«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ МАТУР ӘКИӘТ ЛЕНИН БАБАЙ ИНЕ
+  - 

Мин 1982 йылда тыуғанмын. Бәләкәй саҡтан атай-әсәйемде, туғандарымды, әммә уларҙан да бигерәк Ленин бабайҙы яраттым. Мәктәпкә төшөргә өлгөрмәгән балала "ҡыҙыл хәрәкәттең" юлбашсыһына оло мөхәббәт ҡайҙан килгән, әлегә тиклем аңлай алмайым. Күрәһең, атайым, олатай - өләсәйемдән, ололар һүҙенән, телевизорҙан алғанмын был мәғлүмәтте. Кис ятыр алдынан, әкиәт урынына Ленин тураһында һөйлә, тип ҡаңғырта инем өйҙәгеләрҙе. Владимир Ильичтың фотоларын бик ҡәҙерләп һаҡлай инем, бигерәк тә кескәй сағындағы бөҙрә сәсле, йылмайып торған рәсемен яраттым. Һин әлдә генә тыуғанһың, булмаһаң, мин дә ҡот осҡос хәйерсе булып йәшәр инем, тип, уға рәхмәттәр уҡый, эс серҙәремде һөйләй инем. Ахыры, балалыҡ аңымда Ленин Алла дәрәжәһенә күтәрелгән булған.

Әле һаман күрше ҡыҙы "Һин кулак", тип үсекләгәс, әсенеп, "Юҡ, мин-крәҫтиән", тип һамаҡлай-һамаҡлай илағаным, атай-әсәйгә ҡайтып ошаҡлашҡаным хәтерҙә. "Кулак"тың бар мәғәнәһен аңлап бөтмәһәм дә, ул минең өсөн иң насар һүҙ ине. Иң матур әкиәт - ул атайымдың коммунизм тураһында һөйләүе булды. Ул ваҡытта бөтә нәмә бушлай, аҡса кәрәкмәйәсәк, бөтә кеше бәхетле, эшләмәйенсә йәшәйәсәк, тигәнгә ышана инем. Мин коммунизм менән бәйле хыялдарым иҫ киткес күп һәм ҙур ине. Ул көндәр бик яҡын тойола: иртәгә, йә иртәнән һуң, мин йоҡонан тороуға, коммунизм етер кеүек. Хыялдар хыял булып ҡалды, әммә аҡсаға булған кире мөнәсәбәт артымдан ҡалмай, эйәреп йөрөй. Тере аҡсаларҙы ҡабул итеүе ауыр, әлдә кредит карталар бар. Күрәһең, улар миңә хыялымдың бер ваҡытта ла тормошҡа ашмаясағын иҫкәрткән кеүектер.
Мәктәпкә төшөп, уҡый башлағас, иң тәүҙә балалар өсөн яҙылған Ленин тураһындағы китаптарҙы уҡып сыҡтым. Ә октябряттар сафына алынған көндә күңелемдә ҡайнаған хистәрҙе бөгөнгөләй хәтерләйем. Түшемдә балҡыған ҡыҙыл йондоҙҙо, бөтәһе лә күрһен, тип, һалҡын һауа торошона ҡарамай, куртка төймәләрен элмәй, шапкамды ҡулыма тотоп, яланбаш йүгереп ҡайттым.
Һуңынан пионерға инеүҙе түҙемһеҙлек менән көтә башланым. Әсәйемдән илап тигәндәй аҡ күлдәк, гармунлы зәңгәр юбка, ҡыҙыл пилотка әллә ҡасан алдырып ҡуйҙым. Тик пионерға алынмайынса, уларҙы кейеп йөрөп булмай шул. Ни эшләптер вәғәҙә ителгән көндө, түҙемһеҙлек менән көткән тантананы кисектерҙеләр. Пионерия бөтөрөлә икән, тигән хәбәр ҡолаҡҡа сала-сарпы ишетелеп, йөрәккә шом һалды. Лениндың тыуған көнө, 22 апрелдә, пионерҙар сафына ҡабул итербеҙ, тип тынысландырҙы уҡытыусыбыҙ. Минең ғүмеремдә мөһим урын алырҙай иҫтәлекле ваҡиға беҙҙең синыфты урап үтте. Нисә тапҡыр үтекләп өлгөргән ҡан ҡыҙыл галстук етемһерәп кейем шкафында ятты.
Шул йыл ағайым кәләш алды. Ҡыҙ янына барырға әҙерләнгән туйсылар янында мин дә буталып йөрөйөм. Бәй, ағайымдар йәлпелдәтеп бер йәшник араҡыны машинаға алып китеп баралар. Ә аҡ араҡы шешәһе баштарында минең пионер галстугымдан киҫкеләнгән ҡыҙыл таҫмалар, елгә тартҡылашып, бәлки, шундай мөнәсәбәткә ғәрләнеп, ярһып елпелдәй. Уларға оҙаҡ ҡарап торҙом, шул арала күңелемдә бөтә нәмә әйләнеп, баш түбән торҙо. Ҡапыл бер-нисә минут эсендә барыһын да аңланым шикелле - мин ҙурайҙым. Галстугымдың ҡыҙыл телдәре аҙаҡҡы тапҡыр, хушлашҡандай, моңһоу елпенделәр ҙә тынып ҡалдылар. Мин мал аҙбарына кереп, күңелем бушағансы, күҙҙәрем шешкәнсе, үкһеп иланым.
Шул ваҡиғанан һуң күңел төбөндә нимәлер өҙөлдө. Һәр бер нәмәгә һаҡ ҡарай башланым, ниңәлер оло кешләргә булған ышаныс тойғоһон юғалттым. Кемдер мине һатҡан кеүек, үҙемде алданған итеп тойҙом.
Йылдар барыһын да үҙ урынына ҡуйҙы. Тормош асылына яйлап-яйлап төшөнә лә башланым. Ләкин аҡланмаған хыял, киләсәк өсөн булған үпкә ҡайһы саҡ ҡуҙғалып ҡуя. Бигерәк тә үҫмерлек осоронда, үҙем таяныр рухи ҡиммәттәрҙе, үҙ-үҙемде эҙләгәндә, тормошта юл һайлағанда ауырға тура килде. Киләсәк шул тиклем томанлы, ә атай-әсәйҙәр үткән юл ялған булып сыҡты. Матбуғатта, телевизорҙа кем нимә теләй, шуны яҙҙы, һөйләне. Буталсыҡ юлдарҙан күңел һорағанын, дөрөҫөн һайлауы, ифрат ҡыйын шул. Төн уртаһында һуҡыр шәм менән яҡтылыҡ эҙләгәндәй, абына -һөрөнә, һәрмәнеп, кескәй генә баҙлауыҡҡа ынтылаһың да ынтылаһың.
Шул ваҡытта ниндәйҙер көс менән ҡан-тамырҙарымда, асылымда һаҡланған атай-олатайҙарымдың рухы телгә килеп, милли аңымды, башҡортлоғомдо терелтте. Халҡымдың хәтер һандығында һаҡланған ҡиммәттәрҙе, йәшәйеш ҡанундарын эпостар, риүәйәттәр, легендалар, йыр-моңдар, төрлө арҙаҡлы шәхестәр яҙмышын бәйән итеүсе китаптар аша берәмтекләп үҙ йөрәгемә һеңдерә башланым. Бөгөн, Аллаға шөкөр, эҙләнеүҙәремдең һөҙөмтәһе - үҙем һайлаған, башҡа берәүҙекенән күсереп алынмаған, оҡшамаған, тик минеке генә булған үҙ юлым бар. Үҙ тормошомдоң хужаһы мин!

Ләйсән ИСҠУЖИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.19 | Ҡаралған: 627

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru