«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОТОЛАЙЫҠ ИБЛИС ҠОТҠОҺОНАН
+  - 



Шәмсиә әбей ул һыуҙы төрлө ҡоҙоҡтан төрлө ваҡытта йыйыуын һөйләне. Ҡайҙан, нисек йыйғандыр - уныһы дауалаусының үҙ эше, үҙ ысулы. Әммә һыуҙың, ысынлап та, ниндәйҙер үҙенсәлекле тәме бар.
Һыу, тигәндән, ғалимдар билдәләүе буйынса, һыу бөтөн ергә лә үтеп инә алған берҙән-бер үткәргес (проводник). Әлеге мәлдәге интернет системаһы кеүек, бөтөн тарафтарҙы ла тоташтырып тороусы нәмә - ул һыу. Ул атмосферала ла, тупраҡта ла, үҫемлектәрҙә лә, хайуандарҙа ла һәм, әлбиттә, кеше организмында ла бар. Шуға күрә генә лә әбейҙең һыу аша, һыу эсереп кодлауында ниндәйҙер бер хикмәт, бәлки, мөғжизә лә бар һымаҡ.
Беҙҙә, атеизм көслө заманда үҫкәндәрҙә, "мөғжизәләр әкиәттәрҙә генә була" тигән ҡалып нығынған. Әммә бик күп кешенең Абдуллаға барып ҡайтҡандан һуң эсеүен ташлауын мөғжизәгә тиңләп булмаймы һуң? Мәҫәлән, мин белгән кешеләрҙән ағайым, ике ҡустым, ике кейәү, еҙнәй, ҡәйнеш ошо рәүешле шайтан ҡотҡоһонан ҡотола алды.
"Абдуллалар" ҙа һуңынан барыбер эсеп китә, тиеүсе скептиктар ҙа табылыр. Эйе, бар ундайҙар. Ни өсөн тигәндә, дауалаусы башланғыс, этәргес көс кенә бирә. Артабан ул биргәнгә үҙеңдең ихтыяр көсөңдө лә ҡушырға кәрәк бит әле. Һыуҙың ниндәйҙер тылсымы бар икәненә үҙем ышандым, буғай...
Әбейҙән сыҡҡас, кире вокзалға ашыҡтыҡ. Тиҙерәк ҡайтыу яғына билет алырға кәрәк бит. Өфө яғына китеүсе иртәнге поезға һуңлағанбыҙ. Төшкә тиклем икенсеһен көтөргә тура килде.
Вокзалдың ресторанына инеп, тамаҡ ялғап алдыҡ. Буфет тулы спиртлы эсемлек: һыраһы ла, шарабы ла, араҡыһы ла - бөтәһе лә бар (хәйер, хәҙер бөтөн ерҙә лә шул уҡ хәл). Йәнең теләгәнен һайлап ал. Ләкин теләк юҡ, билләһи! Ҡыҙыҡ өсөн күҙ алдына килтереп ҡарайым: хәҙер элекке кеүек йөҙ грамм ҡойҙороп алам да, эсеп ебәрәм, йәнәһе. Шунан миңә рәхәт булып китә. Юҡ! Теләк юҡ! Улай ғына ла түгел, араҡыға ҡарата күңелдә сикәнеү, ерәнеү тойғоһо барлыҡҡа килгәнсе. Үәт, мәйтәм, һыуҙың көсө тәьҫир итә башланы бит! Етмәһә, бер туҡтауһыҙ сөскөртә, өшөткән һымаҡ та. Тән ауырайып, гриптан ауырығандағы һымаҡ булып китте. Әбей "башта бер аҙ ауырып алырһығыҙ" тип алдан иҫкәрткәйне шул. Тәүге симптомдар башланды түгелме һуң?
Вокзал эскәмйәһендә вайымһыҙ ғына ултырам. Ҡатын менән дә артыҡ һүҙ сурытмайбыҙ. Тимер юл вокзалдары бер-береһенә оҡшай бит ул. Ҡайҙалыр ҡабаланыусы кешеләр, касса эргәһендәге сират, төйөнсөктәрен ҡосаҡлап, йоҡлап ултырыусылар, бөтөн ергә лә етешеүсе сиғандар, һәр ваҡыт асыулы иҙән йыуыусы персонал һәм дә туҡтауһыҙ иғландар уҡыусы диктор тауышы - бер кем бер кемде лә белмәй, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл.
Ҡатыным менән ошо ҡырмыҫҡа иләүендә ултырабыҙ. Юҡ, баҡтиһәң, таныштар ҙа бар икән. Фатирҙаштарыбыҙ ҙа бында. Оло йәштәге ҡатын улы менән бер мөйөштән урын алған. Әсәһе улы өсөн ныҡ ҡыуанғанға оҡшай. Йүгереп барып малайына туңдырма алып килде. Эргәһендә өрөлөп-сөрөлөүенә ҡарағанда, ҡыуанысы ысынлап та ҙурҙыр. Тик улы ғына вайымһыҙ, туңдырма кимереп ултырған була. Йәш егет менән ҡыҙ ҙа бында икәндәр, ҡосаҡлашып, йоҡлап ултыралар. Баһадир егет тә үткән-сүткән кешене күҙәтеп ултыра. Ҡараштарыбыҙ осрашты. Әлбиттә, бер-беребеҙҙе таныныҡ. Егеттең күҙҙәре генә йылмайҙы ла, ҡарашын ситкә алды.
266-сы поездың 8-се вагонында бергә ҡайтырға насип булды беҙгә - бер фатирҙа йоҡлап сығыусыларға. Тамбурға тәмәке тартырға сыҡҡанда йәш ғаиләне яҡындан күрҙем. Ҡатыны ситтән генә сибәр күренә икән. Яҡындан ҡарағанда штукатурка һыланған бер ҡурсаҡ һымаҡ. Ҡалын итеп һыланған крем күҙ аҫтындағы йыйырсыҡтарын барыбер ҡаплап бөтөрә алмаған. Йәш ҡатын ҡиммәтле сигаретын яртылаш тартып, помада һеңгән төпсөгөн ирҙәр кеүек аяҡ аҫтына ташланы ла, сырт төкөрөп, вагонға инеп китте. Бер аҙ шым торғандан һуң, егет менән һөйләшеп киттек.
- Все потерял. И работу, и деньги. Представляешь, даже квартиру пришлось продать. Осталась только семья, - тине егет әсенеп.
- Любишь жену? - тип һорайым.
- Да…
- Дети есть?
- Пока нет…
- И дети будут, и на работу устроишься. Не сразу, конечно, - тип йыуатҡан булам юлдашымды.
- Алла бирсә, шулай булсын инде, - тигән була.
Өфөнөкөләр икән. Ул үҙ ҡайғыһын һөйләй, мин үҙ хәлемде. Аңланыҡ бер-беребеҙҙе. Уңыштар теләнек. Егет ҡатыны янына инеп ултырҙы. Ҡосаҡлашып, йоҡлап киттеләр. Шыпырт ҡына баяғы әсәһе менән килгән йәш егет тә килеп сыҡты. Тартырға һораны. Әсәһенән йәшереп тарта икән. Бер ыңғайҙан тартыуын ташларға ла вәғәҙә биргән булған да ул, түҙеме етмәгән.
- Әле йәшереп тартаһың, һуңынан йәшереп эсә башлаһаң? - тим уға.
- Юҡ, ағай, бынан был яғына ауыҙыма грамм да алмайым. Эсергә теләк тә юҡ һымаҡ. Тик бына Яңы йыл байрамын ғына эсмәй үткәреп ебәрһәм…
- Уныһы шулай, - тип килешәм.
Бөрйән егете булып сыҡты яңы танышым. Аграр университеттың агрономия факультетын тамамлаған икән үҙе. Һөнәре буйынса эшләй алмаған. Эсергә студент сағымда өйрәндем, ти. Армияла булмаған. Холоҡ-фиғеленән, үҙен тотошонан уҡ күренеп тора - әсәһенең иркә балаһы. Йөҙө, сырайы ла балаларса - бер ҡатлы, хәйләһеҙ ыуыҙ бала инде шунда. "Әсәйеңдең итәгенә йәбешеп йөрөһәң, игенде һин Бөрйәндә түгел, Илештә лә үҫтерә алмаҫһың", - тип әйтергә уйланым да, тыйылдым. Кеше мөмкинлектәрен белеп булмай бит. Бәлки, киләсәктә ошо, үҙе һөйләгәндә үҙ хәбәренә үҙе пыш-пыш көлөп алған егеттән, ысынлап та, бөйөк агроном сығыр, йә булмаһа, икенсе һөнәр кешеһе. Баһадир егет менән генә яҡындан аралашырға насип булманы. Вагонға ингәндән алып тәҙрәгә тексәйеп тик ултырҙы. Үҙе генә белгән тәрән уйҙарына сумып, тирә-яҡты күҙәтте. Вагон тәгәрмәстәренең бер төрлө туҡылдауы хәҙер инде икенсе ваҡыт берәмектәрен иҫәпләгән кеүек ине. Шулай тамамланды айыҡ донъяға аяҡ баҫтырыусы "Мәккә"гә сәйәхәт.
Абдуллаға барып ҡайтыу яңы тормоштоң башы ғына икәнен, әлбиттә, яҡшы аңлай инем. Абдулла - тәүәккәллектең тәүге аҙымы ғына, ә ҡалған аҙымдарың - ысын тормошоң. Уларының нисек булыры бары минән генә тора. Миңә бәйле булмаған тормош хәлдәре лә бар бит әле. Мин үҙгәрермен дә ул, мине уратҡан мөхит шул көйөнсә ҡала бит.
Элекке ҡалыптарҙа, өйрәнгән шарттарҙа яңыса йәшәп китеүемә булышлыҡ иткән тәүге тойғо - оялыу булғандыр. Ғөмүмән, оят төшөнсәһе тәрән мәғәнәле, бик боронғо тойғо бит ул. Бәлки, тәүтормош ҡоролошонда кешеләр оят ерҙәрен ҡаплап йөрөй башлаған саҡта уҡ яралғандыр был төшөнсә. Аҙаҡ, әҙәм балаһы кейенеп алғас, был төшөнсәнең мәғәнәһе тәрәнгәрәк, күңел, йөрәк, аң даирәһендәге намыҫҡа барып ялғанғандыр.
Эскән саҡта эсеүемдән оялдым. Уның хурлыҡ, кәмселек, ғәрлек икәнен тойоп йәшәнем. Етмәһә, эскән һайын оялтып, намыҫландырып, һәр саҡ иҫкәртеп тә торҙолар. Ә хәҙер, дауаланып ҡайтып та, яңынан эсә башлауым икеләтә оят буласаҡ бит. Сөнки дауаланыуымды бер кемдән дә йәшермәнем. Аллаға шөкөр, хуплап ҡабул иттеләр. Үҙем дә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштым. Мин тәүге тапҡыр үҙ-үҙем алдында, ғаиләм, туғандарым, дуҫтарым, таныштарым, хатта мине белгән-белмәгәндәр алдында ла яуаплылыҡ тойғоһон аңлай башлағайным.

Мораҙым ӘХМӘТОВ. (Дауамы. Башы 5-6-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.19 | Ҡаралған: 614

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru