«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨН ОҘОНО – КӨЛКӨ
+  - 

Мар. Сәлим менән Дэвид Перри      VI Халыҡ-ара китап форумында.      Стокгольм, 2017 йыл.

Халыҡ-ара Көлкө көнө алдынан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Сергей Михалков, Владимир Гиляровский, Владимир Набоков, Болгарияның "Алеко", Украинаның Николай Гоголь, Канаданың Эрнест Хемингуэй, АҠШ-тың Джек Лондон исемендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовҡа өс бөртөк кенә һорау бирҙек.

Һеҙ гел юлда ла юлда... Арымайһығыҙмы?

- Мин бит әле йәш бабай, ҡайҙа ул арып тороу! Шуныһы ҡыҙыҡ, йөрөгән ерҙәремдә республикабыҙҙы, уңған һәм талантлы яҡташтарымды гелән маҡтап телгә алам. Үҙемдең сатирик икәнемде онотоп, ижтимағи-иҡтисади үҫештәребеҙ, милли мәҙәниәт һәм әҙәбиәтебеҙҙең уңыштары тураһында юмор теле менән һөйләп бирәм. Шанхайҙа ла, Стокгольмда ла, Греция менән Болгарияла ла башҡорттарҙың кем икәнен иҫтә ҡалырлыҡ итеп аңлата алдым шикелле. Шеварднадзе заманында Грузияның мәҙәниәт министры арҙаҡлы академик Валерий Асатиани, изге Тинос утрауында халыҡ-ара яҙыусылар форумындағы сығышымды тыңлағас, ҡулымды ҡыҫып: "Иң шәп доклад һинеке! - тигәйне. - Башҡорттарҙың ниндәй халыҡ икәнен бик матур аңлаттың".
Сәфәрҙәрҙән күтәренке кәйеф менән, Башҡортостанымды һағынып ҡайтам. Сит илдәрҙә, сит ерҙәрҙә һәр саҡ яңы дуҫтар табам. Юҡ, мин бер ҡайҙа ла махсус рәүештә дуҫтар эҙләп йөрөмәйем, улар үҙҙәре осрай. Шулай ижади бәйләнештәр барлыҡҡа килә. Үткән быуат аҙағында Болгарияға барып, түбәм күккә тейеп ҡайтҡайным. Юмористик хикәйәм Халыҡ-ара "Алеко" конкурсында беренсе урынды алды. Ғәзиз Нәсин, Эрих Кёстнер, Генрих Бёлль, Людвиг Эшкенази, Уильям Сароян, Эрскин Колдуэлл, Морис Дрюон, Леонид Ленч кеүек исемдәре бөтә донъяға мәғлүм сатириктарҙан һуң был мәртәбәле бүләк, болгар гәзиттәре яҙғанса, "башкирец"ҡа эләкте. Башҡорттар тураһында йүнләп белмәгән болгарҙарға мин үҙебеҙҙең Урта Азияла түгел, ә Уралда икәнебеҙҙе төшөндөрҙөм.

Сит илдәрҙә йөрөгәндә ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарыйһығыҙҙыр?

- Әлбиттә! Һәм бик йыш. Лондонда Евразия ижад гильдияһының китап серияһында инглиз телендә ҡырҡынсы китабым донъя күргәс, уның исем туйын үткәрер өсөн Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмға китап форумына барғайным. Унда гильдияның беренсе рәйесе, күренекле инглиз шағиры Дэвид Перри иң элек материктың төрлө тарафтарынан йыйылған яҙыусылар менән танышып сыҡты. Һәр кем үҙенең ижады, тыуған төйәге, милли мәҙәниәте һәм әҙәбиәте хаҡында һөйләне. "Минең тыуған ерем, хөрмәтле Дэвид әфәнде, Европаның үҙәгендә түгел. Һеҙҙең кеүек, беҙ ҙә Европа ситендә йәшәйбеҙ, - тинем. - Ләкин Европа Бөйөк Британиянан түгел, ә Башҡортостандан башлана. Көньяҡ Уралда тормош көткән боронғо ата-бабаларыбыҙ бик тырыш һәм булдыҡлы, киң күңелле, асыҡ сырайлы кешеләр булған. Ғалимдар әйтеүенә ҡарағанда, улар Ер йөҙөндә беренселәрҙән булып тәгәрмәс уйлап сығарған хатта. Тағы ла шул, Дэвид туған, башҡорттар менән инглиздәр бер гаплогруппаға ҡарай, тип иҫбатлайҙар. Телдәребеҙҙә бер төрлө өндәр булыуы ла, башҡорттар менән инглиздәрҙең һөтлө сәй яратыуҙары ла беҙҙең халыҡтарҙың туғандашлығы хаҡында һөйләй түгелме һуң?" Күрәм, Дэвидтың ауыҙы йырылған. "Эйе, тап шулай!" - ти, һүҙемде ҡеүәтләп. Мин иһә һаман үҙемдекен бөгәм: "Бөтәбеҙгә мәғлүм бер бөйөк инглиз ғалимы, кешеләр маймылдан яралған, тип раҫлаған. Ҡайһы бер инглиздәр, бәлки, ысынлап та маймылдан барлыҡҡа килгәндер, әммә ләкин Һеҙ, Дэвид дуҫҡай, һис тә ундай кешегә оҡшамағанһығыҙ. Һеҙ, моғайын, беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙҙан - пра-пра-прабашҡорттарҙан яралғанһығыҙҙыр". Шул саҡ шаярыуҙы аңлаған хуш күңелле инглиз: "Эйе, мин башҡорттарҙан яралдым!" - тип, ҡосаҡлап алмаһынмы. Евразия ижад гильдияһының беренсе рәйесе Дэвид Перри аҙаҡ былай тип яҙҙы: "Евразия ижад гильдияһы съезында сығыш яһап, Марсель Сәлимов, Урал тауҙары Европа менән Азияны айырып түгел, ҡушып тора, тигәйне. Үҙемдән өҫтәп шуны әйтәм: Уралдағы билдәле был Рәсәй яҙыусыһының позитив юморы нәҡ шулай Евразия халыҡтарын берләштерә".
Форумда ул мине ҡосаҡлап ҡына йөрөттө. Ҡыҙыҡ бит, әй! Бөйөк Британияның әлеге хужалары һәм уларҙың ялағай ярандары, ялғансы сәйәсмәндәре, һатлыҡ журналистары беҙҙе күрә алмай, илебеҙгә яла яғыуҙан туҡтамаған был заманда инглиз яҙыусыһының башҡорт сатиригын шулай дуҫтарса йылы ҡабул итеүе үҙе бер мөғжизә түгелме ни!

Ә быйыл 1 апрелдә ниндәй мөғжизә көтөлә?

- Өфөлә беренсе тапҡыр Көлкө көнөндә - "Көлкө төнө"! Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, ғүмер буйы осло "Һәнәге" менән элеп алып, һелкеп һалыусы "көләссик" бабайығыҙға 100, йәғни 70+30 тулыу сәбәпле, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында күңелле күрешеүҙәр, һөйкөмлө һөйләшеүҙәр, шаярып көлөшөүҙәр, ҡосаҡлашып үбешеүҙәр көтә барыһын да…
Әйткәндәй, Ҙур залда төнө буйы хәҙерге ҡыҙыҡ замандың теп-тере көләссиге Марсель Сәлимов менән Илнур Юламанов, Гөлзәмиә Ситдикова, Лилиә Фәтихова, Хәким Мортазин, Алтынай Хамматова, Рим Хәсәнов, Рәйес һәм Линар Ханнановтар, Фәнүнә Сиражетдинова, Радик Динәхмәт һ.б. шәп үә шәпле сәхнә оҫталары менән аралашырһығыҙ. Килегеҙ, рәхәтләнеп көлөгөҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.19 | Ҡаралған: 537

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru