«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРЫНДАҒЫ ШИФАХАНАЛА ЯЛ ИТЕРМЕН, ТИМӘ
+  - 

Һәр проблеманың да хәл итәһе юлдары була. Ниндәйҙер мәсьәләне тиҙ һәм үҙең генә йырып сыға алһаң, икенселәре иһә күп көс һәм ярҙам талап итә. Бигерәк тә бюрократик кәртәләрҙең ҙур булыуы ҡайһы бер проблеманың ныҡ итеп ҡабарыуына килтерә. Республиканың яңы Башлығы бөтә өлкәләге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә лә ихлас тотондо һәм әлегә тиклем өмөтһөҙ булып тойолған проблемаларҙың да сиселеүенә ышаныс уятты.

Мине борсоған проблеманың береһе - етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙәге ҡытыршылыҡтар. Тик үҙҙәренә генә таянырға тура килгән, тормош тарафынан былай ҙа йәберләтелгәндәргә ҡарата урындағы чиновниктарҙың битарафлығы аптырата ла, асыуға ла тейә. Мәҫәлән, минең ошондай бер танышым үҙенә законға ярашлы бирелергә тейеш торлаҡты 18 йыл буйы ала алмай. Уның төрлө инстанцияларға ебәргән хаттарынан һәм уларға килгән яуаптарҙан әллә нисә томлыҡ китап яҙырға була. Опека ойошмаһы бөгөнгө көндә таныштарының мунсаһында көн итеүсе әсәнән ике балаһын да алып китте, сөнки йәшәү шарттары яраҡлы түгел. Үҙе лә әсәйһеҙ үҫеүе етмәгән, хәҙер уның балалары ла әсәйле көйө етемлеккә дусар. Хәҙер, баҡтиһәң, суд ҡарары ла көскә эйә түгел икән, сөнки уға торлаҡ бирергә тигән ҡарар әле булһа үтәлмәгән. Бер үҙе көрәшеп арып, тайғаҡ юлға баҫыуҙан саҡҡа тороп ҡалған ҡатындың, әсәнең артабан көрәшерлек хәле күпмегә етер - билдәһеҙ. Ә торлаҡ алып та, уның йәшәргә яраҡһыҙ булыуы тураһында күпме репортаждар төшөрәләр, гәзит биттәренә яҙалар. Ни өсөн был хәл һаман да шулай дауам итә һуң? Сөнки намыҫһыҙ чиновниктар тейешле яза алмай. Шау-шыу ҡуба, халыҡ, ваҡытлы матбуғат ҡуҙғырып ала ла тыма, ә ошондай етешһеҙлеккә юл ҡуйыусы үҙ ултырғысында ултыра бирә. Шуға күрә ошо өлкәгә иғтибарҙы арттырыу көнүҙәк мөһим мәсьәләләрҙең береһе.
Күтәрергә теләгән икенсе мәсьәлә - республикалағы ял йорттары, шифаханалар. Бюджет өлкәһендә эшләгән кеше уларға яҡын да бара алмай, сөнки хаҡтары үтә лә ҡыйбат. Үҙебеҙҙең шифаханала 3-4 көн булғансы, сит илдә шул уҡ аҡсаға 10 көн йөрөп киләм, тиҙәр күптәр. Ә шул уҡ сит илдә ҡалдырған әллә күпме сумма аҡсаны үҙебеҙҙә тотонһалар, урындағы бюджетҡа ла файҙа булыр ине, сөнки шифаханаға барыусылар барыбер урындағы тауарҙы һатып ала һәм эшҡыуарға килем килтерә. Ә ул, үҙ сиратында, республика бюджетына һалымдарын түләй.
Элегерәк һәр ойошманың тиерлек профсоюздары булды һәм теләгән берәү уның аша путевка алып, илдең төрлө шифаханаһында ял итте. Хәҙер иһә профсоюздар ҙа юҡҡа сығып бөтөп бара, булғандары ла йыйылған аҡсаһын ҙур байрамдарҙа кәнфит таратыуға тотона. Балаларҙы ла шифаханаларға ебәреү ауырлашты. Табипта әллә күпме сират көтөргә тура килә. Ул сират еткәнсе, баланың йәше үтә. Яңыраҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә булып алған үҙгәртеүҙәр үҙ һөҙөмтәһен бирер, тип уйлайым.
Әйтәһе һүҙҙәр ҙә, еткерәһе теләктәр ҙә күп. Гәзит аша ла, социаль селтәрҙәр ярҙамында ла халыҡ үҙенең теләктәрен еткереп тора. Бары тик уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалып, улар менән берҙәм булып эшләргә генә ҡала республика етәкселегенә.

Фәрзәнә СӨЛӘЙМӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.19 | Ҡаралған: 565

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru