«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙ - ТАЛАПСАН, ӘСӘЙ – АҢЛАУСАН
+  - 



Өфөлә йәшәүсе ғәжәйеп матур ғаилә - Гөлсинә менән Рөстәм Әхмәтшиндар менән таныштырабыҙ бөгөн һеҙҙе. Биш бала тәрбиәләй улар, иң өлкән ҡыҙҙарына - 21, иң бәләкәй улдарына 3 йәш. Йорт хужабикәһе Гөлсинә менән уларҙың ғаиләһе, балалар тәрбиәләү ысулдары тураһында әңгәмәләшеп алдыҡ.

Гөлсинә, ҡасан да булһа күп балалы әсәй булырмын тип уйлағанығыҙ бар инеме?


- Дөрөҫөн әйткәндә, юҡ. Ҡустым бала сағында мәрхүм булды, шуға ла ғаиләбеҙҙә һеңлем менән икебеҙ генә үҫтек. Күп балалы ғаилә нисек булғанын күҙ алдына ла килтермәй торғайным. Ә ирем ғаиләһендә 5-се бала, улар 6 бала үҫкән. Студент саҡта өйләнештек, Рөстәм, тәү сиратта, минең тәүге никахтан булған ҡыҙымдың һөйөүен яуланы. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас, аспирантураға уҡырға индем дә, ошо уҡ вузда эшкә ҡалдым. Тәүге балабыҙ ҡыҙ булды, унан һуң тағы ҡыҙ таптым. Иптәшем малай һорағас, бер-бер артлы ике уллы булдыҡ. Аҙаҡҡыһына йөрәгем етмәҫ ине, йортобоҙ ҙа төҙөлөп бөтмәгән, Учалыла йәшәгән бикәмемдең: "Аҙаҡтан үкенерһең, тағы тап", - тигәне уйландырҙы. Хәҙер бына иптәшемдең ике ҡанаты - ике улы бар. Өлкән ҡыҙыбыҙ эшләп йөрөй, айырым йәшәй хәҙер, өйҙә 3 ир-егет, 3 ҡатын-ҡыҙбыҙ.

Йорт һалабыҙ тинегеҙ, күп балалыларға дәүләттән ярҙам бармы торлаҡлы булыу мәсьәләһендә?

- 35 йәшкә тиклем йәш ғаиләләргә булған программаға сиратҡа тороп, субсидия алғайныҡ, шуға өй күтәрҙек. Шуға ла дәүләт ярҙам итмәне тип тә әйтә алмайбыҙ. Әммә күп балалы ғаилә булараҡ, ниндәйҙер матди ярҙам күрһәтелһә, еңелерәк булыр ине. Өй тигәс, өйәбеҙ ҙә өйәбеҙ әле. Үҙемдең етәкселәремә рәхмәтлемен, әлеге мәлдә университет ятағында ике бүлмәле фатир тибындағы бүлмәлә йәшәйбеҙ. Быйыл булмаһа ла, киләһе йыл йортобоҙға күсербеҙ, тип торабыҙ.

Баш ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа хәҙер балалар русса һөйләшә. Өфөләге башҡорт мөхите һеҙҙең талаптарҙы ҡәнәғәтләндерәме?

- Ғәжәп инде, өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ, балалар мәктәптә, балалар баҡсаһында русса һөйләшеп йөрөйҙәр ҙә, өйҙә беҙҙең менән - башҡортса, әммә үҙ-ара русса һөйләшәләр. Уйын уйлап сығарып булһа ла, уларҙы башҡортса һөйләштерәм. Әйтәйек, бергәләп сәй эскәндә тик башҡортса ғына аралашабыҙ, тием. Дүрт балабыҙ башҡортса ла, русса ла шәп белә, башҡорт кешеһе менән һәйбәт итеп башҡортса әңгәмә ҡора алалалар. Бәләкәсенә, ағай-апайҙарынан күреп, гаджеттар ҙа, телевизор ҙа күберәк эләкте булды бит инде, балалар баҡсаһында ла рус төркөмөнә эләкте лә ҡуйҙы. Ауырыраҡ һөйләшә башҡортса.
Һуңғы йылдарҙа Өфөлә барлыҡҡа килгән башҡорт мөхитенә ҡарап ҡыуанам, мәҫәлән, минең балаларым барыһы ла "Һаумы, һаумы, әкиәт" бәйгеһендә төрлө кимәлдәрҙә еңеүсе булды. Сулпылар, ҡашмау, ҡәмәр, ситек нимә икәнен белеп, милли кейемде үҙһенеп, яратып кейәләр сәхнәгә сыҡҡанда.
Иптәшемдең инәһе лә, атаһы ла мәрхүмдәр, Учалыға ҡайнағаларға йылына 2-3 ҡайтһаҡ, Баймаҡҡа йыш йөрөйбөҙ. Унда әсәйем менән атайым матур донъя көтәләр. Аты ла, һыйыры ла, 30-лап ҡаҙы ла бар. Ирем, өләсәй-ҡартатай ҡурсыуын тойоп үҫһендәр, тигән ҡарашта. Иттән, май-һөттән өҙмәйҙәр, аҡсалата ярҙам итә алмаһаҡ та, ошолай ярҙам итәйек, тиҙәр. Уларһыҙ өй төҙөү ауырыраҡ булыр ине.

Балаларҙың буш ваҡытын нисек ойоштораһығыҙ?

- Арыйҙар, тип, балаларҙың үҙен дә, аҡсағыҙҙы ла йәлләмәгеҙ, тиер инем. Ике ҡыҙым 7-се музыка мәктәбендә думбырала уйнарға өйрәнә. Унда оркестр, хор, сольфеджио, һ.б дәрестәр инә. "Сығанаҡ" тигән ижад үҙәгенә скрипка уйнарға өйрәнергә йөрөйҙәр. 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡыйҙар. Әгәр ҙә йәлләп, өйҙә ултыртһаң, телевизорҙан бушамаҫтар ине. Ә музыка кешенең аңын үҫтерә, сольфеджио шул уҡ математика бит инде, хәтерҙе яҡшырта, моторикаға ыңғай йоғонто яһай. Улдар тәрбиәһе менән иһә атай шөғөлләнә. Швед стенаһы тигән ҡоролма бар, унда баҫҡысы ла, дүңгәләктәре лә, арҡаны ла бар. Малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа ярата унда шөғөлләнергә. Аталары күнегеүҙәрҙе дөрөҫ эшләргә өйрәтә. Өлкән улыбыҙ балалар баҡсаһында боксҡа йөрөй, вокал түңәрәге лә бар. Хәҙер инде ҡурай һәм каратэға барам тип һорай.

Матур исемдәр ҡушҡанһығыҙ балаларығыҙға, быны аңлы рәүештә эшләнегеҙме?

- Өлкән ҡыҙыма исемде мәсеттәге мулла һайланы. "Мосолман исемдәре араһында иң башта Әминә тора, Бәйғәмбәребеҙҙең әсәһенең исеме", - тигәйне, ошо исемде ҡуштырып алып сыҡтыҡ. Аҙаҡтан инде көтөп алған, теләп тапҡан балаларыма Альберт, Альбина тип ҡуша алмай инем. Йәш саҡтан уҡ улым булһа - Батырша, ҡыҙым булһа - Аҫылбикә тип уйлағайным. Бала исемде үҙе һайлай икән ул, шулай килеп сыҡты, бер ҡыҙыбыҙ - Мәрйәм, береһе - Мәҙинә. Улыбыҙға атаһы менән килешеп, Ғайса тип ҡуштыҡ. Бәләкәйен ҡайнымдың исеме менән Рәүил тип йөрөгәйнек, өлкән ҡыҙым, ҡартатайҙың рухы былай ҙа беҙҙең менән, ҡустыма Ильяс тип ҡушайыҡ тине.

Тәүге балаң - үҙең өсөн, ҡалғандары яҡшы атай өсөн, тиҙәр...

- Тормош иптәшең һәйбәт булмаһа, был тиклем бала табырға ҡыйыулыҡ итмәҫ инең, тип күптәр әйтә. Ул, ысынлап та, шәп атай. Ҡайнымдың күп матур сифаттарын үҙенә алған. Талапсан атай. Мин тәүге ҡыҙыма шулай талапсан булдым, ул яҡшы уҡырға тейеш, ти торғайным. Хәҙер ҡарашым үҙгәрҙе. Нимәлер килеп сыҡмай икән, ташламалар яһайым, ярай, өйрәнер әле, тип уйлайым. 3-лө билдәһе алһалар ҙа көймәйем, белемегеҙ өслөк булмаһын, бер тапҡыр 3 алыу ул әле һеҙҙең насар уҡыусы икәнегеҙҙе белдермәй, тип әйтәм. Уның ҡарауы, матур йырланың, тип күңелдәрен үҫтереп ебәрәм. Икебеҙ ике төрлө булған өсөн дә беҙҙең балалар үҙҙәрен бәхетле тояларҙыр ул. Икебеҙ ҙә талапсан, ҡаты булһаҡ, улар үҙҙәренә йомолорҙар ине. Йомшаҡ булһаҡ, тәртиптәре булмаҫ ине. Былай иһә барыһы ла үҙ урынында.
Хеҙмәткә өйрәтергә тырышабыҙ. Алты йәшлек улым сүп-сарҙың ваҡытында түгелеүе өсөн яуаплы, аяҡ кейемдәрен дә теҙеп ҡуйыу уның өҫтөндә. Өс йәшлеге уйынсыҡтарҙы йыя. Ҡыҙҙарҙың береһе өй йыйыштыра, икенсеһе һауыт-һаба йыуырға, салаттар турарға ярата. Дуҫтарҙың балалары менән аралаштырабыҙ, улар ҙа "Тамыр"ға йөрөйҙәр, йырлайҙар, бейейҙәр, музыка ҡоралдарында уйнайҙар - ҡыҙыҡһыныуҙары уртаҡ. Өйҙә ултырыу беҙгә хас түгел, машинабыҙға тейәлеп алабыҙ ҙа, сәйәхәт итәбеҙ. Бер яҡтан, иптәшем менән икебеҙҙең дә фекеребеҙ уртаҡ, ғаиләбеҙҙә тәртипкә өйрәтеп, һөйөү менән уратып, ҡурсалап ҡына үҫтергән балаларыбыҙ халҡыбыҙға, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып, үҙ урындарын табып йәшәһендәр ине, тигән теләктәбеҙ.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.19 | Ҡаралған: 605

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru