«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ОЙОШМА УЛАРҘЫ ТЫУҒАН ЯҠТАР МЕНӘН БӘЙЛӘЙ
+  - 

Башҡортостандың төрлө төбәктәренән баш ҡалаға юғары белем алырға килгән йәштәрҙең үҙенең райондаштары, яҡташтары менән аралашыу өсөн бер төркөмгә берләшеп, төрлө йыйындар ойоштороу йолаһы бар. Тәү ҡарамаҡҡа, был сараларҙың маҡсаты йыл һайын үҙгәргән кеүек булһа ла, ул йәштәрҙең атай нигеҙе урынлашҡан төбәк менән бәйләнештәре өҙөлмәүҙе күҙ уңында тота. Бына шундай быуындар һәм тыуған төйәктәр араһындағы ептәрҙе ялғап торған БР Йәш яҡташтар ассоциацияһының рәсми рәүештә эш башлауына ун йыл тулды. Ойошманың күркәм юбилейы айҡанлы Өфөлә тантаналы сара ойошторолдо.

Байрам уңайынан үткәрелгән саралар теҙмәһенең тәүгеһендә - түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусылар йәштәрҙең республиканан ситкә китеүе, йәш белгестәрҙе ауылға эшкә йәлеп итеү, район етәкселеге һәм әүҙем йәштәр араһында хеҙмәттәшлекте яйға һалыу, йәштәрҙең белем кимәлен күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. "Ҡала мөхитендә үҫмәгән йәштәр башҡа йәмәғәт ойошмалары өсөн ябыҡ, уларға яҡынайыу юлын табыуы ауыр. Әммә "райондаштар" тигән принцип ябыҡ берләшмәләрҙе лә аса ала. Яҡташтар ассоциацияһы идеяһына БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ыңғай ҡарашта, был ойошма уның халыҡҡа мөрәжәғәтендә сағылған маҡсаттарға ярашлы эшләй. Шуға бөгөнгө түңәрәк ҡорҙағы фекер алышыу һөҙөмтәһе ассоциацияның үҫешенә яңы йүнәлеш бирер, тип ышанам", - тине ултырышты асып БР Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идара начальнигы урынбаҫары Азат Бадранов. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров район хакимиәте башлыҡтарына, депутаттарға һәм башҡа дәүләт органдарына ярҙам һорап килгәндә аныҡ тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итергә һәм әүҙемерәк булырға кәңәш итте. "Йәштәргә ҡағылышлы закон проекттары ҡабул ителһенме, уҡыу йортонда бюджет урындары ҡыҫҡартылһынмы - шымып ҡалмағыҙ, фекер алышығыҙ, үҙ мөнәсәбәтегеҙҙе белдерегеҙ", - тине Зариф Закир улы.
Түңәрәк ҡорҙоң эше тамамланғас, йәштәр тауышынан шау-гөр килеп торған фойела күргәҙмәләр менән таныштыҡ. Унда Баймаҡ, Мәсетле, Краснокама, Күгәрсен, Белорет, Йылайыр, Ғафури, Әбйәлил, Дүртөйлө, Федоровка, Архангел, Балаҡатай, Ишембай, Хәйбулла, Бөрйән, Учалы һәм Ейәнсура райондарының үҙенсәлектәрен сағылдырған, йолаһы һәм аш-һыуы, тәбиғәте менән таныштырған күргәҙмәләр урын алғайны. Артабан юбилей тантанаһы шығырым тулы залда дауам итте. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сәләмен уҡып ишеттерҙе һәм әүҙем йәштәргә министрлыҡ исеменән рәхмәт хаттары тапшырҙы. Талантлы студенттарҙың үҙ көсө менән әҙерләгән концерт программаһы һәр кемдең күңеленә ятты, ә инде видеотаҫма рәүешендә күрһәтелгән ойошманың тарихы, иҫтәлекле фотолар ҡасандыр ошо эштә әүҙем ҡатнашҡан оло быуын кешеләренең хәтирәләрен яңыртып ебәрҙе. "Беҙҙең заманда яҡташтар осрашыуы һәр саҡ күмәкләп фотоға төшөүҙән һәм аҙаҡтан ресторанға барыуҙан ғибәрәт булды, ә бөгөнгө йәштәр бына ниндәй бөйөк маҡсаттар менән янып йәшәй!" - тип һоҡланыуын белдерҙе күптәр. "Әбйәлил йәштәре берлеген 2002 йылда яңы форматта эшләргә күсереп, ун икеләп район йәштәре менән "Ете ырыу" тип ойошоп, уртаҡ саралар уҙғара башланыҡ, - ти Әбйәлил йәштәре берлегенең элекке рәйесе Марат Абдуллин. - Тәүмаҡсат итеп йәштәрҙе үҙ-ара таныштырыу, хәмерһеҙ аралашыу, рухи тәрбиә бирерлек сараларҙы даими рәүештә үткәреү ине. Комсомол кеүек ойошмалар юҡҡа сыҡҡас, яңы ойошма ауылдан килгән баҙнатһыҙ йәштәргә лидерлыҡ һәләттәрен үҫтерергә булышлыҡ итте. 16 йылдан һуң алмашҡа килгән йәштәр ошондай уңыштарға өлгәшә алған икән - тырышлығыбыҙ бушҡа булмаған. Киләсәктә лә йәштәрҙең уңыштарына ҡыуанып торорға яҙһын".

ШУЛАЙ ИТЕП...
БР Йәш яҡташтар ассоциацияһы бөгөнгө йәштәрҙең кемдәндер нимәлер талап итеү урынына, киләсәгеңде үҙ ҡулдарың менән төҙөргә кәрәк, тигән ышанысын сағылдырған ойошма. Шуға ла ул меңәрләгән йәш кешенең күңелендә рух уята, мәғрифәтселек идеяларын тарата, донъяның ҡайһы тарафында ла тыуған төйәге тураһында борсолорға, халҡы мәнфәғәтен уйларға һәм иң мөһиме - изге ниәтте дөрөҫ эш менән иҫбатларға өйрәтә. Киләсәктә был мәктәп тағы ла күберәк яҡташтарҙы бер урынға берләштерер һәм йәштәрҙең ташып торған дәрт-дарманын тик файҙаға йүнәлткән эшмәкәрлеген дауам итер, тигән ышаныс бар.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.19 | Ҡаралған: 630

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru