«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ ГУБЕРНАҺЫНДА ҺАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ӨҪТӨНЛӨК ИТКӘН
+  - 



1708 йылдан башҡорттар административ йәһәттән Өфө провинцияһына ингән. 1744 йылдан 1781 йылға тиклем Өфө провинцияһы ул ваҡытта ойошторолған Ырымбур губернаһына ҡарай. 1744 йылда Ырымбур губернаһына быға тиклем Себер губернаһы өлөшө булып торған Иҫәт провинцияһы ла (Урал аръяғы Башҡортостаны) инә. 1781 йылда ике: Өфө һәм Ырымбур өлкәләренән торған Өфө наместниклығы ойошторола һәм ул 1796 йылға тиклем ғәмәлдә була. XVIII быуаттың 1865 йылына тиклем тотош Башҡортостан ҡабат ойошторолған Ырымбур губернаһына инә.

1865 йылда яңы административ реформа барышында Ырымбур губернаһы ике айырым - Өфө һәм Ырымбур губерналарына бүленә. Өфө губернаһына - Бәләбәй, Бөрө, Минзәлә, Стәрлетамаҡ, Златоуст һәм Өфө өйәҙҙәре, Ырымбур губернаһына Верхнеуральск, Ырымбур, Орск, Троицк, Силәбе өйәҙҙәре инә. Башҡорттарҙың бер өлөшө шулай уҡ Пермь, Һамар, Һарытау губерналарында тороп ҡала.
Сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына бәйле, 1870 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Өфө губернаһы ауылдары исемлеге айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ул 1877 йылда Санкт-Петербургта Эске эштәр министрлығының Үҙәк статистика комитеты тарафынан баҫылып сыға һәм 2002 йылда Өфөлә Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә ҡабаттан нәшер ителә. Өфө губернаһы тураһындағы тарихи очеркта губернала йәшәүсе ҡәбиләләр, милләттәр тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт бирелә. Атап әйткәндә, "Өфө губернаһында бер нисә ҡәбилә айырмаһы күҙәтелә, әммә улар араһында һан буйынса башҡорттар һәм рустар беренсе урын алып тора, татарҙар, мишәрҙәр, сыуаштар, сирмештәр, вотяктар (удмурттар) билдәле бер процентҡа эйә булһа ла, һан буйынса икенсе планға сыға..." Әлбиттә, аҫаба булып, һис шикһеҙ, Ҡаҙан ханлығы ҡолағанға тиклем Өфө губернаһының барлыҡ ерҙәренә берҙән-бер хужа булған башҡорттар һаналырға тейеш.
1552 йылда Ҡаҙан ханлығы ҡолағас, Өфө крайы өсөн яңы тарихи осор башлана. Яулап алынған ерҙәрҙән татарҙар, сирмештәр, сыуаштар, мишәрҙәр башҡорт ерҙәренә килеп һыйыныу таба; уларҙың бер өлөшө дин һәм тел буйынса айырым ҡәбилә, ҡатламға әйләнеп, "типтәр" булып китә.
Өфө губернаһында 1877 йылға ҡарата 6 ҡала, 2805 ауыл, шул иҫәптән 1001 башҡорт ауылы була.
Өйәҙҙәр буйынса: Өфө өйәҙе. Барлығы 462, шул иҫәптән 146 башҡорт ауылы.
Бәләбәй өйәҙе: 477 һәм 278; Бөрө өйәҙе: 755 һәм 111; Златоуст өйәҙе: 167 һәм 113; Минзәлә өйәҙе: 511 һәм 120; Стәрлетамаҡ өйәҙе : 431 һәм 233.
1865 йылда, губерна ойошторолоу мәленә тиклем бында 1290809 кеше иҫәпләнә, башҡорттар халыҡтың яртыһын алып тора. Ҡала халҡының милли составын ҡарағанда: башҡорттар - 446, рустар 46760, татарҙар 3032, поляктар 667, немецтар - 449, йәһүдтәр - 162 була, йәмғеһе ҡалаларҙа 51516 кеше иҫәпләнә. Ауыл ерендә башҡорттар 619296, рустар - 409184, татарҙар - 86701, сирмештәр - 51172, сыуаштар - 34296, вотяктар - 19994, мордвалар - 18650 кеше тәшкил итә. Барлығы ауыл ерендә 1239293 кеше иҫәпләнә.
Өфө губернаһының 1865 йылда билдәләнгән административ структураһы 1919 йылға - Башҡорт Хөкүмәте менән Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәте Башҡортостан Совет автономияһын төҙөү тураһында Килешеү төҙөгәнгә тиклем һаҡлана. 1922 йылдың 14 июнендә ВЦИК "Башҡортостан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында" декрет сығара. Унда: "Үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте араһында 1919 йылдың 23 мартында төҙөлгән Килешеүҙе һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетының 1920 йылдың 12 авгусындағы ҡарарын үҫтереү һәм өҫтәмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты: "1. Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Златоуст өйәҙҙәрен Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы составына индереп, Өфө губернаһын бөтөрөргә..." ҡарар итә.
Архив документтары раҫлауынса, Оло Башҡортостан ойошторолғансы Башҡарма Үҙәк комитетына һәм Халыҡ Комиссарҙары Советына махсус доклад әҙерләүсе Башҡортостан Республикаһының сиктәрен билдәләүсе комиссия эшләй. Комиссия билдәләүенсә, Өфө губернаһының аҫаба халҡы башҡорттар була. Бындай һығымтаға килергә 1897 йылда үткәрелгән Рәсәй империяһының Беренсе дөйөм иҫәп алыу мәғлүмәттәре этәрә. Уға ярашлы, Өфө губернаһында 2196642 кеше йәшәй, шул иҫәптән башҡорттар 899910 (40,98 процент), рустар - 834185 (37,9 процент), татарҙар - 184817 (8,41 процент), мишәрҙәр - 20957 (0,95 процент), типтәрҙәр - 39955 (1,82 процент), сыуаштар - 60616 (2,75 процент), мордвалар - 37289 (1,69 процент) була.
Өйәҙҙәр буйынса башҡорттарҙың дөйөм халыҡ һанына процент нисбәте түбәндәгесә: Бәләбәй - 53,8 процент, Бөрө - 52,69, Минзәлә - 32,38, Стәрлетамаҡ - 35,31, Златоуст - 27,7, Өфө - 30,7.
1897 йылғы иҫәп алыу буйынса Ырымбур губернаһында 1600145 кеше йәшәй, шул иҫәптән башҡорттар - 254561 (15,91 процент), рустар - 1126040 (70,37), мишәрҙәр, типтәрҙәр менән бергә татарҙар - 114701 (7,16), украиндар - 41541 (2,59), мордвалар - 38403 (2,39 немецтар - 5454 (0,34), сыуаштар - 5064 (0,31). Был мәғлүмәттәр башҡорттарҙың бер ни тиклем өлөшө генә Ырымбур губернаһында, төп өлөшө тап Өфө губернаһында йәшәүен һәм революцияға тиклемге осорҙа ошо төбәктә һан буйынса беренсе урында тороуын дәлилләй.
1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге Башҡортостан территорияһында 3026,7 мең кеше, шул иҫәптән башҡорттар - 970,4 мең (32,06 процент), рустар - 1157,5 мең (38,24), төрки-татарҙар - 612,4 мең (20,23), башҡа милләттәр - 286,3 мең (9,47) булған.
Артабан халыҡ иҫәбен алыу 1926, 1939, 1959, 1979, 1989, 2010 йылдарҙа уҙғарыла.
Өфө һәм БАССР буйынса үткәрелгән иҫәп алыу йомғаҡтары күрһәтеүенсә, башҡорттар һаны кәмегән. Әгәр 1897 йылда БАССР территорияһында 899910 башҡорт йәшәһә, 1989 йылда 863808 теркәлгән, йәғни 100 йыл элек булғанға ҡарағанда 36102 кешегә кәмегән.
Мәғлүм булыуынса, башҡорттарҙың һаны кәмеүгә 1921 йылдағы аслыҡ та йоғонто яһаған. ВЦИК-тың 1920 йылдың 17 майындағы Декреты буйынса, 1897 йылғы иҫәп алыу буйынса 123052 башҡорт йәшәгән Минзәлә өйәҙе террриторияһы Татарстан АССР-ы составына бирелә, ә 1934 йылда, СССР ВЦИК-ы Президиумы ҡарары менән Арғаяш (дөйөм халыҡ һаны 45331 кеше), Ҡонашаҡ райондары (37768) Силәбе өлкәһенә тапшырыла.
Әммә башҡорттарҙың республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында, йәғни элекке Өфө губернаһында кәмеүенең төп сәбәбе булып ассимиляция тора.
1910 йылда Ҡаҙандың Үҙәк типографияһында "О татаризации иноверцев Приволжского края" тигән китап сыға, унда татар диндарҙарының, татар зыялыларының Волга буйы халыҡтарын: сыуаштарҙы, сирмештәрҙе, вотяктарҙы татарлаштырыу буйынса миссионерлыҡ эшен алып барыуы бәйән ителә. Китапта, "Волга буйында йәшәүсе башҡа диндәге кешеләр кеүек үк, ҡасандыр ҡырғыҙҙар ҙа, башҡорттар ҙа шундай хәлдә була, хәҙер улар үҙҙәрен татарҙарҙан айырмай һәм улар менән бергә бер ғәмәлде башҡара. Әлеге ваҡытта Өфө губернаһының Бөрө өйәҙендә татарҙы, башҡортто, сирмеште айырыуы ҡыйын, улар барыһы ла татар кеүек тойола. Хәҙер Бөрө өйәҙе ҡырғыҙҙары, башҡорттары, сирмештәре торған баҫҡыста башҡа сит милләттәр ҙә тороуы ихтимал һәм был уларҙы тулыһынса татарлаштырыуға килтерәсәк... Шуға күрә, һуң булмаҫ элек, башҡа диндәге кешеләрҙең татарҙар йоғонтоһона бирелеүенә сик ҡуйырға кәрәк. Был көсһөҙ сит милләттәрҙең Ислам һәм татарҙар тарафынан йотолоуына ҡаршы көрәштә дәүләт тә, йәмғиәт тә ҡатнашырға тейеш" (26-27-се биттәр).
Мәғлүм булыуынса, Өфө губернаһы башҡорттарын татарлаштырыу факты мосолмандарҙың Өфөләге Диниә назараты, татар диндарҙары, зыялыларының эшмәкәрлеге, татар мәктәптәре булдырыу, татар әҙәбиәтен нәшер итеү, татар типографияларын асыу һ.б. эшмәкәрлек һөҙөмтәһе була.
1923/1924 уҡыу йылында Бөрө кантонында 100-ҙән ашыу башҡорт мәктәбе эшләй, 30-сы йылдар һуңында бер генә башҡорт мәктәбе лә ҡалмай: уларҙа белем биреү татар теленә күсерелә.
"Совет архивтары" журналы хәбәр итеүенсә (№5, 1988 йыл), 1929-1934 йылдарҙа "Башҡорт АССР-ында башҡорттар йәшәгән ҡайһы бер райондарҙа рус йәки татар мәктәптәре генә ойошторола, сөнки урындағы мәктәптәр хеҙмәткәрҙәре, кадрҙар һәм дәреслектәр булмағанлыҡтан, башҡорт мәктәптәре асыу мөмкин түгел, тип иҫәпләй" (ЦГА РСФСР, ф.296, оп.1, д.461, л.48).
1937 йылдың 22 сентябрендә "Известия" гәзитендә Башҡортостанда халыҡ мәғарифы торошо тураһында мәҡәлә сыға. Унда: "... мәктәптәрҙә туған башҡорт телендә уҡытыу даими өҙөлә. Тотош республикаға ни бары 9 башҡорт урта мәктәбе бар. Һуңғы көндәрҙә генә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә беренсе урта башҡорт мәктәбе эшләй башланы. Башҡорт балаларын уларға ят булған татар телендә мәжбүри уҡыталар. Башҡорт уҡыусыларының яртыһы ғына туған телендә белем ала", - тип яҙыла.
Архив һәм баҫма сығанаҡтар мәғлүмәттәре республиканың төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының бер нисә быуыны (элекке Өфө губернаһы), мәктәп булмағанлыҡтан, үҙҙәренең туған телен, мәҙәниәтен, милли аңын юғалтҡанлығын, ассимиляцияланғанлығын раҫлай.

Ғизетдин ИРҒӘЛИН,
тарих фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.19 | Ҡаралған: 724

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru