«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕЛ БЫУ МЕНӘН, ЙӘКИ МУНСА ЙЫУЫНЫУ ӨСӨН ГЕНӘМЕ?
+  - 



Мунса борон-борондан йыуыныу ғына түгел, ә тотош бер йола башҡарыла торған ер булған. Әле лә бында күптәр йыуынырға ғына түгел, ә ял итергә йөрөй. Мунса - ул тән һәм йән таҙарына торған изге урын, тип әйтһәк тә яңылышмаҫбыҙ, моғайын. Мунса арыуҙы ла, һағышты ла йыуып төшөрә. Иң мөһиме, мунса ингәндә ҡабаланмаҫҡа һәм кәрәгенсә тынысланып, тәнде йомшартып, проблемаларыңды онотоп торорға кәрәк. Шулай итмәһәң, уның файҙаһы булмаясаҡ.

Мунсала тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә, һөҙөмтәлә әселәндереү процесы, матдәләр алышыныу көсәйә. Күпләп тир бүленеп сығыуы организмды шлактарҙан таҙарта, бөйөр эшмәкәрлеген еңеләйтә. Юғары температура йоғонтоһонда тире капиллярҙары ҡан менән тула, был эске ағзаларҙа ҡан йөрөшө тығынын булдырмай һәм ҡан әйләнеше яҡшыра.
Ҡайһы бер немец табиптары мунсаға йөрөгән ауырлы ҡатындар балаһын еңелерәк һәм тиҙерәк таба, тип иҫәпләй. Бала имеҙеүсе ҡатындарҙың 80 проценты һөт барлыҡҡа килеүенә мунса ыңғай йоғонто яһай икәнлеген таный.
Ыңғай һөҙөмтә алыу өсөн төп мунса ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу мөһим.
- Тулы ашҡаҙан менән мунсаға барма. Ас барыу ҙа кәңәш ителмәй, мунса алдынан еңелсә генә ҡапҡылап ал.
- Мунсаға ингәс тә, һабынһыҙ ғына йылы һыу менән тәнеңде йыу ҙа, таҫтамал менән ҡорот. Был яҡшыраҡ тирләргә мөмкинлек бирәсәк. Баш тиреһен яныуҙан һаҡлау өсөн, башыңа башлыҡ кейергә онотма.
- Тән эҫегә яйлап күнегергә тейеш. Шуға ла эләүкәгә менер алдынан 5 минут тирәһе аҫта ултырып тор.
- Эләүкәлә иң дөрөҫ торош: горизонталь, сөнки был саҡта быу тән буйлап тигеҙ тарала, мускулдар яҡшы йомшара.
Мунсала иң мөһиме - быу, ул һауаны зарарһыҙландыра. Быу файҙалы ла булһын тиһәгеҙ, ҡыҙған таштарға ябай һыу урынына төрлө үләндәр йәки шыршы энәләре төнәтмәһе һибегеҙ. Таштарға кеүәҫ һипһәгеҙ, мунсаға яңы бешкән икмәктең ҡабатланмаҫ еҫе таралыр. Быу еңел һәм йомшаҡ булһын өсөн ҡайнар һыуҙы ташҡа әҙләп кенә һибегеҙ. Һыуыҡ һыуҙан быу ауырая һәм еүешләнә, тын алыуы ауырлаша.
Мунсала махсус тын алыу күнекмәләре яһарға мөмкин. Мунсаға ингәс тә, ауыҙ аша тәрән итеп тын ал һәм танау аша сығар. Икенсе тынды танау аша алып, танау аша сығарырға. Һуңынан шалфей (йылан тамыры) менән кейәү үләнен ҡушып яһалған үлән төнәтмәһенә башыңды эйеп, танау аша яй ғына тәрән тын ал. Тынды 2-3 секундҡа эстә тотоп, турайырға һәм танау аша сығарырға. Был күнегеүҙе тынды 8 секундҡа тиклем тотоп тора алырлыҡ итеп ҡабатларға. Бынан тыш, аптеканан эвкалипт, бөтнөк (мята), аҡ сәскә, һары мәтрүшкәнең эфир, йәиһә спиртлы төнәтмәләрен һатып алып, аҙ ғына ташҡа һибергә була. Улар микробтарҙы үлтерә, мунсаға хуш еҫ тарата.
Мунса ярҙамында ябығырға ла мөмкин, тик уның өсөн бер тапҡыр ғына мунса инеү етмәй, ябығам тиһәң, мунсаға даими йөрөргә кәрәк. Был маҡсатта саунаның ҡоро быуы яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә, сөнки организмды эҫенән һаҡлайым, тип, май тулыһынса янып бөтә. Целлюлиттан һәм шлактарҙан ҡотолоу өсөн мунсала ҡурай еләге төнәтмәһе эсергә мөмкин. Бының өсөн 2 аш ҡалағы кипкән ҡурай еләген 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15-20 минут тоторға. Файҙаһы нығыраҡ тейһен өсөн, төнәтмәне ҡурай еләге менән бергә ҡушып эсергә. Тик онотмағыҙ, бөйөрҙәре ауыртҡандарға быны эшләргә ярамай.
Мунсаны миндекһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ҡағиҙә булараҡ, күптәр ҡайын, йәиһә имән миндек ҡуллана. Ҡайын миндеге мускулдар һәм быуындар һыҙлауын баҫа, тирене төрлө сабыртмаларҙан таҙарта, яраларҙы бөтәштерә, кәйефте күтәрә. Уны ҡулланғанда үпкәләрҙә һауа алышыныуы һәйбәтәйә.
Имән миндеге майлы тирене таҙарта, артериаль баҫымдың күтәрелеүенә юл ҡуймай, нервы көсөргәнешенән арындыра.
Йүкә миндеген һыуыҡ тейгәндә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә, баш ауыртыуы баҫыла, тән температураһы төшә, ул бөйөрҙәр эшмәкәрлеген дә яҡшырта.
Аҡ шыршы (пихта) һәм артыш миндеге һауаны таҙарта, ларингит, бронхит, гриптан ҡотҡара. Был үҫемлектәр бүлеп сығарған ыҫмалалы матдә мускулдарҙа ҡан әйләнешен яҡшырта, невроз, невралгик ауыртыу һәм радикулиттан ярҙам итә.
Кесерткән миндеген дә ҡулланып ҡарағыҙ, ул бигерәк тә ревматизм ваҡытында файҙалы. Ҡайын миндегенә ҡушып бәйләнгән кесерткән тәнде рәхәт итеп семеттерә, тән шунда уҡ ҡыҙарып сыға.
Быуындары һыҙлағандарға әрем миндеге тәҡдим итергә була, етмәһә, ул артыҡ майҙы кәметеү һәләтенә эйә. Миндек өсөн әремде сәскә атҡас та, һабағы ҡатмаҫ элек июль-август айҙарында әҙерләү яҡшы.
Бөтә был төр миндектәр менән сабынғандан һуң, төнөн яҡшы йоҡларһығыҙ. Әгәр мунсаны иртән инәһегеҙ икән, үҙегеҙ менән миләш япраҡтары һәм гөлбаҙран (пижма) үләнен ҡушып эшләнгән миндек алығыҙ. Ул нервылар системаһын ҡуҙғыта, көнө буйы яҡшы кәйефтә йөрөрһөгөҙ.
Әгәр ҙә миндек яңы әҙерләнгән икән, уны һыуҙа сайҡап алыу ҙа етә. Ә кипкән миндекте тәүҙә йылымыс һыуҙа 20 минут тирәһе тотоп, һуңынан ғына ҡайнар һыу өҫтәргә ярай.
Мунсала дөрөҫ сабыныу ҙа бик мөһим. Иң тәүҙә еңел, һалмаҡ хәрәкәт менән аяҡ табаны, аяҡтар, оса, арҡа һәм ҡулдарҙан өҫтән аҫҡа һәм аҫтан өҫкә ҡарай бер нисә тапҡыр үтергә. Бынан һуң, лимфатик төйөндәр урынлашҡан тубыҡ аҫтындағы соҡор, сат өлкәһен һәм ҡултыҡ аҫты соҡорона теймәй генә миндек менән тәнде сабырға. Иң һуңынан, миндек менән ҡул, бил, тубыҡ һәм аяҡ табандарына баҫып торорға. Бындай массаж ҡан әйләнешен көсәйтә, күҙәнәктәрҙе аса һәм һөҙөмтәлә тәндән тир, шлактар күберәк сыға.
Мунсала тәнгә төрлө битлектәр эшләү иҫ киткес һөҙөмтә бирә. Бит өсөн 1 балғалаҡ балға ҡоро тирелеләр өсөн йомортҡаның ағын, ә майлы тирелеләр өсөн һарыһын ҡушып болғатырға. 2 ҡалаҡ һуған һутына 1 ҡалаҡ бал ҡушып әҙерләнгән ҡатнашма сәстәрҙе нығыта.
Мунса менән дөрөҫ ҡулланғанда ғына ул кәйефте күтәрә, тәнде сафландыра, хәл-торош күпкә яҡшыра, эшкә һәләтлелек арта. Унда кәрәгенән артыҡ булыу, киреһенсә, һеҙҙе хәлһеҙләндерә, баш ауыртыуы һәм насар кәйеф барлыҡҡа килә. Мунсаға йыш йөрөргә ярамай, 7-10 көнгә бер тапҡыр барһаң, шул етә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.19 | Ҡаралған: 1056

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru