«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2019

Ғинуар
  01  |  02  |  03  |  04
Февраль
  05  |  06  |  07  |  08
Март
  09  |  10  |  11  |  12  |  13
Апрель
  14  |  15  |  16  |  17
Май
  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
  22  |  23  |  24  |  25  |  26
Июль
  27  |  28  |  29  |  30
Август
  31  |  32  |  33  |  34  |  35
Сентябрь
  36  |  37  |  38  |  39
Октябрь
  40  |  41
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн - Бөтөн донъя йөрәк көнө. Шул айҡанлы һиңә бер һорау: нимәгә йөрәгеңде бөтөрәһең?

 
Сайттың архивы
 

2018

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2017

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2016

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2015

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

 
ТАМЫРҘАРЫН ЮЛЛАЙ СЕБЕРҘӘГЕ СЫБЫРҘАР
+  - 



Себер тарафтарында башҡорттар күп йәшәй. Ваҡытлыса эшкә китеүселәр ҙә, бөтөнләйгә йәшәргә күсеп барыусылар ҙа, репрессия йылдарында ебәрелгәндәрҙең балалары ла иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Ә бына Төмән өлкәһе Вагай районында урынлашҡан Бегетино ауылына әллә күпме быуат элек ҡатай һәм үҫәргән ырыуҙары составына ингән бәкәтин башҡорт ырыуы кешеләре нигеҙ һалыуын күптәр белмәйҙер. Ошо хаҡта киң йәмәғәтселек иғтибарына еткереүсе, үҙҙәрен себер татарҙары тип йөрөткән ауылдаштарының шәжәрәһен, ауылының тарихын өйрәнеп, "Бегетино ауылы тарихы" исемле китап сығарыусы Фәрхәд ШАМУРАДОВ менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.

"Бегетино ауылы тарихы" китабын сығарыу уйы нисек барлыҡҡа килде?

- Тарихсы булмаһам да, студент йылдарында уҡ үҙемдең ата-бабаларымдың кем икәнен белеү теләге тыуҙы һәм мин яйлап тарихыбыҙҙы өйрәнә башланым. Ләкин кәрәкле мәғлүмәтте таба алмауым, шулай уҡ эҙләнеүҙәрҙе ни рәүешле алып барырға кәрәклеген аңламауым арҡаһында был эште бер нисә йылға ҡалдырып торорға тура килде. 2015 йылда, ниһайәт, эҙләнеүҙәргә кире тотондом. Тобольск һәм Өфө ҡалалары архивтарында булдым.
Шәжәрәмде төҙөү өсөн архивтарҙа ултырғанда ауылыма ҡағылышлы материалдарҙың күп булыуы ла күҙгә салынды. Мин уларҙы ла теркәп барҙым, күсермәләрен эшләнем, ғөмүмән, шәжәрәм менән бер рәттән, ауылым тарихын асыҡлауға ла тотондом. Барыһы ла архивта ултыра алмай, ә кешеләргә еткерәһе тарихи мәғлүмәт шул тиклем күп һәм ҡыҙыҡ ине. Шуға күрә ауылымдың тарихы тураһында китап сығарырға ҡарар иттем.
Ике йыл материал туплағас, 2017 йыл аҙағында уларҙың барыһын да системалаштырып, китаптың структураһын, планын төҙөп, фотоһүрәттәр эҙләп табып бөткәндән һуң, китапты баҫыуға тапшырҙым. Уҙған йылдың 20 ноябрендә "Бегетин ауылы тарихы" китабын ҡулыма алдым. Китап 100 данала үҙ иҫәбемә баҫылды һәм ул 388 биттән тора. Китапҡа ауылда йәшәүсе 38 ғаиләнең шәжәрәһе һәм ауылға ҡағылышлы архив материалдары, фотолар ингән. Әлбиттә, китаптағы мәғлүмәттәр ауылдың тотош тарихы тураһында һөйләй, тип әйтә алмайым, өйрәнәһе һәм асыҡлайһы моменттар күп. Ләкин китап тарихи факттарҙы артабан асыҡлауға нигеҙ булып торор, тип уйлайым.
Шәжәрәмә килгәндә, ул үҙенә 10 быуынды ала һәм 1670 йылда тыуған Ҡормашҡа барып бәйләнә. Ваҡыт табып, ниәт итеп, унан алдағы быуындарым тураһында ла мәғлүмәт эҙләп табырмын, тип уйлайым. Эҙләнеүҙәр барышында өләсәйем Рәхимә Имәнғолованың һуғышта хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән ағаһы Уразмөхәмәт Колчаковтың эҙенә барып сыҡтым. Ул Сталинград өсөн һуғышта һәләк булған икән.

Был эҙләнеүҙәр барышында һин ауылыңа бәкәтин ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған, тигән һығымтаға килгәнһең, шулаймы?

- Мин тапҡан документтар араһында беҙҙең ауыл тарихына асыҡлыҡ индергән иң тәүге документ - С.У.Ремезовтың 1697 йылда төҙөлгән Хорографик һыҙма картаһы. Карта 1687 йыл мәғлүмәттәренә таянып эшләнгән. Шулай итеп, Бегетин ауылы 1687 йылдарҙа әүҙем үҫешкән ауыл булған. Ә ололар әйтеүенсә, ауылға нигеҙ, яҡынса, 1580-1590 йылдарҙа һалынған.
Тарихҡа күҙ һалғанда, бәкәтин ырыуы башҡорттары Себер тарафтарына Күсем хан менән килгән. Ә Себер ханлығы тарҡалғас, уларҙың ниндәйҙер өлөшө Көнбайыш Себер биләмәһендә ҡалған. Беҙҙең ауылға ла нәҡ бәкәтин ырыуы башҡорттары нигеҙ һалғандыр, тип фаразлайым. Әлбиттә, был етди эҙләнеүҙәр, ғалимдар тарафынан өйрәнеүҙе көткән тема һәм минең китабым ошондай эҙләнеүҙәргә этәргес көс булыр, тип ышанам. Шулай уҡ генетик тикшереүҙәр үткәреү кәрәк, тип һанайым һәм артабанғы эшмәкәрлегемде ошо юҫыҡта алып барасаҡмын.
Әйткәндәй, Себер татарҙары тураһында күп өйрәнгән һәм ғилми хеҙмәттәр баҫтырған профессорҙар Диләрә Тумашева һәм Фоат Вәлиев тә "Бегитино"ның башҡорт этнонимынан килеп сығыуын билдәләй. Ваҡыт үтеү менән улар үҙҙәренең башҡорт булараҡ үҙенсәлектәрен юғалтып, урындағы халыҡтар менән ҡушылып, улар менән оҡшашып, Себер татарҙары исеме аҫтында йәшәй башлаған.
Википедия мәғлүмәттәренә таянып һүҙ йөрөткәндә, бәкәтин ырыуы Бикәтүндән башланған. Уның атаһы иһә башҡорт халҡына исем биреүсе Иштәк. Ә Бикәтүндең улдары Байлар һәм Йүрми булған. Әйткәндәй, беҙҙең районда Иштәк (Истятское) һәм Йүрме (Юрмы) ауылдары бар. Шуға күрә, әгәр ҙә был ауылдарға Бикәтүндең улдары нигеҙ һалған, тип иҫәпләгәндә, ул ауылдарҙа ла башҡорттарҙың тоҡомдары йәшәй, тип фаразларға була. Шулай уҡ йүрме - боронғо башҡорт ҡәбиләһе булараҡ билдәле. Ләкин төплө өйрәнмәйенсә быны раҫлау, ғөмүмән, тарихта бер нәмәне лә, әгәр ҙә документаль нигеҙҙә ныҡлы билдәләнмәһә, "нәҡ шулай булған", тип әйтеүҙән һаҡ булыу кәрәк.

Себер татарҙары менән Ҡаҙан татарҙары араһында ниндәйҙер дөйөм уртаҡлыҡ бармы?

- Элекке ваҡытта Себерҙә йәшәгән бөтә төрки ҡәбиләләрҙе "татар" исеме менән йөрөткәндәр. Ҡытайҙар шулай уҡ уларҙы "нуғайҙар", тип тә атаған. Шуға күрә, әгәр ҙә тарих икенсе төрлө юлдан китһә, беҙ бөгөн, бәлки, Себер нуғайҙары, тип тә йөрөтөлөргә мөмкин инек. Тарих шул тиклем ҡатмарлы әйбер, күпме өйрәнһәң дә тулыһынса осона сығып етеп булмай. Ҡаҙан татарҙары менән беҙҙең уртаҡлыҡ шунда - беҙ барыбыҙ ҙа төрки халыҡтарға инәбеҙ. Ә генетик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, Ҡаҙан, Ҡырым, Себер һәм Әстерхан татарҙары төрлө халыҡтар вәкиле. Уларҙың дөйөм ата-бабалары юҡ һәм уларҙың халыҡ булып формалашыуы бер береһенән бойондороҡһоҙ рәүештә барған. Ошо факт ни өсөн уларҙың телдәре бер-береһенә оҡшамағанын һәм ниңә улар бер-береһен аңламауына асыҡлыҡ индерә.
Шуға күрә, бөгөнгө көндә Себер татарҙарын Ҡаҙан йәки Ҡырым татарҙарына индерергә тырышыу бөтөнләй башҡа һыймай. Беҙ үҙаллы халыҡ. Беҙҙең үҙ телебеҙ, сәнғәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, быуаттар буйы формалашҡан үҙ булмышыбыҙ бар. Әлеге ваҡытта беҙ айырым халыҡ булып көн итәбеҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - "себер халыҡ" булыуыбыҙ. Икенсе төрлө әйткәндә - сыбырлар.
Эйе, беҙҙә Ҡаҙан тарафынан бағыусылыҡ ярҙамы алған йәмәғәт ойошмалары бар. Улар, бәлки, үҙҙәрен Ҡаҙан татарҙары менән бер итеп күрәлер, ләкин беҙҙең ике төрлө халыҡ булыуыбыҙҙы оноторға ярамай. Әлеге ваҡытта Себер татарҙарының һаны яҡынса 200 мең тирәһе иҫәпләнә. Милли мәктәптәрҙә Ҡаҙан татарҙарының әҙәби теле уҡытыла, тик был дөрөҫ түгел, сөнки беҙҙең үҙебеҙҙең матур, бай телебеҙ бар.

Үҙебеҙҙең телдә, тиһең. Ә ниндәй тел ул?

- Беҙҙең телебеҙ - сыбыр теле (сибиротатарский), йәғни башҡортсаға әйләндергәндә - себер теле. Ул төрки телдәре ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-нуғай төркөмсәһенә инә. Беҙҙең үҙ алфавитыбыҙ бар. Ул Себер алфавиты тип атала һәм 39 хәрефтән тора. Унда башҡорт алфавитындағы кеүек үк, Ә, Ғ, Ҡ, Ң, Ө, Ү хәрефтәре бар, ләкин Ҫ һәм Ҙ өндәре юҡ. Шулай итеп, Себер татарҙары һаналһаҡ та, беҙҙең алфавитыбыҙ, һөйләшеүебеҙ һәм яҙмабыҙ башҡорттарҙыҡына ныҡ оҡшаған. Беҙгә, мәҫәлән, Татарстан татарҙары теленә ҡарағанда башҡорттоҡон аңлауы күпкә еңел. Яҙмаларға килгәндә лә шул уҡ хәл, тип уйлайым. Бына, мәҫәлән, "Пәйрәм пескә килә" тигәндә, һеҙ өйрәнгән Б хәрефе урынына П ҡуйылһа ла, барыһы ла аңлашылып тора, шулай бит?
Телебеҙ рәсми теркәлеү үткән, ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөнгө көндә ул ЮНЕСКО тарафынан юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр исемлегенә индерелгән. Был телдә ауылдарҙа ғына һөйләшәләр, ә ҡалала аралашыу тик урыҫ телендә генә бара.

Ошо тиклем ҙур тарихи эш атҡарып сыҡҡан егет тураһында тулыраҡ мәғлүмәт белергә ине...

- Мин Силәбе ҡалаһында тыуһам да, 2 йәшемдән Бегетин ауылында үҫтем. Урта мәктәпте тамамлағас, Машиналар төҙөү техникумында уҡыным. Унан Төмән дәүләт нефть һәм газ университетында белем алдым һәм Төмән индустриаль университетының магистратураһын тамамланым. Һәм шунда уҡ 2016 йылда "Урта профессиональ һәм өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы" программаһын үҙләштерҙем. Шулай итеп, техник, инженер, магистр һәм өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы һөнәрҙәренә эйәмен. Әлеге мәлдә "Быраулау технологияһы һәм скважиналарҙы үҙләштереү" һөнәре буйынса аспирантурала белем алам.
Һигеҙ йыл Төмән дәүләт газ һәм нефть университетында махсус дисциплиналарҙан студенттарға белем бирҙем. Бөгөнгө көндә "Запсибэнерго" белем биреү үҙәгендә уҡытам. Беҙҙә нефть һәм газ өлкәһендә эшләүселәр өҫтәмә профессиональ белем ала. 2013 һәм 2015 йылдарҙа "Төмән өлкәһе йыл уҡытыусыһы" һөнәри оҫталыҡ конкурсының "Йыл оҫтаһы" номинацияһы призеры булдым. Фәнни-практик конференция йыйынтыҡтарында, Рәсәй ғалимдарының фәнни эштәре баҫылған библиографик базала (РИНЦ) баҫылған 30-ҙан ашыу мәҡәлә авторымын. Шулай уҡ бер мәҡәләм Юғары аттестация комиссияһының махсус журналында баҫылды. Нефть скважиналарын быраулау өсөн тәғәйенләнгән махсус прибор - долота инструментының - көсөргәнешлеген үлсәүгә авторҙашлыҡта патентым бар. 2010-2011 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт иттем.

Уҡыуға ынтылышың бала саҡтан шулай көслө булдымы?

- Эйе, мәктәптә лә яҡшы уҡыным. Миңә һәр саҡ яңы нимәлер белеү, яңынан-яңы өлкәләрҙе үҙләштереү оҡшай. Мине әсәйем һәм өләсәйем тәрбиәләне. Улар һәр ваҡыт миңә белемдең ниндәй ҙур көскә эйә булыуын һөйләне, белемле кешенең бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясағын аңлатты. Миңә юғары белем алырға һәм тормошта үҙ урынымды табырға ярҙам итеүҙәре өсөн уларға оло рәхмәтлемен. Әле булһа, улар һәр башланғысымды хуплап, үҙҙәренең кәңәштәрен биреп, изге фатихаларын юллап торалар. Артабан тағы ла бер нисә һөнәр үҙләштерергә иҫәбем бар. Тарих һәм юридик йүнәлеш буйынса белем алырға һәм ғәрәп графикаһына өйрәнергә уйлайым. Күптән түгел сыбыр телендә шиғырҙар яҙа башланым. Кем белә, бәлки, киләсәктә филологияны ла "йүгәнләрмен" әле. Маҡсат ҡуя белгәндә һәм тырышҡанда барыһына ла өлгәшергә була.

Бегетин ауылы халҡы бөгөнгө көндә нисек йәшәй?

- Ауылда әлеге мәлдә 54 йорт. Күберәген оло быуын кешеләре ғүмер итә, шулай уҡ ҡалала йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡандар ауылға ҡайтып йорттар күтәрә. Йәштәр иһә күберәк Тобольск йәки Төмәнгә китә. Элек ауылда мәктәп булды, ләкин ул ябылды. Мин 3 кластан 2,5 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Первомайский ауылына йөрөп уҡыным. Клуб шулай уҡ бикле тора. Медицина ярҙамы артынан да күрше ауылға барырға тура килә. Уның ҡарауы, беҙҙең мәсетебеҙ бар. Ауылдың бәләкәйлеге һәм социаль объекттарҙың булмауы, тәбиғи, эшһеҙлек тыуҙыра. Халыҡ йәй-көҙ айҙарында күк, ҡара, ҡыҙыл көртмәле, ҡайын еләге, ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат, бәшмәк йыйып, ауыл эргәһенән үткән федераль трассаға сығарып һатып аҡса эшләй. Шулай уҡ беҙҙең яҡта балыҡҡа бай күлдәр күп. Балыҡсылыҡ та ауыл халҡына аҡса эшләргә ярҙам итә.

Эҙләнеүҙәрең барышында Өфөгә лә килгәнһең. Башҡортостандың баш ҡалаһы, уның халҡы һиндә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?

- Өфөгә мин Ырымбур Мөхәммәдин дини йыйылышының (Оренбургское Мухаммеданское духовное собрание - ОМДС) документтары менән танышырға барҙым. Унда ҡыҙыҡлы хәл булды. Бер нисә көн эҙләп тә, үҙемә кәрәкле документтарҙы тапмайынса, инде ҡайтырға тип архивтың тупһаһына сығып торҙом. Шул ваҡыт артымдан архивта эшләүсе бер егет сығып, миңә ярҙам итергә теләүен белдерҙе. Баҡтиһәң, ул минең эҙләнеүҙәрем тураһында интернет селтәрендәге яҙмалар аша хәбәрҙар булған. Ул үҙе башҡорт ырыуҙары тураһында мәғлүмәттәр туплау өҫтөндә эшләй ине. Уның ярҙамы менән барыһын да табып өйрәнеп ҡайттым. Миңә ярҙам итеүсе егеттән алып ҡарағанда ла, Өфөлә киң күңелле, ярҙамсыл халыҡ йәшәгәнен аңларға була. Ғөмүмән, Өфөлә кешеләрҙең асыҡ сырайлы, дуҫтарса мөнәсәбәттә булыуы күңелгә һеңеп ҡалды. Бөтә ерҙә лә һорауҙарыма ихлас яуап бирҙеләр. Бер сауҙа үҙәгендә студенттарҙың ниндәйҙер байрамына тура килеп, хатта унда ҡатнашып та киттем. Уларҙың берәүһе миңә ҡурай күрһәтте. Шулай уҡ ҡымыҙ менән һыйланылар.
Өфө оҙонлоҡҡа һуҙылған ҡала булыуы менән иҫтә ҡалды. Мин ноябрь айында барҙым. Төмәндә ул ваҡытта һыуыҡ, ҡар яуған ине. Мин Өфөләге һауа торошон ҡарамайынса, ҡалын курткала килеп төшһәм, унда көн йылы, тирә-яҡ әле булһа йәшел ине. Шулай итеп, ҡышҡы кейемдә йөрөп ҡайттым. Ғөмүмән, ағастарҙың күп булыуы, ҙур-ҙур парктар барлығы хайран итте.

"Башҡорттарға Төмәндән ҡайнар сәләм" тигәнде сыбыр телендә яҙ әле.

- Башҡортларға Төмәннән ҡайнар сәләм!

Шулай итеп...
Бына ошондай энтузиаст егет менән танышырға насип булды. Ҡайһы берәүҙәрҙең өс быуынын да белмәгәнлеген, халҡының үткәненә битараф булыуын иҫәпкә алғанда, алыҫ Төмәндән үҙ тамырҙарын барлау өсөн хатта Өфөгә килеп ҡайтыусы Фәрхәдкә һоҡланмау мөмкин түгел. Тап уның кеүек битарафлыҡтан азат булған егеттәрҙе "донъя тотҡаһы" тип әйтәләр ҙә инде. Уға артабанғы эҙләнеүҙәренең уңышлы булыуын, бөтә ниәттәренең дә тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.19 | Ҡаралған: 226

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Республикабыҙҙың һәр районы-ҡалаһында, иң төпкөл ауылдарҙа ла 3 октябрҙән 13 октябргә тиклем иғлан ителгән ун көнлөктә 2020 йылдың беренсе яртыһына ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә - 611 һум 70 тингә яҙыла алаһығыҙ. Был мәғлүмәтте йәнәшәләге дуҫ-иштәрегеҙгә, туғандарығыҙға ла еткерһәгеҙ ине.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Юлдаш радиоhы

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2019 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt