«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРҘАР ИРЕЙ, ҺЫУ ТАША...
+  - 

Үткән аҙна төрлө мәҙәни, социаль әһәмиәттәге һәм спорт сараларына бай булһа ла, төп урындарҙың береһен Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы һәм ғәҙәттән тыш илсеһе Владимир Семашко менән эшлекле осрашыу алып торҙо. Сара барышында коммуналь махсус техника һәм пассажир автобустарын алыу, шулай уҡ беларус белгестәренең Өфөлә автомобиль юлдарын төҙөү өлкәһендә ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында һөйләшеүҙәр алып барылды. 16-17 майҙа ВДНХ-ла Беларусь Республикаһының барлыҡ коммуналь техникаһы күргәҙмәһе күрһәтеләсәк. Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин унда мотлаҡ ҡатнашып, техника менән танышыу, ниндәй техниканы алыу кәрәклеге һәм ниндәй йүнәлештә хеҙмәттәшлек итеүҙе асыҡлау бурысын ҡуйҙы.

Шулай уҡ уҙған аҙнала Республика көнө уңайынан "Аҡбуҙат" ипподромында муниципаль райондар араһында ат сабыштары буйынса турнирҙың беренсе этабы үтеүе лә Башҡортостан тарихында яңы биттәрҙең береһе булды. Ике күрше республика араһында "Кемдең аты?" тигән һорау тыуған ваҡытта Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә ошондай матур башланғысҡа нигеҙ һалыуы халыҡтың рухын күтәреп ебәрҙе, тигәндә лә һис арттырыу булмаҫ. Баш ҡала ғына түгел, тапшырыуҙарҙы тура эфирҙан күҙәткән республика халҡы үҙе атҡа менгәндәй рух, күңел күтәренкелеге кисерҙе был ваҡыттарҙа. Ә инде бер нисә этаптан тороп, йомғаҡлау сығышында - 11 октябрҙә, Республика көнөнә ниндәй хистәр бураны күтәреләсәген күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел. Был сара киләсәктә яңы йүнәлештәргә яңы һулыш өҫтәр, этәргес булыр, тигән өмөт осҡоно баҙланы, ниһайәт, күңелдәрҙә.
Оператив кәңәшмәлә автомобилдәрҙең газондарҙа парковкаланыуы мәсьәләһенә айырым иғтибар бирелде. Быға юл ҡуймау өсөн ике талап бар: административ комиссияларҙың эшен яйға һалыу һәм тыйыу сараларын ҡулланыу, йәғни махсус бағаналар һәм ҡоймалар ҡуйыу. Шулай уҡ яҙғы таҙартыу айлығы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Был сара 25 марттан башланды һәм апрель һуңына тиклем дауам итәсәк.
Шулай ҙа миҙгелгә ҡарап, көн үҙәгенә сығарылған һорауҙар араһында иң актуаль булып яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләһе торғандыр. Был мәсьәлә буйынса һыу баҫыу ихтималлығы булған территориялар ингән - Дим, Калинин, Киров, Ленин райондары хакимиәттәре башлыҡтары сығыш яһаны.
Йыл һайын алып барылған күҙәтеүҙәрҙән мәғлүм булыуынса, һыу максималь кимәлгә - 850-990 сантиметрға күтәрелгән осраҡта ғына дүрт райондың ҡайһы бер биҫтәләрен һыу баҫа. Түбәнерәк күрһәткестәр ваҡытында был исемлеккә Калинин районы инмәй. Тирә-яҡ мөхит гидрометеорологияһы һәм мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы хәбәр итеүенсә, быйыл Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары боҙҙан башҡа йылдар менән сағыштырғанда 2-3 көнгә алдараҡ асыласаҡ һәм был 2-8 апрелгә тура килә, һыу кимәле иһә 100 сантиметрға түбәнерәк булыуы күҙаллана. Шуға ҡарамаҫтан, муниципалитетта әҙерлек ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең иң насар, көтөлмәгән фаразы буйынса алып барыла. Һыу баҫыу ихтимал булған участкаларҙағы урам комитеттары, баҡсасылыҡ берләшмәләре менән һыуҙың ҡапыл күтәрелгән ваҡытында нимә эшләү, милекте нисек ҡотҡарып ҡалыу буйынса күнекмәләр үткәрелә, янғынға ҡаршы һәм граждандар һағы хеҙмәттәренең профилактика бүлектәре хеҙмәткәрҙәре менән берлектә халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыла. Халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнә. Шулай уҡ эсәр һыу килтереүҙе ойоштороу буйынса ла хәстәрлек күрелә. Һыу ныҡ күтәрелеп, һуңынан кире ҡайтҡандан һуң уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ла эштәр алып барыла.
Ғөмүмән, муниципалитет һәм ҡала тормошон тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәр һыу ташыу проблемаһы менән беренсегә осрашмай, шунлыҡтан төрлө осраҡтарға ла әҙерҙәр, тип әйтергә мөмкин. Был осорҙа инде күп нәмә халыҡтың үҙенән дә тора: белгестәр ҡушҡанды ҡаршылыҡһыҙ үтәп, ғүмергә хәүеф янағанда милекте һаҡлап ҡалыуҙы икенсе планға ҡуйып тороп, ташҡынды фажиғәләрһеҙ, имен-аман үткәреп ебәреү - тәү сираттағы бурыс. Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин да йомғаҡлау һүҙендә тап ошо хаҡта белдерҙе: иң мөһиме, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.19 | Ҡаралған: 577

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru