«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘМЫШТЫ КЕМ БИЛДӘЛӘЙ, ЙОНДОҘҘАРМЫ, ӘЛЛӘ ҮҘЕБЕҘМЕ?
+  - 



Япон яҙыусыһы Рю Муракаминың "Дети из камеры хранения" исемле китабын уҡығанда түбәндәге сюжетҡа тап булдым. Таксист йәш кенә бер ҡыҙҙы эшенән алып ҡайтып бара. Урта йәштәге ирҙең төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгән ауыр осоро була. Ҡапыл иртән радио аша ишеткән йондоҙнамә иҫенә төшә. Эргәһендәге сибәр ҡыҙға йондоҙҙар уға бөгөн бик мөһим осрашыу һәм яҙмышының көтөлмәгән яҡҡа боролоуын вәғәҙә итеүен һөйләй башлай. Хәҙер үк, ошо урында барыһын да үҙгәртеп, һинең менән ер сигенә китергә әҙермен, тип, таксист машина ишеген бикләп, ҡайҙалыр йүгерә. Бер аҙҙан ҡурҡыуға ҡалған ҡыҙ янына килеп, ер сигенә китер өсөн дуҫынан аҡса һорауы, уныһы бирмәгәс, тегене үлтереүе хаҡында хәбәр һала. Уны йондоҙҙарға ышаныу шул рәүешле харап итә.

Тормошта ла ошоға оҡшаш хәлдәр юҡ түгел. Күрше фатирҙа йәшәүсе танышым үҙе гәзит алдырмаһа ла, почта килгән көн беҙгә йүгереп инеп, матбуғат биттәрендә яҙылған йондоҙнамәне балаларса тулҡынланыу менән уҡып сыға. Һәр һөйләменә түгел, һәр өтөрөнә тиклем ышана. Был иллене үткән ағай бер көндө шулай тип аптыратты: "Йондоҙҙар миңә күптән күрергә теләгән танышыңды осратырһың, тип вәғәҙә иткәйне. Кисә ҡапҡа төбөндә көтөп, таң атҡансы ултырҙым, тик берәү ҙә килеп сыҡманы". Беҙҙе институтта уҡытҡан билдәле ғалим да күк есемдәренең кеше яҙмышына йоғонтоһо тураһында бер секундҡа ла онотмай ине. Әгәр йондоҙҙар бөгөнгө көндә ҙур эштәр атҡарыуҙы тыя икән, тимәк, деканат тарафынан билдәләнгән имтихан икенсе уңышлыраҡ көнгә күсерелә ине.
Йондоҙнамә буйынса йәшәү яҡшымы, әллә насармы?
Астрология менән ҡыҙыҡһыныу бер бөгөн барлыҡҡа килмәгән. Боронғо заманда бөтөн ил башлыҡтары тормошон йондоҙнамәгә ярашлы итеп ҡорған. Мәҫәлән, Екатерина Медичи ниндәйҙер ҡарарға килер алдынан һәр ваҡыт Нострадамус менән кәңәшләшкән. Людовик XYI астрологы уның үлем көнөн 21 ғинуарҙы дөп-дөрөҫ әйтеп биргән. Ләкин король уның һүҙенә ҡолаҡ һалмай һәм тап ошо көндә язаға тарттырыла. Аналитиктар билдәләүенсә, ябай халыҡтың 56 проценты йондоҙнамәгә тулыһынса ышана. Улар бигерәк тә астрологтарға Яңы йыл алдынан йыш мөрәжәғәт итә.
Һорау тыуа: ни өсөн беҙ, алдынғы ҡарашлы кешеләр, йондоҙҙар менән бәйле мистикаға ышанабыҙ һуң? Психологтар күрһәтеүенсә, быға бик күп етди сәбәптәр бар. Халыҡ һуғыш, сәйәси һәм иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ осоронда күпләп сихырсыларға, бағыусыларға, астрологтарға мөрәжәғәт итә. Ә беҙҙең илдә, белеп тораһығыҙ, бөтәһе лә ал да гөл, тип әйтеп булмай.
Йондоҙнамә - ул психотерапияның бер төрө. Улар кешелә өмөт яңырта, тынысландыра, үҙ көсөңә ышанысты нығыта. Йондоҙнамәгә күберәк йыш депрессияға дусар булған, шик-шөбһәле шәхестәр ышаныуы билдәле.
Йондоҙнамәләр кешенең үҙ-үҙенә булған баһаһын арттыра. Уларҙа бер ваҡытта ла кешенең кире сифаттары күрһәтелмәй. Күптәр йондоҙлоҡтарында бирелгән мәғлүмәткә ярарға ынтылып, йыш ҡына үҙен яҡшы яҡҡа үҙгәртә икән. Сөнки кеше психологияһында насарлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡҡа ынтылыу теләге тыумыштан һалынған.
Шул уҡ ваҡытта йондоҙнамәгә ышаныуҙың кире яҡтары ла бар. Ни тиһәң дә, йондоҙнамәлә аныҡлыҡ юҡ. Мәҫәлән, йондоҙнамәнең ун ике билдәһе тураһында мәғлүмәтте уҡып сыҡһаң, һәр береһендә лә һиңә генә хас сифаттар бар кеүек тойола. Нисек кенә булмаһын, донъяла йәшәгән кешеләрҙе ниндәй йондоҙлоҡ аҫтында тыуыуына ҡарап, бер ҡалыпҡа һалып, уларҙың оҡшаш яҙмышы тураһында һөйләп булмай. Мәҫәлән, аҙналыҡ йондоҙнамәлә "арыҫландар"ҙы эшендә юғары үрләтәләр, тигән фараз бар, ти. Нисек инде ошо билдә аҫтында тыуған бөтөн кеше бер осорҙа етәксе булып китһен!
Йондоҙнамәгә һуҡырҙарса ышаныу кешегә үҙ ҡылығы, эше һәм тормошо өсөн яуаплы булыуға ҡамасаулай. "Ни өсөн һеҙ минән әүҙемлек, шат кәйеф талап итәһегеҙ, мин тәбиғәтем менән пессимист, ялҡау һәм меланхолик. Ышанмаһағыҙ, ана минең йондоҙнамәмде уҡып ҡара", - тап ошолай яуап бирергә мөмкин һеҙгә йондоҙҙар ҡоло.
Ә шулай ҙа йондоҙнамә тураһында ни уйлауҙарын һорап, бер-нисә кешегә мөрәжәғәт итеп ҡарарға булдыҡ:
Гөлсинә Сөнәғәтова, эшҡыуар: Мин йондоҙнамәгә ышанмайым. Күҙәткәнем бар: хәҙер һәр бер гәзит битендә сыҡҡан күҙаллауҙар бер-береһенән бик ныҡ айырыла. Әллә нисә сығанаҡтан төрлө мәғлүмәтте уҡыған кешенең башы әйләнеп, ҡайһыһына ышанырға белмәй тик йөрөй. Өҫтәүенә, ҡайһы бер йондоҙнамәлә һинең киләсәгеңдә шул тиклем шомло итеп яҙып ташлайҙар. Ә бит бер ҡатлы кеше ошо кире мәғлүмәтте күңеленә яҡын алып, уның тормошҡа ашыуын көтөп йөрөй. Тимәк, ошо рәүешле ул үҙен хәүефле тулҡындарға көйләй, насар тойғолар менән йәшәй башлай. Минең өсөн бөтәһе лә үҙ ҡулымда, үҙ көсөмдә, тип иҫәпләү ышаныслыраҡ. Һәр кем киләсәк тормошон яҡты уйҙары, ниәт-маҡсаттары менән үҙе төҙөргә тейеш. Сәлим Хатипов, эшсе: Йондоҙнамәне минең ҡатыным бирелеп уҡый. Таныш булмаған кеше тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ ниндәй йондоҙлоҡ аҫтында тыуыуы хаҡында һорай. Астрологтарҙың мәғлүмәтенә таянып, уның портретын хасил итә. Ул кеше менән танышҡас, ҡатыным уның менән астролог кәңәш иткән принциптарҙан сығып бәйләнештәр булдыра. Йондоҙнамәһе тап килгән дуҫтар менән аралаша, йондоҙнамә буйынса кейенә һәм ашай. Яңыраҡ ҡына ниндәйҙер йондоҙнамә буйынса беҙҙең билдәләрҙең тап килмәүе хаҡында уҡыған. Хәҙер арала килеп тыуған барлыҡ ҡытыршылыҡтарҙа, аңлашылмаусанлыҡта йондоҙҙарҙы ғәйепләп тик ултыра. Уның ыңғайына мин дә оҙаҡламай кешене кеше итеп түгел, ә балыҡ, кәзәмөгөҙ, ат һәм эт итеп ҡабул итә башлармын, тип ҡурҡам әле.
Сәлиә Ғәйнетдинова, шәфҡәт туташы: Мин йондоҙнамә менән ҡыҙыҡһыныуын ҡыҙыҡһынам. Тик артыҡ мауығып, бар йәшәү рәүешеңде йондоҙҙар ҡулына тапшырыуҙы аҡылһыҙлыҡ тип һанайым. Үҙемдең тормош тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: ир һәм ҡатындың астрология күҙлегенән тап килеү-килмәүе кеүек мәғлүмәттәргә ышанырға ярамай. Мин ҡасандыр, ошоға алданып, яратҡан кешем менән килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡты йондоҙҙарға япһарып, уның менән ташлаштым. Бөгөн иһә ғәйептең үҙемдә булыуын аңланым. Мөхәббәт - ул ике йөрәк бөтөнлөгө, йәндәр берлеге, ә күк есемдәренең бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ был изге бәйләнештә. Мин Павел Глобаның китаптарын уҡыйым һәм бер йылға яһалған күҙаллауҙарға ышанғандаймын. Төрлө гәзиттә баҫылғандарҙың авторҙары һәм аныҡлығы булмағанлыҡтан, уларҙы уҡып та тормайым.
Сәлимә Бәҙғетдинова, эшҡыуар: Ҡасандыр бер районда радиола эшләнем. Ул ваҡытта йондоҙнамәләр саҡ модаға ингән осор. Интернет тигән нәмә юҡ. Аптырағас, һәр бер йондоҙлоҡ өсөн үҙем күҙаллауҙар яһай торғайным, йә булмаһа, иҫкеһен файҙаланам. Әлбиттә, был ялған, әммә халыҡҡа бик оҡшай торғайны. Үҙемде аҡлап шуны әйтә алам: һәр кемгә мин тик яҡшы, ыңғай яҙмыш вәғәҙә иттем, йәшәүгә булған ҡараштарын матурлыҡҡа көйләнем. Минең ялған астролог икәнемде белгән яҡындарым да, шулай уҡ мин үҙем дә ошо хәлдән һуң йондоҙнамәләргә бөтөнләй ышанмайым.

Шулай итеп...
Йондоҙнамәләр бик үк насар ҙа, шулай уҡ абсолют дөрөҫлөк тә түгел. Астрологтар әйтеүе буйынса, ысынбарлыҡҡа тап килгән фараздарҙы кешенең тыуған айы, көнө, сәғәте, хатта минуты менән генә бәйләп, уның индивидуаль һыҙаттарын күҙ уңында тотоп ҡына төҙөп була. Иң һәйбәте - үҙ-үҙеңә астролог булыу. Көн һайын иртән тормошоғоҙҙо мөхәббәткә, һаулыҡҡа, күңел тыныслығына һәм, әлбиттә, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуына көйләһәгеҙ, барыһы ла һеҙ тигәнсә уң булыр.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.19 | Ҡаралған: 689

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru