«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯ ҒАЛИМДАРЫ ЛА ӨФӨ-II ҠАЛАСЫҒЫНЫҢ ЙӘШЕН ТАНЫЙ
+  - 



Ҡараҡая ҡалаһы хәҙерге Өфөгә тап килә

Иҙрисиҙең картаһы буйынса, Өфөгә бигерәк тә Ҡараҡая ҡалаһы тап килә. Ул Атил, йәғни Ағиҙел йылғаһына ҡойған, уның уң яҡ ҡушылдығы Ҡариҙелде хәтерләткән урында билдәләнгән. Дөрөҫ, Өфө тип күҙалланған Ҡараҡая ҡалаһы хаталыҡ менән Ағиҙелдең уң яҡ түгел, һул яҡ ярында урынлаштырылған. Бында, әлбиттә, бер ваҡытта ла Башҡортостанда булмаған авторҙы ғәфү итергә мөмкин. Иҙриси: "Ҡараҡая - ағас өйҙәрҙән һәм кейеҙ тирмәләрҙән торған матур ҡала, - тип яҙа. - Булғарҙар уларҙа даими баҫымсылыҡ яһап тора. Уларҙың араһы - 16 аралыҡ һәм улар араһында даими туҡтауһыҙ һуғыш бара..." Әгәр бер көнлөк аралыҡты 40 километр тип алғанда, Ҡараҡая ҡалаһы һәм булғарҙар араһы 640 километр тәшкил итә. Был Өфө менән Татарстандағы хәҙерге Булғар ҡалаһы араһына яҡын. Шулай итеп, Өфө-II археологик ҡомартҡыһы Иҙриси үҙенең яҙмаларында яҙған Ҡараҡая ҡалаһына ниндәйҙер кимәлдә тап килә, тип раҫларға мөмкин. XIII быуатта Башҡортостан Алтын Урҙа составына инә. Мәғлүм булыуынса, монгол хандары, ҡағиҙә булараҡ, яулап алынған илдәрҙең эске эштәренә ҡыҫылмай, уларҙан бары тик яһаҡ түләүҙе һәм кәрәк булғанда һуғыш алып барыу өсөн ҡораллы ополчение ғына талап итә.

Башҡорт ҡалаһы: ыңғай һәм кире фекерҙәр

Көнсығыш Европаны берҙәм дәүләткә берләштергән Алтын Урҙа дәүерендә уның территорияһы буйлап сәйәхәт итеү быға тиклем булған быуаттарға ҡарағанда киң тарала. Батый батшалығына бөтөн донъянан сауҙагәрҙәр килә, ә генуэз негоцианттары Урҙала йәнлек тиреһе һәм бик күп сауҙа фактураһы табыуға концессияға эйә була. Күрәһең, тап уларҙың мәғлүмәттәре буйынса 1367 йылда бер туған Пициганиҙарҙың картаһы барлыҡҡа килә. Унда Кама йылғаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан "таҙа яланда" Пашкерти ҡалаһының пунсоны (шартлы билдәһе) күрһәтелә. Ваҡыт үтеү менән уның урынлашыу урыны аныҡлана. 1375 йылға Каталон атласында атап үтелгән ҡала Ағиҙел тип күҙалланған йылғаның һул яҡ ярында күрһәтелә. Пашкерти тағы ла анығыраҡ итеп билдәле фламанд картографы Герард Меркаторҙың картаһында күрһәтелә. Ул тап хәҙерге Өфө - Ағиҙел менән Ҡариҙел ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Меркаторҙың атласы 1595 йылда автор вафат булғас донъя күрә. Әммә уға ингән карталар XVI быуаттың 30-70-се йылдарында, йәғни 1586 йылда рус ҡәлғәһе Өфө барлыҡҡа килгәнгә тиклем төҙөлә. Шулай итеп, Меркатор бер нисек тә Пашкертиҙы рус Өфөһө менән бутай алмай. XIV быуаттың ғәрәп ҡамуссыһы Ибн Халдун Алтын Урҙаны һүрәтләп, былай ти: "Үрҙә Сыңғыҙхан ошо дәүләткә нигеҙ һалыусы, уның Души-хан (Джучи) исемле улы бар һәм ул батша, тип белдерелгәйне. Был батшалыҡ төньяҡта Хорезмдан Яркенда, Соғда, Һарайға, Маджар, Арран, Сарҙаҡ (Судак), Булғар, Башкурд һәм Джулманға тиклем. Был батшалыҡтың сигендә Ширван ҡалалары араһында Баҡы һәм уның эргәһендә Демир Капу (Дербент) тип аталған тимер ҡапҡалар бар". Нияз Мәжитов фекеренсә, атап үтелгән пассажда Башҡорт ҡалаһы, йәғни көнбайыш Европа карталарындағы Пашкерти ҡалаһы телгә алына. Урта быуаттарҙа ҡаланың этник өҫтөнлөклө халыҡ атамаһы буйынса йөрөтөлөүе ғәжәп түгел. Волга Булғарының баш ҡалаһы ул ваҡытта Булғар тип аталыуын иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ул ваҡыттағы биләр ырыуының Биләр тип аталған ҡалаһы була. Хәҙерге сыуаштарҙың ата-олаталары булған сувар ырыуының Сувар тигән ҡалаһы була. Мордва-мокшаларҙың Мокша ҡалаһы була. Н. Мәжитовтың оппоненттары сығанаҡтарҙа биләмә түгел, ә Башҡортостан тигән географик атама тураһында һүҙ бара, тип, Башҡорт ҡалаһының булыуын инҡар итә. Уларҙың кеме хаҡлы икәнен ваҡыт күрһәтер. Әммә Урта быуат Башҡортостанда ҡалаларҙың, шул уҡ Намджан ҡалаһы булыуы факты - шикһеҙ. Шулай уҡ Өфө-II ҡаласығы урынында борон ҡала булыуы ла шик тыуҙырмай. Ул нисек аталғандыр - Ҡараҡаямы, Башҡортмо, Түрә-таумы йәки Өфөмө - артабанғы тикшеренеүҙәр предметы булып тора. Уның сәскә атыу осоро VII-XII быуаттарға тура килә. Монгол баҫмасылығы һөҙөмтәһендә ҡала яйлап бөтә бара. Һуңғы һөжүмде уға 1389 йылда Башҡортостан буйлап ут һәм ҡылыс менән үткән Тамерлан яһай.
Һығымтала Өфө-II ҡаласығының фәнни әһәмиәте буйынса эксперт советының 2007 йылда ҡабул иткән резолюцияһынан өҙөмтәләр килтерәйек:
1) Өфө-II ҡаласығы уникаль археологик һәйкәл булып тора, уның әһәмиәтен соҡор артындағы ҡәберлек тағы ла көсәйтеп ебәрә. Ҡаласыҡтың мәҙәни ҡатламы 4 метрға етә, был факт һәйкәлде Көнсығыш Европалағы шуға оҡшаш һәйкәлдәр араһында айырып тора.
2) Ҡаҙыныу һөҙөмтәһендә асылған археологик объекттар монументаль архитектура ҡоролмалары категорияһына ҡарай. Ҡаланың һаҡ өсөн тәғәйенләнгән диуары һәйкәл эшләгән осорҙоң иртә этабында төҙөлгән, алдан күҙалланған проект буйынса күтәрелгән һәм үҙаллы үҙенсәлекле хәрби-фортификацион мәктәп булыуын раҫлай.
Шулай итеп, Эксперт советы ағзалары билдәләр комплексы буйынса беҙҙең эраның IV-XV-XVI быуаттарына ҡараған Өфө-II ҡаласығының юғары фәнни һәм мәҙәни әһәмиәтендә шикләнмәй. Өфө-II ҡаласығы ҙур, быуаттар буйы йәшәгән, административ, сауҙа, һөнәрселек үҙәге, Урал-Волга буйы төбәге тарихының үҙәк пункттарының береһе булып торған.
Эксперт советы ағзалары: Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, профессор, ТР Фәндәр академияһының баш ғилми хеҙмәткәре Ф.Ш. Хузин (Ҡаҙан); Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының Евразия яландарының Урта быуат археологияһы төркөмө мөдире, профессор, тарих фәндәре докторы И. Л. Кызласов (Мәскәү); Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Сүрия археология экспедицияһының начальник урынбаҫары, тарих фәндәре докторы Ш. Н. Әмиров (Мәскәү); Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының һаҡланыусы ҡаҙылмалар бүлегенең Мәскәү эргәһе экспедицияһы начальнигы урынбаҫары, археометаллургия буйынса халыҡ-ара төркөм ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты И. А. Сапрыкина (Мәскәү).
Эксперт советының резолюцияһына Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты директоры, академик Н. А. Макаров ҡултамғаһын һала. Йәғни илдең әйҙәүсе археологтары Өфө-II ҡаласығын донъя әһәмиәтендәге һәйкәл тип таный, ә Башҡортостандың ҡайһы бер тарихсылары - юҡ. Уларҙың ҡайһыһы шарлатан - үҙегеҙ һығымта яһағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.

(Башы 16-сы һанда. Аҙағы).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.19 | Ҡаралған: 686

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru