«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЫҺЫ ЛА ҮҘ ҠУЛЫМДА!
+  - 

Күптән түгел Санкт-Петербург тау университетында тау-геология, нефть һәм газ, энергетик, машина төҙөү һәм металлургия йүнәлеше буйынса белем алған студент һәм аспиранттарҙың XVII Бөтә Рәсәй конференция-конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр рәтендә Күгәрсен районы егете, Башҡорт дәүләт университеты география факультетының 4-се курс студенты Шамил ВӘЛИТОВ та бар. Илдең 42 юғары уҡыу йортонан килгән 260 ҡатнашыусы араһында үҙен лайыҡлы күрһәтеүсе егеттән тәьҫораттары менән бүлешеүен һораныҡ.

- Конференцияла 7 секция эшләне. Мин "Миндеғол файҙалы ҡаҙылмалары сығара торған урында силурий периоды һәүерташтарының (сланец) формалашыу шарттары һәм геохимик үҙенсәлектәре" исемле доклад менән сығыш яһап, 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булдым. Еңеүселәрҙең береһе булараҡ, мин майҙа ошо уҡ университетта уҙасаҡ "Ер аҫтын ҡулланыуҙың актуаль проблемалары" Халыҡ-ара йәш ғалимдар форумында ла ҡатнашасаҡмын. Унда Рәсәйҙән генә түгел, ә Австрия, Бөйөк Британия, Германия һәм башҡа сит илдәрҙән 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә.
Ауылда тыуып үҫкән һәр кем тәбиғәткә яҡын була. Мин дә тәбиғәтте яратам һәм мәктәп йылдарынан алып география фәне менән ҡыҙыҡһындым. Уҡытыусым Илгиз Ирәндек улы етәкселегендә төрлө кимәлдәге олимпиада һәм конференцияларҙа үҙемде һынап ҡараным. Мәктәпте тамамлағас, маҡсатлы рәүештә БДУ-ның география факультетына уҡырға индем. Бындағы атмосфера, уҡытыусылар, айырыуса тәбиғәттә үткәрелгән практикалар оҡшай. Һөнәрем буйынса уҙғарылған төрлө конференция һәм ғилми сараларҙа ла ихлас ҡатнашам. Тырышлығым баһалана, еңеүҙәр ҙә урап үтмәй. 2016 йылда "БДУ-ның йәш ғалимы" конкурсында еңдем, Мәскәүҙә геологик практика буйынса уҙғарылған конференцияла 3-сө урын яуланым. Шулай уҡ Новосибирск, Екатеринбург һәм Өфөлә үткән конференцияларҙа сығыш яһағаным булды. Ғөмүмән алғанда, геолог һөнәрен һайлап яңылышмағанмын, сөнки бөтә күңелемде биреп уҡыйым, үҙемә оҡшаған өлкәлә эшләйем. Ғилми эҙләнеүҙәр менән булырға яратам, шуға артабан магистратураға уҡырға инергә һәм киләсәк тормошомдо фәнгә арнарға уйлайым. Маҡсат бар, тимәк, уға табан атларға һәм тормошҡа ашырырға кәрәк. Барыһы ла үҙемдең ҡулымда.
Санкт-Петербургта ла, Тау университетында ла беренсе тапҡыр булдым һәм улар миндә һоҡланыу тойғолары ғына ҡалдырҙы. Мәҙәни яҡтан шундай бай, мөһабәт ҡала. Ә университетҡа беҙҙең башҡорт мәғдәнсеһе Исмәғил Тасимовтың нигеҙ һалыуы, уның башлынғысының дауам итеүе күңелемдә ғорурланыу тойғоһо тыуҙырҙы. Минең докладымды иғлан иткәндә Башҡортостандан булыуымды билдәләп үтеүҙәре ошондай олуғ шәхесебеҙҙең исеменә тап төшөрмәҫлек итеп сығыш яһарға этәргес бирҙе. Университет үҙенең масштабы менән иҫте китәрә. Мине, буласаҡ геологты, иң ҡыҙыҡһындырғаны ундағы тау музейы булды. Ул үҙенә уникаль коллекциялар туплаған иң бай һәм ҙур, бөтә донъя кимәлендә тәбиғи-фәнни профилдәге тәүге өсәү рәтенә ингән музей. Ундағы экспонаттарҙы ҡарап, тәбиғәттең шул тиклем дә бай булыуына һоҡланырға ғына ҡала, сөнки таштарҙың ғына әллә күпме төрө тупланған бында. Беҙҙең Башҡортостанда ла таш, минерал һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар бик күп, уларҙы тәбиғәткә зыян килтермәй генә файҙаланыу мөһим. Һәм минең, геолог булараҡ бурысымдың береһе, ошо талаптың боҙолоуына юл ҡуймау.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.19 | Ҡаралған: 601

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru