«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙ БҮЛӘК ИТӘЙЕК!
+  - 

Учалы районы Уральск ҡасабаһының музыкаль мәктәбендә һәм "Ирәмәл" балалар ижади үҙәгендә балаларға ҡурай серҙәрен өйрәтеүсе Дим Мөжәүәров хаҡында яҡташтары "Үҙ эшенә бөтөн күңелен һала", тиҙәр. Ике тиҫтәнән ашыу балаларға башҡорт моңона юл асыусы Дим Рәфҡәт улы шулай уҡ ҡурай эшләүсе оҫта булараҡ та киң билдәле.

- Ҡурайҙа уйнарға 7 йәшемдә өйрәндем, - тип һөйләп китте ҡурайсы. - Тәүге уҡытыусым - Рәис Низаметдинов. Минең күңелемдә ҡурайға һөйөү тәрбиәләүсе остазымды һәр ваҡыт оло хөрмәт менән иҫкә алам. Нәҡ уның еңел ҡулы менән тормошомдо милли музыка ҡоралыбыҙ - ҡурай менән бәйләнем. 9 синыфтан һуң Өфө сәнғәт училищеһын, унан сәнғәт институтын тамамлап, үҙемдең тыуған яҡтарҙа Рәйес ағайҙың юлын дауам итәм.
Балалар менән эшләй башлағас, ҡурай етмәүе бәкәлгә ныҡ һуҡты. Учалыла ғына түгел, ә тотош республика буйлап ҡурай эҙләгән саҡтар ҙа булды. Махсус музыкаль магазиндарҙағы ҡурайҙың хаҡы үтә ҡиммәт. Ә ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп кенә йөрөүсе бала уны онтарға, һындырырға мөмкин, шуға күрә ҙур аҡса түгеү урынһыҙ. Минеңсә, ниндәй түңәрәктә шөғөлләнеү ҙә атай-әсәйҙәрҙең кеҫәһенә һуҡмаҫҡа тейеш. Шуға күрә, ниәт иттем дә, үҙем ҡурай эшләргә булдым. Дөрөҫөн әйткәндә, бәләкәй саҡта уҡ ҡурай эшләп ҡарағаным булды. Әле булһа бесәндә ялда туҡтаған арала, ҡурай үләненә тишектәр эшләп, яңы ғына сабылған үлән өҫтөнә ултырып, ҡояшта ҡыҙынып ҡына үҫкән ҡурайҙа үҙем белгән көйҙәрҙе уйнап ултырыуым иҫтә.
Бер йыл тирәһе - ҡулды шымартыуға, ҡурай эшләүҙең бөтә нескәлектәрен аңлауға, кәрәкле материалдар табыуға китте. Әлеге ваҡытта яҡынса өс көндә бер ҡурай эшләйем. Балаларға өйрәнеү өсөн пластик ҡурайҙар тотонам. Әлбиттә, уның моңо ысын ҡурайҙыҡы кеүек "тере" түгел, ләкин эшләүгә еңел, ҡулланылыу ваҡыты оҙайлы. Ҡурай эшләү өсөн материалды Марий Эл республикаһынан алдырам. Шулай уҡ махсус ҡоролма һатып алып, ҡурай һаҡлар өсөн футляр ҙа эшләйем. Уларға ла һорау ҙур. Заказ биреүселәр араһында айырым кешеләр ҙә, музыкаль мәктәптәр һәм түңәрәктәр бар. Мәктәптәр, билдәләүемсә, шпондан (нәҙек кенә ағас) эшләнгән ҡурайҙарға өҫтөнлөк бирһә, олораҡтар иһә үҙҙәренә урманда үҫкән "ысын" ҡурайға заказ бирә. Шулай уҡ бүләккә тип әҙерләткәндәр ҙә байтаҡ. Хәҙер исем-шәрифе яҙылған ҡурай бүләк итеүе айырыуса киң таралды. Һәр башҡорттоң өйө түрендә ҡурай булырға тейеш, тигән фекерҙәмен, шуға күрә бындай заказдарҙы бөтә күңелемде һалып башҡарам. Швейцария, Америка, Германия, Украина кеүек илдәрҙә лә мин эшләгән ҡурайҙар "йәшәй". Францияның милли музейында, беҙҙең республика менән таныштырыусы стендта, шулай уҡ минең ҡурайҙың урын алыуы үҙем өсөн оло мәртәбә һанайым, сөнки уны мин үҙемдең эшемде, тырышлығымды баһалау ғына итеп түгел, ә башҡорт ҡурайына дан йырлау һымаҡ ҡабул итәм.
Бөтә донъя буйлап үҙебеҙҙең милли уйын ҡоралыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыуға, уның төрлө ҡитғаларҙа яңғырауына булышлыҡ итеүем менән бәхетлемен. Артабан да яратҡан шөғөлөмдө ташламай, уны камиллаштырыу өҫтөндә эшләйәсәкмен. Балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү үҙе бер кинәнес булһа, уларҙың мин эшләгән ҡурайҙарҙы ҡулланыуы икеләтә ҡыуаныслы.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.19 | Ҡаралған: 818

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru