«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАҢЛАЙ КҮҘЕН ГЕНӘ ТҮГЕЛ КҮҢЕЛ КҮҘЕН ДӘ АСЫУСЫ УЛ
+  - 



Бөгөн күптәр: "Ул беҙҙең күҙебеҙҙе асты!" - тип, уны ысын мәғәнәһендә мөғжизә тыуҙырыусы итеп күрә. Уйлап ҡараһаң, хеҙмәт йылдары дауамында Марат Талғат улы балаларҙан алып ҡарттарға тиклем күпме кешегә донъяны барлыҡ төҫтәрендә күреү бәхетен бүләк иткән! Бынан тыш, уның фәнгә ҙур өлөш индереүен, медицина һәм офтальмология терминдарының башҡортса һүҙлектәрен сығарыуын, барлыҡ исем-атын, дәрәжәләрен һанай китһәң, гәзиттең бер нисә бите китер. Бөгөн иһә барлыҡ регалияларҙы ситкә ҡуйып тороп, дәүеребеҙҙең арҙаҡлы шәхестәренең береһе медицина фәндәре докторы, профессор, академик Марат АҘНАБАЕВ менән замандаштар булараҡ әңгәмә ҡорҙоҡ.

Марат Талғат улы, тормош юлығыҙҙы байҡаһаң, унда һеҙҙең ниндәй шәхес булыуығыҙ асыҡ күренә: табип, сәйәсмән, фән һәм йәмәғәт эшмәкәре... Шулай ҙа тап табиплыҡ һеҙҙе үҙенә нығыраҡ ылыҡтырған, ошо юлды һайлауға нимә этәргес булды икән?

- Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа халыҡ ауырый башланы. Крупоз пневмония таралды. Ул ваҡытта миңә 9 йәш ине. Ашау яғы ла, кейем яғы ла бик наҡыҫ. Берҙән-бер көндө бер туған ҡустым Румил бик ҡаты сирләп китте. Шул осорҙа ауылда әлеге крупоз пневмонияһынан 5-6 бала вафат булды. Ҡапыл ауырыйҙар ҙа, өс-дүрт көн эсендә үлә лә ҡуялар. Заманына күрә дарыуҙар ҙа юҡ, ярай әле пенициллин килгән район үҙәгенә. Миннибай Рахманҡолов тигән хәрби фельдшер Кинйә-абыҙ ауылынан ине. Ул күп кешеләрҙең, шул иҫәптән ҡустымдың да ғүмерен һаҡлап ҡалды. Дарыуҙар район үҙәгендә генә, унда барырға транспорт юҡ, фельдшерҙың һыбай киткәне хәтеремдә. Былар барыһы ла күҙ алдымда булды һәм бик тетрәндерҙе, уйымда, фекеремдә, тормошомда табиптарҙың көсө, мөмкинлектәре тураһында бик ҙур эҙ ҡалдырҙы. Ул ваҡытта яҙғыһын ҡар аҫтында ҡалған башаҡты ашап, септик ангина менән дә сирләнеләр. Ике-өс көн яталар, тамаҡтары шешә һәм үләләр ине. Хатта мәктәпте ябып, балалар шунда ятты. Унда ла 7-8 кеше вафат булғандыр. Был күренештәрҙең барыһы ла мине, табип булам, тигән ныҡлы ҡарар ҡабул итергә этәрҙе лә инде. Бөгөн иһә дөрөҫ һөнәр һайлағаныма инанам, сөнки белемең, тәжрибәң булһа - табиплыҡ йәнгә йылы тойғолар бирә, ҡәнәғәтлек килтерә. Табип һәм уҡытыусы - кешеләргә иң яҡын шәхестәр бит улар.

Һеҙ Башҡортостанда ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә лә үҙегеҙҙең ярҙамығыҙҙы күп күрһәткән белгес, барлыҡ төбәктәрҙе йөрөп сыҡҡан кешеләрҙең береһе. Бында ниндәй маҡсат алда торҙо: үҙегеҙҙең эшегеҙҙе киңәйтеүме, әллә милләттәштәребеҙгә, халыҡҡа күберәк файҙа килтереү, ярҙам итеүме?

- Күрше өлкәләрҙәге милләттәштәребеҙҙең хәл-торошо насар икәне тураһында хәбәрҙар инем. Мәҫәлән, Ҡурған башҡорттарын алайыҡ: колхоздар тарҡалған, урыҫ ауылдарында ла, башҡорт ауылдарында ла тәҙрәләрҙе таҡта менән ҡағып, халыҡ ауылды ташлап китә башлаған. Йорттар етемһерәп буш тора, ерҙәр эшкәртелмәй, ҡый баҫып киткән. Ерҙәре уңдырышһыҙ. Эшкәртергә техникалары юҡ. Тарҡалып бөткәндәр. Өлкә үҙәгенә барыр ине - аҡсаһы юҡ. Медицина ла көслө түгел ине. Бер барып күргәс, шундай фекергә килдем: йыл һайын барасаҡбыҙ, халыҡҡа ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Һигеҙ йыл рәттән йөрөнөләр беҙҙең Үҙәктән, мин шәхсән ике тапҡыр булдым. Тәүҙә арттан гел күҙәтеп йөрөгән кешеләр булды. Донъяны күп күргән кеше булараҡ, "Башҡа маҡсат эҙләмәгеҙ, беҙҙең медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатынан башҡа бер маҡсат та юҡ", тип әйтеп ҡуйҙым, Шунан эйәреп йөрөүсе булманы.
Сәфәремдән шундай һығымтаға килдем һәм әле лә шундай фекерҙәмен: беҙҙең элекке боронғо мәҙәниәт тап шунда - Ҡурғанда һаҡланған. Унда балитәкле күлдәктәр кейеп йөрөйҙәр. Әммә үҙҙәрен бик ғорур тоталар. Уларҙа элекке тәрбиә лә, дин дә бар. Шуға Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты белгестәре унда һаҡланған бар байлыҡты түкмәй-сәсмәй йыйып алырға бурыслы. Хатта фильмдар төшөрөргә кәрәк. Әлбиттә, күп эшләнде, китаптар ҙа сыҡты, әммә тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгәндер, моғайын. Уларҙың тел байлығы иҫ китерлек, хатта медицина терминдарын да үҙҙәренсә әйтәләр ине. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең башҡорттар йәшәгән барлыҡ райондарын, ауылдарын йөрөп сыҡтыҡ. Әммә табип булараҡ, башҡортмо, урыҫмы - ҡарап торманыҡ, кем килә, барыһын да ҡабул иттек.

Ошо эштәрҙең барыһын бер үк ваҡытта алып барҙығыҙ: студенттарға белем дә бирҙегеҙ, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры булдығыҙ, күрше өлкәләрҙә лә йөрөнөгөҙ, дәүләт-йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштығыҙ. Дәрт, энергия, илһам сығанағын ҡайҙан алаһығыҙ?

- Ул кешенең булмышында ятҡан, ҡанында, тоҡомонда һалынған, быуындан-быуынға тапшырылған хис-тойғолор, моғайын. Шулай уҡ тәрбиә лә мөһим роль уйнайҙыр. Беҙҙең нәҫел бит боронғо. Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башлығы, башҡорттарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшен ойоштороусыларҙың береһе, Иван Грозный ҡулынан кенәз титулы алған Ҡарағужаҡ бей Мишәүленән киләбеҙ. Атайымдар һирәк булһа ла уны элек иҫләп ала торғандар ине, әммә бер ваҡытта ла асылып китеп һөйләмәнеләр. Атайымдың әсәһе яғынан өләсәйем Латифаның олатаһы башҡорт дворяндарынан Абдулла кантон. Шул тәрән тамырҙарҙан киләлер, тием.

Һеҙ медицинаның төрлө осоронда эшләгән кеше, уның бөгөнгө торошо менән ҡәнәғәтһегеҙме?

- Тотош медицина тураһында һөйләргә йөрьәт итмәйем, сөнки уның төрлө тармаҡтары бар. Әммә үҙемдең офтальмология фәненән сығып та шуны әйтә алам: беҙгә бирелгән, республикала булған ҙур мөмкинлектәрҙе әле 30 процентҡа ла файҙалана белмәйбеҙ, шуныһы насар. Гөрләп торған фәнни-тикшеренеү институты бар, шунда күпме белгестәр әҙерләргә, күпме кешеләрҙе ҡарарға булыр ине. Беҙ ете урында үҙәктәр асҡайныҡ. Уларҙы иғтибарлап ҡарамау һөҙөмтәһендә береһе, нәҡ минең тыуған районымдағыһы, ябылды, икенсеһе ябылыу хәлендә тора. Элек ошо төбәккә ингән халыҡтың барыһы ла Күмертауға килә торғайны, хәҙер барыһы ла Ырымбурға бара. Бер операция 48-50 мең һум тора. Бер йылда 300-500 кеше барһын, ти, күпме аҡса ситкә китә.
Әллә шундай махсус емергес сәйәсәт алып барыламы, тип аптырап ҡуям. Булғанды бөтөрөүе еңел. Шундай ҡеүәтте шулай файҙаланалармы ни? Бағыусы, ҡараусы, контролләүсе юҡ. Көслө кадрҙар ситкә китә. Бөгөн Санкт-Петербургта ғына беҙҙең өс фән докторы эшләй. Тармаҡтағы мин-минлек, тәкәбберлек һөҙөмтәһе ҡорбандары улар. Атап үткән сифаттар бөтөүҙең башланыуы билдәләре. Ә бит күҙ ауырыуҙары буйынса нимәлер төҙөү өсөн Хөкүмәттән ҡарар ҡабул иттереү еңел түгел. Сөнки кеше күҙ ауырыуҙарынан үлмәй, балаларҙың тыуымы, гинекология, кисектергеһеҙ хирургия - бына ошондай глобаль мәсьәләләрҙе хәл иткән осраҡта ғына ҡарар була. Күҙ ауырыуҙары буйынса бик ауыр ҡарар сығартыуы. Шуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт властар менән килешеп эшләнек, зоналар буйынса үҙәктәр асыуға өлгәштек. Был халыҡ өсөн бик уңайлы булды. Сөнки ауыр йылдар, кешенең ҡулаҡсаһы юҡ, баш ҡалаға йөрөү мөмкинлеге юҡ ине. Шуға уларҙың ҡасан килерен көтөп ултырманыҡ, үҙебеҙ халыҡҡа яҡыныраҡ барҙыҡ.

Бөгөн медицинала кадрҙар проблемаһы, ысынлап та, киҫкен тора. Ауыл райондарында тар өлкә белгестәре етешмәне, ФАП-тар ябылды. Үҙегеҙ ошо белгестәрҙе уҡытып йөрөүсе педагог булараҡ, әйтегеҙ әле, ысынлап та кадрҙарға ҡытлыҡмы, әллә сәбәп икенселәме?

- Беҙҙә кадрҙар етерлек кенә түгел, хатта артыҡ та. Әммә ауыл ерҙәрендә уларҙың эш хаҡтары бөгөнгә иң түбән ихтыяжды ла ҡәнәғәтләндерерлек түгел, ә инде баш табип менән ябай табиптыҡын ҡараһаң, айырма әллә нисәмә тапҡырға килеп баҫа. Икенсенән, эше булыр ҙа ул, торлағы ла кәрәк бит. Балыҡ һыуҙың тәрәнен, кеше ҡайҙа еңелерәк, шуны ҡарай инде. Шуға, күптәр ҡалала урынлашырға тырыша, вазифаһы юғары булмаһа ла, уның ҡарауы, йәне тыныс, йәшәргә ятаҡ та табырға мөмкин. Дөрөҫөн әйткәндә, был мәсьәлә ниндәйҙер кимәлдә район хакимиәте башлыҡтарынан да тора. Әгәр райондарға табиптар бара икән, уларға шарттар тыуҙырылырға тейеш. Элек земство табиптарын нисек ҡаршы алғандар: эш урыны, бинаһы, йорт-ҡураһы әҙер, хатта атына-санаһына тиклем тәьмин иткәндәр. Килгән кеше эшләп ала ла китә. Батша Рәсәйе ваҡытында, совет власының тәүге йылдарында ла шулай булды. Табиптарҙың эш хаҡтары хатта колхоз рәйестәренекенән күберәк ине. Башҡа йәмғиәттәрҙә лә табиптың эш хаҡы бик юғары. Европа тураһында әйтеп тә тормайым, хатта Төркиәлә лә улар арыу алалар, өҫтәүенә, шәхси практика менән шөғөлләнәләр. Башҡа йәмғиәттәр беҙҙәге кеүек табиптарҙы "Һин шунда бар", "Хәрби комиссариатҡа бар" тип, унда-бында типкеләп йөрөтмәй. Беҙҙә табип хеҙмәтләндереүсе персоналға әйләнде...

Был үҙе үк эш хаҡы кәмеүенең бер сәбәбе түгелме ни: кадрҙар күп, уларҙы алмаштырырға мөмкинлек ҙур, әммә был осраҡта сифат яғы ныҡ аҡһаясаҡ бит...

- Тап шулай. Сифат тигәндән, хеҙмәтләндереү сифатына килгәндә, хәҙер табип ҡабул итһен өсөн алдан яҙылырға кәрәк. Өфөгә киләләр ҙә, врачҡа инә алмай йөрөйҙәр. Шундай ажиотаж тыуҙыралар. Бәлки, юрый ҙа эшләйҙәрҙер, тикшереү, надзор органдары бар бит, асыҡлаһындар. Ни өсөн элек өс көндә операция эшләнһә, хәҙер алдан яҙылып, өс ай көтөргә тейеш кеше? Бигерәк тә глаукома булһа, ул 15 көн эсендә һуҡырайыуы ихтимал. Кешегә өс айҙан һуң түгел, бөгөн ярҙам кәрәк. Бындай мәсьәләләр бик күп. Уның өсөн ошо тармаҡтың уртаһында ҡайнап йәшәргә кәрәк. Ә хәҙер күбеһе гламур менән шөғөлләнә - тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай. Эшләргә тейеш эштәрен ялтырауыҡҡа алмаштыралар: һөйләрлек, күрһәтерлек эштәре булмаһа ла матур залдарҙа конференциялар үткәрәләр.

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың властарға ғына түгел, медиктарға ла ышанысы ныҡ кәмене. "Дарыу яҙалар, ярҙам да итмәй", "Врач ҡарап та торманы..." һ.б. тигән зарланыуҙар күп ишетелә. Бөгөн медиктарға бирелгән белем ниндәй кимәлдә?

- Белемгә ҡарағанда тәрбиә эше мөһимерәк. Медиктарҙа ла рух тәрбиәләү - уларҙың халыҡҡа яҡын булыуы, уның ихтыяжын аңлауы, үҙеңде уларҙың урынына ҡуйып ҡарауы мөһим. Бөгөн тап ана шул сифаттар етешмәй. Әгәр студенттарҙы тышҡы ялтырауыҡлы белгестәр уҡытһа, буласаҡ белгестәр ҙә шундай була, уларҙан ялтыр, матур тәтәйгә ышанып йөрөүселәр сыға. Ундайҙарҙан, әлбиттә, бер фәтеүә лә булмай. Йә улар эшләй-эшләй табип булып китә, йә шунда иҫәпкә бар булып йөрөйҙәр инде. Бындай белгестәр, тышҡы ялтырауыҡ менән йәшәүселәр медицинала ғына түгел, ғөмүмән, һәр ерҙә лә бар. Әгәр шундай кешеләр етәкселәр араһында булһа - был инде бигерәк тә насар, үлемесле. Был бөгөн ҙур проблема, әммә уға күҙ йомоу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине. Был яҡшыға алып бармай.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Сәләмәтлек сәғәте" үткәреп, бик дөрөҫ эшләне. Сөнки медицина ул "табип-сирле" проблемаһы ғына түгел, ул тотош йәмғиәттең үҫеш проблемаһы. Һәм быны медиктарҙың үҙҙәренә генә ҡайтарып ҡалдырыу ҙа дөрөҫ булмаҫ, уны бергәләшеп, район, урындағы хакимиәттәр, йәмғиәт, йәмәғәт ойошмалары менән бергә хәл итергә һәм, әлбиттә, табиптарҙы тейешенсә әҙерләргә кәрәк. Беҙ эшләгәндә ауылдарға сыға инек, хәҙер ундай сығып йөрөүҙәр ҙә, кешеләр менән аралашыуҙар ҙа юҡ. Потенциал дөрөҫ файҙаланылмай. Кемделер вазифалы урынға тәғәйенләйҙәр икән, уның эше барамы, бармаймы - унар йылдар ултыра. Берәү ҙә анализ яһамай. Министрҙар кәңәшмәнән бушамай. Унан ғына эш алға китмәй бит. Һөҙөмтә юҡ икән, алыштырырға кәрәк. Йәштәрҙе тәғәйенләргә, тәжрибәле ололарҙы урынбаҫар итеп ҡуйырға мөмкин. Кадрҙар сәйәсәте һәм планлаштырыу теләһә ниндәй йәмғиәттең иң мөһим эше булырға тейеш. Бөгөн иһә уларҙың икеһе лә тейешле кимәлдә түгел.

Бөгөн күптәр зарланыуҙан бушамай. Һеҙ - һуғыш йылдары балаһы, уның әсе-сөсөһөн үҙ елкәгеҙҙә татығанһығыҙ. Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?

- Хәҙерге ҡыйынлыҡтарҙы ҙур проблема итеп ҡарамаһын ине кешеләр. Улар беҙҙең ата-олатайҙар күргән-кисергән менән сағыштырғанда бик кескенә. Атай-олатайҙар бричкалар, үгеҙҙәр, аттар егеп, ауыл хужалығын, иҡтисадты күтәрҙе, илде индустриаль илгә әйләндерҙе. Хәҙер бөтөн нәмә бар. Беҙ тотабыҙ ҙа Европа илдәре һәм Америка менән ярыша башлайбыҙ. Ә ниңә, 60-сы, 70-се һ.б. йылдар менән сағыштырмайбыҙ. Прогресс күҙгә күренеп тора бит. Бөгөн бөтөн мөмкинлектәр бар, тормошобоҙҙо үҙебеҙ матур итеп ҡорорға тейешбеҙ.
Унан һуң, ауыл хәлдәре борсой мине. Бөгөн беҙ ауыл хужалығында әллә күпме көс сарыф итеп, тик етештереү менән генә шөғөлләнәбеҙ, сеймалды эшкәртергә лә өйрәнеү зарур. Был, әлбиттә, сығымдар талап итә, шул уҡ ваҡытта үҙен аҡлай ҙа. Иң ҙур файҙалы һәм килемле производство - эшкәртеү бит. Сеймал һатып ҡына байып булмай...

Шулай итеп...
Ниндәй генә һорау бирһәм дә, Марат Талғат улының яуабы барыбер ҙә халыҡҡа, ауылға барып тоташты. "Дан-шөһрәткә күмелһәгеҙ ҙә, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшһәгеҙ ҙә, күңелегеҙ менән барыбер ауыл улы булып ҡалаһығыҙ", - тигәнгә, уның яуабы түбәндәгесә яңғыраны: "Әлбиттә, минең тамырҙарым ауылда. Заманында беҙ киң яландарҙа ялан аяҡ йүгереп, мәктәптә башҡортса уҡып сыҡҡан кешеләр. Ауылдан сығып та күп нәмәгә өлгәшергә, ҙур бейеклектәр яуларға була. Быны минең генә түгел, күптәрҙең биографияһы раҫлай. Беҙҙең академияла 23 академик бар, бер шулай ҡарап ултырабыҙ - күбеһе ауылдан сыҡҡан егеттәр, шул уҡ ваҡытта мин сит илдәрҙә инглиз телендә сығыш яһайым, Төркиәлә - төрөк телендә. Башҡорт телен белеүем арҡаһында төрки илдәрҙең вәкилдәре менән тәржемәсеһеҙ аралашам. Бының менән нимә әйтергә теләйем, ауылдан сығыу ҙа, башҡорт телен белеү ҙә маҡсаттарға өлгәшеүгә һис ҡамасауламай, бары тик плюс ҡына. Әгәр башҡорт телендә уҡымаһам, 840 битлек "Медицина терминдарының русса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеге"н, офтальмология терминдары буйынса һүҙлек төҙөп сығара алыр инемме?.. "

Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.19 | Ҡаралған: 588

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru