«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ШӘХЕСТӘРЕБЕҘҘЕ БЕЛӘЙЕК!
+  - 



Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап, "Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең тыуыуы һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес" тигән проект иғлан иткәйне. Түбәндә беҙ шул исемлекте баҫыуҙы дауам итәбеҙ.

Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы (1851-1921) БР-ның Благовар районы Үҙрәкбаш ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, генерал, Башҡорт корпусы командующийы (1918), Башҡорт ғәскәри идаралығы начальнигы урынбаҫары (1919), Башвоенкоматтың хәрби етәксеһе (1919).

Әхмәров Хәсән Нурый улы (1866-?) Ырымбур өлкәһенең Ырымбур ҡалаһында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, полковник, Башҡорт Хөкүмәтенең Үҫәргән кантонындағы уполномоченныйы (1918-1919), Башҡорт уҡсылар бригадаһы командиры (1919-1920), БАССР-ҙың запас ғәскәрҙәре идаралығы начальнигы (1920).

Ғәбитов Ғабделхаҡ Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында тыуған - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, офицер, Башҡорт хәрби советы ағзаһы (1918), Башҡорт милли армияһын ойоштороусыларҙың береһе (1918), 2-се Башҡорт пехота полкы командиры (1918).

Мөхәмәтйәров Ғариф Закир улы (1891-?) Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Арғаяш ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, офицер, Башҡорт хәрби советы ағзаһы (1918), башҡорт милли армияһын ойоштороусыларҙың береһе (1918), Арғаяш отряды начальнигы (1918), Арғаяш кантоны башҡарма комитеты рәйесе (1927-1928).

Алишев Хәлил Фәйзрахман улы (1892-1937) әлеге Татарстан Республикаһы Әлмәт ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, офицер, Туҡсоран отряды етәксеһе (1918), 2-се башҡорт кавалерия полкы командиры (1919), Петроград фронтының Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө командующийы (1919).

Туймаҡаев Харис Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында тыуған (икенсе мәғлүмәттәр буйынса - Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында), Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, офицер, Башҡорт хәрби советы ағзаһы (1918), 1-се башҡорт пехота полкы командиры (1918).

Аҡсулпанов Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы (1868-?) Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, офицер, башҡорт дворяндары Аҡсулпановтар тоҡомонан, Башҡортостандың Кесе ҡоролтайы ағзаһы (1917), БАССР-ҙың запастағы ғәскәрҙәре идаралығы начальнигы урынбаҫары (1920).

Үзбәков Шаһибәк Ишембай районы Әхмәр ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, офицер, Зәки Вәлидиҙең дуҫы һәм арҡаҙашы, Табын отряды начальнигы (1918), Башҡорт ғәскәри идаралығы начальнигының өлкән адъютанты (1918-1919).

Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы (1896-1968) Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, М. К. Әҙеһәмовтың туғаны, Башҡорт Үҙәк шураһы (1917), Башҡорт Хөкүмәте (1919), Башревком ағзаһы (1919), ВЦИК ҡарамағындағы Башҡорт республикаһы вәкиллеге етәксеһе (1919-1920).

Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы (1896-1968) Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, А. К. Әҙеһәмовтың туғаны, Башҡорт хөкүмәтенең страховка бүлеге мөдире (1918), Башревком уполномоченныйҙары советы секретары (1919), инспекция наркомы (1922).

Тереғолов Усман Ниғмәтулла улы (1896-1943) - Благовар районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, офицер, Башҡорт хәрби Советы ағзаһы (1918). Милли армия төҙөүселәрҙең береһе. Тамъян-Ҡатай отряды командиры (1918), 6-сы Башҡорт пехота полкы командиры (1919), 1-се башҡорт кавполкы командиры (1919). Башҡорт милицияһының идара рәйесе урынбаҫары (1920).

Низаметдинов Ҡазыхан Низаметдин улы (1892-1937) - Белорет районы Һәйет ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, офицер, 5-се башҡорт пехота полкы командиры. 1-се Башҡорт дивизияһының штаб начальнигы (1919), Башҡорт команда курстары начальнигы (1921-1923).

Алиев Тәҡиулла Ханнан улы (1894-1957) - әлеге Татарстандың Аҡтаныш районы Яңы Зиәш ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, офицер. Башҡорт хөкүмәтенең Каруанһарай ротаһы командиры (1918). Башҡорт корпусы штаб коменданты (1919). Башвоенкомдың административ часы начальнигы (1919).

Ғисмәтуллин Тәҡиулла (Тәҡи Ғисмәти) - Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Арғаяш ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Силәбе ҡалаһының Халыҡ власы эргәһендәге Башҡорт советы ағзаһы (1918). Башҡорт хәрби Советы ағзаһы (1919). Башҡорт армияһын төҙөүселәрҙең береһе (1918).

Халиҡов Мансур Хатып улы (1886-1934) - Ғафури районы Оло Үтәш ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. "Башҡорт-федералист" исемлеге буйынса Учредитель йыйылышына ағза булараҡ кандидат (1917). БАССР юстицияһы наркоматында эшләй (1919-1921), БАССР ДУМ-ы мөфтөйе (1921-1923).

Бикмәтов Солтангәрәй Ғәтиәтулла улы - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре, офицер. Ырымбур хәрби округы штабында Башҡорт хөкүмәте вәкиле (1918-1919). Г.М.Семеновтың штабында һәм Рәсәйҙең Көнсығыш сиктәрендәге казак ғәскәрҙәре поход атаманы штабында башҡорт вәкиле (1920). Башҡорт казак ғәскәренең генерал-майоры (1920).

Бикбаев Насибулла Рәхмәтулла улы (1897-1937) - Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡорт хәрби советында хеҙмәт итә (1918). 2-се Башҡорт кавполкы составында була (1918-1919). Башҡорт ғәскәрҙәренең политидаралыҡ инспекторы, Бөрйән - Түңгәүер кантонының соцтәьминәт бүлеге мөдире, РКП (б) Башҡорт обкомының агитация-пропагандист бүлеге етәксеһе (1920-1921).

Иҙелбаев Сәфәрғәле (1893-1918) - Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында тыуған - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Уның атаһы Башҡорт халыҡ союзы бюроһы ағзаһы була (1917). Бөтә башҡорт съездары ағзаһы (1917).

Иҙелбаев Хөрмәтулла - Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ағзаһы (1918). Башҡортостан хөкүмәтендә эшләй, БАССР наркомпрос коллегияһы ағзаһы (1919).

Әбделҡадир Инан (Сөләймәнов Фәтхелҡадир Мостафа улы) (1889-1976) - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Ғалим, яҙыусы, "Башҡорт" гәзите редакторы (1918). Силәбе ҡалаһы Халыҡ власы эргәһендәге Башҡорт советы ағзаһы (1918). Башревкомда эшләй, Дәүләт нәшриәте коллегияһы ағзаһы (1920). Эмиграцияла ғалим-этнограф.

Ейәнсурин Ғәҙелша Дәүләтша улы (1894-1937) - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Ҡыпсаҡ кантон суд бүлеге мөдире (1918). Башревком уполномоченныйы (1919). М.Мортазиндың Башҡорт эскадроны командиры (1920). Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була (1921). БАССР-ҙың Баш суды рәйесе (1929-1930).

Хөсәйенов Әбүбәкир Дәүләтҡол улы (1859-1937) - Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мәғрифәтсе, мулла. Башҡорт үҙәк шураһы ҡушыуы буйынса Темәстә башҡорттарҙың волость-ара съезын ойоштора (1917). Бөрйән-Түңгәүер кантон идаралығының дини-суд бүлеге етәксеһе (1918).

Яҡшымбәтов Хажмөхәмәт - Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мулла, З.Вәлидиҙең ҡайныһы. Башҡорт үҙәк шураһы ҡушыуы буйынса Әбйәлилдә волость-ара съезын ойоштора (1917). Тамъян-Ҡатай кантональ думаһының ғәҙәттән тыш йыйынында Тамъян-Түңгәүер волосы вәкиле булып ҡатнаша (1918).

(Дауамы. Башы 12-13-сө һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.19 | Ҡаралған: 653

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru