«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙРАМ АРТЫНАН БАЙРАМ, УЛАРҘАН БУЛДЫҠ ХАЙРАН
+  - 



Был фани донъяла әҙәм балалары өсөн ниндәй ҙә булһа эш башҡарыуҙан да файҙалы нәмә юҡтыр ул. Боронғо Тәүрат тәғлимәтенә ярашлы, Бөйөк Илаһ гонаһлы Әҙәмгә оло ғәйебен эш менән аҡлау бурысын йөкмәткән, "Ейер ризығыңды тир түгеп табасаҡһың", тиелгән уға. Аллаһы Тәғәлә үҙе лә әҙәм затын тап эшкә ҡулайлаштырып яралтҡандыр, моғайын. Юғиһә, эш башҡарыр өсөн кешеләрҙең оҫта ҡулдары ла, аҡылға бай баштары ла булмаҫ ине. Хайуани заттарҙың бындай мөмкинлектәре юҡ, шулай ҙа улар үҙҙәренә һалынған тәбиғи программаға ярашлы, үҙ "эш"тәрен еренә еткереп башҡарыу ҡеүәһенә эйә.

Ваҡытында марксизм классиктары ла кешене хеҙмәт эшмәкәрлеге генә кеше итә алыуы тураһында бик хаҡ һығымта яһаған. Тап шуның өсөн кешелек тарихын уның эшмәкәрлек тарихы, тип тә атап булыр ине.
Әммә кеше тормошо барыбер эштән генә ғибәрәт түгел. Эшләп йонсоған кеше ваҡытында ял итмәһә, уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәле булмаясаҡ. Ял итә белеү - мәҙәнилектең туранан-тура сағылышы ул. Ә ял итеүҙең кеше өсөн иң ылыҡтырғыс һәм үҙенсәлеклеһе - байрам итеү. Ғөмүмән, боронғо һәм хәҙерге байрамдар - халыҡтар мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө.
Уйлап ҡараһаң, байрамдарҙың ниндәйе генә булмаған кешелек тарихында. Ошо тарихи йола байрамдарын өйрәнеп кенә лә теге йәки был халыҡ тураһында бик күп нәмә белергә була. Мәҫәлән, башҡорттарҙа никах туйы йолаһын атҡарыу үҙе бер фәһемле халыҡ драмаһы күренешенә тиң булып, ифрат бай поэтик һәм эстетик мираҫ сифатында хәҙерге быуындарға килеп еткән. Никах туйы ғаилә ҡороу тантанаһы сиктәренән сығып, тотош ырыу, хатта ырыу-ара байрамға әүерелер булған. Әлбиттә, туйҙа ҡунаҡ һыйлау хужаларҙың иң ҙур бурысы булып, күңел асыу өсөн төрлө саралар ҡулланылған. Уйын-көлкө, йыр-бейеү, төрлө көрәш-ярыштар менән биҙәлеп уҙғарылған туй баһалы булған. Буҙа, ҡымыҙ, әсе бал эсеү булған хәлдә лә, бер кем дә иҫергәнсе эсеп, әҙәм көлкөһөнә ҡалырға теләмәгән. Урыҫ туйында ҡунаҡтарҙы өҫтәл аҫтына тәгәрәгәнсе эсереп һыйлау нисек барлыҡҡа килгәндер, әйтеүе ҡыйын, әммә бындай байрамдар йыш ҡына ныҡ ҡыҙған ҡоҙаларҙың "йоҙроҡ һуғышы" менән ҡуша барған. Хәҙер ҙә ҡайһы бер урыҫтарҙан "Туй нисек үтте?" тип һораһаң, "Ҡыҙығы булманы, бер кем дә һуғышманы", тип шаяртыуы мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең туй байрамдары ла күптән шул "урыҫ туйы"на әйләнеп бөттө инде.
Байрам, тигәс, байрамдың да төрлөһө була бит. Совет осорондағы идеологик "мейе томалау" сәйәсәте арҡаһында дини байрамдар бар тип тә беленмәһә лә, байтаҡ ҡына кеше ошо байрам йолаларын ярым-йәшертен тигәндәй үтәргә тырышты. Мәҫәлән, беҙ бала саҡтан уҡ ҡорбан салыу һәм ҡорбан ашына саҡырыу кеүек дини йолалар барлығын белеп-күреп үҫтек. Бер заман хатта һабантуй һымаҡ халыҡ байрамын да ауыл хужалығы эшсәндәре көнө менән алыштырып маташтылар. Тап бына ошо халыҡ "гуляние"лары (был "байрам" урыҫса ошолай атала ине) кешеләрҙең күмәкләп алкоголле эсемлектәр эсеп, иҫерешеп байрам итеүенә сәбәп булды ла шикелле, сөнки әүәлге һабантуйҙарҙа бар әҙәм алдында эсеп, әҙәм мәсхәрәһе булып йөрөүселәр бөтөнләйгә булмаған бит.
Тора-бара совет осоро байрамдарын эскеһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай башланы. Минең студент йәшлегемә тура килгән 70-се йылдарҙа (Брежнев заманы) 7 ноябрь һәм 1 Май байрамдары демонстрацияларында ҡатнашҡан халыҡ хатта китеп барышлай, аяғөҫтө булһа ла эсеп алыуға әүәҫ булды. Коммунистик хеҙмәт ҡаҙанышы тип нарыҡланған субботниктарҙан да халыҡ ҡыҙмаса ҡайтыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урыҫ мөхитенән башҡорт араһына ла килеп ингән үтә яман күренеш - байрамда иҫергәнсе эсеп, кәйеф-сафа ҡороу киң таралыш алды. Ошондай байрамдарҙың халыҡ әхлағын аяуһыҙ ҡаҡшатыуын, ғәҙәткә әйләнеп киткән байрам эскелегенең ғаилә һәм йәмғиәт именлегенә килтергән зыянын бер ниндәй ҙә идеологик йәки башҡа берәй маҡсаттар менән аҡлап булырлыҡ түгел. Күрәһең, был әлеге йәмғиәтебеҙ тарыған ауыр һәм оҙайлы дауам иткән бер сир булып, халыҡ күңелендә уға ҡаршы торорлоҡ "иммунитет" барлыҡҡа килгәнсе ауырытасаҡ. Әйткәндәй, ошо яман сирҙән азат булған йәш быуын башҡорттары күбәйә барғандай тойола, һәм, Алла бойорһа, улар башҡаларҙы ла айыҡ һәм сәләмәт тормош юлына сығара алыр, тигән ышаныс бар.
Байрам тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, тағы ла бер һорауҙы урап үтеп булмаҫ. Байрамдың бик һирәк булып, көтөп алынғаны ғына ҡәҙерлелер. Ауыр замандарҙа ла: "Бер саҡ беҙҙең урамға ла байрам килер", - тип, түҙемле һәм сабыр йәшәгән халыҡ. Бөгөн килеп, урамдарыбыҙ байрам артынан килгән байрамдан айнымай башланы. Әүәл бер-ике көнлөк кенә булған Яңы йылыбыҙ 10 көнгә оҙайтылды: был Европаса булһа ла, беҙҙең халыҡ ошо көндәрҙә ни эшләргә белмәй, йөҙәп бөтә. Ярай әле был юлы шул каникулдарҙың бер көнөн май байрамына ҡуштылар - биш көн ял итәбеҙ 1 Майҙа. 23 февралде 9 май байрамына ҡушып, дүрт көн ял иттерәсәктәр.
Нисек кенә булмаһын, байрамдарыбыҙ күплегенән уңдыҡ. Ҡорбан байрамы ғына түгел, пасхаһы ла, башҡаһы ла бар беҙҙә. Теләһәң, көн дә байрам, көн дә туй: һәр һөнәр кешеһенең үҙ көнө, үҙ байрамы бар. Һөнәрҙәр һаны бер йыл эсендәге көн иҫәбенән дә күберәк булғас, бер көндә бер юлы бер нисә байрам ойоштороп та буласаҡ. Һис шикһеҙ, байрам тип, хайран да, вайран да булырлыҡ беҙҙә. Тик шуны оноторға ярамайҙыр: байрам - ваҡыт бит ул, ҡәҙерен һәм самаһын белмәһәң, ғүмереңдең бушҡа, елгә осҡан өлөшөнә әйләнә лә ҡуя. Буш һәм ҡотһоҙ байрамдар кешегә генә түгел, илгә лә ҙур зыян килтерә. Мәҫәлән, боронғо донъя тарихын өйрәнеүсе белгестәр ҡеүәтле Рим империяһының емерелеү сәбәптәре араһында идара итеүсе ҡатламдың туҡтауһыҙ барған байрамдарҙан айный алмауын да атай. Илдә ни тиклем күп ваҡыт бушҡа сарыф ителә, шул тиклем эш башҡарылмай, матди һәм рухи һөҙөмтәләр булмай, үҫеш туҡтала. Әле бөтә донъяны биләп алған иҡтисади көрсөктөң башында ла эшмәкәрлек менән түгел, ә биржаларҙа төрлө финанс уйын-махинацияларын ҡулланып, буштан-бушҡа байығырға ынтылыу яталыр ул...
Эш һәм байрам тураһында уйланғанда, мин ауыл кешеһен өлгө итеп ҡуйыр инем. Ул - тәбиғәт ҡосағында йәшәй ҙә, эшләй ҙә, байрам да итә. Ә тәбиғәт үҙ ҡанундарына ғына буйһона: уға байрам ни ҙә, ябай эш көнө ни. Шуның өсөн ауылда ғүмер иткән кешегә байрам да эш менән ҡуша килә, шунһыҙ ул үҙенең бер өҙлөкһөҙ дауам иткән тынғыһыҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күрмәҫ ине. Ауыл эшсәненә мал ҡарап, баҡса бағып, иген игеп тапҡан хәләл ризығын татыуҙан да олораҡ байрам да юҡтыр ул. Шулай булғас, һәммәбеҙгә егәрле һәм эшлекле милләттәштәребеҙ кеүек, тырыш һәм ижади хеҙмәттең, тир түгеп башҡарған көндәлек эштең татлы емештәренән ҡыуаныс табып, эшмәкәрлек һәм байрам гармонияһына өлгәшергә яҙһын ине, тим.

Вәли ИҘРИСОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.19 | Ҡаралған: 530

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru