«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨРКӨТТӘР ОЯ ТАШЛАМАЙ
+  - 



"СССР тарҡалыр алдынан хәрби хеҙмәткә алдылар. Төньяҡ Хәрби-диңгеҙ флотына эләктем. Ярты йыл эсендә донъялар үҙгәрә башланы, шул дәүерҙә армия ла, унда хеҙмәт иткән һалдаттар ҙа бер кемгә лә кәрәкмәй һымаҡ ине. 1992 йылда ғәрәсәт булып, утрауға һуҙылған электр энергияһы бағаналары йығылып бөттө. Беҙ казармаларҙа 23 көн буйы һыуыҡта йәшәнек. Шул ваҡытта ныҡлы һыуыҡ эләктерҙем. 1993 йылда сирҙең тәүге билдәләре күренә башланы, яйлап-яйлап өйәнәктәр ҡуҙғалды. Йылдар буйы йыйылып килеп, ошондай хәлгә ҡалдырып ҡуйҙы", - тип тауышына һис бер зар сығармайынса, яҙмышына яҙғанды сабыр ғына күтәреп һөйләй Морат Йәнбирҙин.

Ә мин уны иҫем китеп тыңлайым. Иҫ китерлек тә шул, сөнки һап-һау, өрлөктәй егеттәр, ауылдарҙа эш юҡ, тип яйлап ҡына тормош төбөнә тәгәрәгән мәлдә, ҡасандыр тыуған иленә хәрби бурысын үтәргә барып, ватанының ил һаҡсыларына битарафлығы һөҙөмтәһендә бөгөн ике көнгә бер гемодиализ үтеп торған ир-уҙаманының, мин сирле, тип һуҙылып төшөп ятмайынса, киреһенсә, эргәһенә әүҙем ир-егеттәрҙе туплап, йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы эштәр башҡарып йөрөүе үҙе бер батырлыҡ бит! Ә барыһына ла былтыр Баймаҡ районының Темәс ауылындағы ваҡиғалар сәбәпсе була. "Эйе, былтыр сентябрҙәге ваҡиғалар тормошомдо үҙгәртеп ебәрҙе, ниндәйҙер көстө уятты, артабан былайтып йәшәргә тейеш түгелбеҙ, ни өсөн был хәл тап минең Башҡортостанымда килеп сыҡты, тип уйландым. Борон милләт алдында торған проблемаларҙы, ил-йорт мәсьәләһен йыйындарҙа хәл иткәндәр, беҙ, Әбйәлил районы ир-егеттәре лә, халыҡты битарафлыҡтан уятырға тейешбеҙ, тигән ҡарарға килеп, бер ҡорға тупланырға булдыҡ..."
Әммә барыһы ла еңел генә килеп сыҡмай: һәр ауыл советына ваҡытлыса яуаплылар билдәләп, ойошманы ойоштороу йыйынын үткәрергә булғас, ҡаршылыҡтар килеп тыуа: алдан һөйләшелгән булһа ла, район үҙәгендәге "Уңыш" стадионына уларҙы индермәйҙәр. Ләкин был егеттәргә, киреһенсә, рух, сәм генә өҫтәй - улар аптырап ҡалмай, һабантуй майҙанына сығып китә. Шунда инде Морат Йәнбирҙинды ир-егеттәрҙең район буйынса хәрәкәтенә яуаплы итеп һайлап ҡуялар. Яйлап йыйындар ауыл советтарында үткәрелә, ойошма туплана, уға әүҙем, рухлы, эшҡыуар егеттәр килә башлай. "Тап шул мәлдә район хакимиәте башлығы алышынды, интернеттан уға үҙебеҙҙең эш тураһында аңлатып яҙҙым. Ул ҡабул итеүгә яҙылып, килергә ҡушты. Һәр кешене 15 минут ҡабул итһәләр, беҙҙең 20 егеттән торған делегация менән ике сәғәт ярым бөтә булған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп ултырҙыҡ. Шөкөр, район хакимиәте башлығы менән уртаҡ тел таптыҡ. Хәҙер клуб ишектәре асыҡ, йыйындарҙы үткәрергә мөмкин, үткәрегеҙ, тип кенә торалар", - ти әңгәмәсем.
Егеттәр эште эскелеккә ҡаршы көрәштән башлай, сөнки булған барлыҡ проблемаларҙың башында ошо ағыу торғанын яҡшы аңлайҙар. Йыйын ваҡытында аңлатыу эштәре алып баралар. Шулай ҙа кәрәк ваҡытта йәшерен генә алкоголле эсемлектәр һатып ятыусылар өҫтөнән бөркөт кеүек осорға ла күп һорамайҙар. Хатта халыҡ араһында "Бөркөттәр оса" тигән лаҡап та таралған. Хәҙер социаль селтәрҙәрҙә "SOS! Ҡайҙан араҡы табырға була?" тигән яҙыуҙар ҙа күренгеләй башлаған, сөнки халыҡты ағыулаусы, аңын томалаусы эсемлектәр менән сауҙа иткән нөктәләр кәмей, һатыусылар асыҡтан-асыҡ эш итергә тартына. Әлбиттә, эскелекте ҡыҫҡа ваҡытта ғына туҡтатып булмай, әммә киләсәктә егеттәр бөгөнгөләй дәррәү булып, халыҡтың киләсәге хаҡына ошондай көрәш юлдарында йөрөргә һәм ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә әҙерҙәр.
"Хәҙер инде яйлап икенсе теманы - кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләһен күтәрҙек. Беҙҙең халыҡ буш ятырға, эшһеҙлектән баш эйергә тейеш түгел - уларҙы нисек эшле итергә, эш юлдарын күрһәтергә ниәтләнек. Ойошманың үҙенең юрисы бар, булған һорауҙарҙы уға йүнәлтәбеҙ. Ул аңлатып һөйләй. Әлеге көндә күп кенә йәштәр үҙ эштәрен асты һәм грантҡа ғариза бирергә йөрөй", - әңгәмәсемдең тауышында ғорурлыҡ сатҡылары ла сағылып ҡала. Шулай булмай ни, үҙҙәренең әүҙемлеге менән улар күпме йәш кешегә терәк булған, рух өҫтәгән, илһамландырған. Заманында үҙе йәшәгән Көнсығыш ҡасабаһына газ үткәрткән, ауыл советында староста булып та эшләгән кеше бит әле ул. Халыҡ менән эшләү, аңлатыу алып барыу, уларҙың проблемаларын хәл итеү уның булмышында ята. "Үҙемде утҡа алып барып тығам да, шунда янам, - тип көлә Морат. - Инициативаларым менән ауыл советы башлығын ҡаңғыртып бөтөрәм".
Ҡасандыр үҙе лә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә Морат, бура бурай, баш ҡалалағы "Золотая усадьба" тигән фирма менән бергә эшләй, Өфөлә, баҡсаларҙа әллә күпме өй күтәрә. Урманды ситкә биргәс, ағас алыуы ауырлаша, хаҡы күтәрелә, шуға ул ағас эшен ҡалдырып, такси хеҙмәте асып, үҙенең компанияһын ойоштороп ебәрә. Әммә сәләмәтлеге буйынса проблемалар килеп сыҡҡас, был эшен дә ҡалдыра. Былтыр ул умартасылыҡҡа тотона: "Был минең 10 йыл күңелемдә йөрөткән хыялым ине", - ти Морат.
"Ни өсөн халыҡ, бигерәк тә йәштәр һеҙгә ылыға?" - тип һорайым Мораттан. "Халыҡтың властарға бик үк ышанысы юҡ. Етәкселәр матур итеп отчет бирәләр, матур итеп һөйләйҙәр, әммә халыҡ тураһында бик уйламайҙар. Мәҫәлән, һайлауҙар. Шул уҡ ауыл советына, район советына, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға, Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтә. Депутаттарҙы һәр кимәлгә йүгереп йөрөп үткәрәбеҙ. Әммә һайлау үткәс, улар халыҡты онота, отчет яһамайҙар, һорау-үтенестәрҙе властарға еткермәйҙәр. Халыҡ үҙаллы, депутатар үҙаллы тик йөрөйҙәр. Бәлки, шуға халыҡ беҙҙә ниндәйҙер яңы, үҙен яҡлаусы көс күрәлер. Аҡсабыҙ юҡ, бары тик рухыбыҙ ғына бар, әммә, шуны эшләргә кәрәк ине, быны эшләргә кәрәк ине, тип социаль селтәрҙәр аша яҙалар, шылтыратып әйтәләр. Халыҡ рухлы, дөрөҫ ғәмәлдәр башҡарған кеше артынан эйәрергә, уны яҡларға, хупларға әҙер, тик уның мәнфәғәте ситтә ҡалмаһын. Халыҡ - беҙгә, беҙ халыҡҡа таяныс бөгөнгө көндә", - ти ул, ныҡлы ышаныс менән.
Ышаныс тигәндән, Яңы йыл алдынан Магнитогорск ҡалаһында булған фажиғәне ишетеү менән егеттәрҙең бер төркөмө унда ярҙамға ашыға, икенсеһе интернет селтәре аша халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, баҙар буйлап йөрөп, йылы кейемдәр, продукция йыйып, киске сәғәт 4-кә йөҙ мең һумдан ашыу тауар тейәп юлға сыға. "Баҙарҙа эшләгән апайҙар 3-4-әр меңлек өр-яңы кейемдәрҙе төрөп кенә тоттороп ебәрҙеләр. Был да халыҡтың беҙгә ышанысын күрһәтә бит. Шуға беҙ ҙә уларға яҡыныраҡ булырға тырышабыҙ".
Башҡаларҙан айырмалы, Әбйәлил егеттәренең Морат Йәнбирҙин етәкләгән "Бөркөт" ойошмаһы үҙҙәренең уставын әҙерләй. Әйткәндәй, карапты нисек атайһың, уның яҙмышы шулай була, тиҙәр. Ә бөркөттәр бер ваҡытта ла оя ташламай, бәхет эҙләп ситкә китмәй, үҙенең тыуған урынына ерегеп йәшәй һәм ил-йортон хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалап, бейектән күҙәтеп, күкте иңләп, арымай-талмай оса ла оса...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.19 | Ҡаралған: 704

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru