«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ШӘХЕСТӘРЕБЕҘҘЕ БЕЛӘЙЕК!
+  - 



Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап, "Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең тыуыуы һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес" тигән проект иғлан иткәйне. Түбәндә беҙ шул исемлекте баҫыуҙы дауам итәбеҙ.

Һыртланов Миһран Искәндәр улы - Мәләүез районы Һыртлан ауылына нигеҙ һалыусы. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡортостандың Ҡыпсаҡ кантоны кантон идаралығы рәйесе, идаралыҡ рәйесе һәм ер бүлеге мөдире (1918).

Сәлтәшев Фәттәх - яҡынса сама менән Көйөргәҙе районынан. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡортостандың Ете ырыу кантоны идаралығы рәйесе (1918). Башҡорт ғәскәр идаралығында хеҙмәт итә (1919).

Мәтин Шаһишәриф Миҙәтғәле улы (1854-1919) - Баймаҡ районы Наҙар ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Ахун, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты (1906). Башҡортостан мосолмандары мөфтиәтенең беренсе мөфтөйө (1917). Бөрйән-Түңгәүер кантон идаралығы рәйесе (1917-1918).

Мәтин Ғариф - Татарстандың Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мәтин башҡорт дворяндары затынан. Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы (1917).

Мәтин Ғүмәр Батырхан улы (1896 - ?) - Татарстандың Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мәтин башҡорт дворяндары затынан. Ҡаҙан прапорщиктар мәктәбен тамамлай (1917). 3-сө Башҡорт пехота полкы командиры (1918). МВО чиндары резервында (1921).

Мирбайысов Насретдин - сама менән Борай районы Борай ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡорт үҙәк шураһы ҡушыуы буйынса Борайҙа улыс-ара съезды ойоштора (1917).

Ҡотоев Мәхмүт - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡортостандың Көҙәй кантон идаралығы рәйесе (1918).

Ғөзәйеров Мөхәмәтхай - Мәсетле районы Сөләймән ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡортостандың Ҡошсо кантон идаралығы рәйесе (1918).

Ильясов Абдрахман Шәрәфетдин улы - сама менән Ырымбур өлкәһе Ҡыҙылгвардейск районы Үрге Ильяс ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡортостандың Туҡсоран кантон идаралығы рәйесе (1918).

Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғабдулхай Ғәбиҙулла улы - Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Миҙәйәк ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Арғаяш кантон идаралығы ағзаһы (1918). Рәсәй Көнсығыш сиге башҡорттарының Хәрби-милли идаралыҡ рәйесе (1920).

Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтхарун Ғәбиҙулла улы (1892-1920) - Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Миҙәйәк ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡорт хәрби советы ағзаһы (1918). Офицер, 3-сө Башҡорт пехота полкы командиры ярҙамсыһы (1918-1919). 3-сө Чита операцияһы барышында һәләк була.

Булатов Мөхәмәтйән Ғәлиулла улы (?-1920) - Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәте эшмәкәре. Башҡортостандың Бөрйән-Түңгәүер кантон идаралығы рәйесе (1918-1919).

Гәрәев Заһит Хужа улы (1896-?) - Саҡмағош районы Үрге Аташ ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Фрунзе исемендәге хәрби академия тамамлай. Башҡорт уҡсылар бригадаһының штаб начальнигы (1919-1920). РСФСР милли эштәр буйынса наркоматында БАССР вәкиле (1921-1922). Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана (1921). Хәрби эшмәкәр, хәрби фәндәр кандидаты (1943).

Мырҙабулатов Сөләймән Шәнгәрәй улы (1890-1931) - Ейәнсура районы Абҙан ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башревком ағзаһы (1919). БашЧК рәйесе (1919-1920). БАССР-ҙың хәрби эштәр буйынса нарком урынбаҫары (1920). БАССР-ҙың ер эштәре буйынса наркомы.

Унасов Хәжиәхмәт Ғәбиҙулла улы (1887-1921) - Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә (1918-1919). Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе.

Мәҡсүтов Сәхипзада Дәүләт улы (1874-1942) - сама менән Бөрө өйәҙендә тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе Дәүләт думаһы депутаты (1906). Бөрө земский йыйыны депутаты. Борай ихтилалын етәкләй (1918).

Ишмөхәмәтов Кинйәбай Хәйретдин улы (1894-1937) - Белорет районы Семеновск ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мортазин Башкавбригадаһының эскадрон командиры (1919-1920). Ҡыҙыл Байраҡ ордены квалеры (1922). Тамъян-Ҡатай кантон идаралығы рәйесе, милиция начальнигы (1922-1924). БАССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау наркомы (1937). БашЦИК ағзаһы.

Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы (1896-1937) - Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мортазин Башкавбригадаһының эскадрон командиры (1919-1921). Ике тапыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921,1922). Йылайыр кантоны хәрби комиссары (1921-1923). Өфө ведомстволы милиция дивизионы командиры (1929-1937).

Ҡаҙнабаев Заһиҙулла Мортаҙа улы (1897-1943) - Йылайыр районы Балапан ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мортазин Башкавбригадаһының взвод командиры (1919-1921). Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921). Баймаҡ район советы башҡарма комитеты рәйесе (1930-1933). Баймаҡ, Ейәнсура райондарының милиция начальнигы (1934-1942).

Фәттәхетдинов Хәлфетдин (1892-1938) - Әбйәлил районы Салауат ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мортазин Башкавбригадаһы эскадрон командирының ярҙамсыһы (1919-1921). Башҡортостандың Тамъян-Ҡатай кантоны "Асығыусыларға ярҙам" бүлегендә эшләй (1921). Салауат ауыл советы рәйес урынбаҫары.

Яҡшыгилдин Шәмсетдин Ғәләүетдин улы (1896-1978) - Йылайыр районы Матрай ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мортазин Башкавбригадаһы взвод командиры (1919-1921). Йылайыр кантоны Матрай ауыл советы рәйесе (1922-1930). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Ибраһимов Фәттәх Әбделмырҙа улы (1882-1937) - Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мортазин Башкавбригадаһының 28-се кавполк командиры (1919-1921). Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921). Бөрйән-Түнгәүер кантонының хәрби комиссары (1921-1922). БАССР-ҙың Почетлы таусыһы.

Ырыҫҡолов Ғәббәс Шәйхелислам улы (1894-1937) - Әбйәлил районы Ярлыҡап ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мортазин Башкавбригадаһының 27-се кавполк эскадрон командиры (1919-1921). Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921). Тамъян-Түнгәүер улысы башҡарма комитеты рәйесе (1924). Әбйәлил район советы башҡарма комитеты рәйесе (1931). Учалы, Мәсетле райондары башҡарма комитеты рәйесе (1934).

Аллабирҙин Заһиҙулла Сәғит улы (1872-1937) - Йылайыр районы Сәлим ауылында тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Мулла. Башҡорт үҙәк шураһы ҡушыуы буйынса Сәлимдә улыс-ара съезды ойоштора. З.Вәлиди Сәлимдә Заһиҙулла Аллабирҙинда туҡтала (1919-1920).

Алсынбаев Мирсаяф - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Имам. Башҡорт үҙәк шураһы ҡушыуы буйынса, Юныс Бикбов һәм Зәйнулла Иждәүләт менән берлектә, Ейәнсурала улыс-ара съезды ойоштора (1917). Өфөгә төрки-татарҙарының милли идаралығына Башҡорт ҡоролтайы вәкиле итеп ебәрелә (1918).

Мағазов Ғимран (?-1918) - Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Офицер. Башҡортостандың Бәләкәй ҡоролтай ағзаһы (1917). Башҡорт идаралығының беренсе полкын ойоштороусыларҙың береһе (1918).

(Аҙағы. Башы 12-14-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.19 | Ҡаралған: 775

Киске Өфө
 

Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.

(В. Короленко).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru