«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2022

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16  |  17 
Май
   18  |  19  |  20 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Һуңғы ҡыңғырау" сараһы йәштәрҙе үҙаллы тормошҡа ғына түгел, яңы маҡсаттар алдына ла баҫтыра түгелме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ ХАРАКТЕРЛЫ АКТРИСА
+  - 

Тәлиға Бикташева. Актриса Рәзифә Динмөхәмәтова.

"Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" проектының маҡсаты - кинорежиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тарихи нәфис фильмы геройҙары менән таныштырыу. Фотоларҙың тәүгеһендә - тарихи шәхес үҙе булһа, икенсеһен фильмдың костюмдар буйынса рәссамы Әлиә Байрамғолова кино төшөрөү майҙансығында яһаны. Сираттағы геройыбыҙҙы тамашасы Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" спектаклендәге Ғәлимә роле өсөн айырыуса үҙ итә торған булған.

Тәлиға Миңлевәли ҡыҙы БИКТАШЕВА (актриса Рәзифә Динмөхәмәтова уйнай) - совет актрисаһы. Бәләкәй сағынан йырларға, бейергә яратҡан ҡыҙҙың урта мәктәпте тамамлағас та актриса һөнәрен үҙләштерергә Өфөгә юлланыуына бер кем дә аптырамағандыр, моғайын. Ҡыҙылға буялған ҡалын киндерҙән тегелгән берҙән-бер күлдәген кейеп, бәләкәй генә төйөнсөк тотоп, баш ҡалаға килгәндә Тәлиғаға 16 йәш була. 1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумының танылыу яулаған режиссер һәм актеры Вәлиулла Мортазин менән Мәкәрим Мәһәҙиев класын тамамлай. Студент сағында уҡ Мирхәйҙәр Фәйзиҙең Башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған "Ғәлиәбаныу" спектаклендә төп ролде башҡара. Остаздары Таңһылыу Рәшитова менән Бәҙәр Йосопова ярҙамында йәш актриса Мөхәмәтша Буранғоловтың "Башҡорт туйы", Дауыт Юлтыйҙың "Ҡарағол", Хәбибулла Ибраһимовтың "Башмағым" спектаклдәрендә уйнай башлай. Хисле булыуы, геройының булмышын тулыһынса ҡабул итеү һәләте, актерлыҡ оҫталығы уға классик репертуар спектаклдәрендә лә, башҡорт авторҙары әҫәрҙәрендә лә берҙәй уңышлы уйнарға мөмкинлек бирә. Билдәле бейеүсе Хашим Мостаев ул йылдар тураһында былай тип хәтерләй: "Спектаклдәрҙә йырлы, бейеүле сәхнәләр күп була торғайны. Театр артистары Зәйтүнә Бикбулатова, Тәлиға Бикташева, Рәғиҙә Янбулатованың тауыштары бигерәк моңло ине. Тамашасы театрға уларҙың йырлауын тыңларға йөрөй торғайны. Спектаклдәрҙә яңғыраған күп йырҙарҙы йырлап та йөрөнөләр...".

Гөлнара ЯРУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты,
проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.19 | Ҡаралған: 485

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2022 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 757 һум 80 тингә яҙыла алаһығыҙ. Был мәғлүмәтте йәнәшәгеҙҙәге дуҫ-иштәрегеҙгә, туғандарығыҙға ла еткерһәгеҙ ине. Әйҙәгеҙ, "Киске Өфө"гә дәррәү яҙылып, гәзитебеҙҙең быйылғы 20 йыллыҡ юбилейына бер бүләк эшләйек!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2022 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt