«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫҢ АСЫЛЫ НИ?
+  - 



Ҡатын-ҡыҙҙың асылы нимәлә? Сибәрлегендәме? Шәплегендәме? Ихласлығындамы? Әллә шуларҙың һәм тағы ла бихисап сифаттарҙың берләшеүендәме? Әйҙәгеҙ, беҙ быларҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәре менән бергә асыҡлайыҡ. Шулай итеп, Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ - бизнес-ледиҙар Әлфинур Ғиззәтуллина, Гөлшат Хәкимова һәм тарих фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Бүләкова менән әңгәмәләшәбеҙ.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, хәҙер һеҙгә "Үҙ тормошоғоҙ хаҡында һөйләгеҙ әле" тиһәм, һүҙҙе нимәнән башлар инегеҙ?

Гөлшат:
Мин, моғайын, балаларым, ғаиләм хаҡында һөйләр инем...
Әлфинур: Эшем тураһында һөйләр имемме икән...
Гөлсәсәк: Минең ҡарашым, бәлки, йәштәрсәрәктер - үҙемдән башлар инем.

Был һорауҙы юҡҡа ғына бирмәнем. Психологтар ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һәм шул йәшенә ярашлы донъяны ҡабул итеүен белеү өсөн ошо һорауҙы биреүсән. Һәм яуаптар ҙа һеҙҙекенә ярашлы була: 20-нән 30-ға тиклемге ҡатын-ҡыҙ үҙе хаҡында һөйләй, 30-ҙан 40-ҡа тиклемгеләр балаларын алға ҡуя, ә инде 45-тән юғары йәштәгеләргә эше тураһында һөйләү ҡыҙығыраҡ кеүек тойола. Ярай, быныһы шундай һынамыш булды. Ә артабан, әйҙә, гәзит уҡыусыларҙы һеҙҙең менән таныштырайыҡ. Әлфинур ханым, белеүемсә, һеҙ мәктәптәге хеҙмәт менән бер рәттән, шәхси эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнәһегеҙ. Әйтегеҙ әле, уҡытыусы көндөң ниндәй ваҡытында икенсе эш менән мәшғүл була ала?

Әлфинур:
Минең беренсе һәм төп һөнәрем - уҡытыусы. Баш ҡаланың 14-се мәктәбендә егерме биш йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем бирәм. Һәм инде ун йыллап туристик агентлыҡтың етәксеһе булып та торам. Һөнәрҙәремдең икеһен дә яратам. Әммә мәктәптә генә хеҙмәт итеү, ундағы артыҡ ҡалыплашҡан йәшәйеш мине тулыһынса ҡәнәғәтләндермәне һәм мин үҙемде икенсе өлкәлә лә һынап ҡарарға булдым. Бөтөнләй ят, таныш булмаған өлкәне өйрәнгем, яңы юҫыҡта үҫешкем, башҡа контингент кешеләре менән аралашҡым килде. Ваҡытты дөрөҫ бүлә белгәндә һәр нәмәгә лә өлгөрөргә, теләк һәм тырышлыҡ булғанда, нимәне лә килтереп сығарырға була икән ул. Мин дә бына ошоно иҫбатланым. Башта аҙыраҡ йүгермәләргә тура килһә лә, хәҙер инде агентлыҡта менеджерҙарым бар. Шулай итеп, көндөң яртыһында мин уҡытыусы, яртыһында - эшҡыуар.
Гөлсәсәк: Мин - тарихсы, махсус рәүештә этнографияны өйрәнеүсе белгес. Был өлкә менән бала саҡтан танышмын. Өләсәйем Вәсилә Садиҡова башҡорт милли кейемдәре буйынса үҙе бер ҙур белгес кимәлендәге ағинәй. Ирем дә тарихсы. Шунлыҡтан, был өлкәне беҙ өйрәнәбеҙ, тип кенә әйтеү аҙ, ә был беҙҙең тормош, йәшәйеш, тип әйтергә була. Һәм тарихты ла мин фәнни дәрәжәләргә өлгәшеү мөмкинлеге генә итеп ҡарамайым, этнография буйынса туҡтауһыҙ тикшеренеү, халыҡҡа аңлайышлы мәғлүмәттәр биреү йүнәлешендә эшләргә тырышам. Һәм был мәғлүмәттәрҙең тарихи дөрөҫлөккә тап килеүе төп шарт булып тора. Мәҫәлән, күптән түгел ҡалабыҙҙың бер билдәле музейында булырға тура килде һәм унда милли кейемдәр буйынса үтә лә наҡыҫ, хаталы мәғлүмәттәрҙе тыңлап, эс бошто. Музей хеҙмәткәре башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренең нимәһе селтәр, ҡайһыһы яға йәки хәситә икәнен дә айырмай ине. Был тәңгәлдә беҙҙә башҡарылаһы эштәр күп әле.
Гөлшат: Минең уҡыған һөнәрем үк туристик бизнес буйынса ине. Башта агентлыҡтарҙа хеҙмәткәр булып йөрөнөм, өйрәндем, тәжрибә тупланым. Унан ирем менән бергәләп үҙебеҙ йөрьәт иттек. Эш башлаған йылдарҙа, балалар бөтөнләй бәләкәй саҡта, әлбиттә, ауырғараҡ тура килде. Әммә беребеҙ төшөнкөлөккә бирелгәндә - икенсебеҙ күтәрмәләп, беребеҙ арығанда - икенсебеҙ дәртләндереп, эштәрҙе яйға һалып алдыҡ.
Был шөғөл мине шундай мөкиббән итте. Ял итергә теләүселәрҙе йәлеп итеү, уларҙа ялға барыу теләге уятыу, ҡыҙыҡһындырыу өсөн ошо илдәр хаҡында мәғлүмәтле булыу, сит илдәр, халыҡтар йолаларын, байрамдарын, йәшәү рәүешен, ил-ара мөнәсәбәттәрҙе, сәйәсәтте һәм башҡаларҙы даими өйрәнеп барыу үҙемде лә күпкә үҫтерҙе. Мин хәҙер теләһә ниндәй ил һәм халыҡтар хаҡында әллә күпме мәғлүмәт бирә алырлыҡ белгес булып киткәнмендер, тиһәм дә арттырыу булмаҫ. Ял итеп йөрөүсе, ялдан ҡайтыусы клиенттар менән дә бәйләнештә тороу, уларҙың фекеренә, хис-тойғоларына ҡолаҡ һалыу, теләктәрен ишетеү ҙә беҙҙең төп бурыс. Көндөң һәм төндөң теләһә ниндәй ваҡытында ла мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр береһенә ваҡыт бүлергә, һорауҙарын ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Шунлыҡтан минең айырым эш ваҡытым йәки эштән тыш ваҡытым юҡ, ҡайҙа ла эш процесындамын.

Ғөмүмән, туристик бизнестың киләсәге бармы? Интернет бәйләнеше, технологик уңайлыҡтар ҡыҫырыҡламаймы? Халыҡты ял итергә йәлеп итеп буламы? Ял итеү мәҙәниәте бармы ул беҙҙә?

Әлфинур:
Ошо өлкә менән тығыҙ аралашҡас, күҙәтеүҙәрем дә бар. Һуңғы биш-алты йылда ял итеүселәр һаны ҡырҡа артты. Мин бында үҙебеҙҙең милләт халҡын, бигерәк тә ауылдарҙа, райондарҙа йәшәүселәрҙе күҙҙә тотам. Элегерәк ҡайҙалыр сит илгә ялға барып ҡайтҡандарға "мещандар" кеүегерәк итеп ҡараһалар, хәҙер уртаса ғына йәшәгәндар ҙә ситкә сығып ял итеп килергә тырыша.
Гөлшат: Ял итә белеү ул үҙеңде ярата белеү кеүек үк психологик тороштор, тип уйлайым. Быға ла өйрәнергә кәрәк. Мәҫәлән, беҙҙә йыл буйына көнө-төнө эшләп, отпускыла иһә баш ҡалҡытмай йә баҡсала, йә башҡа ерҙә тир түгеү ғәҙәти хәл. Хатта ял көндәрендә лә әллә күпме эшләп өлгөрөргә тырышабыҙ, ялыбыҙҙан тағы ла арыңҡырап, йонсоңҡорап сығабыҙ. Шулай түгелме ни? Бына ошоларҙың барыһынан арынып, онотоп һәм онотолоп йылына бер тапҡыр ял итеп алыу мотлаҡ. Бөтөнләй икенсе донъя, икенсе мөхит һәм климатлы ерҙәргә барып ҡайтыу бигерәк тә шәп. Шулай иткәндәр был был ғәҙәтен ҡуймай аҙаҡтан да. Кеше бит сәйәхәттән мотлаҡ ниндәйҙер эске үҙгәреш кисереп, ниндәйҙер яңы уйҙар, яңы идеялар менән ҡайта. Тормошҡа ҡараштары ла яңыра һәм күптәр ялдан һуң төрлө уңыштарға ла өлгәшеп ҡуя.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙ барығыҙ ҙа эшкә бирелгән, хеҙмәт өлкәһендә ниндәйҙер дәрәжәләргә өлгәшкән ханымдарһығыҙ. Нисек уйлайһығыҙ, ғаиләгеҙгә етерлек кимәлдә иғтибар бүлә алаһығыҙмы?

Гөлшат:
Был минең иң ауыртҡан урын инде. Үҙем дә ошо хаҡта йыш уйлайым. Балаларым ун һәм дүрт йәшлек кенәләр, иң иғтибарға мохтаж саҡтары һәм мин, ысынлап та, уларға ваҡытты аҙ бирәмдер тип әсенәм. Ғәҙәти ял көндәребеҙ ҙә, балаларға тип кенә атап бүлгән мәлебеҙ ҙә юҡ. Ҡайһы ваҡыт, туҡтале, балаларым менән генә булып алайым әле, тип, өйҙә ҡалғаным да булды, әммә ике-өс көндән был ниәтем үҙгәрҙе һәм мин ҡабаттан донъя яуларға ынтылдым. Шулай ҙа йылына бер нисә тапҡыр ғаилә менән аҙналап сәйәхәттә йөрөп килергә тырышабыҙ. Әммә... Беҙ, мәҫәлән, үҙебеҙ ҙә шулай үҫтек. Ата-әсәйҙәр көнө буйы эштә, беҙ әле бәләкәй генә көйөнсә үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡарай инек. Ололарҙың беҙгә махсус ваҡыт бүлә алмауы арҡаһында барлыҡҡа килгән бер проблеманы ла күрмәйем. Киреһенсә, бешеккәнерәк, үткенерәк булып үҫтек кеүек. Беҙҙең был тәңгәлдә алыштырғыһыҙ ярҙамсыларыбыҙ өләсәй-олатайҙарыбыҙ инде. Уңайы сыҡҡан һайын уларға мөрәжәғәт итәбеҙ.
Әлфинур: Мин инде үҫкән егет һәм ҡыҙҙарҙың әсәһемен. Бер ваҡытта өйҙән сығып китәбеҙ, шулай уҡ бер ваҡытта ҡайтып инәбеҙ. Ниндәйҙер иғтибарға мохтаж булып ултырыу түгел, уларҙың үҙҙәренең дә ваҡыты юҡ. Әлбиттә, балалар бәләкәйерәк саҡта бәләкәстәремә етерлек иғтибар күрһәтә алмайымдыр кеүек ине. Хәҙер аңлайым, балаларҙы кемдеңдер иғтибарына мохтаж булмаҫлыҡ итеп, шулай уҡ эшкә, төрлө түңәрәктәргә, шөғөлдәргә күнектереп тәрбиәләргә кәрәк икән. Һәм улар һеҙҙең - ата-әсәнең дә эш менән мәшғүл икәнен күреп тора бит.
Балаларым бәләкәйҙән үҙаллы булды. Бешмәгән икән, үҙҙәре бешереп ашаны, беҙ ҡайтҡансы дәрестәрен эшләп, өй мәшәҡәттәрен тамамлап ҡуялар ине. Асылда, уҡыған, аралашҡан мөхиттәре лә матур булды. Был да бик мөһим фактор бит. Икеһе лә ҡалабыҙҙың 20-се башҡорт гимназияһында белем алды, үҙ милләтебеҙҙең, яҡшы кешеләрҙең тәрбиәле балалары менән аралашып, дуҫлашып үҫтеләр. Хәҙер ҙә мин әсәй булараҡ балаларымды "шулай бул, былай бул" тип өйрәтмәйем, шәхси тормоштарына артыҡ тығылып бармайым, әммә ситтән генә контролдә тотам. Улар әле лә үҙаллылыҡҡа ынтылалар. Тормоштарындағы мөһим хәл-ваҡиғаларҙы үҙҙәренсә хәл итергә тырышалар. Әлбиттә, әсәй хоҡуғында фекеремде һәм кәңәшемде әйтәм, тик береһен дә тотоп һындырмайым. Ниндәй хәлдә лә, уларға ярҙам итерҙәй, бик булмаһа, ҡосаҡлап һөйөрҙәй әсәйҙәре барлығын белдереп торам. Иң мөһиме ошолар, минеңсә.
Гөлсәсәк: Улыма биш кенә йәш булһа ла, мине тотошлайы менән әүрәтә ала. Барлыҡ эштәремде ташлап, уның менән уйнап алам, ултырып, ололарса һөйләшеп тә алабыҙ. Бөгөн беҙгә, йәштәргә, бала тәрбиәләү өсөн әҙәбиәт тә, башҡа ярҙамдар ҙа етерлек. Әммә барыбер ҙә бала ата-әсәнең үҙенә һәм үҙ-ара-мөнәсәбәтен күреп-тойоп үҫергә тейеш. Шуға ла үҙ ҡылыҡтарыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тырышабыҙ улымды. Мәҫәлән, минең атаһына мөнәсәбәтемде, уның миңә нисек өндәшеүен йәки беҙҙең ҡартәсәһенә булған ҡарашыбыҙҙы ул аңына һеңдереп йөрөй.

Һеҙ ғаиләлә иң мөһим кешеме? Һеҙҙең кеүек булдыҡлы, эшлекле ҡатындар янында ир-егеткә нисегерәк икән?

Гөлшат:
Һәр хәлдә, мин иремә конкурент түгел. Ул уйлап, самалап, ижади эшләй, ижади фекерләй торған кеше. Ә мин икенсерәк. Ниндәй эштә лә үҙемдең ҡаңғыра биреп китеүемде беләм һәм уның тос ҡына һүҙен, кәңәшен көтәм. Ғаиләлә өс малай үҫкәс, йыш ҡына "Һин әйт, һине тыңлайҙар", тип, атайҙарына һылтанып ҡуям. Ә мөһимлеккә килгәндә, әлбиттә, мин - мөһим. Әсәй бөтә ғаиләләрҙә лә шулайҙыр инде. Минең кәйефем булмаһа, был өйҙәгеләрҙең барыһына ла һиҙелә. Барыһы ла күңелемде күтәрергә тырыша башлай. Өйҙә булмайым икән, өсөһө лә көйһөҙләнә. Үҙемдең шул өс йән өсөн үтә лә ҡәҙерле, кәрәкле икәнемде беләм, тоям һәм ошо миңә көс бирә лә.
Әлфинур: Халыҡ араһында "руль миндә" тигән шаян һүҙ бар бит. Беҙҙең ғаиләлә лә яҡшы мәғәнәлә "руль миндә". Атайыбыҙ ижад кешеһе, уға тыныслыҡ та, эш шарттары ла кәрәк, мәшәҡәттәре лә күп. Мин уны көнкүрештең ваҡ мәсьәләләре кимәленә төшөрмәй, юҡ-бар менән борсомай өйрәткәнмен. Бала тәрбиәләү яуаплылығы ла әсәй иңендәлер, тип уйлайым һәм бөгөнгө "атайҙар тейеш" тигән оранға ҡушылмайым. Атай кеше аҡса табыу менән мәшғүл, уның башҡа донъяуи бурыстары ла аҙ түгел. Һәм ул ир кеше, нимәгә уны йүргәк-ҡашығаяҡ менән тышарға? Ниндәйҙер етди һорауҙарҙы ғына уртаға һалып хәл итәм, ә былай барыһын да үҙаллы эшләйем. Ул да мине тикшереп, сикләп тормай. Бизнес асҡанда ла, мин уға был хаҡта хәбәр генә иттем. Ул "Нимә менән шөғөлләнергә теләйһең? Мин нисек ярҙам итә алам?" тип кенә һораны. Инде нисә йылдар шулай бер-беребеҙҙең ышанысына инеп, өйрәнеп, һүҙһеҙ-бәхәсһеҙ аңлашыуға күнеккәнбеҙ. Ирем күп һөйләп тора торғандарҙан түгел, кәрәк булғанда, хәл иткес һүҙҙе әйтеп ҡуя. Мин дә уның нимәгә нисегерәк ҡарарын, нимә тиәрен алдан белеп торам. Уның холҡона яраҡлашып, ҡулайлашып бөткәнмен. Уны асыуландырмаҫҡа, кәмһетмәҫкә, баһаһын төшөрмәҫкә ярамағанлығын беләм һәм был тәртипте яҡшы тотам. Ғөмүмән, мин өйҙәгеләремдең барыһын да, хатта телефондан да кәйефтәрен дә, сәләмәтлектәрен дә, тын алыштарын да яҡшы тоям. Ғаиләмдең психологик һәм эмоциональ торошон яйлаусы ла, көйләүсе лә мин. Шунлыҡтан, эйе, мин ғаиләлә мөһимдер, тип уйлайым.
Гөлсәсәк: Мин әлегә ғаиләлә бер ниндәй ҙә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итмәйем. Һәр хәлдә, хәл итмәҫкә тырышам. Бөтөн яуаплылыҡты иремдең өҫтөнә һалам һәм уның һүҙен көтәм. Хатта бик теләп тә, ул кире ҡаҡҡан мәсьәләләрҙе лә сабыр ғына кисерә алам. Ул бит барыбер минең фекеремде белде, ул хаҡта уйлап йөрөй һәм барыбер шул теләгемде ҡәнәғәтләндерергә тырышасаҡ. Беҙҙең ирем менән уртаҡлығыбыҙ күп, беҙ бер һөнәр белгестәре, һөйләшер, ҡыҙыҡһыныр нәмәләребеҙ ҙә бер-беребеҙгә аңлайышлы. Мин уны был өлкәлә белемле, төплө кеше тип һанайым һәм йыш кәңәшләшәм. Шунлыҡтан, шәхес булараҡ, мин уға конкурентлыҡ тыуҙырамдыр тип уйламайым. Ә башҡа мәсьәләләрҙә мин дә ғаиләлә үҙ урынымда мөһиммендер. Шулай уҡ беҙҙә лә минең кәйефле булыуым, ирем менән улыма иғтибар бүлеүем бик мөһим. Бер шелтәмдән күңелдәре төшә, бер йылмайып ҡарауымдан балҡып китә улар.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙын ҡырыҫ, ҡаты тип әйтеүселәр бар. Нисек уйлайһығыҙ, был ысынлап та шулаймы? Холоҡтағы был сифат милли һыҙатмы беҙҙә, әллә бының башҡа сәбәптәре бармы - нисек уйлайһығыҙ?

Әлфинур:
Башҡорт ҡатын-ҡыҙы борон-борондан ғаиләлә, ырыуҙа үҙәк ролде уйнаған. Ул балаларҙы ла тәрбиәләгән, мал да ҡараған, аҙыҡ та йүнәткән, кейем-һалымды ла булдырған, һыбай менеп тә йөрөгән, һәм башҡалар. Сигеү сигеп өйҙә генә ултырған йәки ирҙең артына ышыҡланып йәшәй торған зат булмаған улар. Бөгөн беҙҙе шәреҡ гүзәлдәре менән тиңләп, ниндәйҙер ят сифаттар уйлап сығарып тағалар һәм үҙҙәренең үк яңылыш фекере буйынса "ҡаты" тигән ярлыҡ та элеп ҡуялар. Эйе, беҙҙең ҡатын-ҡыҙ көслө. Сөнки улар яугир ир-егеттәрҙән тыуғандар, шундай уҡ әсәйҙәр ҡулында үҫкәндәр. Башҡорт ҡыҙҙары ҡайҙандыр икенсе ерҙән килеп сыҡмаған да һуң, улар ҙа шул уҡ милләт вәкиле. Тимәк, беҙҙең ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа берҙәй үк таҫыллы, ныҡ. "Башҡорт ҡыҙҙары ҡаты" тигәнде бөтөнләй әйтергә ярамай, был дөрөҫ фекер түгел. Шундай мәғәнәһеҙ хәбәр менән егеттәребеҙҙә яңылыш уй тыуҙырмайыҡ! Улар бит шундай "аҡыллы" кәңәштәрҙән сит милләткә әүрәп ҡуя. Барыбер ҙә башҡорт иренә башҡорт ҡатыны ғына ҡулай ул. Сөнки беҙҙең менталитет бер. Мәҫәлән, иремдәге мин күтәрмәләгән сифаттарҙы башҡа милләт ҡатын-ҡыҙы күтәрмәләмәйәсәк, уның миндәге сифаттарҙы ҡабул иткәнен башҡа милләт ире ҡабул итмәйәсәк. Был - тәбиғи.
Гөлшат: Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙа иркәлек, буйһоноусанлыҡ кеүек йомшаҡ сифаттар тәрбиәләү тураһында күп яҙалар. Шуларҙы уҡыйым, үҙемдә ҡулланып ҡарайым, хатта психологка ла йөрөгәнем булды. Йәнәһе, юхалай белеүгә, ыңғайға һыпырып ҡына тороуға өйрәнәм инде. Тик был тырышлығым ике-өс аҙнанан арыға етмәне. Ирем дә улай үҙгәрергә тырышыуымдан көлдө генә. Икенсе яһалма холоҡҡа инергә маташыу мөмкин булмаған хәл икән ул. Шунлыҡтан, шулай ҡатыраҡ, ҡырыҫыраҡ булһам да ысынмын. Мине аңлаған кешеләр минең кем икәнемде белә. Ә бына психологтар әйткәнсә, йүгереп барып ҡосаҡлап үбә, "һөйөклөм-ҡәҙерлем" тип өҙөлөп тора алмайым инде, ундайға өйрәнелмәгән.
Гөлсәсәк: Башҡорт ҡыҙының, ҡатынының холҡо бер бөгөн генә барлыҡҡа килмәгән бит. Был быуаттар буйына халыҡтың тарихы, йәшәйеше, көнкүреше һәм башҡа факторҙары аша формалашҡан. Һеҙ бына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бейеүен алығыҙ ҙа, уны башҡа берәй халыҡтыҡы менән сағыштырығыҙ. Беҙҙекеләр үксәлә тыпырҙап бейей, ә бүтәндәр башлыса аяҡ осонда ғына баҫып йөрөй. Шунан сығып, холоҡтарҙы ла сағыштырығыҙ. Сит милләт ҡатын-ҡыҙының телмәрендә "йәнейем, иркәм, аҡыллым, әйкәйем" тигән иркә һүҙҙәр бар. Ә беҙҙекеләрҙең күптәре ундайҙы әйтергә лә тартына. Нисек кенә булмаһын, үкенескә ҡаршымы-түгелме, был беҙҙең гендар, ҡан аша бирелгән милли һыҙат. Әлбиттә, әлеге психологтар һәм башҡалар кәңәшен тотоп, үҙгәрергә лә булалыр. Тик был беҙҙең үҙебеҙҙе бәхетле итер микән?..

Барығыҙҙың да ғаиләһендә ир балалар бар. Ниндәй килендәр теләр инегеҙ? Үҙегеҙ һымағына риза булыр инегеҙме?

Әлфинур:
Мин бындағы ҡорҙа иң олоһомон, шуға үҙ күҙлегемдән сығып әйтәйем әле. Йәшерәк ваҡытта мин дә ҡырыҫыраҡ, ҡатыраҡ инем ул. Йәшәй бара, олоғая бара үҙгәрәм шикелле. Йылы ашы, йомшаҡ һүҙе булмаған ҡатын нимәгә ул, тип уйлайым. Бәлки, улым үҫә бара ла тыуалыр бындай уйҙар. Улыма бит мин насар ҡатын теләмәйем. Ул бит минең атаһына булған мөнәсәбәтемде күреп тора. Уның күҙ алдында ана шул ваҡиғалар ғаилә тормошон формалаштыра ла бит. Мин атаһына хөрмәт күрһәтмәйем, атай дәрәжәһен күтәрмәйем икән, улым быларҙы ҡатындан көтөргә икәнде лә аңламаясаҡ. Ысынында, үҫеп килгән улым мине күпкә йомшартты, бығаса иҫемә төшмәгәндәрҙе лә аңғартты. Элек нимәгәлер һүҙ ҡуйыртырға ғәҙәтләнһәм, бөгөн өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәм. Сөнки буласаҡ ғаилә башлығы ҡатын-ҡыҙҙың юҡ-барға сарбаулап тороуына күнекмәһен тейем. Улыма ҡарап, иремде яҡшыраҡ аңлай барам кеүек. Һәм, малайҙар әсәйҙәренә ҡарап ҡыҙ һайлай, тигәнгә таянып, уға ла яҡшыраҡ өлгө күрһәтергә тырышам.
Гөлшат: Миңә ҡәйнәм: "Улыма әл дә һин тура килгәнһең", - тигән һымағыраҡ һүҙҙәр әйтһә, мин эстән: "Минең улдарыма миндәйе түгел, бик һәйбәт, ыңғай ғыналары тура килһен инде", - тип уйлайым. Тағы ла, ул ҡатын тәтәй генә булып та ултырмаһын, ә иренә, балаларына ҡыҙыҡлы, уларҙы әүрәтә алырҙай, бергә эшләрҙәй, йәнәш барырҙай ҙа булһын, тиһең... Борсолам, әлбиттә, борсолам. Бәлки, мин бөгөн ҡайһы бер нәмәләрҙе дөрөҫ тә эшләмәйемдер, әммә бына Әлфинур апай кеүек, мин дә ҡайһы бер нәмәләрҙе тора-бара аңлармын тип өмөт итәм.
Гөлсәсәк: Улыма уны үҫтерә, алға этәрә йәки уның үҫешенә булышлыҡ итә торған ҡатын теләйем. Ул ҡатын уны артҡа һөйрәп, ығы-зығыға күмеп, ваҡ мәсьәләләргә сорнап ултырмаһын. Ә алға барыуға, ниндәйҙер файҙалы эштәр менән шөғөлләнеүгә илһамландыра алһын. " Уҫал йәки йомшаҡ" булһын тип тә әйтмәйем. Әгәр уның уҫаллығы ир-егетте алға әйҙәүгә йәки йомшаҡлығы ир-егеттең үҙ баһаһын күтәреүгә булышлыҡ итә икән - әйҙә, булһын. Тик ул ошо ҡатында йән тыныслығы ла таба алһын, дуҫ та итһен, балаларының әсәһе итеп тә күрһен. Һәр хәлдә, үҙем иремә шулай булырға тырышам һәм буласаҡ киленемдең дә шуға ынтылыуын теләр инем.

Ҡатын-ҡыҙға был тормошта үҙ урынын табыу, аяҡҡа баҫыу өсөн ғаилә, бала ҡамасауламаймы ул? Бына һеҙ, йәшлеккә ҡабат ҡайта алһағыҙ, ошо уҡ юлды һайлар инегеҙме, әллә был уңыштарға башта үҙаллы етеп алырға теләр инегеҙме? Әлфинур: Юҡ, мин ҡатын-ҡыҙҙың ваҡытында кейәүгә сығып, ваҡытында балалар табып ҡалыуы яҡлымын. Егерме биш йәшкә тиклем ҡыҙ бала әсәй булырға тейеш. Артабан уның күп нәмәгә ҡарашы үҙгәреп китеүсән. Балаларыма ла был хаҡта әйтеп торам, беҙгә үҙ милләтебеҙҙән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар алып килегеҙ, тәмле-тәмле ейәндәр алып килегеҙ, тип ҡолаҡтарына һалып йөрөйөм. Был мәсьәләне атай-әсәй күҙ уңынан ысҡындырмаһын, юғиһә, йәштәр бөгөн сит халыҡтар менән дә йыш аралаша, сит мәҙәниәт йоғонтоһона ла бирелә. Ә беҙҙә ғаилә культы алға ҡуйылған, ғаиләһеҙ беҙҙең киләсәк тә юҡ. Балаларығыҙҙың тулы ҡанлы тормош менән йәшәүен, һау-сәләмәт, ҡараулы булыуын теләйһегеҙ икән, мотлаҡ уларҙы ваҡытында күҙле-башлы итергә кәрәк.
Гөлсәсәк: Мин дә шул фекерҙә. Бына беҙ ирем менән бергә уҡыйбыҙ, бергә фәнни эштәр башҡарабыҙ, бергәләп күп нәмәгә өйрәнәбеҙ. Хатта шәхес булараҡ та бер-беребеҙгә яраҡлашып формалашабыҙҙыр тип уйлайым. Был үҙенә күрә яҡынлыҡты, бербөтөнлөктө барлыҡҡа килтерә.
Гөлшат: Кейәүгә сыҡҡанда миңә ун туғыҙ ғына йәш ине. Уйлап ҡараһаң, бөтөнләй бала-саға кеүек. Шунлыҡтанмы, мин иремә өйрәнеү, ниндәйҙер ҡытыршылыҡтарҙы үтеү һымаҡ нәмәләрҙе хәтерләмәйем дә. Улар булмағандыр ҙа, бәлки. Сөнки беҙ, әлеге ҡыҙҙар әйткәнсә, бергә үҫтек һәм бергә уйларға, бергә эшләргә өйрәндек. Бизнесты ла бергә башҡарып киләбеҙ. Унһыҙ мин нимә эшләр инем икән? Ул хаҡта уйлай ҙа алмайым...

Ҡәйнәләрегеҙ менән ниндәй мөнәсәбәт тотаһығыҙ? Ҡәйнә-килен араһы беҙҙең халыҡта нисек ҡоролған?

Әлфинур:
Мин хәҙер тәжрибәле килен инде. Күп нәмәне аңлап һәм ҡабул итеп өйрәнгәнмен. Ҡәйнәм менән дә уртаҡ яҡтарыбыҙ етерлек. Ул да, мин дә уҡытыусыларбыҙ, тимәк, һөйләшер һүҙҙәребеҙ ҙә күп. Ирем дә йәш саҡтан уҡ мине әсәһенә оҡшатырға тырыша ине. Бер эшкә салбар кейгәйнем, ул "Әсәйем һәр ваҡыт юбка-костюм кейҙе, һин дә шулай ит", - тине һәм мин дә шуға күнектем. Ҡәйнәмдәр ғаиләһендә шул тиклем кешегә иғтибарлылар, берәй байрам-маҙарыңа бүләк яһап, яғымлы ҡараш белдереп торалар. Мин унан ошо матур ҡылыҡҡа өйрәндем. Шулай уҡ сабырлыҡҡа, баҫалҡылыҡҡа ла һәм тағы ла бик күп ыңғай күренештәргә. Ҡәйнә-килен мөнәсәбәте беҙҙең халыҡта барыбер ҙә әхлаҡи, әҙәп нормаларынан сыҡмай ул. Әсәй, ҡәйнә культы юғары әле, Аллаға шөкөр.
Гөлшат: "Ҡәйнәлекте ҡәбергә алып китмәм, ул һеҙгә ҡалыр", тигән ти бер ҡәйнә килендәренә. Шуның кеүек, был статус та бер саҡ беҙгә ҡалыр һәм беҙ үҙебеҙгә ниндәй мәнәсәбәт теләрбеҙ? Иң беренсе шуны уйларға кәрәк. Иртә килен булып төшкәс һәм бар аңлы тормошом ҡәйнәм менән үтеп барғанға микән, мин әсәйемә ҡарағанда ҡәйнәмде яҡшыраҡ беләм кеүек. Һөйләгәндә лә йышыраҡ уның хаҡында һөйләйем. Ул мине ҡыҙы кеүек ҡабул иткән, беҙҙең һүҙебеҙ берегә, уртаҡ серҙәр тотабыҙ. Бөтөн яҡтан да ярҙам итергә тырышып тора, балаларыбыҙҙы ҡараша. Нисек итеп уға насар ҡараш күрһәтергә мөмкин - аңламайым...
Гөлсәсәк: Башҡорт килендәрендә ҡәйнәгә буйһоноу кәмһенеү йәки түбәнһетелеү түгел. Был тәртип олоно ололау, иреңде тыуҙырыусыны хөрмәтләү ул. Һәм бөгөн дә ниндәй генә дәрәжәле һәм заманса килен дә ҡәйнәһен ололай белергә бурыслы. Ҡәйнә-килен араһындағы мөнәсәбәттең боҙолоуы ул ғаиләнең психологик торошон да ҡаҡшата, ундағы ағзаларҙың йән тыныслығын ала. Ғаиләһендә тыныслыҡ һәм аңлашыусанлыҡ булыуын теләгән килен иң беренсе ҡәйнәһе менән дуҫлашырға тейеш. Беҙҙең ҡартәсәйебеҙ беҙҙең ғаиләнең бер йәме ул. Уның эштәренән бушап, беҙгә иғтибар бүлгәнен көтөп кенә торабыҙ.

Бөгөн интернет донъяһындағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында матурлыҡ синдромы барлыҡҡа килде. Фитнес залдар, диеталар, модалы кейемдәр һәм башҡалар менән сыбарланды экрандар. Матур булыу өсөн һеҙ нимәләр эшләйһегеҙ? Һәм нимә ул һеҙҙеңсә матурлыҡ?

Әлфинур:
Һәр йәштең үҙ матурлығы була. Мәҫәлән, миңә бөгөн егерме йәшлек ҡыҙҙар матурлығын эҙләргә лә ярамай. Ҡыҙҙар зифалығын, ҡыҙҙар төҫөн көҫәп, пластик операциялар яһатыу, диеталар менән ғазапланыу кеүек алымдар ҡулланыу иҫәрлектер, тим. Йәшәй-йәшәй кешене эске матурлыҡ нығыраҡ биҙәйҙер. Әлеге йәшемдә мин күңеле яҡты, йөрәге таҙа булған әҙәмдәрҙе яҡшыраҡ күрәм һәм ҡабул итәм. Бит, кәүҙә ҡупшылығы аҙыраҡ йәлеп итә. Ә инде үҙ-үҙеңде ҡарау, бөхтәлек, кейенә белеү кеүек төшөнсәләр менән ризамын. Ҡатын-ҡыҙҙың дөйөм сифаты күркәм булырға тейеш.
Гөлшат: Әлбиттә, һәр ваҡыт матур булғы килә. Мөмкин тиклем үҙемде ҡарарға, сәләмәтлекте лә, башҡаһын да иғтибар үҙәгендә тоторға тырышам. Интернет донъяһындағы матурлыҡ төшөнсәһенә минең тормошом тура килеп етмәй. Ул төшөнсәләрҙе лә кем уйлап тапҡандыр ҙа, ҡатын-ҡыҙ ниндәйҙер нормаларҙа булырға тейеш тип кем әйткәндер? Минең үҙ нормаларым, һәм шулар менән ҡәнәғәтмен.
Гөлсәсәк: Хәҙер интернетта ла, урамда ла бер төҫлө, бер ҡиәфәтле ҡатын-ҡыҙ күбәйҙе. Тик был матурлыҡ билдәһе түгел. Матурлыҡ ул һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙ фиғеле, үҙ эске донъяһы һәм үҙ нәфислеге булыу.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Был ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәре лә шундай төрлө ҡарашлы, төрлө хис-тойғоло, төрлө холоҡло булып сыҡтылар. Уларҙың телмәрҙәре лә, фекерҙәре лә, йәшәү рәүештәре лә бер-береһенекенән ҡырҡа айырыла. Әммә уларҙы бер төшөнсә - ҡатын-ҡыҙ асылы берләштерә. Шул асыл берлегендә беҙ рәхәтләнеп һөйләштек, көлөштөк, бер-беребеҙгә теләктәшлек белдерҙек. Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ инде...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.19 | Ҡаралған: 635

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru