«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИЛЕК ТОЙҒОҺО РУХИ ИХТЫЯЖ БУЛАРАҠ НЫҒЫНА
+  - 



Өфө - Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы, ләкин йылдар үтә тора ҡалабыҙ йөҙө миллилек һыҙаттарын юғалта бара. Был турала бик күп яҙҙыҡ, матур хәбәрҙәр һөйләнек, ниһайәт, хәлдән тайҙыҡ, буғай - был йүнәлештә ниндәй ҙә булһа үҙгәреш, ынтылыш-фәлән күҙгә лә салынмай һәм, күрәһең, салынмаҫ та инде.

Бер яҡтан, быны аңларға ла була: глобалләшеү заманы, тибеҙ, теләйһеңме, юҡмы, милли һыҙат һәм айырымлыҡтар юйыла, бер ҡалыпҡараҡ һалынып, дөйөмләштерелә бара. Ҡала урамдарын сыбарлаусы сит телдә яҙып ҡуйылған магазин, бутик атамаларынан үҙеңде "океан аръяғында" йөрөгәндәй тойоп китәһең. Элегерәк, исмаһам, үҙәк урамдарҙа башҡорт атамалары өсөн тырыша инек, тик хәҙер бизнесмен һәм сауҙа әһелдәренең инглиз-америка атамалары стиленә "һөйөүен" бер ни менән дә туҡтатырлыҡ түгел. Ләкин быны, шөкөр, милли колорит һәм биҙәктәребеҙҙең тормошобоҙҙан юғалыуы тип әйтеүҙән алыҫмын, киреһенсә, халҡыбыҙ күңелендә миллилек тойғоһо бөгөн рухи ихтыяж булараҡ нығына һәм йәшәү рәүешебеҙгә әйләнә бара.
Миллилек тойғоһо иң тәүҙә һәр кемебеҙҙең мәҙәни-рухи, интеллект кимәленә бәйле. Үкенескә, ошоно уҡ объектив йәшәү шарттарыбыҙға ҡарата ла әйтеп булмай. Әлегесә, баш ҡалабыҙ йөҙөн генә алып ҡарайыҡ. Заманса архитектура йәһәтенән үҙенсәлекле өлгөләре менән алдыра алмаған ҡала төҙөлөшөнөң яңы кварталдарында милли-мәҙәнилек тойғоһона күптән урын юҡ һәм ул булманы ла бер ҡасан. Ял, байрам көндәре ғаиләң, күптән күрешмәгән дуҫтарың менән осрашып, серләшеп, башҡорт ризыҡтарын ауыҙ итеп, тәмләп сәй, ҡымыҙ, буҙа менән һыйланып, көй-моңдарыбыҙҙы тыңлап ултырырлыҡ үҙебеҙҙең аулаҡ "Башҡорт йорто"боҙ ҙа юҡ бит, исмаһам! Ашанып ултырыр өсөн генә түгел, әлбиттә. Башҡа кухня өлгөләре менән берлектә башҡорт ризыҡтары ла тәҡдим итеүсе кафе-ресторандар былай ҙа бар ул Өфөлә, шулай ҙа...
Революцион урамының 32-се йортондағы "Башҡорт кухняһы" хеҙмәттәре, мәҫәлән, милли ихтыяжды бөтөнләй ҡәнәғәтләндерерлек түгел: беренсенән, унда күпселек аш-һыу, хатта мосолман былауы ла сусҡа итенән әҙерләнә; икенсенән, унда кеше әлегесә ҡапҡылап сығыу өсөн генә инә. Ярай ҙа ултырып тәғәмләнергә урыны булһа: һәр ваҡыт халыҡ ҡымжып тора бында, ҡайһы саҡ энә төртөр урын ҡалмай. Ә "Башҡорт йорто" нисек булырға тейеш һуң? Әйҙәгеҙ, хыялланып алайыҡ. Бәлки, беҙҙең был хыялыбыҙ ниндәйҙер инвесторҙың ҡолағына барып инер.
"Башҡорт йорто - ул ҡәҙимге ашап-эсеү урыны ғына түгел, ә рухи талап һәм ихтыяждарҙы ла ҡандырыусы мәҙәни-мәғариф учреждение булырға тейештер. Мәҫәлән, башҡорт оҫталарының ҡул эштәре: дебет шәл, башҡорт милли кейемдәре һәм биҙәүестәре, үлән-сәйҙәре, бал, ҡаҙылыҡ, йылҡы ите, ҡорот, ҡыҙыл эремсек, талҡан, ҡомалаҡ икмәге һәм башҡа шундай тауарҙар менән ризыҡтарҙан күргәҙмә-сауҙа үҙәге эшләп торһа; башҡа залдарҙа башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр уҡый, кемдәрҙер бейергә өйрәнә, милли көрәш секцияһы бар, уҡ-һаҙаҡ, селтәр-ҡашмау, ҡорама эшләргә өйрәтеүсе түңәрәктәр гөрләй, һ.б. Ошонда уҡ ниндәйҙер тамашалар, күренекле шәхестәребеҙ менән осрашыуҙар ҙа булып торһа... Унан һуң, "Башҡорт йорто"ноң архитектураһы ҙур аҡ тирмә рәүешен ҡабатларға тейештер. Бәлки, бер нисә ҡатлы булыр ул, сөнки баш ҡаланың бөтөн башҡорт донъяһы өлгөләре ошонда һыйырлыҡ булһын. Һәм, әлбиттә, башҡорт яҙыусылары китаптары ла урын алыр ине бында, моғайын.
Быныһын нимәнән сығып әйтеүем: Өфө китап магазиндарында башҡорт китабы табырмын, тимә. Бының өсөн һәр саҡ Октябрь проспектындағы "Китап" магазинына ла йүгереп булмай: кемдер, мәҫәлән, алыҫта йәшәй. Ә бына "Планета" китап сауҙаһы селтәренең магазиндары - аҙым һайын тиерлек, уның ҡарауы, унда башҡорт китаптарын шәм менән эҙләһәң дә тапмаҫһың. Мәҫәлән, Әй урамындағы (68-се йорт) "Планета" магазинына башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен эҙләп инеүем бушҡа ғына булды. Стеллаждар менән нышып тултырылған ҙур залда "Башҡорт әҙәбиәте" өсөн ике-өс кәштәле меҫкен генә шкаф бүленгән, унда, нишләптер, бөгөн популяр яҙыусы булып киткән Г. Яхинаның бер китабы ята. Ленин урамындағы "Белая река" китап йортонда ла шундай хәл икән, ә бына әлеге "Планета"ның "әхирәттәре" - "Читай-город", "Эдвис" кеүек магазиндарҙа иһә башҡорт китабы бөтөнләй юҡ. Исмаһам, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы хөрмәтенә яңы сыҡҡан башҡорт китаптарынан бәләкәй генә булһа ла күргәҙмә-кәштә ойоштороп ҡуйһалар ҙа күңел булыр ине. Был хаҡта мин Әй урамындағы "Планета"ның "Тәҡдимдәр кенәгәһе"нә ҡаты ғына яҙып та киткәйнем, тағы инеп сығырға, талап итергә тура киләсәк, сөнки сауҙа хеҙмәткәре өсөн, хатта ул китап кеүек рухи ҡиммәттәр менән эш итһә лә, бульвар романдары, детектив һатып, күберәк табыш алыу беренсе урында тора.
Баш ҡалабыҙҙа милли колорит хаҡында башлағайныҡ һүҙҙе. Әйткәндәй, Өфө урамдарында бер миҙгел генә матур бер күренеш булып алды ла, нисек пәйҙә булды - шулай юҡҡа ла сыҡты. Башҡорт яҙыусыларының портреттары менән ижадтарынан ҡанатлы юлдар күңелгә йылылыҡ биреп, туған тел хаҡында күптәрҙең "хәтерен яңыртып" тора ине. Ә бит республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан проспект буйлатып башҡорт милли хәрәкәте лидерҙары, башҡа билдәле шәхестәрҙең портреттарын, гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәт ынйылары күренештәрен элеп сыҡҡанда, был бәйләнсек реклама щиттарына ҡарағанда отошлораҡ та, файҙалыраҡ та булыр ине, сөнки үҙ "мөрйәһенән" арыны күрмәгәндәр үҙҙәре йәшәгән Башҡорт иленең матурлығына, мәңгелегенә ошо рәүешле булһа ла тағы бер инаныр ине...
Әйткәндәй, был мәҡәлә яҙылғас, эштән ҡайтышлай тағы һуғылдым әлеге "Планета"ға. Шуныһы ҡыуандырҙы: тәнҡит ҡабул ителгән. Шул уҡ теге бәләкәй кәштә тороп ҡалһа ла, хәҙер ул апаруҡ киңәйтелгән һәм башҡорт яҙыусыларының байтаҡ әҫәрҙәре теҙеп ҡуйылған: Ғәли Ибраһимовтың "Кинйә" романы, Рәми Ғариповтың "Сыңрау торна" шиғырҙар йыйынтығы, Зәйнәб Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" повесы, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Мирас Иҙелбаев, Таңсулпан Ғарипова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Илгизәр Бураҡаев һәм башҡа яҙыусыларҙың китаптары теҙелеп тора. "Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте" дәреслеге, "Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы" ята. Ә бына сифатлы тышлыҡта, башҡортса-русса баҫмала "Урал батыр" эпосын (2 дана) күреү минең өсөн үҙе бер шатлыҡ булды. Унан ары Ришат Рәхимовтың "Ҡурай" дәреслеге лә табылған бит әллә ҡайҙан! Талантлы фоторәссам Флүр Ғазиндың төҫлө альбомы ла бар хатта. Складтарында ятҡан бөтөн "десертты" сығарып һалған түгелме былар? Нисек кенә булмаһын, рәхмәт инде, тик әйткәндән һуң түгел, ә үҙҙәре белеп эшләһендәр ине...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.19 | Ҡаралған: 573

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru