«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДЫҢ ИҢ КӘРӘКЛЕ КЕШЕҺЕ
+  - 



Был тормошта кемгәлер кәрәк булып йәшәү иң ҙур бәхеттәрҙең береһелер ул. Р.Ғарипов әйтмешләй, "Кеше кешеләргә кәрәк булһын, бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын!" Мин һеҙгә тап ошондай ауылдашыбыҙ тураһында һөйләмәксемен.

Ҡыҙыҡһыныусан бала

Баймаҡ районы Йомаш ауылының иң кәрәкле кешеһе ул Әхтәм Зәйнулла улы Ҡәйепов. Алты балалы Ҡәйеповтар ғаиләһенең төпсөгө булһа ла, бик иркәләнергә форсат булмай уға. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт, умартасылыҡ, йәнә йыл да ҡабатланып килгән утын, бесән эштәренә бала саҡтан өйрәнеп үҫә. Төрлө техниканы һүтеп-йыйыу менән ҡыҙыҡһыныуы шунан башлана: ул саҡтарҙа (үткән быуаттың 70-се йылдары) балалар почта аша төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, открыткалар яҙҙыртып ала торғайны. Бер посылка менән үҙең йыйып-ҡороп ала торған радиоалғыстың кескәй генә деталдәре килә. Кескәй Әхтәмдең шатлығы күккә аша. Ул ваҡытта ҙур, ысын радиоалғыстар ҙа була, әлбиттә. Әммә бына үҙ ҡулдарың менән йыйған радио әллә ҡайҙағы тауышты ишеттерһен әле! Ҙур тырышлыҡ менән кескәй бармаҡтар эшкә тотона һәм бер-ике көн тигәндә радио телгә килә.
- Шул кескәй генә радионы ҡолағына ҡуйып, һикергеләп йөрөгәнен иҫләйем әле лә, - тип хәтерләй Әхтәмдең бала сағын бер туған апаһы, шағирә Лилиә Ҡәйепова. - Тағы ла шул хәтеремдә: атайым Силәбенән беҙҙең икебеҙгә лә уйынсыҡтар алып ҡайтты: миңә "мама" тип ҡысҡыра торған ҡурсаҡ, ә ҡустыма - асҡысын борһаң, елеп китә торған тимер машина. Бер-ике көндән, машинаны нимә йөрөтә икән, тип, Әхтәм уны һүтеп ташланы. Ҡустым ҡуйманы, минең ҡурсағымдың да эсен асып ҡараны. Шулай итеп, икебеҙ ҙә уйынсыҡһыҙ ҡалдыҡ. Бына шулай ҡыҙыҡһыныусан булып үҫеүе уны һәр ваҡыт ижади фекерләүгә этәргәндер, тием...
Әхтәм Ҡәйепов Йомаш урта мәктәбен тик "5" билдәләренә генә тамамлай һәм бер ҡаршылыҡһыҙ Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетына уҡырға инеп, "һыу менән һуғарыу белгесе" һөнәрен алып сыға. Ул осорҙа дәүләт программаһы буйынса илебеҙгә "мелиорация" белгестәре күп кәрәк була. Әммә ул уҡып бөтөүгә, илдәге етәкселек тә, тимәк, сәйәсәт тә үҙгәрә. Әхтәм гөрләп торған ҙур "Һаҡмар" колхозында инженер булып эш биографияһын башлай.

"Мерседес" алып ҡайтты

Хәҙер генә ул "сит илгә сығыу" менән бер кемде лә аптыратып булмай. Ә совет осоронда закондар ҡаты ине. Сит илгә бик һайлап ҡына сығарҙылар. Шулай итеп был бәхет Әхтәмгә лә эләгә. Комсомолдың өлкә комитеты ауыл хужалығының йәш белгестәрен махсус йүнәлтмә менән Германия Федератив Республикаһына (ГДР) ебәрә. Ауылдашыбыҙ Германияла һарыҡ көтөүсе фермерҙа ярты йыл буйына эшләп, тәжрибә туплай. Телде, урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнә. Иң ҡыҙығы шул: хатта алыҫ көнбайыш илендә лә Әхтәмдең "алтын ҡуллы" механик икәненә тиҙ төшөнәләр. Хужаһы төрлө яйланмаларҙы, йәки машиналарҙы ҡараштырырға гел Әхтәмде алып йөрөр булып китә. Күрше-тирәнән дә мөрәжәғәт итә башлайҙар уға. Ҡайтыр ваҡыты еткәс, хужаһы уны бында ҡалырға өгөтләй башлай. Әммә Әхтәм ризалашмай. "Тик миңә Германияла эшләнгән яҡшы еңел машина һайлашырға булышығыҙ!"- тип үтенә Әхтәм хужаһынан.
Бер көндө Йомаш ауылына ҡуйы йәшел төҫтәге "Мерседес" килеп инә. Ишегенән шат йылмайған Әхтәм күренә. Шулай итеп, ул сит ил маркалы дизель автомобилен һатып алып, туғандарын, ауылдаштарын шаҡ ҡатыра. "Ә нисек ҡурҡманың? Берәйһе туҡтатып, машинаңды тартып алып, үҙеңде йәйәү сығарып ебәрһә, йәки үлтерһә?" - тип аптыраған ауылдаштарына ул: "Ә мин төндә генә килдем. Көндөҙ берәй урманға инеп йоҡлайым да, кис китәм. Сөнки төндә бер кемгә лә туҡтамаҫҡа мөмкин", - тип яуаплай. Еңел машиналар менән ҡыҙыҡһыныуын туҡтатмай ул. Хатта Рязань ҡалаһынан да үҙенә машина ҡыуып алып ҡайта.Һәр бер "тимер ат"ын, ҡулы белгәс, үҙенә нисек ҡулай, шулай яйлаштырып та ала.

Бар эшкә маһир

Үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, күп кешеләр эшһеҙ ҡалғас та, Әхтәм ҡул ҡаушырып ултырмай. Атаһы - Зәйнулла Шәрифулла улы Ҡәйепов - ауылдың ғына түгел, район кимәлендә танылған скрипкасы була. Шул моңдарҙы тыңлап үҫкән малайға музыка ене ҡағылмай ҡалмай. Әхтәм гармунда уйнай, йырлай, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға ла өйрәнә һәм төрлө байрамдарҙа ҡатнаша башлай.
- Бала ваҡыттан бирле бик яҡын күрәм Әхтәм дуҫымды, - ти ауылдашы, күршеһе, яҙыусы Нияз Алсынбаев. - Һаман хәтеремдә: ул бер заман бик оҫта итеп ағастан ҡылыстар яһай башланы. Беҙ, малайҙар, ҡыҙығып киттек. Үҙебеҙ эшләп ҡарайбыҙ, уныҡы кеүек матур килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Шунан беҙ бер-нисә тин биреп, йә башҡа берәй ҡыҙыҡ әйбергә алыштырып, унан ҡылыстар яһатып алдыҡ та, бергәләп "һуғыш" уйыны уйнай инек. Шул саҡта уҡ Әхтәм дуҫымдың күңелендә бөгөн маҡталған "эшҡыуарлыҡ" ҡомары йәшәгән икән, тием хәҙер...
Һуңғы йылдарҙа Әхтәм компьютерҙар төҙәтеү эше менән мауығып китә. Компьютер нескәлектәре бихисап. Шул нескәлектәргә өйрәнеү өсөн Әхтәм ҡалын-ҡалын китаптар йә дисктар, төрлө программалар яҙылған яйланмалар һатып ала. Белем генә дөрөҫ һөҙөмтәгә килтерә. Быны яҡшы аңлай Әхтәм. Ауылда махсус мәктәптәр ҙә, курстар ҙа юҡ. Баймаҡ, йә Сибайға барып уҡыр ине, ҡартайған әсәһенең янынан китергә теләмәй. Шуға Әхтәмгә үҙаллы өйрәнергә тура килә. Бик тырыша торғас, 2-3 йылда ярайһы уҡ оҫтаға әүерелә һәм ауылдаштарының һорауы буйынса өйҙән-өйгә йөрөп, компьютер көйләй башлай.

Оҫта ҡәҙере алтынға тиң

Борон башҡортта йола ҡанундары ҡаты булған - кемдеңдер оҫта икәнен белеп ҡалһалар, уны нисек тә ҡәҙерләргә, сирләмәһен тип, нығыраҡ тәрбиәләргә тырышып йәшәгәндәр. Оҫталарҙың ҡәҙере алтынға тиң булған. Мәҫәлән, өй бурағанда, бәлки, оҫта ауыр бүрәнә лә күтәрмәҫ, йышҡы, бысҡы ла тотмаҫ, әммә уның ҡәҙере - "бына ошо бүрәнәне шунда ҡуй ҙа, бына ошо тәңгәлдән бысырға кәрәк" тип әйтә белеүендә булған. Бөгөнгө көндә әлеге шул компьютер оҫталарының эше лә кемгәлер еңел һымаҡ тойолор, әммә оҫтаның уның шулай "ярты сәғәт" кенә экранға текләп, төрлө төймәләргә белеп баҫыу өсөн бер-нисә йыл ялһыҙ ултырыуы, белем туплауы бик ҡиммәт тора!
- Шәхсән үҙем мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ, уның хеҙмәт юлын яҡшы беләм. Мәҙәниәт йорто эшләп торғанда уны һәр ваҡыт концерт-байрамдарҙа музыка уйнатыу, башҡа ойоштороу эштәренә йәлеп итә торғайнылар. Ауылдағы ниндәй сара булһа ла, береһе лә Әхтәмһеҙ үтмәй әле лә. Ул - универсаль музыкант та. Кәрәк булһа, ҡурайҙа, гармунда уйнай, синтезаторҙа, ҡумыҙҙа, гитарала уйнап та һөйөндөрә. Хәҙерге көндә музыкаль аппаратура менән ауылға ғына түгел, хатта күрше ауылдарға ла ярҙам итә. Телевизор, компьютер, телефон һәм башҡа аппаратураларҙы, шулай уҡ техниканы йүнәтеүгә саҡырып ҡына торалар. Саҡырыуың була, ул ваҡыт табып килеп тә етә. Уның шундай юғары профессиональ белеме менән юғарыраҡ үрләргә лә мөмкинлеге булды. Әммә ул ауылды, мәҙәниәтте яратып, ауыл халҡын ихтирам итеп, атай нигеҙен һаҡлап, ауылда ҡалды. Иң кәрәкле кешебеҙ ул беҙҙең, - ти оҙаҡ йылдар ауыл мәҙәниәт йортоның художество етәксеһе, китапханасыһы булып эшләгән хаҡлы ялдағы ауылдашы Роза Асман ҡыҙы Саникина. Бөгөнгө көндә китапханасы булып эшләгән Әлфиә Баймурзина өсөн дә Әхтәм - ҙур таяныс һәм терәк. "Мине иң ныҡ һоҡландырғаны - уның зыялылығы, тәрбиәлеге һәм олоһона ла, кесеһенә лә оло ихтирам менән ҡарауы. Бөгөнгө көндә лә ул ауыл советы, китапхана ойошторған сараларҙа алыштырғыһыҙ ярҙамсы",- ти Әлфиә.

К. ЗӘЙНУЛЛИНА.
Баймаҡ районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.19 | Ҡаралған: 692

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru