«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САҢ ҠАҒЫР ВАҠЫТ: АҒАСТАР ҠЫРЫЛА, ИЛАЙ
+  - 



Борон-борондан кеше тәбиғәт менән бәйләнешкә инеп, матди һәм рухи мәҙәниәт тыуҙырған. Үкенескә күрә, кешелек менән тәбиғәт араһындағы бәйләнеш борсоулы, киҫкен төҫ алды. Экология иң оло проблемаларҙың береһенә әйләнде. Халыҡты туйҙырып, йылытып, дауалап ҡына ҡалмаған, рухи аҙыҡ та биргән урман кәмей, ауылдан "ҡаса" бара. Тау битендәге ағастар һирәгәйеп, бөтөү өҫтөндә. Бер нисә йыл элек ауылға терәлеп торған Ҡыйрат тауы башындағы яңғыҙ ҡарт ҡайын ҡолағас, "Ул беҙҙең ағас ине", тип иланы ауыл инәйҙәре.

- Ҡарағай - ирҙәр ағасы, уҫаҡ менән ҡайын - ҡатын-ҡыҙ ағасы. Ағасты күп ҡырҡырға ярамай, ҡоһоро төшә. Һәр ағастың эйәһе, йәне була. Улар бит Хоҙайға тәсбих әйтеп ултыралар, - тип һөйләй ине 1913 йылда тыуған Ғазина Хөмәйрә инәй. - Шул арҡала донъяға ауырлыҡ килә. Аңһыҙ үлем күбәйҙе. Яман сирҙән, йөрәктән, эскелектән ирҙәр күп үлә. Беҙ тәбиғәт менән бәйле, кеше аңламай бит шуны…
- 1941 йылға ҡаршы ҡыш ҡар күп итеп яуып, ҡарағай ботаҡтары һынды. Ирҙәргә ауырлыҡ килә, һуғыш башланыр инде, тип хәүефләнеп һөйләнделәр, - тип хәтерләй ине әсәйем Асия Зекриә ҡыҙы.
Тәбиғәткә ҡарата ата-бабаларыбыҙҙа булған, кешене тирә-яҡ мөхиткә бәйләгән фәлсәфәүи аң-аҡыл юғалыу менән һаҡсыл ҡараш та юҡҡа сыға.
Республикала ғына түгел, бөтә донъяла дан тотҡан Бөрйән тәбиғәтенең бөгөнгө торошо күптәрҙе битараф ҡалдырмайҙыр, моғайын. Бынан 50 йылдар элекке тәбиғәт менән бөгөнгө тәбиғәт араһында ниндәй үҙгәрештәр бар? Ошо һорау менән Иҫке Монасип ауылының оло быуын кешеләренә мөрәжәғәт иттем.
- Айырма ер менән күк араһы кеүек, - тине әңгәмәсем Булат Әмирханов. - Йыраҡҡа бармай, Иҙел буйына ғына төшәйек. Беҙ бала саҡта, һыу ингәндә, сабаҡ, ҡыҙылғанат, алабуға балыҡтары беҙҙең тирәлә өйрөлөп уйнап йөрөй инеләр. Йылға шул тиклем таҙа ине, кеше йәйен-ҡышын һыуҙы Иҙелдән ташып эсте. Яҙғыһын, Иҙел ташҡанда, һыуҙы тау йылғаһынан алдыҡ. Йылға буйында ҡырсында ҡара бөрлөгән күп булды. Томбойоҡтар сәскә атып ултырҙы. Таллыҡ, ерек әрәмәлектәре күп булды. Кеше шул талдан нурҙа үрер ине. Хәҙер бер нәмә юҡ. Һыуҙа ҡабырсаҡ, ҡыҫалалар тулып ятты. Юҡ булдылар. Бәрҙе күп булды, ул да юҡ хәлгә ҡалып бара. Ә бәрҙе бит таҙа һыуҙы ғына ярата. Йылға буйында сүп-сар булманы. Мин хәҙер урманға сыҡмаҫҡа тырышам. Сыҡһам, эс боша, йөрәк һыҙлай. Ауыл ситендә әрәмәлектәр ҡороп бөтөп бара. Аяҡ аҫты ҡый. Был күренеш күп ауылдарға хас. Хәҙер йәштәргә һөйләһәң, ышанмаҫтар. Элекке тәбиғәтте улар күҙ алдына ла килтерә алмай. Ауыл эргәһендәге Тәпәнәк башында, арҡала, ялан ситендәге ағас баштарында ҡорҙар өйөрҙәре менән ултырыр ине. Тау башындағы элек бәрҙе балыҡтары йөҙгән бәләкәй урман йылғалары ҡороп бөтөп бара. Хәҙер бит кеше лә үҙгәрҙе. Кеше элек ябай, асыҡ, ҡунаҡсыл булды. Ҡырға сыҡһа, өйөнә йоҙаҡ элмәне. Хәҙер магазинға барһа ла ҡапҡаһына йоҙаҡ элеп сыға.
-Тәбиғәтте хәҙер бер кем йәлләмәй. Тәбиғәтте мыҫҡыл итәләр. Бергәләп күтәрелеп һаҡлағанда ғына, бәлки, тәбиғәт элекке хәленә ҡайтыр, - тип, һүҙҙе 83 йәшлек Нәҙир Мөхәмәтов дауам итә: - Элекке тәбиғәт юҡ инде хәҙер. Емеш-еләк емерелеп үҫте. Әҙәм урман ризығы менән көн итте, ҡыш сыҡты. Сейәне иретелгән һары майға ҡушып һаҡлап ашанылар. Урман ҡарағатын Бохмаштан биҙрәләп алып ҡайттылар. Еләк менән ҡарағатты киптереп, ҡаҡ эшләнеләр. Яҙ йыуа, ҡуҙғалаҡ, бәпкә, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, ҡуян тубығы, һарына йыйып ашаныҡ. Хәҙер улар ҙа кәмене. Әллә ҡайҙа булдылар. Ҡыр кәзәләре - илектәр тау биттәрендә көтөүе менән йөрөнөләр. Болан күп булды. Бабайҙар сығыр менән йүкә арҡан ишеп, шуның менән боланға тоҙаҡ ҡороп тотоп, кешегә итен бүлеп бирерҙәр ине. Борон бит тимер сыбыҡ булманы. Сел менән ҡор тик ауылға ғына килеп инмәне. Балыҡ өйөрө менән йөҙөп йөрөнө. Ау менән тотоп, райпоға тапшыра торған инеләр. Урманды самаһыҙ күп ҡыралар бөгөн. Исмаһам, ағасты йәлләһендәр ине. Урман бөтһә, кеше лә ҡырылып бөтә бит...
- Элек боландарҙың миграция маршруты ауыл эргәһенән үтте. Көтөүе менән күренеп йөрөнөләр, - тип һүҙен башланы Зәки Вәлиев. - Боландар үтһә, көн боҙолор ине, кеше шуны белеп бөттө. Әллә ҡайҙан килтереп, элек булмаған ҡабан сусҡаларын үрсеттеләр. Улар һарына кеүек тамыраҙыҡ үҫемлектәрҙе бөтөрҙөләр. Сабынлыҡтарҙы һөрөп тәләфләйҙәр. Бер яҡтан, файҙа булһа, икенсе яҡтан, ҡаза. Үҙән йылғаһы буйлап һыу баштарындағы ҡуйы урмандарҙы бер нәмәһен ҡалдырмай, тотош ҡырҡып, ҡырып бөтөрөп баралар. Делянкаларҙа мәхшәр. Ағас ултыртҡан кеше юҡ. Ағас ташыған ҡеүәтле машиналар урман юлдарын боҙоп бөттө, хәҙер трактор менән йөрөүе лә хәүефле. Үҙебеҙ ҙә урманды рациональ файҙалана белмәйбеҙ. Ҡайһы ваҡыт утынға турарлыҡ таҡта, ағастарын да ҡый түгеү урынына алып барып түгәләр. Нефть бит ерҙең елек майы. Уны һурып бөтөрһәләр, климатҡа, тәбиғәткә зыяны теймәй ҡалмайҙыр бит инде. Тәбиғәткә ҡараш юғарынан, власть тарафтарынан үҙгәртелергә тейеш.
- Шул тиклем һағынам бала саҡтағы тәбиғәтте, - ти Рәхимә Муллағолова. - Айырма иҫ киткес. Яр ҡарлуғастары күп булды. Беҙ барып ҡарап, балалары сыҡҡанын көтөп йөрөй торғайныҡ. Хәҙер юҡ булдылар. Иҙел элек мул һыулы ине, хәҙер ныҡ һайыҡты. Ул балыҡтың күплеге! Бала саҡта хатта итәк менән һөҙөп уйнай инек, аҙаҡ кире ебәрәбеҙ. Нәйгәште йылғаһында кеше элек балыҡ тотто, хәҙер эҫе көндәр башланһа, ҡорой ҙа ҡуя. Үлек арҡаһында беҙҙең сабынлыҡта матур шишмә бар ине, ул да ҡороно. Кепес тауы башындағы ағастар бөттө. Бөтәһе лә бөтөүгә бара...
Ривал Баймырҙин һөйләгәндәрҙән:
- Тәбиғәт - йөрәкте әрнетерлек проблема. Хәҙер бит капитализм. Беренсе урында аҡса. Урманды аҡса табыу сараһы итеп алдылар. Элек кеше нәфсе, аҡса өсөн урманды тәләфләмәне. Бер ағас ҡырҡһа, унды ултыртты. Беҙ бала саҡта урман кеше өсөн йәшәү мәғәнәһе булды. Атай лесник ине. Рафаэль ҡусты менән икебеҙҙе арбаһына тейәп, ағас ултыртырға алып йөрөнө. Ағасты бала кеүек тәрбиәләнек. Йәй булһа, тәпке тотоп, үҫенте төпһәләрен утаныҡ. Атай урманды яратырға, уға һаҡсыл, тере йәнгә ҡараған кеүек ҡарарға өйрәтте. Утын әҙерләгәндә арҡыры бысҡы менән ағас йығабыҙ. "Дружба" булманы. Ике ярыш ағас ултырһа, береһен ҡалдырта ине. Хәҙер урман буйынса дәүләт сәйәсәте дөрөҫ түгел. Урманды ҡырҡыуҙы туҡтатырға кәрәк. Үлән бер йыл үҫә, ағас йөҙ йыл үҫә. Киләсәк быуынға нимә ҡала? Тәбиғәт бит кеше организмы кеүек. Бер ерен ҡырҡһаң, икенсе ерендә ауырыу башлана. Беҙ катастрофа алдында торабыҙ.
Арыҫлан Хәлфетдинов һөйләгәндәрҙән:
- Урман ер аҫты һыуҙарын һаҡлай. Урманды ҡырҡыу арҡаһында күп йылғалар ҡороно. Үҙебеҙгә лә шишмәләргә һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәк. Уйламай, теләһә ҡайҙа кеше күрмәгән урынға үлгән мал емтектәрен ташлайҙар. Дүрт йыл элек Мөсәт янындағы бер шишмә һыуына химик анализ яһағас, мәйет таяҡсалары табылды. Ул һыуҙы эсергә ярамай. Һөйләй башлаһаң, һүҙ күп инде. Бынан 15 йылдар элек бер иптәштең һөйләгәндәре йыш иҫкә төшә: "Ауылда йәшәп тә ғүмерҙә һунарға сыҡҡаным булманы. Бер яҙ көнө, алағар мәлендә, исмаһам, ғүмеремдә бер ҡош булһа ла атып ҡарайым, тип, таныш һунарсынан бер көнгә мылтыҡ һорап алып, һуйырға сыҡтым. Үҙемдең сабынлыҡта һуйырҙар күренә торғайны, таныш урын, тип төндә шунда юл тоттом. Бара торғас, таң атыр-атмаҫтан, урманда канонада башланды. Таңда атыу тауыштары шаңдауы тауҙан тауға әллә ҡайҙа китә. Әйтерһең дә, һуғыш бара. Бара торғас, эс боша башланы. "Асмы һуң улар шул тиклем ҡошто ҡырырға? Әллә минең кеүек ҡыҙыҡ - азарт өсөн сыҡҡандармы?" - тип уйлайым. Сабынлыҡҡа барып етеп, ялансыҡ уртаһындағы ҡарағайға терәлеп ултырҙым. Атыу тауыштары тынмай. Ҡапыл яҡында ғына, әрәмә артында, берәү атып ебәргәнгә һиҫкәнеп киттем. Һуйырға эләктерә алманы, яҙа атты. Һуйыры әрәмәлек аша осоп, минең баш осонан үтеп китте. "Быныһы, исмаһам, үлемдән ҡалды", тип мылтығымды тотоп ҡыуанып ҡарап ҡалдым. Был минең беренсе һәм һуңғы һунарым булды. Шунан, ҡоштар ҡайҙа булып бөттө, тип күмәкләп аптырайбыҙ... Ҡайһы берәүҙәр баҫып ултырған инә һуйырҙы ла атып алалар бит. Тамаҡтары туямы шуның менән? Нисек гонаһтан ҡурҡмайҙар?.."
Эйе, беҙҙең быуынға ла элекке саф, тейелмәгән тәбиғәт мөйөштәрен күреп ҡалыу бәхете тәтене. 1974 йылда, малай саҡта, звено менән Үҙән буйында ҡыуыштар ҡороп колхозға бесән эшләнек. Һөйләп килештерә алмаҫлыҡ хозур тәбиғәт унда, күрергә кәрәк. Иртә таң менән ҡоштар һайрауына уянаһың. Үҙе бер сихри симфония. Йылғаның ике яғында текә тауҙар. Тау битендә эре шартый еләктәре бешә, саҡ ҡына өҫтәрәк сейә ҡыуаҡтары. Төнъяҡ тау битләүендә ҡарағас, ҡарағай араһында мүктә көртмәле түшәлеп ята. Әрәмәлектә муйыл, ҡарағат, үрҙәрәк ҡурай еләктәре бешә. Үҙән буйында, һаҡ ҡына барып ҡарағанда, ярға яҡын ҡамыш араһында ҡорбанын һағалап торған эре суртандар күренгеләй. Яҡындараҡ балыҡ күренһә, уҡ кеүек атылып сығып китәләр. Бәләкәйерәк суртан-сөрәгәйҙәр нишләптер өҫкә ҡарап, вертикаль торалар, ҡамыштан ҡапыл ғына айырып та булмай. Күҙгә күренеп һуҙылып, шәшке йөҙөп үтеп китә. Ҡайһы ваҡыт шәшке ауыҙын тура итеп өҫкә күтәреп, ҡамыш тешләп йөҙә. Туҙбаш йыландар ваҡ балыҡҡа һунар итә. Һирәкләп, һыуҙы сыйып, "беҙгә теймәгеҙ" тигән кеүек, ауыр һуна өйрәктәре эргәнән шәп итеп осоп үтәләр. Һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды...
Юҡҡа ғына боронғо ғәрәп сәйәхәтселәре һыуһыҙ сүллек, далалар аша үтеп, Көньяҡ Уралға ошо беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәшәгән төбәккә еткәс: "Беҙ ожмахҡа килеп еттек микән?" - тип аптырауға ҡалмағандарҙыр.
Беҙ һаҡламаһаҡ, тәбиғәтебеҙҙе кем һаҡлар?..

Заһир ДӘҮЛӘТБИРҘИН.
Бөрйән районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.19 | Ҡаралған: 655

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru