытыусының ижади эшкә лә, үҙ ғаиләһенә лә ваҡыты бөгөнгө көндә бөтөнләй юҡ! Уҡыу йылы башында, класс етәксеһе булараҡ, класында нисә урыҫ, нисә башҡорт, күпме башҡа милләт, тигән отчёттан башлап, шул уҡыусың менән, был уҡыусың менән, тегенеһе менән нисә тапҡыр теге темаға, был темаға әңгәмә үткәрҙең, нисә тапҡыр өйҙәрендә булдың, төндә урамда, клуб тирәһендә нисә тапҡыр дежурлыҡ иттең, кемдәрҙе күрҙең, мәктәптән тыш, кластан тыш нисә һәм ниндәй саралар үткәрҙең, эшеңде дәлилләүсе нисә һәм ниндәй фотоларың бар, фотоға төшөрөп ебәргән отчёттарың нисәү - былар отчёттар төрөнөң йөҙҙән бер өлөшө генә әле. Юғарыла ултырғандарҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн генә биргән отчёттар тураһында уйлай башлаһам, министр булыу тураһындағы хыялым да һүрелеп ҡуя. Ни тиһәң дә, беҙҙең быуын, - үҙебеҙ ҙә, хужаларыбыҙ ҙа - ҡағыҙ өсөн эшләгән быуын түгел, ә һөҙөмтә өсөн эшләгән быуын бит әле! Уҡытыусыны абруй итеп ҡабул иткән быуыныбыҙ менән ҡыуанырға ла, хатта маҡтанырға ла хаҡыбыҙ бар! Бөгөнгө көн уҡытыусылары үҙ балаларын ваҡытында ашата ла, хәстәрләй ҙә алмаған заман уҡытыусылары. Мине шуныһы ҡыҙыҡһындыра: класс етәксеһе төнгө сәғәт 11-12-ләргә тиклем урамдағы балаларҙы тикшереп, хулигандарҙы аулап йөрөгәндә, уның үҙ балаларын кем ҡарай икән? Әллә ул да үҙ балаларын класс етәкселәренең өйҙәренә таратып сыға микән, әллә уҡытыусыларын өйөнә саҡыртып "тәрбиәләтә" микән? Тағы ла шуныһы әкәмәт: төндә йөрөгән хулигандарҙан уҡытыусы үҙе нисек һаҡланырға тейеш, уның үҙенең ғүмеренә ҡурҡыныс янаһа, ни эшләргә тейеш, тип уйлаймы икән уҡытыусыларҙы төнгө дежурға сығарыусы етәкселәр? Мәғарифта ғына түгел, хөкүмәттең үҙе тарафынан да баланы атай-әсәй түгел, уҡытыусы, мәктәп тәрбиәләргә тейеш, тигән ышандырыуҙар халыҡҡа һеңдерелә бара. Был уҡытыусыға, ғөмүмән, мәктәпкә өҫтәмә рәүештә яуаплылыҡ өҫтәй, ә атай-әсәйҙе моңһоҙлоҡҡа, үҙ балаһын тәрбиәләүгә ҡарата битарафлыҡҡа этәрә түгелме?
Минең күҙәтеүҙәрем, ишетеүҙәрем буйынса, бөгөнгө көндә яҡлауға мохтаж иң беренсе һөнәр ул - уҡытыусы һөнәре. Уҡытыусыға ул ярамай, был рөхсәт ителмәй, теге килешмәй һ.б. Бына бит, бик оҙаҡ "тикшергәндән" һуң, яңыраҡ тағы уҡытыусыға бүләк бирергә мөмкин икәнен асыҡлап ҡуйҙылар депутаттарҙың изгелеклеләре. Хәҙер уҡытыусы 1 сентябрҙә уҡыусыһынан сәскә гөлләмәһе, 8 Мартта хушбуй, һуңғы ҡыңғырау көнө сәскә гөлләмәһенә ҡушып, хушбуйын тотоп, бер түгел, ике бүләк алып ҡайтһа ла ҡурҡынысы юҡ, тимәк. Ошо урында "Эй уҡытыусы, бахырҡай! Ни хәлгә төшөрҙөләр һинең абруйыңды", тигән уйымды һәләт кенә ҡыуып ебәрергә булдым әле. "Шул тиклем ҡыҫымға түҙеп, сабыр итеп, уҡыусыһын үҙ балаһылай күреп хәстәрләгән уҡытыусы бахыр түгел, батыр!" тигән фекер зиһенемде яҡтыртып ебәрҙе. Рәхмәт һеҙгә, оло йөрәкле, хыянатһыҙ, сабый күңелле хөрмәтле уҡытыусылар!
Мәктәптә булһынмы, балалар майҙансығындамы, ҡайҙа булһа ла, балалар араһында ғына түгел, хатта өләсәйҙәр араһында тыуған бәхәстәрҙе лә педагогик һәләте менән ыңғай хәл итә алған уҡытыусыны кәмһетергә ниндәй әҙәмдәрҙең ҡулынан килә әле? Был Башлыҡ ҡолағына түгел, ә атай-әсәйҙәргә, ғөмүмән, бөтә йәмәғәтселеккә йүнәлтелгән ғәҙел һорауымдыр.
Һәм тағы бер фекер. Алтмыш-етмеш йыл элек "класс сәғәттәре" тип йөрөтөлгән дәрестәрҙе ни өсөн һаман да шул исем менән йөрөтәбеҙ икән? М.П. Щетинин мәктәбендә ул дәрестәр "философия дәрестәре" тип атала. Уҡыусыларға был дәрестәрҙә фәлсәфә ҡорорға, үҙ фекереңде иҫбатлай белергә, һығымталар яһарға, килеп тыуған хәл-торошто ғәҙел, дөрөҫ баһалай белергә өйрәтеү маҡсаты ҡуйыла. Әлбиттә, фәлсәфә ҡорор өсөн күп уҡырға, һүҙ байлығыңды арттырырға, фекереңде әңгәмәсеңә теүәл еткерерлек аңлайышлы итеп һөйләмеңде лә төҙөй белергә кәрәк. Уҡыусыларыбыҙҙы шәхес итеп үҫтереүҙә мәктәптең, ата-әсәләрҙең ҡулға-ҡул тотоношоп атҡарыр бурысы ошо түгелме ней, йәмәғәт? Хөкүмәт тарафынан баштан-аяҡ отчётҡа күмелгән, һәр төрлө өҙлөкһөҙ тикшереүҙәргә дусар булған, тикшереүселәр күңелен күрергә тырышҡан уҡытыусының ижади эшкә ваҡыты ғына түгел, һаулығы ла ҡалмай бит. Быны аңлау өсөн хөкүмәткә, ата-әсәләргә тағы ла күпме ваҡыт кәрәк булыр икән?
Мәктәп, милләт киләсәге тураһында уйлана башлаһам, уйҙарымдың осона сыға алмай аҙапланам. Хәл итмәҫлек проблемалар булмай, тиҙәр. Уныһы шулай. Тик, үкенескә күрә, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү түгел, халыҡ үтенесен, уның тәҡдимдәрен ишетмәҫкә теләүселәр осрап ҡына тора шул. Бөгөнгө көндә был йәһәттән күңелем тыныслана бара. Ни тиһәң дә, яңы Башлыҡтың эш һөҙөмтәләре, халыҡҡа ҡарата ихтирамы, иғтибары тәү көндәрҙән үк һиҙелә башланы. Уҡытыусылар тормошонда ла ыңғай үҙгәрештәр булыр, иншаллаһ. Ошондай өмөт уяныу менән мәғариф министры булыу хыялымды ла йүгәнләп ҡуйҙым әле. Математиканан насар өлгәшеүенә ҡарамай, әлегә тиклем музыка яҙыуҙа уға тиңе юҡ һаналған Бетховен, 13 йәшендә класында күсмәй ултырып ҡалыусы киләсәктә Космонавтиканың атаһы тип йөрөтөләсәк Константин Циолковский, өлгөргәнлек аттестатын икенсе тапҡыр имтихан биргәндән һуң ғына ала алған Альберт Эйнштейн кеүек генийҙарҙың булыуы республикабыҙ мәғарифының яңы министрына ла билдәлелер. Рус классик әҙәбиәтенең символы булған шағир А.С. Пушкиндың мәктәптә "икеле"гә өлгәшеүе уның шәхес булып өлгөрөүенә тотҡарлыҡ яһай алмауы, гимназиянан ҡыуылыу ихтималлығы янағас ҡына аҡылға ултырған буласаҡ ғалим Д. Менделеев кеүек донъяға билдәле шәхестәрҙең фәнни асыштары һәр кемебеҙгә билдәле. "Толстой. Воскресенье" тапшырыуында Рәсәйҙең мәғариф министры Ольга Васильеваның түбәндәге: "На сегодня у учителя должно быть три документа: его план, электронный журнал и дневник. Все наши контрольно-проверяющие органы, которые требуют от бедных руководителей то количество отчетов, могут получить на сайте школы все. Это та самая цифровая школа, которая есть в идеале",- тигән һүҙҙәре лә уҡытыусыларҙы һәр төрлө ҡыҫымдарҙан азат итеүгә ишаралыр, моғайын.

Шулай итеп...
Тормошобоҙҙағы ыңғайға йүнәлә башлаған күренештәрҙе баһалап, халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалып, уҡытыусыларыбыҙ менән бер рәттән уҡыусыларыбыҙҙы ла кәмһетелеүҙәргә дусар итмәй генә, һәүетемсә, кешесә, башҡортса эшләү һәм йәшәүҙе күрге килә киләсәктә, хөрмәтле милләттәштәр.

Нәзиә БИКБОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.19 | Ҡаралған: 606

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru