«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨҪТӘЛДӘРЕБЕҘҘӘ МИЛЛИ РИЗЫҠТАРЫБЫҘ БУЛҺЫН
+  - 



Борон ҡатын-ҡыҙҙың уңғанлығын нәҙек итеп һалма ҡырҡа белеү оҫталығына ҡарап билдәләгәндәр, тип һөйләй торғайны ололар. Ә бына Стәрлебаш районында уңған хужабикәләрҙе бешергән бауырһағына ҡарап таныйҙар икән. Ошо көндәрҙә райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы, мәҙәниәт бүлеге тарафынан Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Бөтә донъя Фольклориадаһына бағышлап үткәргән фестиваль-конкурста беҙ шуға шаһит булдыҡ һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың Башҡортостандың төрлө төбәктәренән саҡырылған ҡунаҡтарға байрам ашы - бауырһаҡ бешереү серҙәрен өйрәтеүен тамаша ҡылдыҡ.

Башҡорт халҡының борондан килгән ҡунаҡ ҡаршылау йолаһына ярашлы, бауырһаҡ-ҡымыҙ ауыҙ иттереп, йыр-таҡмаҡ менән сәләмләгәндән һуң, Стәрлебаш район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары һәм Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез ҡалаларынан, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка райондарынан килгән ҡунаҡтар алдында күргәҙмәгә юл асылды. Башҡорт милли аш-һыуҙарының бөтәһе лә, бауырһаҡтың ғына ла әллә күпме төрө урын алғайны күргәҙмәлә. Баһалама комиссияһы ағзалары тәүгеләрҙән булып Ҡабыҡҡыуыш ауылында ниндәй тәм-томдар әҙерләнеүен асыҡланы һәм балы телдә иреп торған бауырһаҡты, өҫтәл күрке булып торған сәскәне һәм ҡош телен оҫта хужабикә Айгөл Собханғолова бешереүен белде. Ә инде барлай китһәң, өҫтәлдә ҡомалаҡлы икмәк, май майы, бал, сәмбүсә, ҡоймаҡ, ҡыҫтыбый, эремсек, балан ләүәше, бәрәңге бәрәмәсе, еләк ҡайнатмаһы, ҡыҙыл эремсек, ваҡ бәлеш, манты, ҡорот, ҙур бәлеш, ҡаҙылыҡ, емеш-еләк һәм хатта ҡымыҙы ла, самауырлы сәйе лә бар ине. "Стәрлебаш районына 17 йәштә генә килен булып төштөм, бында бик уңған халыҡ йәшәй, унар һыйыр аҫрайҙар, ризыҡтары мул. Тыуған районым Ҡырмыҫҡалыла итте ваҡлап турап ҡына ултыртһалар, бында өлөшләп бирәләр. Һуғым аштарында хатта бер ҡаҙҙы дүрт өлөшкә генә бүлеп, баш-тәпәйен дә әҙерләп ултырталар", - тип һөйләне һүҙ араһында Айгөл Собханғолова. Ҡабыҡҡыуыш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары бешергән аш-һыуҙарҙың үҙенсәлекле атамаһы ла онотола яҙғандарҙы хәтергә төшөрҙө: мәҫәлән, Раушания Һөйәрембәтова бешергән сәмбүсә, эсәк-ҡарынды турағыс аша үткәреп эшләнгән был бәлеште бөйөрөк тип тә атайҙар. Ҡабыҡҡыуыш ағинәйе Дилбәр Собханғолова иһә балтырған ашын бешереү сере менән уртаҡлашты: "Стәрлебаштар балтырғанды йомортҡа ҡушып бутап бешерә, ә беҙҙең Бөрйән яғында үләндең үҙен генә бешерәләр. Ҡабыҡҡыуыштар, балтырған һәм кесерткән ашын өс тапҡыр бешереп ашаһаң, йыллыҡ дауа алаһың, тиҙәр. Был йоланы онотҡаныбыҙ юҡ..." Ҡабыҡҡыуышта эре малды күп тотҡан ғаиләләрҙең Салауат ҡалаһы баҙарын һөт, ит ризыҡтары менән тәьмин итеүен дә белдек.



"Өләсәйҙең ҡунаҡ ашы - табын күрке баллы бауырһаҡ!" тигән яҙыу эленгән өҫтәлгә Шәкәр ауылы ағинәйҙәре тауҙай өйөп "Витаминлы бауырһаҡ" ҡуйған, сәк-сәк, һары сәскәле, йәшел япраҡлы ҡош теле, йәйҙе хәтерләткән муйыл һәм еләк тубы теҙгән. Был ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының "Күндерәккәй" халыҡ фольклор ансамбле республиканы ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе лә йыр-бейеүҙәре менән таң ҡалдыра, был юлы уларҙың байрам өҫтәле лә хайран итте. Артабан ҡунаҡтар Баҡый ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ҡуйған өҫтәлдә Зилиә Яппарованың сәтәкәй бармаҡтай нәҙек итеп әҙерләгән сәк-сәген, бәрәңге бәрәмәсен баһаланы, Мәҡсүт ауылынан Тәүзиха Дәүләтшинаның: "Эре бауырһаҡ бешереү өсөн йомортҡаны туңдыраһың, шунан иретеп алып, яҡшы итеп туҡыйһың да, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫып, 20 минутҡа һыуытҡысҡа һалып тораһың. Шунан табаға көнбағыш майы ҡойоп, саҡ ҡына ҡаҙ майы ҡушып ҡыҙҙырып алам", - тип, эре бауырһаҡ бешереү серҙәре менән бүлешеүен ҡыҙығып тыңланы. Иҫке Ҡалҡаш ауылынан Маһинур Хөбөтдинованы тыңлайбыҙ. Ул тәүге тапҡыр бауырһаҡты ҡыҙын кейәүгә биргәндә бешереп ҡараған. "Оҫта бауырһаҡсыны саҡырып, бауырһағы оҡшамағас, төнө буйы туйға үҙем бешереп сығыуыма ун алты йыл хәҙер, - ти Маһинур Муса ҡыҙы. - Бауырһаҡ бешереү оҙаҡ ваҡыт талап итә, бер һалған ҡамырҙы ун биш минут буйы болғатып, эргәһендә баҫып торорға кәрәк. Түҙемле, өлгөр һәм егәрле хужабикәләр генә бешерә ала уны". Фестиваль-конкурс һөҙөмтәләре буйынса унда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла төрлө номинацияларҙа баһаланды. Стәрлебаш ағинәйҙәре бауырһаҡ байрамына әҙерләнгәндә был төбәктә генә уның утыҙ ике төрөн иҫәпләгән, уның тураһында шиғырҙар, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплаған һәм килгән халыҡҡа файҙалы булһын өсөн китапсыҡ та баҫтырып сығарған. "Байрамға етди әҙерләндек, бауырһаҡ тиҙ генә телдә иреп юҡ булһа ла эше шул тиклем ваҡытты ала, - ти райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миңлехәнә Баһауетдинова. - Туй йолаһында тулыһынса бауырһаҡтың ҡулланылышы сағыла, шуға, был фестивалгә бөтә ауылдарҙың ағинәйҙәре, мәктәп һәм балалар баҡсаһы, район китапханаһы, мәҙәниәт йорто, балаларҙың ижад йорто менән күмәкләшеп әҙерләндек".
Әйткәндәй, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова, республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, билдәле журналист һәм драматург Сәрүәр Сурина, Өфө районының Шамонино ағинәйҙәре етәксеһе Рәүфә Вәлиева, "Ашҡаҙар" радиоһы журналисы Фәнүзә Баһауетдинова ла Стәрлебаш ағинәйҙәренең эшен юғары баһаланы. Иң мөһиме, бөтәһе лә ағинәйҙәрҙең көндәлек ваҡ мәшәҡәттәр, донъя һәм тәрбиә мәсьәләләрен хәл иткән арала ошондай күркәм байрамдар ойошторорға өлгөрөүенә һоҡланыуын белдерҙе. Ағинәйҙәрҙең матур йолаһы буйынса, киләһе оло йыйынды үткәреү эстафетаһы Федоровка районы ағинәйҙәренә тапшырылды һәм улар йәмле йәй айҙарында бал байрамына саҡырып ҡайтты.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бынан бер нисә йыл элек кенә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә туплаған республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы гөрләтеп эш башлап ебәргәйне, бөгөн ул оло бер тулҡынға әүерелде. Үҙгәртеп ҡороу йылдарын, көрсөктәрҙе, эшһеҙлекте, баҙар иҡтисадын һәм башҡа тормош һынауҙарын иңгә-иң күмәкләп күтәрергә өйрәнгән ауыл кешеләре өсөн был эшмәкәрлек яңы һулыш өҫтәп ебәрҙе. Байрам сараһы бер тапҡыр була ла үтә, ә ағинәйҙәрҙең көндәлек йәмәғәт эшендәге энтузиазмы бөтәбеҙҙең дә йәшәү рәүешенә әйләнер, тип ышанғы килә.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.19 | Ҡаралған: 795

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru