«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАЯРТА БЕЛЕҮ, ШАЯРТЫУҘЫ АҢЛАУ УЛ ЭСТӘН НЫҠЛЫ, ЭСТӘН КӨСЛӨ БУЛЫУҘЫҢ БИЛДӘҺЕ
+  - 



"Юлдаш" радиоһының "Иртәнсәккәй тороп" тапшырыуы буйынса тауыштары таныш булған егеттәрҙе хәҙер инде "Теге өсәү" аша күреп тә беләбеҙ. Ә асылда баш ҡаланың телсән, үткер, шаян был шоумендарын танымағандар һирәктер. Таныған хәлдә лә, уларҙың эс серҙәрен, уй-хыялдарын һәм шәхси тормоштарын белгән әҙәмдәр тағы ла һирәгерәктер. Ә беҙ "Теге өсәү"ҙе ҡунаҡҡа саҡырып, шундай һирәктәрҙең береһе булдыҡ. Әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Егеттәр, бала саҡ, мәктәп йылдары, һөнәр һайлау, хеҙмәт юлын башлау хәл-ваҡиғаларын нисек итеп хәтерләйһегеҙ?

Филүс Ҡасимов:
Салауат районы Ҡарағол ауылында тыуып үҫтем, дүрт класты шунда уҡып, урта мәктәпте Мөрсәлим ҡасабаһында тамамланым. Ата-әсәйемде иртә юғалтырға тура килде, мин мәктәпте тамамлағанда бер-бер артлы ғына ауырып китеп, донъя ҡуйҙылар. Йәшлегемде ошондай оло юғалтыу мөһөрләһә лә, бала сағымды бик бәхетле итеп хәтерләйем. Матур мөхитле, атай-әсәйле, өләсәйле һәм... ете малайлы ғаиләлә үҫтем. Шундай күңелле йәшәнек. Ололарыбыҙ шаян, үткер телле кешеләр ине. Уларҙың шаянлығы беҙгә - балаларына ла күскән.
Шыр малайҙар булһаҡ та, өйөбөҙ ялт итеп торҙо. Сөнки бар эште лә башҡарып өйрәнгәнбеҙ. Күрше-тирәләр "Ҡыҙҙарға алыштырғыһыҙ" тип маҡтай инеләр. Ҡайһы саҡ "эх, апайым булһын ине" тип хыялланып алына торғайны, әммә әсәйебеҙ елкәһенә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырыштыҡ. Ул былай ҙа көн дә кистәрен тау-тау итеп кер йыуа, иртәләрен мейес тултырып икмәк һала ла, киске сәйгә беҙ уныһын төпләп тә ҡуябыҙ. Ҡалайтаһың, туптай булып үҫеп килгән малайҙарбыҙ, ашарға бешереп кенә өлгөр.
Атайыбыҙ Өфөлә төҙөлөштә эшләне. Ялдарға төндә генә ҡайтып инә ине, поездың ваҡыты шулай. Күстәнәскә епкә теҙелгән ҡаластар һәм ситкегә тултырылған алмалар алып ҡайта. Төн уртаһында был алмаларҙың хуш еҫе бөтөн өйгә таралып китә. Шул еҫкә уянып китәһең, шау-гөр килеп ултырып сәй эсәһең. Бер ҡайтҡанында шарманка алып ҡайтҡайны. Таңғы биштә шуны геү килтереп уйнатып, иртәнсәккә һындырып та ҡуйғайныҡ... Бала саҡ... Атай-әсәй көнө-төнө эштә лә, беҙ өләсәй ҡулында. Уның фармандарын йүгереп йөрөп үтәйбеҙ, ағай-ҡусты дәрәжәһенә буйһонабыҙ, бер һүҙ менән әйткәндә, шундай етеҙ, йылғыр, илау-һыҡтауһыҙ, сөсөлдәү-сүселдәүһеҙ "малайҙар мәктәбе" ине беҙҙең ғаилә.
Медицина колледжына уҡырға барырға хыял тота инем. Медицина буйынса ҡалын-ҡалын китаптар уҡый, фәнде өйрәнә инем. Тик көтмәгәндә икенсерәк юл һайлап ташланым. Музыка уҡытыусым ағай-апайҙарыма мине сәнғәткә барырға өгөтләргә кәрәк, тигән кәңәш биргән. Үҙемсә йырлай, музыка ҡоралдарында уйнай инем. Сығарылыш кисәһендә йырлағанымды ла хәтерләйем. Апайым менән баш ҡаланың медицина колледжына документтар алып килдек тә, юлыбыҙ "яңылыш" ҡына Пушкин урамынан үткән, сәнғәт училищеһына "осраҡлы" ғына индергән һәм тыңлатып ҡараған булып... Ҡыҫҡаһы, мин шунда уҡырға инеп киттем. Унан сәнғәт академияһында уҡыуымды дауам иттем. Бер ваҡыт ҡаты ғына итеп ҡурылдай менән ауырып киттем. Шул ваҡыт мине профессорым аңламаны, хәлемә инмәне. Бик дорфа ғына итеп: "Сирләһәң, һөнәрҙе алыштырырға кәрәк",- тине. Мин ни, ҡыҙыу кеше, тоттом да алыштырҙым. Вокал бүлегенән актерҙар бүлегенә күсеп, күпмелер йөрөп өлгөрҙөммө, радиоға диктор итеп эшкә саҡырҙылар.
Йәмил Ишмөхәмәтов: Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылынанмын. Атайым менән әсәйем ябай колхозсылар. Ғүмер буйы ал-ял белмәй шунда хеҙмәт иттеләр, алдынғы исемдәрен йөрөттөләр. Улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙе, мин шуларҙың олоһо. Ғаиләбеҙ ғәҙәти төшөнсәләргә нигеҙләнде һәм ул төшөнсәләр хеҙмәт, намыҫ, ғәҙеллек, яуаплылыҡ кеүек сифаттарға ҡайтып ҡала ине. Атай-әсәйем икеһе лә матур йырланы, ҡартатайым оҫта гармунсы булған. Мине шул ҡартатайға оҡшаталар ине. Әммә уның оҫталығы миңә бирелмәгән булып сыҡты.
Мәктәпте Ейәнсура башҡорт гимназияһында тамамланым. Мәктәптә театр түңәрәгендә шөғөлләндем. Шулай ҙа спортҡа иғтибарҙы күберәк бирҙем. Баш ҡаланың юғары уҡыу йортона документтарҙы тапшырырға килгәндә лә һаман сәнғәт менән спорт араһында бүленә алмай инем. Цюрупа урамынан килгәндә миңә иң тәүҙә Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеге бинаһы тап булды һәм арыраҡ урынлашҡан физкультура факультетына барып етергә яҙманы. Ысынында яҙмышымды бына ошо ябай ғына осраҡлылыҡ билдәләне лә. Уҡыуҙы тамамлап, театрҙа бер йыл эшләгәс, йәйге ялға ҡайтырға йөрөһәм, әсәй шылтыратып: "Юлдаш" радиоһы алып барыусылар һайлай, бәлки, барып ҡарарһың",- тигәс, барып, беренсе турҙа ҡатнашып киттем. Унан ауылда бесән эшләп ятҡанда икенсе турға саҡыртып алдылар һәм эшкә ҡалдырҙылар.
Ғәзиз Әбделмәнов: Хәйбулла районының Степной, боронғо исеме менән атағанда, Ҡараһыу ауылында тыуып үҫтем. Атайым колхозда шофер булды, әсәйем һатыусы булып эшләй. Мин уларҙың һуңлап ҡына тыуған дүртенсе улдарымын. Ҡыҙ бала көткәндәр, хатта ҡыҙ балаға кейемдәр ҙә алған булғандар. Әммә, бына, мин тыуып ҡуйғанмын...
Ғаиләлә бәләкәй саҡтан иң яҡын кешем өләсәйем булды. Ҡойма аша ғына урынлашҡан балалар баҡсаһына алып барһалар ҙа, ҡайта ла килә инем. Сөнки өйҙә өләсәй янында ҡыҙығыраҡ та, рәхәтерәк тә.
Мин беренсе БДИ "ҡорбанымын". Коллегаларымдан айырмалы рәүештә, Өфөгә филология факультетына тәғәйен килдем һәм маҡсатыма өлгәштем дә. Ауылымдың атамаһы русса булғас, миңә күптәр "Башҡортса беләһеңме?" тигән һорауҙы бирҙе. Ә имтихан рейтингы буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мин икенсе урында тора инем. Шунда уҡып йөрөгәндә төркөмдәш ҡыҙҙар етәкләп тигәндәй "Юлдаш" радиоһы нигеҙендәге йәштәр интернет радиоһы конкурсына алып барғайны. Теләгем булмаһа ла, ҡыҙҙарҙың өгөтләүенә ҡаршы тора алмай ғына эйәргәйнем. Уйламағанда мине һайлап алдылар һәм шунда эшләп киттем.

Бөгөнгө ғаилә хәлегеҙ ҙә ҡыҙыҡһындыра беҙҙе?

Йәмил Ишмөхәмәтов:
Минең ғаиләм бар. Мәктәп йылдарынан дуҫлаштыҡ кәләшем менән. Икебеҙ ике яҡҡа уҡырға ингәс, бер нисә йыл айырылышып торһаҡ та, хистәребеҙ һыналып, үҙ көсөн дәлилләп, ҡабаттан осраштыҡ һәм ҡауышып ҡуйҙыҡ. Биш йыл ғүмер йәшәп тә ташлағанбыҙ икән, ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ үҫә. Ҡайтып инеүемә бәләкәстәрем һикереп-талпынып ҡаршы алалар. Уларҙы күреү менән башта булған бар хәсрәттәр сығып оса, онотола. Рәхәт, күңелле...
Филүс Ҡасимов: Буйҙаҡмын. "Ныҡлы буйҙаҡ" тип әйтергә лә була. Тик был минең тормош ҡарашым түгел. Бала саҡта ла, йәшлектә лә әле өйләнеү, матур кәләш, ғаилә тураһында хыяллана инем. Хатта был хаҡта башҡа нәмәгә ҡарағанда ла күберәк уйлағанмындыр әле. Һуңынан инде... Һуңынан үкенесле мөхәббәт булды һәм хыялдарым тормошҡа аша алмайыраҡ ҡалды. Теләгән кешем менән бергә була алмауҙы мин мөхәббәт донъяһына юлым ябылыу тип ҡабул иттемме, әллә яратҡанымды башҡалар менән алыштыра алмауымды аңланыммы, яҙмышты башҡаса һынаманым...
Ғәзиз Әбделмәнов: Мин дә өйләнмәгәнмен. Һөйгән ҡыҙым бар, әммә беҙҙең пландарыбыҙ үҙебеҙсә әлегә. Өлгәшәһе маҡсаттарыбыҙ, үтәйһе пландарыбыҙ бар. Тик минең өйләнмәгән булыуым әсәйемде ныҡ борсой. Улар янында булғанда бөтөн хәбәрҙәр ҙә яйлап ошо темаға бара ла тоташа. Мәжлестәр "Давай, поженимся" тапшырыуына әйләнә лә китә. Шулай ҙа мин, ир-егет булараҡ, киләсәкте ҡайғыртмайынса, ныҡлы аяҡҡа баҫмайынса, өйләнмәү яҡлы...

Эшегеҙ һеҙҙең өсөн нимә ул? Аҡса эшләү урынымы, әллә йәшәү рәүешеме?

Филүс Ҡасимов:
Йәшәү рәүешелер, сөнки аҡса эшләргә теләһәк, беҙ унда ултырмаҫ инек. Шаярыуһыҙ, ихлас күңелдән генә әйткәндә, мин, мәҫәлән, эшемде яратам. Һәр көн иртән яҡшы кәйеф менән юлланам. Ауырлыҡ, йөк, бил бөгөү итеп ҡабул итмәйем, ә хеҙмәтемдән ләззәт алып, ҡәнәғәт булып йөрөп ҡайтам. Коллективыбыҙ һәйбәт, ана шул коллегаларым менән аралаша алыу ҙа бер мәртәбә ул. Радио тыңлаусылар менән бәйләнешкә инеү, фекер алышыуҙар ҙа бер илһам сығанағы булып тора. Ошо яҡшы мөхит, ыңғай энергетика йәлеп итә лә беҙҙе эшебеҙгә, тип уйлайым.
Йәмил Ишмөхәмәтов: Әгәр мин радиоға килмәгән булһам да, башҡа өлкәлә лә ҡулдан килмәгән эшем булмаҫ ине. Быны мин өсөбөҙ исеменән дә әйтә алам. Филүс менән Ғәзиз, мәҫәлән, өй төҙөтһәң, өй төҙөй, көтөүгә ебәрһәң, көтөү көтә, тапшырыуға идея уйлатһаң, "һә" тигәнсе берәй нәмә ижад итә ала торған аҡыллы, белемле, киң даирәле, егәрле кешеләр. Шуның өсөн, улар йәки мин әлеге эшебеҙҙе һайлап, унда туҡталғанбыҙ икән, тимәк, был күңел талабы. Икенсенән, беҙ бер радио һәм телетапшырыу менән генә сикләнмәйбеҙ, аҡса эшләү өсөн башҡа төрлө юлдарыбыҙ ҙа бар. Минең кеүек балалар аҫыраған, донъя төҙөгән ғаилә башлығы өсөн күп һөнәрле булмау мөмкин дә түгел.
Ғәзиз Әбделмәнов: Бала саҡта атайҙың "шестеркаһына" бикләнеп, Рөстәм Ғиззәтуллиндың "Күстәнәс" тапшырыуын аҡыртып ҡуйып тыңлай торғайным. Радио тыңларға яраттым шулай. Ошондай халыҡ менән аралаша торған тапшырыуҙарҙы бигерәк тә. Телмәре яҡшы үҫешкән, тапҡыр алып барыусыларға һоҡлана инем. Үҙем был хаҡта хыяллана ла алмай инем әле. Ә инде радиоға килеп эләккәс, үҙемдәге ижади ҡомарҙы тотоноу, файҙаланыу юлдарын да таптым кеүек.

Ғәҙәттә, халыҡ сәйәсмәндәргә ҡарағанда шоумендарҙы яҡшыраҡ белә. Һеҙҙе урамда ла таныйҙарҙыр, шулай бит. Нисек ҡабул итәһегеҙ быны?

Филүс Ҡасимов:
Мин, нисектер, ауырыраҡ ҡабул итәм. Ҡайҙалыр таныуҙары, күҙәтеүҙәре оҡшап етмәй. Иғтибар яратмайым. Радиола күренмәй генә һөйләп ултырыу бик яйлы ине әле, бынау егеттәр телевидениеға алып сыҡты бит. Коллегаларымдың проектын уйлап, уларҙың һүҙҙәрен йыға алмай ғына барҙым был аҙымға.
Йәмил Ишмөхәмәтов: Шоумендар булараҡ саҡырыуҙар күп, тик беҙ уларға ла һайлап ҡына йөрөйбөҙ. Мәҫәлән, беҙ "Башҡорт йыры"н нисек кенә хөрмәт итһәк тә, уның алып барыусылары була алмайбыҙ, сөнки беҙ "Юлдаш йыры"ның алып барыусылары. Халыҡты буталдырырға ярамай. Һәм үҙеңдекеләргә тоғро була белергә лә кәрәк.
Ғәзиз Әбделмәнов: Радиола ла, телевизорҙа ла, концертта ла, үтектә лә күренеп тороу тамашасыны ла тиҙ ялҡытасаҡ. Бында ла мәҙәни булыу, сама белеү зарур. Мин, мәҫәлән, шоумен булып йөрөгәнсе, башҡорт телендә техника, замана технологиялары тураһындағы тапшырыуҙар әҙерләп сығарырға теләр инем...

Көн һайын ниндәйҙер темаларҙы ҡуҙғытыу, ниндәйҙер идеялар сығарыу, тыңлаусыларҙы йәлеп итеү һәм уларға ҡыҙыҡлы булыу өсөн үҙ өҫтөңдә эшләү кәрәк икәнлекте аңлайым. Нисек әҙерләнәһегеҙ һеҙ тапшырыуҙарға?

Йәмил Ишмөхәмәтов:
Радиола таңдан сығыш яһаһаҡ та, эштән төнһөҙ ҡайта алмайбыҙ. Сөнки киләһе сығарылыштың темаһы, идеяһы уйланыла. Оперативка йыйып һөйләшәбеҙ. Календарҙарҙы, билдәле даталарҙы, һынамыштарҙы, йолаларҙы, сәйәсәттә, илдәр араһында барған актуаль мәсьәләләрҙе, йәмғиәттең фекерен һәм башҡаларҙы күҙ уңында тотоп, сценарий төҙөйбөҙ. Бының өсөн яңылыҡтарҙы ла, дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе лә, имеш-мимештәрҙе лә, телдә йөрөгән уйҙырмаларҙы ла белергә бурыслыбыҙ. Икенсенән, беҙҙең бит тыңлаусылар менән тығыҙ аралашыу бар. Нимәнелер яңылыш әйтеп кенә ҡара, улар шундуҡ шылтыратып, төҙәтеп ебәрәсәк.
Ғәзиз Әбделмәнов: Ҡасандыр Эдельман исемле бер белгес килеп уҡытҡайны. Ул шунда "Радио хеҙмәткәре нисә сәғәт эшләргә тейеш?" тигән һорау биргәйне. Дөрөҫ яуап "24 сәғәт" булды. Йәғни, радио хеҙмәткәре автобуста китеп барғанда ла, ҡунаҡта ултырғанда ла, балконға сығып тәмәке тартып торғанда ла, телефондан һөйләшкәндә лә ижади процесс эсендә булырға тейеш. Асылда, бына ошо процестан сығып та булмай ул.
Филүс Ҡасымов: Радиола өйрәтеү мәктәбе яҡшы ҡоролған. Телмәреңдән, дикцияңдан башлап, фекер белдереүгә тиклем. Һәм һөнәри нескәлектәргә лә бик-бик ентекле өйрәткән уҡытыусылар булды һәм әле лә бар. Бер генә хата ла, бер генә пауза ла иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Унан, иң ҙур ярҙамсы - һин үҙең, тигәнгә таянаһың. Мин, мәҫәлән, рус мәктәбен тамамланым, ә башҡортса телмәремде үҙаллы үҫтерҙем. Телмәрҙе үҫтереү өсөн китап уҡыйһың, ҡыҙыҡлы булыу өсөн китап уҡыйһың, белемле булыу өсөн китап уҡыйһың, тарихты белеү өсөн китап уҡыйһың. Илдә барғандарға хәбәрҙар булыу өсөн интернет киңлектәрендә соҡонаһың, ниндәйҙер фәнни һәм башҡа өлкәләр хаҡында һүҙ алып барыу өсөн айырым кешеләр менән кәңәшләшәһең. Ошоларҙы көн һайын үтәп барғанда, йоҡоға 4-5 сәғәт самаһы ваҡыт ҡала.

"Иртәнсәккәй тороп"то тыңлағанда ла һәм бына әле һеҙҙең менән күҙмә-күҙ һөйләшеп-аралашып ултырғанда ла, өсөгөҙ өс төрлө кешеләр булыуығыҙ аңлашыла. Донъяға ҡарашығыҙ ҙа, фекерҙәрегеҙ ҙә, принциптарығыҙ ҙа, холоҡтарығыҙ ҙа ҡырҡа башҡа, шулай бит? Һәм тәүлегенә егермешәр сәғәт бергә эшләү ваҡытында нисек һыйышаһығыҙ?

Филүс Ҡасимов:
Ана шул төрлө булғанға ла һыйышабыҙҙыр. Унан һуң, беҙ бер йәштә лә түгелбеҙ. Йәш коллегаларым тәрбиәле, әхлаҡлы егеттәр, ололоҡлап, минең кәңәштәремде лә, тәнҡитемде лә тыңлайҙар, һүҙ күтәрә беләләр. Унан бер-беребеҙгә хөрмәтле, мәҙәниәтле булыу ҙа алға ҡуйылған. Радио тыңлаусыларға ла, тамашасыға ла тап беҙҙең шулай өс төрлө фекерле булыуыбыҙ оҡшай. Бер юҫыҡта ғына хәбәр һөйләү ниндәй реакция уятһын? Унан, телмәр артындағы характер ҙа һиҙелә бит ул.
Ғәзиз Әбделмәнов: Сценарий яҙған ваҡытта уҡ беҙ ниндәйҙер образды уйнайбыҙ. Хатта тыңлаусыларҙың яҡынса яуаптары ла билдәле була. Мәҫәлән, мин сценарий яҙғанмын икән, ундағы миңә төбәлгән һүҙҙәрҙе лә үҙемә үҙем яҙғанмын, шунлыҡтан, мин уларға үпкәләй ҙә алмайым. Ысынында ла, бына һеҙ күреп тораһығыҙ, Филүс менән Йәмил күберәк мине шаярта, халыҡсан итеп әйткәндә, мине кәзәкләй. Мин уларҙың янында "бәләкәй ҡусты" булып йөрөйөм. Тапшырыуҙарҙа йәки сәхнәлә беҙ йыш ҡына Филүстең йәшенән (йәнәһе, ул ҡарт егет), кәүҙәһенән көләбеҙ (йәнәһе, тумалаҡ). Унан аҙаҡ беҙгә шылтыратып йәки килеп үк төҙәтеп ҡуялар: "Нишләп ул оло булһын? Бына тигән, кәүҙәһе лә, үҙе лә!"
Йәмил Ишмөхәмәтов: Ғәзиз ысын ижадсы ул. Беҙ уны шағир, фәлсәфәсе, идеясы итеп тә, "бәләкәй ҡустыбыҙ" тиеп тә яратабыҙ. Филүс үҙе үк шаяртыуҙарға, төртмә әйтештәргә, мәрәкәгә барымлы кеше. Уның менән иң ауыр мәлдәрҙе лә көлөп үткәрергә була. Тапшырыуҙарҙағы образдар иһә, әле егеттәр әйткәнсә, бәхәс, конфликт, драматизм яһау өсөн дә булдырыла. Унда ла һәр образдың "яҡлаусы" тыңлаусылары барлыҡҡа килә. Был үҙенә күрә уйын һымаҡ.

"Иртәнсәккәй тороп"тан һуң һеҙ "Теге өсәү" телетапшырыуын асып ебәрҙегеҙ? Ғөмүмән, был тапшырыу юморға ғына ҡоролғанмы?

Йәмил Ишмөхәмәтов:
Был тапшырыуға Филүс шунда уҡ риза булмайыраҡ торҙо, ә мин былай ҙа телевидениела эшләп йөрөйөм бит инде. Был тапшырыу күберәк Ғәзиздең файҙаһыналыр. Уның ысынлап та һәләттәре күп, белеме бар, тәҡдимдәре етерлек, ҡыҫҡаһы, шәп егет. Шунлыҡтан, беҙ, йәш коллегабыҙҙың үҫешенә файҙалы булыр, тигән уй менән был проектҡа тотондоҡ.
Филүс Ҡасимов: Тапшырыу юмористик түгел, ә донъяға юмор аша ҡарауға ҡоролған. Шундай етди һәм проблемалар менән тулған йәшәйештә ана шул хәл-мәсьәләләргә, ауырлыҡтарға, эшләнгән эштәргә еңелсә шаяртыу аша ҡарай белеү барыһына ла хас түгел. Был үҙенә күрә бер психологик өлгәш ул. Тапшырыуға алынған геройыбыҙ менән дә беҙ бына ошо ысулды ҡулланабыҙ. Махсус терапия үткәрәбеҙ, шаяртыу терапияһы.
Ғәзиз Әбделмәнов: Тапшырыу автомобиль эсендә алып барыла. Йәғни, хәрәкәттә, юлда бара. Әлегә ул башланғыс ҡына. Киләсәктә, бәлки, уның форматы бөтөнләй үҙгәреп тә ҡуйыр, шунлыҡтан, аныҡ ҡына күҙаллауҙар ҙа юҡ. Тапшырыу юморға ғына ҡоролмаған, унда ҡунаҡ шәхес булараҡ асыла, уның ижади хеҙмәте, эштәре күрһәтелә, донъяны нисек ҡабул итеүен аңғартыусы һөйләшеүҙәр алып барыла. Һәм, әлбиттә, былар барыһы ла уйын-көлкө аша бирелә лә.

Юмор мәҙәниәте тигән төшөнсә бар. Һеҙ быны тапшырыуҙарығыҙҙа әүҙем ҡулланаһығыҙ. Ниндәй маҡсатта ҡулланаһығыҙ юморҙы - көлдөрөү, тапшырыуҙы күңелле яһау маҡсатындамы, әллә, үрҙә әйтелгәнсә, терапия итепме, әллә башҡа сәбәптәре лә бармы?

Филүс Ҡасимов:
Юмор, көлөү, шаярыу, ғөмүмән, позитив эмоциялар улар стресҡа ҡаршы иң көслө дарыу. Беҙҙең халыҡта борон-борондан да мәрәкәләү тигән шаяртыу ысулы бар. Мәрәкәләп һөйләшеү ул еңелсә шаяртыу, рәнйетмәй генә тәнҡитләү, көлкө аша ниндәйҙер етешһеҙлектәрҙе "семетеү"ҙәргә ҡайтып ҡала. Йәки, үҙеңдән көлә белеү. Шулай уҡ һинән көлгәндәрен, һине шаяртҡандарын күтәрә белеү. Көлөүсегә тапҡыр ғына итеп яуап та ҡайтара алыу. Бына ошондай диалог мәрәкәләп һөйләшеүгә ҡорола ла инде.
Йәмил Ишмөхәмәтов: Тыңлаусыларыбыҙҙың күңелен күтәреү, рухын үҫтереү маҡсат итеп ҡуйыла. Кеше төшөнкөлөккә бирелмәһен, йәки төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгәндәр ҙә үҙҙәрен борсоған ситуацияға юмор аша ҡарап өйрәнһен. Беҙҙең тапшырыуҙарҙы тыңлап, ҡарап, ҡайһылар "былар кәйеф-сафа ғына ҡора" тип тә уйлайҙыр, бәлки. Асылда, беҙ үҙебеҙҙең яҡшы кәйеф, сағыу тауыш, көр күңел менән тыңлаусыларыбыҙҙың ыңғай эмоцияларын уятырға ынтылабыҙ, тормоштоң төҫлө, йәйғорло яҡтары бар икәнен дә иҫтәренә төшөрәбеҙ.
Ғәзиз Әбделмәнов: Бөгөн интернетта халыҡ шундай агрессив. Уйлап та тормайынса, тупаҫ яҙышалар, бер-береһен түбәнһетәләр, тупаҫ шаярталар. Бәлки, үҙҙәрен "мин дә ошо йәмғиәт вәкиле һәм минең дә тауышым бар" тигәнде шулай күрһәтергә теләйҙәрҙер - белмәйем, әммә үпкәләү, башҡаларҙы һәм илде нимәләлер ғәйепләү, асыуын сығарыу өсөн барыһын да эшләйҙәр. Юҡҡа үпкәләү һәм кәмһенеү - ул һинең шәхес булып формалашып етмәгәнеңде, ныҡлы позицияларың юҡлығын ғына күрһәтә. Ә шаярта һәм шаяртыуҙы ҡабул итә, шулай уҡ агрессияны ла юморға бора белеү ул тап шул эстән ныҡлы, эстән көслө булыуҙың билдәһе, тип иҫәпләйем мин.

Тапшырыуҙарығыҙҙа һеҙ "ҡатын-ҡыҙ" темаһын да йыш ҡуҙғатаһығыҙ. Ә тормошта, ысынбарлыҡта ҡатын-ҡыҙға ҡарата ҡарашығыҙ, мөнәсәбәтегеҙ нисек? Ниндәй ҡатын-ҡыҙҙарҙан илһамланаһығыҙ, ниндәйҙәрҙе урап үтәһегеҙ һәм уларға тормошоғоҙҙа ниндәй урын бирәһегеҙ?

Йәмил Ишмөхәмәтов:
Ҡатын-ҡыҙ ул минең өсөн иң беренсе сиратта ҡатыным. Мин был затты аңларға тырышам һәм һәр ваҡыт ташлама менән ҡарайым. Улар хис-тойғо менән эш итә торған халыҡ, күп ҡылыҡтары ла, хәбәрҙәре лә шул тойғолар аша килә. Шунлыҡтан, һәр ваҡыт ысынбарлыҡ хәлдәренә тап килмәҫкә лә мөмкин. Әммә улар быға яуаплы түгел. Ҡатын-ҡыҙ - ул яҡшы әсәй, йомшаҡ холоҡло ҡатын, иренә дуҫ-иптәш, ғаилә усағын һаҡлаусы, өйҙә йәм, йылылыҡ булдырыусы. Мин уларҙан артыҡты талап итмәйем. Ҡатын-ҡыҙға артыҡты йөкмәткәндең йәки үҙе шуға ынтылғандың аҙағы хәйерле бөтмәй, ғәҙәттә.
Филүс Ҡасимов: Миңә үткер ҡатын-ҡыҙҙар оҡшай. Аҡыллы, белемле, заман менән бергә атлаған гүзәл заттарға иғтибар итәм. Ниндәйҙер ижади эҙләнеү өҫтөндә булған, һиңә лә тыныслыҡ бирмәгән, янып-балҡып торғандарҙы үҙ күрәм. Ундай ҡатын- ҡыҙ янында ир-егеттәр ҙә йоҡонан уянып китә, турайып баҫа. Эшем бар, ашым бар, тип кенә йөрөгән егеттәрҙә лә маҡсат уята, яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәй кеүек ундайҙар.
Ғәзиз Әбделмәнов: Интернетта ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен күрһәтергә тырышыуҙарын оҡшатмайым. Был бер минең генә фекер түгел, ә күпселек шулай ти. Әҙәпһеҙ фотолар, тәртипһеҙ постар, тыйыуһыҙ яҙмалар... Көнөнә ун төрлө фотоһын һала икән ҡыҙ, тимәк, ул иғтибарға мохтаж, уның тормошо тулы ҡанлы түгел, ҡыҙыҡһыныуҙары юҡ йәки самалы. Яҡындан аралашмай, әлеге интернет аша ғына ла ҡатын-ҡыҙҙың кем һәм ниндәй эстәлекле икәнен самалап була. Шул уҡ ваҡытта эргәмдә һоҡланғыс гүзәл заттар ҙа етерлек. Һәм мин уларҙан ниндәйҙер мөғжизә көтөп йәшәйем.

Киләсәккә пландарҙы күҙаллайыҡ әле. Мәҫәлән, "мин пенсияға сыҡҡас..."

Филүс Ҡасимов:
Италия уҡ булмаһа ла, берәй Сочи тирәһендә үҙ йортомда йәшәргә хыялланам. Йылы, йомшаҡ климатлы, диңгеҙле яҡҡа тарта күңелем.
Йәмил Ишмөхәмәтов: Мөмкинлек булһа, мин ауылда йәшәп, шунан тороп та "Юлдаш" радиоһының алып барыусыһы була алыр инем. Ҡала мине ҡыҫа, миңә иркенлек етмәй. Өфө эргәһендәге ауылдар - улар ысын ауылдарҙың яһалма күсермәһе генә. Шулай ҙа уларҙа үҙ урамыңа ҡайтып инеп, ергә баҫыу форсаты бар. Шул да булмағанда, мин был ҡалала ярты көн дә тора алмаҫ инем. Тимәк, мин пенсияға сыҡҡас, ауылға ҡайтып төпләнәсәкмен, Алла бирһә.
Ғәзиз Әбделмәнов: Мин дә ауылға ҡайтырға хыялланам. Ауылда тыуып үҫкән кешегә ҡалала йәш сағында ғына йәшәү ҡыҙыҡтыр ул. Олоғайғас, ауылдан да ҡулайы юҡтыр. Бында мине бөгөн эш тотһа, пенсияға сыҡҡас нимә тоторға мөмкин? Ҡала фатирымы ни? Ю-уҡ...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Был өсәү менән барған беҙҙең диалог та көлкө кисәһенә әйләнеп китә яҙҙы. Шундай тапҡыр шаяртыуҙарға, семеткес төрттөрөүҙәргә, мәғәнәле кинәйәләргә бай булды әңгәмәбеҙ. Ә инде егеттәрҙең теле! Саф башҡортса, бер ҙә тотлоҡмай, буталмай, аныҡ ҡына фекерҙәр менән бер-береһенең телмәрен ялғап, тулыландырып бара белеүҙәре менән һоҡландырҙы улар. Ысынлап та, шәп егеттәр икән "теге өсәү".

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.19 | Ҡаралған: 710

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru