«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Киләһе йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителде...
+  - 



Киләһе йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителде. Ошонан файҙаланып, республикала ниндәй эштәр атҡарып ҡалырға кәрәк, тип уйлайһығыҙ?

Нәфисә ТУЛЫБАЕВА, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директор урынбаҫары:
Халҡыбыҙҙың иҫ киткес бай матди булмаған мәҙәни мираҫы бар. Халыҡ ижады архивтарҙа, фондтарҙа һаҡлана, уларҙы ғалимдарыбыҙ, телселәребеҙ өйрәнә, баҫып сығара, йырсыларыбыҙ йырлай һ.б. Һәм ниндәйҙер ҙур мәҙәни сараларҙа беҙ ошо мираҫты күрһәтеп ҡалырға тырышабыҙ. Әммә ошо матди булмаған мәҙәни мираҫ бөгөнгө көнгә тиклем бер генә ҡанун, бер генә документ менән дә нығытылмаған, уны яҡлау яғы бөтөнләй ҡаралмаған. Шуға ла "Ҡаһым түрә"не, "Азамат"ты, "Уйыл"ды һ.б сәхнәнән башҡалар үҙ йыры тип иғлан итеп йырлай, бейеү көйҙәре, уйын ҡоралдары ла ошондай үҙләштереүҙәргә дусар.
Заманына күрә халыҡ ижадын ҡанунлаштырып ҡуйыуҙың кәрәге лә булмағандыр. Тик бөгөн бөтөн донъяла глобалләштереү, милләттәр араһындағы сиктәрҙең юйылыу ҡурҡынысы бар. Шул ҡурҡыныс барҙа халҡыбыҙҙың матди булмаған мәҙәни мираҫын яҡлау яғын ҡайғыртырға тейешбеҙ. Тәбиғәт, архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса хатта үҙәктәр эшләй. Ә иң эскерһеҙ, кешенең хис-тойғолары менән бәйле өлкә - ауыҙ-тел ижады өлгөләре иҫәпкә лә алынмаған, һаҡланмай ҙа, яҡланмай ҙа. Кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫы ҡомартҡылары исемлегенә Рәсәй Федерацияһынан бер нисә генә әйбер, әйтәйек, яҡуттарҙың олонхоһы һ.б ингән. 2006 йылда "Рәсәйҙә традицион халыҡ мәҙәниәтенә дәүләт ярҙамы тураһында"ғы Дәүләт советы ултырышында В. Путин Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлеген үҙ илебеҙ кимәлендә төҙөү мөмкинлеге хаҡында белдерҙе. 2009 йылдан алып Башҡортостан һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлыҡтары, Дәүләт Рәсәй Халыҡ ижады йорто менән берлектә Республика халыҡ ижады үҙәге халҡыбыҙҙың ошо исемлеккә инәсәк матди булмаған мәҙәни мираҫын теүәлләү менән шөғөлләнә. Ул ҡапыл ғына эшләнә торған эш түгел, ентекле өйрәнеү талап итә.
Бынан бер нисә йыл элек Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа ошо матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса республика ҡануны кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайным. Бындай закон Рәсәйҙә булмағанға күрә, уны эшләй алмайбыҙ, тинеләр. Шул уҡ ваҡытта бындай төбәк законы Алтай Республикаһында бар. Беҙҙән һуңыраҡ тотонған Татарстан да 2017 йылда уны эшләне. Миҫал өсөн әйтәм: Ҡурған өлкәһе башҡорттарының халыҡ ижады тураһында китап сыҡһа, унда беҙҙең милли кейемдәребеҙ, йырҙарыбыҙ тупланыр, һаҡланыр ине. Ә былай ул хазиналарыбыҙ, Ҡурған өлкәһендә йәшәгән татарҙарҙыҡы, тип нығынып китергә бик мөмкин. Ә халыҡ ижадын бөгөн ауылдарға сығып, йыйып ала алмаясаҡбыҙ, сөнки беҙ китеп барған быуындан алып ҡалған тапшырыусы быуын ғына. Халыҡ ижадын белгән быуын вәкилдәре юҡ тиерлек. Шуның өсөн беҙгә был закон бик кәрәк.
Халыҡ ижадын сәхнәлә йырлау, бейеү, ҡурай тип кенә аңлайҙар. Ул бөтөнләй икенсе сәнғәт, ул сәхнәләге заманса сәнғәт, халыҡ ижадының өлгө варианты ғына. Халыҡ ижадының өйрәнә торған яғы бар. Киләһе йылда закон ҡабул итеп, үҙебеҙҙең матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлеге булдырып, халыҡ ижадын, йәки матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлай торған үҙәк төҙөргә тейешбеҙ. Уның эсенә сәсәндәр үҙәге лә, һөнәрселәр үҙәктәре лә инергә тейеш. Бөгөн беҙ кем кейеҙҙе иртәрәк баҫҡан, кем балаҫты иртәрәк һуҡҡан, кем шәлде иртәрәк бәйләй башлаған, тип талашабыҙ. Кем беренсе - быныһы мөһим түгел, уларҙың булыуы һәм һаҡланып ҡалыуы шарт.

Фәнүзә НӘҘЕРШИНА, филология фәндәре докторы: Етәкселәрҙең ни өсөн ошондай фекергә килеүен яҡшы аңлайым. Әгәр кеше ерен һәм илен һөйөүҙең нимә икәнен белмәй, байлыҡ артынан ҡыуып, бөгөнгө көн менән генә йәшәй башлаһа, донъя бик насар яҡҡа үҙгәреп китеүе ихтимал. Ғөмүмән, башҡорт халҡының менталитеты илһөйәрлеккә нигеҙләнгән, шул уҡ "Урал батыр" эпосында әйтелгән "ер-һыу" тигән төшөнсә беҙҙең халыҡтың аңында "Тыуған ил" тигәнде аңлата. "Ил" тигәне дөйөмләштерелгән ҙур төшөнсә. Беҙҙең халыҡ ил төшөнсәһен шул ҙур мәғәнәһендә әллә ҡасан уҡ үҙ ижадына индергән. Ни өсөн тигәндә, башҡорттоң ил тип әйтерлек, ил тип һөйләрлек ҙур территорияһы булған, ере күп булғас, халҡы ла күп булған. Бөгөн ошо ил төшөнсәһен яңынан иҫкә төшөрөп, уны һөйөү, уның өсөн барлыҡ көсөңдө биреп эшләү һәм йәшәү идеологияһын үткәрмәһәк, халыҡтың рухи донъяһы ярлыланып, дәүләттең ижтимағи, сәйәси үҫешендә ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал. Шуға ла Халыҡ ижады йылы иғлан итеү Башҡортостан кимәлендә лә, Рәсәй кимәлендә лә мөһим мәсьәлә ул.
Ғалим булараҡ, был йылда беҙ китаптар, мәҡәләләр сығарыу эшмәкәрлеге менән булышырбыҙ инде. Йоланы бөгөн былай ҙа күп һөйләйҙәр, оҙон көйлө халыҡ йырҙарына иғтибар булһын ине, уларҙы башҡарыусылар һирәгәйҙе. Халыҡ ижады теленә килгәндә, иҫ китмәле матур өлгөләр бар, уларҙы пропагандаларға кәрәк. Фольклор буйынса киң ҡарашлы белгестәр әҙерләү ҙә мөһим. Фольклорға еңелсә ҡарау күренеше бар йәмғиәттә. Әммә халыҡ ижадын өйрәнеүселәр башҡа бегестәргә ҡарағанда күберәк йүнәлештәрҙә эшләргә бурыслы, ул этнографияны ла, тарихты ла, психологияны ла, философияны ла белергә тейеш. Улай ғына ла түгел, халыҡ ижадын, телен, моңон төптәнерәк өйрәнеп, уны еренә еткереп үҫтерә белһәләр, беҙҙең профессиональ әҙәбиәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәт, музыка сәнғәттәренең кимәле лә, дөйөм рухиәт донъябыҙ ҙа байыраҡ булыр ине. Вуздарҙа электән фольклорға сәғәттәр тейешле бүленмәне. Фән менән шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарыбыҙ бар, шөкөр, тик бар нәмәлә баланс булырға тейеш, егеттәр ҙә килһен ине фәнгә.
Шуныһы ла бар. Хәҙер беҙ халыҡ араһына сығып, әллә ниндәй бай фольклор йыя алмаясаҡбыҙ. Ул быуын аҙ ҡалып бара. Хәтерләйем, үткән быуаттың 60-сы йылдары эпостарҙың гөрләп йәшәп ятҡан сағы ине. Ҡайҙа барһаҡ та, һөйләүселәр бар ине. 70-се йылдарҙа Салауат районына экспедиция менән сыҡтыҡ, унда эпос яҙып алып булманы. Хәҙерге көндә башлыса хөрәфәти хикәйәттәр менән тыйыуҙар ғына яҙып алып ҡайта ҡыҙҙар. Шуға ла булған байлыҡты һаҡлау яйын күрергә кәрәк.

<>Урал МӨХӘМӘТШИН, Мәләүез районы Иштуған ауыл мәҙәниәт клубы әйҙәүсе белгесе: Башҡортостанда Бөтөн донъя фольклориадаһы үткән йылды, ысынлап та, бөтөн Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан итеү бик дөрөҫ булыр ине. Халыҡ ижадын һаҡлау, тергеҙеү мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡулында. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа хөкүмәт тарафынан мәҙәниәткә иғтибар арта, районда клубтар ремонтланды. Республиканың бөтөн төбәктәрендә лә онотолоп бөткән кәсептәр - кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу тергеҙелә, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәр яһау эшенә дәррәү тотондо. Һәм быларҙың барыһы ла уларҙың үҙҙәренең ҙур теләге менән тормошҡа ашырыла. Ошо йыл иғлан ителеп, хөкүмәт тарафынан да махсус программалар, матди ярҙам да булһа, эштәр тағы ла алға китер ине.
Фольклор ансамблдәре күп хәҙер, уларҙың репертуарын байытыу эше лә тора алдыбыҙҙа. Йыр-бейеү, таҡмаҡтан тыш, йолаларҙы тергеҙеү кәрәк хәҙер. Был йәһәттән "Туғанаш" исемле фольклор ансамбле менән район кимәлендә Гран-при яулағаныбыҙ ҙа бар. Былтыр "Кәкүк сәйе"н өйрәндек. Өйрәндек, тием, сөнки китаптан ҡарарға ла тура килде. Шулай ҙа тәбиғәт, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү менән бәйле был йоланы иҫләүсе инәйҙәр ҙә табылды. Туй йолалары, мәҫәлән, бөгөнгәсә һаҡланған, сөнки улар һаман да ҡулланыла килә. Ә "Кәкүк сәйе" кеүектәре онотолған, бөгөн халыҡтың уға мохтажлығы ла юҡ кеүек. Әммә уның да үҙенең мәғәнәһе бар, әйтәйек, ҡыш буйына өйҙә генә ултырған ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға ҡырға сығып ял итә, тәбиғәткә яҡыная, үҙ-ара аралаша. Интернет аңдарҙы томалап алған мәлдә быныһы ла мөһим. Унан һуң, әле арабыҙҙа был йолаларҙы иҫәләүселәр бар саҡта, йәштәргә уларҙы күрһәтеп ҡалырға кәрәктер. Шуның өсөн балаларҙы ла йәлеп итәбеҙ эшебеҙгә, күреп, белеп йөрөһөндәр, тибеҙ.

Дилбәр ХӘКИМОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.19 | Ҡаралған: 703

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru