«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ШӘХЕСТӘРЕБЕҘҘЕ БЕЛӘЙЕК!
+  - 



Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап, "Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең тыуыуы һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес" тигән проект иғлан иткәйне. Уның йомғаҡлау исемлеге Ҡоролтай Советы ултырышында раҫланды һәм иң беренсе сиратта милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап сығарырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Ҡоролтай шулай уҡ муниципалитеттар хакимиәттәренә яҡташтарының исемен мәңгеләштереү сараларын күреүҙе һорап та мөрәжәғәт итте. "Урындарҙа үҙ геройҙарын белергә тейештәр. Бының өсөн үҙ яҡташтарына һәйкәл ҡоралармы, улар йәшәгән, уҡыған биналарға таҡтаташ ҡуялармы, урамдарға уларҙың исемдәрен ҡушалармы, кисәләр үткәрәләрме - уны үҙҙәре хәл итергә тейеш", - тинеләр Совет ағзалары. Түбәндә беҙ шул исемлекте тәҡдим итәбеҙ.

Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған (1890-1970), Башҡортостандың Ишембай районы Көҙән ауылында тыуған - Рәсәй федерализмы лидеры, Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусы, 1917-1920 йылдарҙа Башҡортостан автономияһы етәксеһе. Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе.

Манатов Шәриф Әхмәтйән улы (1892-1936) - Ҡурған өлкәһе Манат (әлеге көндә ул ауыл юҡ) ауылында тыуған. Башҡорт хәрби хәрәкәте етәксеһе, Башҡорт үҙәк шураһы (1917) рәйесе, Башҡортостандың Кесе ҡоролтай (1917) ағзаһы, Бөтә Рәсәй учредительный йыйылышы (1917) депутаты.

Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы (1883-1943) - Башҡортостандың Ейәнсура районы Әбүләйес ауылында тыуған - Башҡорт хөкүмәтенең беренсе рәйесе (1917-1919), Башҡорт автономияһының Кесе ҡоролтайы ағзаһы (1917), Башҡорт Совет Республикаһының Юстиция халыҡ комиссары (1919).

Ҡулаев Мстислав Александрович (Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы) (1873-1958) - Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Ейәнсура ауылында тыуған. Башҡорт хөкүмәте рәйесе (1919), Башревком ағзаһы (1919), 1919 йылдың мартында советтар менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙа башҡорт делегацияһын етәкләй. 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Башҡорт хөкүмәте исеменән Башҡортостан автономияһы тураһында Килешеүгә ҡул ҡуя.

Халиҡов Муллаян Дәүләтша улы (1894-1937) Бүздәк районы Аҡтау ауылында тыуған. Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы (1917-1919), советтар менән һөйләшеүҙәр алып бара, 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан автономияһы тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. Башсовнарком (1921-1925) рәйесе, 1922 йылда Ҙур Башҡортостанды төҙөү башланғысы менән сыға.

Йомағолов Харис Йомағол улы (1891-1937) Һамар өлкәһе Хәсән ауылында тыуған. Башҡорт үҙәк шураһы(1917), Кесе ҡоролтай (1917) ағзаһы, Башревком ҡарамағындағы ВЦИК вәкиле (1919), Башревком рәйесе (1919-1920). Башҡорт Совет Республикаһы мәнфәғәттәрен эҙмә-эҙлекле яҡлай.

Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы (1880-1932) Ырымбур өлкәһе Мерәҫ ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәтте башлап ебәреүселәрҙең береһе, тарихсы, фольклорсы. Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы, Беренсе Бөтөн башҡорт ҡоролтайын ойоштороусыларҙың береһе, "Мөхбир" һәм "Башҡорт" гәзиттәренә нигеҙ һалыусы һәм иң тәүге мөхәррире, Башҡорт үҙәк шураһы, Кесе ҡоролтайы ағзаһы, Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты (1918-1919) рәйесе.

Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы (1886-1922) - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәтте башлап ебәреүселәрҙең береһе, Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы (1917), Беренсе Бөтөн башҡорт ҡоролтайын ойоштороусыларҙың береһе, Кесе ҡоролтай ағзаһы, Башҡорт Совет Республикаһының мәғариф халыҡ комиссары (1919-1920).

Мутин Илдархан Ибраһим улы (1888-1938) - Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе (хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районы) Таҡталасыҡ ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт лидерҙарының береһе, башҡорт дворяндары Мутиндар нәҫеленән, Башҡорт үҙәк шураһы, Башҡортостан Кесе ҡоролтайы ағзаһы (1917), Башҡорт хәрби советы рәйесе урынбаҫары (1918), Башревком ағзаһы (1919), БАССР социаль тәьминәт наркомы (1919).

Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы (1895-1919) - БР Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәттең иң әүҙем эшмәкәрҙәренең береһе. Башҡорт әҙәбиәтенең классигы, Башҡортостан үҙәк шураһы ағзаһы (1917), "Тулҡын" башҡорт йәштәре берлеген ойоштороусыларҙың береһе (1917), шиғриәтендә автономия өсөн көрәшкә, тыуған Башҡортостанына дан йырлай.

Мортазин Муса Лут улы (1891-1937) - БР Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылында тыуған. Дәүләт һәм хәрби эшмәкәр, легендар комбриг, граждандар һәм совет-поляк (1920) һуғыштары геройы, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Башҡорт кавалерия бригадаһы командиры (1919-1920), БАССР хәрби халыҡ комиссары (1920-1921), Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитет рәйесе (1921-1922).

Таған Ғәлимйән Ғирфан улы (1892-1949) - Ҡурған өлкәһе Әлмән районы Тәңрекүл ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт лидерҙарының береһе, ғалим-этнограф, башҡорт милли армияһын ойоштороусыларҙың береһе, 3-сө Башҡорт йәйәүлеләр полкы командиры (1918-1919). Автономияның Ялан кантоны етәксеһе (1918).

Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы (1888- ?) - Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Левашово (Ҡужа) ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли көрәш лидерҙарынаң береһе, Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы (1917), Арғаяш кантоны етәксеһе (1918), Башревком ағзаһы (1919), Башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары (1919-1920), Арғаяш кантонының хәрби комиссары (1920).

Бейешов Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы (1896-1937) - Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Иҙелбай ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт лидерҙарының береһе, Башҡорт хәрби советы ағзаһы (1918), 2-се Башҡорт кавалерия полкы командиры (1918-1919), Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссия рәйесе (1919-1920), Башҡорт халыҡ комиссарҙары советы рәйесе (1921), Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы секретары (1921-1924), БАССР мәғариф халыҡ комиссары (1924-1925).

Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы (1886-1939) - БР Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәрҙәренең береһе, шағир, драматург, Башҡорт үҙәк шураһы, Кесе ҡоролтай ағзаһы (1917), "Башҡорт тауышы" гәзитен ойоштороусы һәм уның мөхәррире (1918), 1-се Башҡорт йәйәүлеләр полкының полк муллаһы (1918) 20-се йылдарҙа башҡорт әҙәби телен байытыуға өлөш индерә.

Ҡарамышев Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы (1888-1922) - БР Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Башҡорт милли армияһын ойоштороусыларҙың береһе, башҡорт дворяндары Ҡарамышевтар нәҫеленән, Әмир, Мөхтәр, Сөләймән Ҡарамышевтарҙың ағаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе Башҡорт шураһы рәйесе (1917), Башҡорт хөкүмәтенең ер эшкәртеү бүлеге мөдире (1918), "Тулҡын" ойошмаһы рәйесе (1918), Башревком ағзаһы (1919-1920), Башсовнархоз рәйесе (1919-1920).

Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы (1893-1918) - БР Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Башҡорт милли армияһын ойоштороусыларҙың береһе, башҡорт дворяндары Ҡарамышевтар нәҫеленән, Гәрәй, Мөхтәр, Сөләймән Ҡарамышевтар менән бер туған, Башҡорт хөкүмәтенең Хәрби бүлек мөдире ярҙамсыһы (1917), Башҡорт хәрби советы ағзаһы (1918), 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры (1918), Верхнеуральск фронтының Башҡорт ғәскәрҙәре командующийы (1918).

Ҡарамышев Мөхтәр Батыргәрәй улы (1895 - ?) - БР Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Башҡорт милли армияһын ойоштороусыларҙың береһе, башҡорт дворяндары Ҡарамышевтар нәҫеленән. Гәрәй, Әмир, Сөләймән Ҡарамышевтар менән бер туған. Юрматы кантон идаралығы, Башҡорт хәрби советы ағзаһы (1918), 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры (1918-1919), Стәрлетамаҡ фронтының Башҡорт ғәскәрҙәре командующийы (1918-1919), Табын, Тамъян-Ҡатай кантондарының хәрби комиссары (1919).

Ҡарамышев Әбделғәни Бәхтегәрәй улы - БР Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Башҡорт милли армияһын ойоштороусыларҙың береһе, башҡорт дворяндары Ҡарамышевтар нәҫеленән, Гәрәй, Әмир, Мөхтәр, Сөләймән Ҡарамышевтар менән ике туған. Башҡорт хәрби советының интендант бүлеге мөдире (1918).

Ҡарамышев Сөләймән Батыргәрәй улы - БР Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Башҡорт милли армияһы офицеры, башҡорт дворяндары Ҡарамышевтар нәҫеленән. Гәрәй, Әмир, Мөхтәр Ҡарамышевтарҙың бер туғаны. Башҡорт частары Ҡыҙыл Армия яғына сыҡҡас, Башҡорт кавалерия частары составында һуғыша, фронтта һәләк була.

Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы (? - 1923) - БР Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Хәрби эшмәкәр. Сөләймән менән Ишбулды Ишмырҙиндарҙың ағаһы. Юрматы кантоны етәксеһе (1918). 6-сы Башҡорт йәйәүлеләр полкы командиры(1918), 1-се Башҡорт дивизияһы начальнигы (1919), Башҡорт совет республикаһының хәрби комиссары урынбаҫары (1919-1920), РККА-ның башҡорт частары етәксеһе.

Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы (1893-1935) - БР Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Әүхәҙи һәм Ишбулды Ишмырҙиндар менән бер туғандар. Хәрби эшмәкәр, Юрматы кантоны ктәксеһе (1918), Көньяҡ фронттың 1-се Айырым Башҡорт йәйәүлеләр полкы командиры (1919), Үҫәргән, Табын кантондары етәксеһе (1920).

Ишмырҙин Ишбулды Ғәләүетдин улы, БР Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли көрәштә әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе, Әүхәҙи һәм Сөләймән Ишмырҙиндарҙың бер туғаны, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәтендә хеҙмәт итә.

Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы (1888-1938) - Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Күҙәш ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт һәм дәүләт эшмәкәре. Арғаяш кантоны етәксеһе (1918), Арғаяш кантон башҡарма комитеты рәйесе (1920-1922), Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитет рәйесе (1922-1929).

Мәғәзов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы (?-1921) - Ҡурған өлкәһе Әлмән районы Асҡар ауылында тыуған. Башҡорт автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡортостан хәрби советы (1918), Башревком (1919) ағзаһы, БАССР хәрби комиссариатының сәйәси-ағартыу идаралығы начальнигы (1920).

Солтанов Искәндәрбәк Мөхәмәтйәр улы (1872-?) - башҡорт дворяндары Солтановтарҙың хәҙерге Татарстандағы Аҡтаныш районына ҡараған Мәсти ырыу биләмәһендә тыуған. Башҡорт автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, башҡорт дворяндары Солтановтар ырыуынан, мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты мөфтөйө М.Солтановтың улы. Башҡорт Кесе ҡоролтайы ағзаһы (1917), Башҡорт хөкүмәтенең юридик бүлеге мөдире (1918), Башҡорт хәрби советы ағзаһы (1918), Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнашыусы (1918).

Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы (1897-1956) - БР Ейәнсура районы Үтәғол ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар ырыуынан, Мөхәмәтғәлим Ҡыуатовтың улы, Ғүмәр Ғәлим (Мөхәмәтғәлим) улы Ҡыуатовтың ҡустыһы. Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы (1917), Башҡорт хөкүмәте, Башревком ағзаһы (1919), БАССР финанс һәм һаулыҡ һаҡлау хәрби комиссары.

Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим (Мөхәмәтғәлим) улы (1893-1946) - БР Ейәнсура районы Үтәғол ауылында тыуған. Башҡорт автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар ырыуынан. Мөхәмәтғәлим Ҡыуатовтың улы, Усман Ҡыуатовтың ағаһы. Башҡорт халыҡ берлеге бюроһы, Кесе ҡоролтай ағзаһы (1917), Башревком ағзаһы (1919), БАССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары (1919-1928).

Ҡыуатов Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы (1873-1937) - БР Ейәнсура районы Үтәғол ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша. Мәғариф эшмәкәре. Башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар ырыуынан. Ғүмәр һәм Усман Ҡыуатовтарҙың атаһы. Автономиялы Башҡортостандың Үҫәргән кантоны етәксеһе.

Ҡыуатов Хужахмәт Әлмөхәмәт улы (1854 - ?) - БР Ейәнсура районы Үтәғол ауылында тыуған булырға тейеш. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша. Мәғариф эшмәкәре, башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар нәҫеленән, кантон начальнигы Әлмөхәмәт Ҡыуатовтың улы. Семиреченский өйәҙ милицияһы начальнигы (1917), Башҡортостан хөкүмәтенең хәрби милиция начальнигы (1918).

Ибраһим Ғабдулла Ғәбделғәлләм улы, Ибраһим Ҡыпсаҡ (1895-1937), Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы, Сапыҡ ауылында тыуған Башҡортостан автономияһы өсөн башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, яҙыусы. Ҡыпсаҡ кантонының кантон идаралығы ағзаһы (1918), Айырым Башҡорт уҡсылар бригадаһы (1919), Башҡорт кавдивизияһы комиссары (1920), БАССР-ҙың социаль тәьминәт халыҡ комиссары (1920-1921), Каруанһарайҙағы Башҡорт педагогия техникумы директоры (1923-1926).

Сәғәҙиев Һиҙиәтулла Сибәғәтулла улы (1887-1937), Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Тирмәнйылға ауылында тыуған - Башҡортостан автономияһы өсөн башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Юрматы кантон идаралығы ағзаһы (1918), Петроградта Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлек мөдире (1919), Башҡорт уҡсылар бригадаһы комиссары (1920), БАССР Халыҡ мәғарифы комиссары (1921-1922).

(Дауамы киләһе һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.19 | Ҡаралған: 611

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru