«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨГӨН ДӘ ДӨРЛӘЙ РАБИҒА ҠУШАЕВА ЯЛҠЫНЫ
+  - 

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан "Торатау" Конгресс-холл бинаһының тамаша залында "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән конкурстың тантаналы бүләкләү сараһында республиканың төрлө төбәктәренән һөнәри өлкәлә һәм йәмәғәт эштәрендә уңыш ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләнеләр.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәр осорҙа ир-егеттәрҙең тоғро юлдашы ғына түгел, улар менән типә-тиң тороп ил-йортто ҡурсылаусы ла, ғаилә усағын һаҡлаусы ла булған. Әммә бөгөнгө гүзәл заттарыбыҙға хас азатлыҡ рухын тәүгеләрҙән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтарын яҡлаусы булып сығыш яһаған Рабиға Ҡушаева исеме менән бәйләйбеҙ. Республикабыҙҙың гүзәл заттары 20-се быуат башында нигеҙ һалынған хәрәкәт ялҡынын һүндергәне юҡ. "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына берләшкән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ райондарҙа, ауылдарҙа шул уҡ Рабиға Ҡушаева ялҡынын дөрләтә, үҙе йәшәгән мөхитте күҙ ҡараһылай һаҡлаусы ла, тәртип урынлаштырыусы ла, эргә-тирәләгеләрҙе матур эштәргә, иманға, айыҡлыҡҡа өндәүсе лә улар. Ә "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" ойошмаһы иһә арабыҙҙан Рабиға Йәнғол ҡыҙы кеүек шәхестәрҙе барлауҙы маҡсат итеп, "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" республика конкурсын ойоштора килә. Быйыл Башҡортостандан ғына түгел, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан 300-ҙән ашыу кеше конкурста ҡатнашырға теләк белдергән. Баһалама ағзалары ҡатнашыусыларҙың иң лайыҡлыларын "Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәттә", "Ҡатын-ҡыҙ - әсә", "Ҡатын-ҡыҙ - лидер", "Ҡатын-ҡыҙ - ғалим", "Ҡатын-ҡыҙ - педагог", "Ҡатын-ҡыҙ - бизнес-леди", "Ҡатын-ҡыҙ - оҫтабикә", "Ҡатын-ҡыҙ - йыл үрнәге", "Оло быуын ҡатын-ҡыҙы", "Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре" тип аталған номинациялар буйынса билдәләне. Ҡатын-ҡыҙға бер йылы һүҙ ҙә етә, тигәндәре дөрөҫ инде, баш ҡаланың оло сәхнәһендә тәбрикләнеү гүзәл заттарға дәрт-дарман өҫтәп, күңелдәрен осондороп ебәрҙе.
Конкурстың иң юғары наградаһы - Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалы был юлы республика кимәлендә төрлө өлкәләрҙә юғары уңыштарға өлгәшеүсе ун ике кешегә тапшырылды. Был исемлеккә Стәрлебаш районынан Миңлехана Баһауетдинова, оҙайлы йылдар эшләгән педагогтар Зилә Япарова, Әбйәлилдән Зөһрә Бәшәрова, Яңауыл районынан атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илсиәр Проскурякова, Өфөнән йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Биишева, БР Фәндәр академияһы вице-президенты Райхана Ҡунакова, Теле-радиосәнғәт мәктәп-студия директоры Шәүрә Ғилманова, режиссер Луиза Фархшатова, Сибай ҡалаһының "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" рәйесе Сажидә Ғәниева, Күмертау ҡалаһы "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" рәйесе Римма Ғөбәйҙуллина, 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған уҡытыусы Сәриә Килдеғошова, ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте хәрәкәте ағзаһы Илүзә Ғәйнуллина индерелде. Сараның тантаналы өлөшө тамамланғас, оло исемгә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшеү форсаты тейҙе. "Әсәйем Мәрйәм Йәғәфәрова өсөн дә, үҙем өсөн дә алдым был миҙалды. Сөнки мин ул өйрәткән тормош ҡанундарына буйһоноп йәшәйем, - тине Әбйәлил районы Теләш ауылынан Зөһрә Бәширова. - Милләт әсәһе - халыҡ яҙмышын ҡайғыртыусы тигән һүҙ ул, бөгөн беҙ ҡурсалар нәмәләр бик күп. Башҡорт халҡының теле, ғөрөф-ғәҙәте, рухи һәм матди байлыҡтары, йәш быуын тәрбиәһе - барыһын да ҡайғыртырға тырышабыҙ".
Байрам алдынан Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына ҙур бүләк итеп күркәм сара ойошторған Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ла һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе: "Быйыл һәр райондан төрлө номинацияла урындағы этаптарҙың еңеүселәре килде, улар араһында "Милләт әсәһе" тигән абруйлы исем йөрөтөрлөк ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап, - тине ул. - Ғөмүмән, гүзәл заттар ғаилә усағын һаҡлаусы ҡатын, әсәй генә түгел, ә илебеҙҙәге сәйәси процестарҙа, йәмғиәт эшендә ҡатнашып йөрөүсе әүҙем шәхес тә. Беҙ ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан лидерҙар, өлгөлө балалар тәрбиәләгән, өлгөлө ғаиләләрҙә ҡатын-ҡыҙ булараҡ матур эштәр башҡарған, ҡул эше оҫталары һәм һөнәрмәндәр булған гүзәл заттарҙы киләсәктә лә ошондай проекттарҙа көтөп ҡалабыҙ".

Йәмилә ШӘРӘФЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.19 | Ҡаралған: 605

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru