«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР БАЛАЛАРЫН ХЕҘМӘТТӘН ҠУРСАЛАЙМЫ?
+  - 



Бөгөн атай-әсәйҙәр балаларын замандың яман шауҡымынан ғына түгел, ә хатта хеҙмәттән дә ҡурсалай, тигән фекер менән килешәһегеҙме?

Минитдин СӘЙҒӘФӘРОВ, Мәләүез районы, фермер: Һәр ата-әсәнең бурысы балаға бәхетле бала саҡ бүләк итеү. Өҫтәлдә аш-һыуҙың төрлөлөгөн, етәрлек кейем-һалым, физик һәм рухи үҫеше өсөн шарттар тәьмин итеү менән бер рәттән, уларҙың иңендә балаларын замандың насар күренештәренән һаҡлау бурысы ла ята. Хәҙерге замандың иң яман шауҡымдары - интернет һәм телевизор. Балалар ундағы юҡ-барҙы ҡарап, кәрәкмәгәнгә өйрәнеп ултырғандарынса хеҙмәткә күнегеп үҫһендәр, тип һанайым. Беҙҙең ғаиләлә 3 ҡыҙ һәм бер малай үҫә. 13 һәм 10 йәшлек ҡыҙҙарыбыҙ беҙҙең ҙур ярҙамсылар. Фермер исемен йөрөтһәк тә, эшселәр ялламайынса үҙ көсөбөҙ менән донъя көтәбеҙ. Ҡурала 10 һыйыр, 5 ат, башмаҡ-быҙауҙар, ҡолондар менән байтаҡ мал-тыуар бар. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем уларға тиҫтәләгән ҡош-ҡорт ҡушыла. Шулай уҡ баҡса эштәре лә бик күп ваҡытта ала. Шуға күрә ҡыҙҙарҙың эше күп. Уҡыуҙан ҡайтып ашап-эсеп алғас бер сәғәт ял һәм 3-4 сәғәт тышта үҙҙәренә тәғәйен эште башҡаралар. Унан дәрес әҙерләү һәм йоҡо. Әлбиттә, бер кем дә уларҙы армиялағы кеүек ҡаты дисциплина менән эшләтмәй, ни тиһәң дә улар әле бала ғына. Ләкин ҡушылғанды урын еренә еткереп, сифатлы итеп башҡарыу мотлаҡ.
Ярты көн тынсыу мәктәптә уҡып, унан һуң тағы ла өйҙә бикләнеп телефонға текәлеп ултырған балаларҙы ла, ошоно рөхсәт иткән ата-әсәләрҙе лә аңламайым. Саф һауа, нормалаштырылған физик эш баланың бөтә яҡлап үҫешенә ярҙам итә. Ауылдарҙа хәҙер бесәнгә йөрөгән йәштәр ҙә әҙәйеп бара, ҡыҙғанысҡа күрә. Бөтә эште техникаға йәки ялланған эшселәр елкәһенә һалып, төнө буйы тышта йөрөп, иртән йоҡлап ҡалған йәштәрҙе күп беләм. Минеңсә, хәҙерге заман балаларының үтә лә мөсһөҙ булыуы, төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешеп барыуҙары нәҡ ошо физик эш етмәүҙән. Ир балалар тыштағы, ә ҡыҙҙар өйҙәге бөтә эште лә урын еренә еткереп башҡара белергә тейеш. Ашарына ла бешерә белмәйенсә буй еткергән ҡыҙҙан, ишеге төшкән шкафты ла йүнәтеп ҡуя алмаған егеттән ни фәтүә. Бала хеҙмәт тәмен татып үҫһә, оло тормошта уға күпкә еңелерәк буласаҡ. Балаларын үтә лә әпәүләп, эштән ҡурсалап үҫтергән ата-әсәләр ошоно аңламай, күрәһең. Ә ундайҙар бөгөн етерлек. Шуға күрә мин һорауҙы әҙерәк үҙгәртеп, бөгөнгө заман ата-әсәләренең күбеһе балаларын замандың яман шауҡымынан да һаҡламай, хеҙмәткә лә өйрәтмәй, тип әйтер инем.

Фидаил УСМАНОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, вахта менән эшләүсе: Күптән түгел ҡалабыҙҙа балаларҙың юл буйындағы ҡойманы буяп йөрөүҙәре айҡанлы ҡупҡан шау-шыу бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы. Йәнәһе лә, балаларҙың һаулығына буяу еҫенән зыян килә. Һүҙ булмағанда һүҙ булһын тип, яу ҡуптарған кеүектәр. Әлләсе, заманында беҙ үҙебеҙ тотош класты буяп, аҡлап, унан һуң тыштағы баҡса рәшәткәләрен тәртипкә килтереп ҡуя инек. Бер ата-әсә лә быға ҡаршы сығыу тураһында уйлап та бирмәне. Шул уҡ мәктәп тирәләй ҡар таҙартыу, ағас ултыртыу, йәй буйы баҡса ҡарау, көҙөн уңыш йыйып алыу - барыһы ла уҡыусыларҙың "елкәһендә" булды. Ә кластағы дежур итеүҙәр һуң! Бигерәк тә күңелеңә яҡын ҡыҙ менән дежурға ҡуйһалар, бер класты түгел, тотош мәктәпте йыуып-йышып сығырлыҡ ҡанаттар ҡуныр ине. Бер кемгә лә бындай эш терапияһының зыяны теймәне. Өләсәйем әйтмешләй, "Эшләгәнең, балам, кеше өсөн булһа ла, өйрәнгәнең үҙең өсөн". Ә хәҙер уҡыусынан таҡтаны һөрттөргән өсөн уҡытыусыны прокуратураға саҡыртып бөтәләр. Ошондай ғариза яҙған саҡта атай-әсәй нимә уйлай икән? Балаһының алдынан алып, уға белем биргән уҡытыусыны ғәфү үтендереп, уның күңелендә ололарҙы ихтирам итмәҫкә, һанға һуҡмаҫҡа ла була, тигән фекерҙе тамырландырғанын аңламайҙармы, әллә ҡыландыралармы? Бындай тәрбиәнең аҙағы билдәле - иртәме-һуңмы үҙҙәренән аша ҡарап торған балаларын һүҙ менән дә, ҡул көсө менән дә тыңлата алмаясаҡтар. Шуға күрә ата-әсәләргә балаларын хеҙмәттән ҡурсаларға түгел, күберәк эш менән "күмергә" кәрәк.

Лилиә ХӘЛИСОВА, Әбйәлил районы, 5 бала әсәһе: Үҙемде иҫләгәнем бирле ниндәйҙер эш менән булыштым. Хеҙмәт төшөнсәһе шул тиклем ҡанға һеңгән, балаларға ла ошоно аңлатырға тырышам. Ауылда йәшәгәндәр мал көтә, ә уның эше бөтмәҫ-төкәнмәҫ. Шуға күрә ауыл балалары эштең уртаһында ҡайнап үҫә. Шәхсән үҙем балаларын хеҙмәттән ҡурсалап ултырғандарҙы күргәнем юҡ. Бына ҡалала үҫкән балалар эшһеҙлектән йонсой. Иҙәнде робот-саңһурҙырғыс йыуа, һауыт-һабаны машина ялтыратып ҡуя, керҙе лә техника өйрөлтөп ала. Энергияларын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, улар виртуаль донъяла баҡса "үҫтерә", мал "ҡарай", йорт "һала", ғөмүмән, кнопкаға баҫып ҡына эш бөтөрә башлай. Йомғаҡлап әйткәндә, ауылда йәшәүсе балалар нисек һәм ниндәй кимәлдә булһа ла хеҙмәткә ылыҡтырыла. Ә ҡаланыҡылар, ысынлап та, хеҙмәттән ныҡ ҡурсаулылар. Ләкин уларҙың бында ғәйебе лә юҡ, сөнки ата-әсәләр, ғөмүмән, ҡала тормошо уларҙың тормошон "еңеләйтә".

Раушания ИШҠОЛОВА, Межгорье ҡалаһы, шәфҡәт туташы: Мин баламды маҡсатлы рәүештә хеҙмәттән ҡурсалайым. Үҙем ат һымаҡ егелеп йөрөп эш эшләнем бала саҡтан. Нимә тип сибек кенә ҡыҙ баланы ул ҡәҙәрем эшләткәндәрҙер, хәҙер уйлайым да иҫем китә. Ауыр-ауыр тоҡтарҙы күтәреү булһынмы, һарыҡты ҡырҡыр өсөн уларҙы бер үҙем йығып һалыумы, кәбән ҡойғанда бер күбәне тиерлек күтәреп биреүме һәм башҡа ошондай ауыр эштәр һаулығымды ҡаҡшатып, әлеге тормошомдо ауырлаштыра. Эске органдар төшөп бөткән, ҡан баҫымы күтәрелеп аптырата, геморрой һәм башҡа бала саҡ "бүләктәре" һанап бөткөһөҙ. Шуға күрә ҡалаға күстем һәм ҡыҙым ауылға барғанда ла ауыр әйбер күтәрмәһен, һыуыҡ йылғала кер саймаһын, мунсаға утын ташығында 2-3-тән артыҡ алмаһын, тип ҡарап ҡына торам. Миңә һауһаҡ, ырғыта баҫып йөрөгән бала кәрәк. Әйткәндәй, ирҙәргә лә тик һау ҡатын-ҡыҙ кәрәк. Улар үҙҙәре 36,7 градус температурала үлер хәлгә етеп мыжыһа ла, эргәләрендә ауыртыныуынан йөҙө сытырайған, һәр ваҡыт кеҫәһендә дарыу йөрөткән ҡатынды өнәмәйҙәр. Шуға күрә мин ҡыҙымды ауыр хеҙмәттән һаҡлайым, ләкин ҡатын-ҡыҙҙың өй эсендә белергә тейешле эштәрен өйрәтәм.

Гөлназ МАНАПОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.19 | Ҡаралған: 471

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru