«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ МОҢО - БӨТӨН, УҒА КЕМДЕКЕНДЕР ҠУШЫУ КӘРӘКМӘЙ
+  - 



Рәсәй генә түгел, ә сит ил тамашасыларын да Башҡортостан, башҡорт йырҙары менән таныштырып йөрөүсе "Заман" төркөмө республика халҡын да үҙ сығыштары менән йыш ҡыуандыра. Уларҙың сағыу, үҙенсәлекле сығышы мәҙәни сараға мәртәбә өҫтәй, уны байыта һәм һәр саҡ көтөп алына. Төркөм етәксеһе Радмир Муфтахин шулай уҡ башҡорт халыҡ көйҙәрен һәм йырҙарын гитарала уйнау өсөн эшкәртеүсе музыкант булараҡ та танылыу яулаған ижадсы. Уның гитараһында сиртелгән башҡорт моңо бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Радмирҙың Өфөлә ҙур уңыш менән уҙған концертынан һуң осрашып әңгәмә ҡорҙоҡ.

Күңел тартҡан юл

Нижневартовск ҡалаһында тыуып, Ауырғазы районында үҫтем. Бала саҡтан әүҙем булдым һәм мине төрлө өлкә ҡыҙыҡһындырҙы. Мәктәптә теүәл фәндәрҙән республика, ил кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа ла ҡатнаштым, музыка мәктәбенә йөрөнөм, спорт менән дә дуҫ булдым. Уҡытыусыларым мине нефть йәки газ өлкәһендә белгес булыр тип юраны, ләкин 9-сы кластан һуң мин музыка колледжына уҡырға индем. Шулай ҙа был юлдан китеүем уйламаҫтан булды, тип әйтмәҫ инем. Атайым һәм олатайым һәүәҫкәр гармунсы булды, ғөмүмән, ғаиләмдә барыһы ла музыкаға ғашиҡ кешеләр. Музыка мәктәбендә уҡығанда гитара менән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, моң донъяһына тағы ла яҡынайып, сәнғәткә ылығып үҫтем. Буласаҡ һөнәремде һайлауҙа мәктәптә профориентация буйынса уҡытылған китаптар ҙа булышлыҡ итте. Шуларҙың береһендә "Күңелегеҙ нимәгә ынтыла - шул юлдан атлағыҙ", тип яҙылғайны. Миңә был һүҙҙәр ныҡ тәьҫир итте. Шулай уҡ әсәйемдең дә теләгемде хуплап тороуы ышаныс өҫтәне.
Өфө музыка колледжына килгәс, кафедра мөдире әсәйемә: "Әгәр ҙә улығыҙҙың гитарала профессиональ башҡарыусы белгес булыуын теләһәгеҙ, Салауат музыка колледжына алып барығыҙ", - тине. Унда мин Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Неринберг Сергей Александрович класында белем алдым. Ул миңә гитара буйынса ныҡлы нигеҙ бирҙе, күп нәмәгә өйрәтте, минең гитараға булған һөйөүемде нығытты. Беҙ уның менән төрлө конкурстарға күп йөрөнөк, нәҡ ошо йылдарҙа Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты исемдәрен яуланым. Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты булдым.
Колледждан һуң Мәскәүҙе яуларға киттем. Салауатта һәр саҡ минең шәп музыкант булыуымды һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Мин, тәбиғи, быға ышандым һәм Мәскәүҙәге бер генә бюджет урынының тик минеке генә буласағына ныҡ ышанып, имтихандарға ла рәтләп әҙерләнмәнем. Бөтә Рәсәйҙән йыйылған йөҙәрләгән йәш музыканттар араһында ысынлап та музыка генийҙары булғанлығын да күрер хәлдә булмағанмын. Ләкин һауанан ергә тиҙ төштөм - уҡырға инергә бер нисә балл етмәне. Хәлдең ошолай тамамланыуында тағы ла бер мөһим фактор үҙ ролен уйнаны. Юғары уҡыу йортонда имтихан алыусылар үҙҙәре музыка колледжында уҡытҡан уҡыусыларын уҡырға алырға тырыша. Был, бәлки, дөрөҫтөр, сөнки ул уны бәләкәйҙән музыкаль йәһәттән үҫтергән һәм артабан уның менән нисек эшләү кәрәклеген алдан төҫмөрләй. Ә яңы уҡыусыны белеп-аңлап алғансы, әллә күпме ғүмер үтә.
Мәскәүҙәге балдарым менән Магнитогорск ҡалаһындағы консерваторияға уҡырға индем һәм унда бер йыл белем алдым. Консерваторияла уҡыу барышы яҡшы ҡоролған, йәшәү шарттары ла һәйбәт ине. Яҡшы белгестәр әҙерләп сығарыла унан, ләкин йәш белгестәргә унда үҫеү мөмкинлеге юҡ. Магнитогорск - эшселәр ҡалаһы һәм юғары музыка менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны ла бик сикле. Мәскәү менән Магнитогорск ҡалаларында сәнғәт донъяһындағы айырма - күк менән ер араһы. Шуға күрә бында ҡалыуым мине профессиональ музыкант булараҡ юғалтыуға килтерәсәген аңлап, Мәскәүгә барыу өсөн әҙерләнә башланым. Икенсе йылына мин Маймонид исемендәге дәүләт классик академияның композитор, классик гитара виртоузы Никита Кошкин класына уҡырға индем. Бөтә музыкаль юғары белем биреү учреждениеларында гитара халыҡ инструменттары иҫәбендә уҡытыла, тик ошо академияла ғына айырым классик гитара кафедраһы бар. Унда тик гитара өсөн махсуслаштырылған белем алырға мөмкин. Академияла уҡығанда ла конкурстарҙа ҡатнашыуымды дауам иттем. Шунда уҡ башҡорт халыҡ көйҙәрен гитара өсөн эшкәртә башланым. Тәжрибәм уңышлы булды һәм мин халыҡ-ара композиторҙар конкурсы лауреаты исемен яуланым. Аспирантурала "Башҡорт көйөнөң заманса сәнғәттә трансформацияланыуы" темаһын өйрәнеп, бер нисә мәҡәлә яҙҙым. Шулай уҡ кандидатлыҡ минимумын яҡланым.

Башҡортлоҡ минең ҡанымда

Мин урыҫ телле башҡорт. Атайым иртә баҡыйлыҡҡа күсеү сәбәпле, апайым менән икебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн әсәйем әллә нисә урында эшләргә мәжбүр булды. Беҙ балалар баҡсаһында, мәктәптә урыҫ телендә аралашып үҫтек, урамда ла ошо телдә һөйләштек. Шуға күрә башҡортса аңлаһам да, һөйләшә белмәйем, әммә ул минең ҡанымда, йөрәгемдә. Аралашырға, әңгәмә ҡорорға, бәйләнештә булырға яратам. Ләкин башҡорттар араһында башҡортса һөйләшә белмәүем, тиҙ һөйләһәләр, ҡапыл ғына аңламауым миндә комплекс тыуҙыра. Башҡортса һөйләшергә өйрәнеүҙе үҙемә маҡсат итеп ҡуйғанмын һәм уға өлгәшеремә ышанам. Туған телемдә аралашмаһам да, әсәйем беҙҙә башҡортлоҡто тәрбиәләй алған. Апайым да, мин дә башҡорт милли ижадын яратабыҙ. Мин, башҡорт булараҡ, милли музыкабыҙҙы аңлайым һәм тамашасыға еткерә алам. Башҡорт халыҡ көйө, йырҙары миңә үҙемде музыка аренаһында башҡалар менән бер рәттән тойорға һәм тоторға ярҙам итә. Ә башҡа милләт музыкаһын, нисек кенә тырышһам да, урын-еренә еткереп уйнай алмаҫ инем, сөнки ул минең ҡанымда юҡ, булмышыма һалынмаған, атай-әсәйем аша һөйөү күсмәгән.

Гитара - бәләкәй фортепиано

Музыка ҡоралдары ифрат күп төрлө. Беҙҙең илдә баян, фортепиано, скрипка һәм башҡа музыка ҡоралдары һанлана, ә гитараға ябай ғына инструмент итеп ҡарау киң таралған. Гитара тулы мәғәнәһендәге музыка ҡоралы һәм унда башҡа уйын ҡоралдарындағы кеүек үк төрлө фактура уйнарға, классик әҫәрҙәр башҡарырға мөмкин. Гитараны мин бәләкәй генә фортепиано, тип әйтер инем. Профессиональ гитара оҫтаһы булыу өсөн төплө белем алырға кәрәк. Мин, мәҫәлән, гитара уйнау серҙәрен 19 йыл буйына өйрәндем һәм әле лә уйнау оҫталығын шымартыу буйынса эшләйем. Тәү ҡарашҡа күрекһеҙ, ябай ғына күренгән гитара ярҙамында музыка донъяһында ҡайнап йәшәргә мөмкин. Гитарала ике аккорд һуғып, өс көй уйнаусыға ҡарап ҡына уның мөмкинлектәре тураһында һүҙ йөрөтөү хата.
Гитара - бик боронғо музыка ҡоралы. Уның хаҡындағы мәғлүмәт беҙҙең эраға тиклемге дәүергә барып тоташа. Әлеге ваҡытта гитараны испан халҡының милли уйын ҡоралы итеп беләләр һәм фламенко бейеүенең бер өлөшө тип ҡабул итәләр. Ләкин фламенко - Испанияла йәшәүсе сиғандарҙың гитара көйөнә бейеүе. Был әҙ генә һанлы халыҡ үҙҙәренең ижадын, сәнғәтен быуаттар буйына бер-береһенә тапшырып килеп, әлеге көнгә тиклем һаҡлап ҡалған. Ә билдәле фламенко уйнаусы гитарасы Пако де Лусия халҡының милли сәнғәтен донъя кимәленә күтәреп, унан айырым бер жанр яһауға өлгәште. Шулай итеп, фламенко - гитарала башҡарылған халыҡ көйө.

"Заман" төркөмө тураһында

Мәскәүгә тәүгә барғанда уҡ унда йәшәгән халыҡтың күплегенә, һәр милләттең ошо ҙур ҡалаға үҙенең миллилеген индереүен күреп аптырағайным. Уҡырға инеп, бер аҙ йәшәгәс, әлеге күптөрлөлөк араһында миңә үҙебеҙҙең башҡорт моңо, мәҙәниәте, сәнғәте етмәй башланы. Башҡаларҙың йыр-көйҙәре минең моңға булған "һыуһынымды" ҡандырманы. Үҙемде сит кеше, ят мәҙәниәт араһында юғала барған кеүек итеп тойҙом. Башҡорт музыкаһын уйнарға көслө ынтылыш барлыҡҡа килде һәм үҙемә фекерҙәштәр эҙләй башланым. Төркөмдә рухлы, башҡорт моңон яратҡан кешеләр тупланырға тейеш ине минең ҡарамаҡҡа, шуға күрә сығышы менән Башҡортостандан булған музыканттар эҙләнем. Тәүге составта 11 кеше инек, хәҙер "Заман"да 6 музыкант. Ошо йылдар эсендә төркөм менән Рәсәй, Германия, Латвия, Нидерланды һәм башҡа Европа илдәрендә үткәрелгән халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Уларҙың һәр береһе иҫтәлекле, ләкин Ҡаҙандағы Turkvizyon-2014 (3-сө урын), Италияның Удин ҡалаһындағы конкурс (2-се урын) беҙҙең өсөн бигерәк тә иҫтәлекле. Шулай уҡ Норвегияның Кеутукейно ҡалаһында уҙғарылған "Liet international - 2017" конкурс-фестивален, Германияның Галле ҡалаһындағы, Астанала "Nomad way" и "Astana Expo 2017" фестивале сиктәрендә уҙған концерттарыбыҙҙы һәм Нидерландыла "Liet International" конкурсын онотоу мөмкин түгел. Ошондай һәр саранан үҙебеҙгә ғәйәт ҙур тәжрибә алып ҡайтабыҙ, башҡа илдәрҙән килгән музыканттар менән бәйләнеш булдырабыҙ.
Элек мин Францияла - француздар, Германияла - немецтар, Италияла итальяндар һәм башҡа Европа илдәрендә лә тик илгә исем биргән халыҡ ҡына йәшәй тип уйлай инем. Баҡтиһәң, уларҙың һәр береһендә әллә күпме төрлө милләт йәшәй икән. Мәҫәлән, Италияла ғына фриул, арбереш, ладин, романш һәм башҡа милләттәр көн итә. Францияла 300 кешенән генә торған корнеш халҡы йәшәй. Һәм уларҙың һәр береһенең үҙ теле, милли музыкаһы бар. Бында ошондай күп төрлө мәҙәниәт араһында башҡорт халҡының моңо ла үҙенең тамашасыһын тапты. Беҙҙең музыка сит илдә - экзотика. Бөтә ерҙә лә "Заман"дың сығыштарын бик яҡшы ҡабул иттеләр, овацияға күмделәр. Сифатлы музыканы белгән, уны һанлаған Европа тамашасаһы алдында сығыш яһауы иңгә ҙур яуаплылыҡ һала. Уларҙы арлы-бирле, сифатһыҙ уйын менән алдырып булмай. Ундағы тамашасы сифатлы музыканы аңлай, һанлай һәм тыңларға теләй. Улар музыканы тыңлап ҡына ҡалмай, ә ишетә белә.
Италияла бер конкурстан һуң формаль булмаған кисәлә ҡурайсы егетебеҙ Ислам Илембәтов сәхнәгә сығып, "Буранбай"ҙы уйнап ебәрҙе. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ - сәхнә, ҡулына тик ҡурайын тотҡан башҡорт егете һәм 3Д форматтағы шоу күреп өйрәнгән, ныҡ талапсан Европа тамашасыһы. Ҡурай моңо яңғырай башлағас та, шаулашҡан, бер-береһен бүлә-бүлә хәбәр һөйләгән, бейегән кешеләр тынып ҡалды. Ислам "Буранбай"ҙы аҙағына тиклем, бөтә ҡабатлауҙары менән оҙаҡ уйнаны. Ләкин бер кем ҡыбырламаны, бүлдермәне. Икенсе менталитетлы, беҙҙекенә бөтөнләй оҡшамаған музыкаға өйрәнгән кешеләрҙең күңелен ҡурай, унан сыҡҡан башҡорт моңо арбаны, һүҙһеҙ итте, күңелдәрен яулап алды. Башҡорт халыҡ йырының бөтә тәрәнлеген, аһәңлеген, моңон асып һала алған ҡурайсы егеткә оҙаҡ ҡул саптылар.
Беҙ башҡорт халыҡ фольклорын нигеҙ итеп алып эшләйбеҙ. Коллективтың бурысы - фольклор һәм заманса музыка синтезы ярҙамында башҡорт милли традицияларын һаҡлап ҡалыу. Күп һанлы конкурстарҙа Башҡортостан исеменән сығыш яһайбыҙ һәм республикабыҙҙы сит илдәрҙә таныта алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ.

Милли моң - гитара ҡылдарында

Бөгөнгө көндә һәр милләттең дә тиерлек үҙенең милли музыкаһын гитара ҡылдарына һалып башҡарған музыканттары бар. Бөтә донъя сәхнәләрендә лә виртуоз гитарасылар башҡарыуындағы милли моң үҙ тамашасыһын таба. Уларҙың милли эшкәртеүҙәге әҫәрҙәрен башҡа музыканттар, студенттар үҙ репертуарына ала. Шулар рәтендә бөгөнгө көндә башҡорт халыҡ көйҙәренең дә үҙ урынын таба барыуы ҡыуандыра һәм үҙемдең ошоға тос өлөш индереүем менән бәхетлемен. Гитарала уйнау өсөн эшкәртелгән көй-йырҙы маҡсатлы рәүештә һайлап алмайым. Ниндәйҙер көй күңелемә ятты икән, мейелә шунда уҡ уны нисегерәк эшләү тураһында уйҙар ҡайнай башлай. Ҡайһы бер варианттар өҫтөндә оҙайлы уйларға, эшләргә тура килә, сөнки, тәү сиратта, уның камил булып, күңелемдә тыуыуы мөһим. Унан һуң ғына гитара телдәренә күсереп, нотаға яҙып ҡуям. Ә ниндәйҙер йырҙар тиҙ үк эшләнә, ләкин был уның сифатына кәмселек килтермәй. Мин һәр бер эшемә етди ҡарайым һәм үҙемдең ижадым өсөн халҡым алдында яуаплы икәнлегемде бер ҡасан да онотмайым. Башҡорт халыҡ көйҙәрен гитарала уйнау өсөн эшкәртеү миңә күңел тыныслығы бирә, шуға һәр саҡ ихлас эшләйем. Заказ буйынса башҡарылған эштәремә лә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайым. Минең өсөн үҙем һайлап алған көйҙө гитара өсөн эшкәртеү ҙә, заказ буйынса эшләнелгәне лә берҙәй мөһим, уларҙы айырып ҡарамайым. "Илһам булмаһа, кемдеңдер теләге буйынса ғына ижад итеп булмай", тиҙәр ҡайһы берәүҙәр. Минең өсөн - киреһенсә. Кемгәлер эшемдең кәрәклеген белеү, уның нәҡ ошо көйҙө көтөүе миңә илһам бирә.
Башҡорт халыҡ көйҙәрен гитараға һалып, уны сит илдәрҙә уйнауымды кемдер үҙһенеп етмәй. Ошо рәүешле башҡа милли мәҙәниәт, сәнғәт менән ҡушылып, башҡорт моңо юғалмаҫмы, тип хәүефләнеүселәр ҙә бар. Ышаныслы рәүештә был хәлдең мөмкин булмауын билдәләйем. Халҡымдың көй-йырҙарын, милли музыкаһын ниндәй генә илдә кем тарафынан уйналһа ла, уның нигеҙендә ятҡан башҡорт моңо барыбер ишетелә. Уны юйып ташлап булмай. Беҙҙең көйҙәр, башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек үк, уникаль һәм бер ҡайҙа ла бер нисек тә ҡабатланмай. Әгәр ҙә әлегә тиклем гитара бөгөнгө кеүек билдәле булмаһа һәм ул башҡорт көйҙәре менән күтәрелһә, бәлки, ваҡыт үтеү менән беҙҙең милли музыкабыҙ дөйөмләшеп китер ине. Ләкин гитара күптән фламенко менән танылыу яулаған һәм ниндәй генә халыҡ гитарала милли көйөн уйнамаһын, гитара - испандыҡы, ә көй һәр халыҡтың үҙенеке булып ҡаласаҡ. Шуға күрә башҡорт халыҡ йырҙары өсөн дә ҡурҡырға ярамай. Беҙгә бер кемгә лә эйәрергә йәки оҡшарға тырышыу кәрәкмәй. Башҡортостан, башҡорт халҡы, уның моңо - бөтөн, уға ҡайҙандыр нимәлер алып ҡушыу мөһим түгел. Шулай уҡ башҡа музыка менән беҙҙең моң араһында аралашсы ла кәрәкмәй, беҙ туранан-тура үҙебеҙ хаҡында, үҙебеҙҙең музыкабыҙ тураһында бөтә донъяға еткерә алабыҙ. Бының өсөн мотлаҡ Мәскәүҙә йәки сит илдә йәшәргә кәрәкмәй. Башҡортостанда ғүмер итеп тә ҙур уңышҡа өлгәшергә була, бары тик тырышлыҡ кәрәк һәм туҡтамайынса үҫергә ынтылыш булырға тейеш.

Сараның уңышы - яҡшы ойошторолоуҙа

Күп илдәрҙә булып, ундағы конкурс-фестивалдәрҙең ойошторолоу кимәлен күреп йөрөйөм. Уларҙағы һәм беҙҙәге кимәл - ер менән күк араһы. Сағыштырыу беҙҙең файҙаға түгел. Сит илдәге мәҙәни сараларға әҙерлек эштәре ярты йыл алдан тамамлана. Конкурстар ваҡытында бер ниндәй ҙә ығы-зығы булмай, бөтә нәмә алдан уйланылған, һәр урынға һәм һәр конкурсантҡа яуаплы кеше беркетелгән, нимәлер кәрәк булһа, уларға бер мөрәжәғәтең етә - бөтә нәмә эшләнә. Бер кем дә ҡысҡырынмай, сәбәләнмәй, бошоноп, йөҙө болоҡһоп йөрөмәй. Эргә-тирәлә тыныс кешеләр, көләс йөҙлө ойоштороусылар. Аэропортта ҡаршы алыу, ҡунаҡханаға урынлашыу, репетиция - барыһы ла юғары кимәлдә ойошторола. Концерт алдынан музыкаль инструменттарҙы тикшереү, уларҙы көйләү, беҙҙәге кеүек, сәғәттәр буйы бармай, ә иң күбе 15 минут ваҡытты ала. Ә беҙҙә нисек? Концерт башланырға тора, ә әҙерлек эштәре әле һаман бөтмәгән. Музыканттарға ҡайһы саҡта кәрәкле әйбер эҙләп, магазиндар ҡыҙырырға тура килә. Репетициялар көндәр дауамында барырға мөмкин, сөнки йә тауыш аппараттары көйләнмәгән була, йә яҡтылыҡ менән проблема килеп тыуа, йәки концерт номерҙарын алыштыра башлайҙар. Ә ойоштороусыларҙың тегеләй-былай туҡтамай йүгереүе конкурсанттарға ла тыныс булырға ҡамасаулай. Башҡортостанда ла, Мәскәүҙә лә сара башланыр алдынан конкурсанттарҙың һәм ойоштороусыларҙың тыныс ҡына сәй эсеүен, һөйләшеп ултырыуын күҙ алдына ла килтереп булмай. Аяғөҫтө тороп ҡына бер сынаяҡ сәй эсеп сыға алһаң да бик шәп әле.
Күптән түгел республикала уҙғарылған бер сарала ҡатнашырға тура килде. Концерт булаһы ергә килгәс, беҙгә сәхнә кейемдәрен автобус эсендә кейергә тәҡдим иттеләр. Беҙ алыҫтан килдек, костюмдар таушалған, үтекләп алырға ине, тиеүебеҙгә, нисек бар, шулай кейеп сығығыҙ, тигән яуап алдыҡ. Был нимә? Мин үҙем быны музыканттарға ла, тамашасыға ҡарата ла ихтирамһыҙлыҡ тип ҡабул итәм. Таушалған кейемдә сығып, артист үҙенең бәҫен төшөрәсәген дә, уны ошондай ҡиәфәттә күрергә мәжбүр булған тамашасыға ла ойоштороусылар төкөрөп ҡарай. Бындай мөнәсәбәттән һуң ниндәй сифат, яҡшы концерт тураһында һөйләргә була. Минең был һүҙҙәремде "Эреләнгән, ниндәй юғары талаптар ҡуя", тип баһалар. Юҡ, улай түгел. Мин бары тик үҙемдең тамашасым алдында оло яуаплылыҡ тоям. Ул сифатлы музыка тыңлаһын, ә күҙҙәре эстетик рәхәтлек алып ҡыуанһын, тип тырышам, сөнки улар бер-береһен тулыландырып килә. Тамашасыһын яратмаған музыкант, артист ҡына үҙен әрпеш, әрһеҙ күрһәтергә мөмкин.
Беҙҙәге ойоштороу кимәлен күтәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алыуым кемгәлер ғәйеп ташларға, яманларға тырышыу түгел. Мин бары тик үҙебеҙҙә лә, сит илдәрҙәге кеүек үк, юғары кимәлдәге мәҙәни саралар үтеүен, республика халыҡ-ара кимәлдәге фестиваль-конкурстарҙы йышыраҡ ҡабул итһен, тигән теләктәмен. Сифатлы тамаша эшләргә, юғары кимәлдә ойоштороу эштәре алып барырға мөмкинлеге булған кешеләр бар беҙҙә. Уларға тик система ҡоршауынан ысҡынырға, ҡалыплашҡан форманан сығырға һәм эшләй башларға ғына кәрәк.

"Дуҫтарса" йәшәү нимәгә килтерә?

Мин Башҡортостанға ҡайтып йәшәргә, эшләргә теләр инем. Тик... Берҙән, республикала ижад кешеләренә иғтибар күберәк бүленһен ине, тигән теләктәмен. Үҙен сәнғәткә бағышлаған ижадсынының һәләтен файҙаланыу ғына аҙ, уға төрлө яҡлап яҡлау кәрәк, уны аңлау мөһим. Уға үҫергә, һәләтен һәр яҡлап асырға шарттар булырға тейеш. Икенсенән, беҙҙә, яҡшы мәғәнәлә әйткәндә, тәртип юҡ. Был, минеңсә, беҙҙә барыһын да "дуҫтарса", "таныштарса" хәл итеп булыу мөмкинлегендә. Ә юғарыраҡ урында ултырған туғаны булған кешегә, ғөмүмән, бөтә ишектәр ҙә асыҡ. Уның өсөн сират, тәртип тигән төшөнсә юҡ кимәлендә. Киңәйтеп ҡарағанда, кемдеңдер ошо рәүешле йәшәүе, ошондай ҡыланышы сылбыр кеүек бер-береһенә ялғанып, үҙ сиратында, тәртипһеҙлек тыуҙыра ла инде. Бында айырым бер кеше файҙа ала, ә тотош йәмғиәт зыян күрә.
Беҙҙә власть органдарында эшләүселәр үҙҙәрен батша кеүек итеп тота, тибеҙ. Ҡайһы берәүҙәрҙең, ысынлап та, ҙур урын биләгәс, эске асылының аламалығы, эрелеге тышҡа бәреп сыға. Ләкин күптәр, минең уйлауымса, ябай һәм кешелекле булһалар ҙа, беҙҙең йәмғиәттәге әшнәлектән ҡасып, һауалылыҡ битлеге артына йәшенергә мәжбүр. Субординация төшөнсәһе күптәр өсөн ят. Шуға күрә кемделер һауалыҡта ғәйепләр алдынан йәмғиәттең үҙенә лә әҙерәк тәртип тигәнгә өйрәнергә кәрәк. Һуңғы ваҡытта был системаның үҙгәрә башлауын күрәм. Власть халыҡҡа йөҙ менән боролдо. Халыҡ, үҙ сиратында, был ыңғайлыҡты баһалар һәм күтәргеһеҙ самаһыҙ талаптар ҡуймаҫ, тип ышанам.

Йәштәребеҙгә һоҡланам

Бөгөнгө йәштәргә "Афарин!", тип әйтер инем. Уларҙа ниндәйҙер эске көс-ҡеүәт бар. Аҡыллы, үҙҙәренә ҡарата талапсан, эшһөйәр булыуҙары менән айырылып тора. Миҫал килтерәм. Мәскәүҙә IT өлкәһендә эшләүсе дуҫым бар. Ул ҙур, мөһим проекттарын тик башҡорт егеттәре менән эшләргә тырыша, сөнки уларға ышанып була, ти. Хатта профессионалдар ниндәйҙер ситуацияла ҡойолоп төшһә йәки артабан эшләүҙән баш тартһа, башҡорт үҙенең ныҡышмалығына барып, эште тамамлап ҡуйыуы менән уны һоҡландыра.
Сәләмәт тормош алып барыусы йәштәребеҙ күбәйҙе, спиртлы эсемлектәргә битарафтар һаны артты. Ошондай башҡорт йәштәре менән ғорурланам һәм уларҙың һаны артыуын теләйем.
Илһөйәрлек көслө башҡортта. Тарихыбыҙҙы белергә, уны тартып алырға йәки уға яңылыш өҫтәмәләр индереүселәргә ҡаршы сығырға ҡурҡмай замана башҡорто. Һәр кем хәленән килгәнсә тыуған республикаһының үҫеше өсөн тырыша, сөнки айырым кешенең бәхетле булыуы тотош илдәге хәл-торошҡа бәйле икәнен яҡшы аңлай.
Үҙемдән ошондай теләктәремде еткергем килә. Йөрәгегеҙҙе тыңлағыҙ. Яҡшы мәғәнәлә сәмле булығыҙ. Мейе эшмәкәрлеген һәр ваҡыт тонуста тотоғоҙ, уға ойорға мөмкинлек бирмәгеҙ. Уҡығыҙ, төрлө өлкәлә белемегеҙҙе киңәйтегеҙ. Телдәр өйрәнегеҙ. Әгәр үҙ-үҙебеҙҙе ихтирам итһәк, ситтәр ҙә ихтирамлы булыр. Бер-беребеҙ өсөн ышаныслы терәк булһаҡ, кәрәк саҡта таяныр ҡул һуҙа алһаҡ, матур республикала бәхетле йәшәрбеҙ.

Шулай итеп...
Бөйөк музыканттар күп. Гитараны ҙур бейеклеккә күтәреп, бөтә донъяға танылған оҫталар ҙа бихисап. Ләкин улар араһында Радмир Муфтахин беҙгә, башҡорттарға, барыбер иң яҡыны һәм яҡшыһы, сөнки уның гитараһы беҙҙең хаҡта "йырлай". Уның тилбер ҡулдары аҫтынан сыҡҡан моң беҙгә сәңгелдәктән таныш һәм күпкә еңелерәк ҡабул ителә. Милли моңдо яңыса яңғыратыусы был һәләтле егеткә артабан да уңыштар юлдаш булһын, ижад ҡомары һүнмәһен, тип теләйбеҙ.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.19 | Ҡаралған: 674

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru