«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨН ҠАҘАҒЫНДА ХӘҮЕФ-ХӘТӘРҘӘРҘЕ ИҪКӘРТЕҮ
+  - 

Үткән аҙнала хәбәр итеүебеҙсә, хәҙер оператив кәңәшмәләр яңы форматта үтә: иң тәүҙә мөһим тармаҡтар буйынса яуаплы хеҙмәттәрҙең бер аҙнала күҙәтелгән хәл-ваҡиғалар буйынса отчеты тыңлана. Уның һөҙөмтәлелеге әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел, шулай ҙа яуаплы вазифа биләүселәрҙе һәр саҡ тонуста тоторға ярҙам итә. Был аҙнала ла тәүҙә шундай ҡыҫҡа отчеттар тыңланды.

Граждандар һағы системаһы эше буйынса МБУ начальнигы Рафаэль Әхмәтов белдереүенсә, ошо арауыҡта ғәҙәттән тыш хәлдәр күҙәтелмәгән, халыҡтың тормош-көнкүрешен тәьмин иткән учреждениеларҙа авария өҙөклөгө 22 осраҡта күҙәтелгән. Ошо осорҙа 28 янғын сыҡҡан. Сүп-сар яныуы 13 тапҡыр теркәлһә, автомобилдәр яныуы ике осраҡта күҙәтелгән. Янғында бер кеше зыян күргән, һәләк булыусылар юҡ. Әммә 21 юл-транспорт ваҡиғаһында 25 кеше йәрәхәт алған, уларҙың өсөһө дауаханаға оҙатылған. Башҡа ваҡиғаларҙа һигеҙ кеше зыян күргән, шул иҫәптән алты бала, уларҙың барыһы ла госпитализацияланған. Ураған һайын төрлө ысулдар менән халыҡты ҡыйыҡтарҙан боҙ һәм ҡар төшөү ихтималлығы хаҡында иҫкәртеп тороуға ҡарамаҫтан, хәүеф көтмәгәндә һағалай, уның ҡасан килеп сығырын күҙаллап та булмай: ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөүҙең 38 осрағы теркәлһә, һөҙөмтәлә 5 кеше зыян күргән, уларҙың дүртеһе - балалар. Шулай уҡ 18 осраҡта ҡарлы-боҙло ҡатлам автотранспорт өҫтөнә төшкән. Граждандар һағы идаралығының мәғлүмәт-диспетчер үҙәге бер аҙнала 20241 шылтыратыу ҡабул иткән, эҙләү-ҡотҡарыу отряды 52 тапҡыр саҡырыу буйынса сығып, 31 кешегә, шул иҫәптән бер балаға, ярҙам күрһәткән. Бынан тыш, 4 осраҡта шикле әйбер табылыуы тураһында хәбәр алынған.
Ҡала хужалығы системаһындағы хәл-торошҡа идаралыҡ начальнигы Никита Дмитриев байҡау яһаны. Аҙна дауамында ҡалала 22 техник инцидент теркәлгән, шул иҫәптән 2 тапҡыр - йылы, 6 тапҡыр һыуыҡ һыу биреү туҡтатылып торған. Өс осраҡта - йылылыҡ, 11 тапҡыр электр энергияһы биреү ябылған. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәттән тыш хәлдәр категорияһына ингән техник инцидент күҙәтелмәгән. Муниципаль торлаҡ контроле органдары тарафынан ҡыйыҡтарҙан ҡар һәм боҙ төшөү ихтималлығы буйынса тикшереүҙәр үткәрелгән һәм ете осраҡта административ эш асылған, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге МБУ-һы төҙөкләндереү ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереп, 316 протокол төҙөгән. Әлеге ваҡытҡа торлаҡ йорттарҙың 75 процентында ҡыйыҡтар таҙартылған, был маҡсатта 440 кешене берләштергән 140 бригада ойошторолған. Урамдарҙы таҙартыуға 230 берәмек техника йәлеп ителгән, юл хеҙмәттәре соҡорҙарҙы ремонтлауҙы башлаған. 12 мартҡа 17 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалынған.
Әйткәндәй, ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин белдереүенсә, Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та был темаға етди иғтибар биргән һәм был проблеманы интерактив карта ярҙамында хәл итеү бурысын йөкмәткән. Хәйер, был йүнәлештә эшмәкәрлек ҡала хакимиәтендә быға тиклем башланып, граждандар карта буйынса эшләргә, ә яуаплы хеҙмәттәр мөрәжәғәттәр буйынса проблеманы оператив хәл итергә өйрәнә башланы, тиергә мөмкин. Ә әлеге ваҡытта был сервис яңыртылып, штат режимында эшләй. Шулай уҡ Өлфәт Мансур улы район хакимиәттәре башлыҡтарына карта буйынса яуаплы кешеләрҙе билдәләп, эш барышын даими контролдә тоторға ҡушты.
Транспорт һәм бәйләнештәр идаралығы начальнигы Владимир Петров белдереүенсә, бөгөн пассажирҙар ташыу өс йүнәлештә алып барыла һәм байрам көндәрендә лә өҙөклөктәр булмаған, транспорт график буйынса эшләгән. Артабан йәмәғәт транспорты эше буйынса ентекле отчет менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Федосов сығыш яһаны. Билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта Өфөлә пассажирҙарҙы 103 маршрут буйынса 12 предприятие хеҙмәтләндерә. Бынан тыш, тимер юлы, йылға хеҙмәте лә үҙ өлөшөн индерә. Бөгөн тармаҡ етди үҙгәрештәр кисерә, аныҡлап әйткәндә, бер-береһен ҡабатлаған маршруттарға ҙур автобустар ебәреү, яңы төҙөлгән биҫтәләргә маршруттар асыу, ҙур автобустар ебәреү иҫәбенә транспорттың дөйөм һанын кәметеү, шулай уҡ урта һыйҙырышлы автобустар алыу, юл хаҡын ҡулаҡсаһыҙ түләүҙе индереү, ҡайһы бер көйләнмәгән тариф буйынса йөрөгән маршруттарҙы көйләнгән тарифҡа күсереүҙе күҙаллай. Граждандарға мәғлүмәт биреү маҡсатында хакимиәттең рәсми сайтында "Маршруттарҙың электрон реестры" бирелгән. Унда маршруттар буйынса тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Шулай уҡ был мәғлүмәттәр "Яндекс. Карталар", 2ГИС электрон порталдарында һәм башҡа сервистарҙа ла сағылыш таба. Баш ҡалала транспорт мониторингының берҙәм үҙәге эшләй.
Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Шуларҙың береһе - автомобиль юлдарының ныҡ көсөргәнешле булыуы. Йылдан-йыл автомобиль ағымы тығыҙыраҡ була бара, һөҙөмтәлә тығындар барлыҡҡа килә. Был инде үҙ сиратында йәмәғәт транспортының тығыҙ сәғәттәрҙә хәрәкәт графигынан сы ғыуына килтерә. Был йәһәттән йәмәғәт транспортына хәрәкәт өҫтөнлөгөн биреүсе юл хәрәкәте менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһын индереү мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам буласаҡ, сөнки ул маршрут буйынса үтеү ваҡытын 15-20 процентҡа кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Был системаны 2020 йылда индереү күҙаллана.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.19 | Ҡаралған: 577

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru