«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨТӨН РУХИ ҠИММӘТТӘР ҘӘ ҺИНЕҢ ЙӘНЕҢДӘ ҺАҠЛАНА БИТ
+  - 



Бөгөн ҡалала ла башҡорт рухы көслө ул. Тик был һәр саҡ шулай булмаған. Беҙҙең милләттең ҡайһылыр быуынына көсөргәнешле замандарҙа ла милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлап, үҙ асылында ҡалып йәшәү йылдарын кисерергә тура килгән. Быны хатта ниндәйҙер йәһәттә ҡаһарманлыҡҡа ла тиңләргә була. Шундай быуын вәкиле - табип-офтальмолог Урал Сәфәрғәле улы ЙӘНТҮРИН менән һөйләшәбеҙ.

Өфөлә тыуған бала булараҡ, был урыҫлашҡан йәмғиәт кешеһе түгел икәнегеҙҙе ниндәй йәштәрҙә аңғара башланығыҙ?

- Атай-әсәйебеҙ башҡорт ауылдарынан сыҡҡан интеллигенция вәкилдәре. Баш ҡалаға уҡырға килеп, ошонда төпләнеп ҡалған тәүге быуын башҡорттары. Ғаиләлә мин һәм бер һеңлем Өфөлә тыуғанбыҙ, бәләкәс һеңлебеҙ инде Сибай ҡалаһы ҡыҙы булды.
Телем башҡортса асылғандыр. Башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки балалар баҡсаһына барғанда мин урыҫса аңламай инем. Баҡсала башҡортса һөйләшкән дуҫым булды, шуның менән уйнаныҡ. Тик һаман урыҫ теленә ылыҡманым әле. Хатта мәктәпкә лә бары тик башҡорт телле генә булып барғайным. Уҡытыусым Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы әйтеүенсә (хәҙер мәрхүмә инде), ул Өфө урамында бәләкәй генә баланың әсәһе менән саф башҡортса һөйләшеп килеүен тыңлап барған. Унан был икәү 20-се ҡала башҡорт мәктәбенә боролоп ингән һәм тап уның синыфына уҡырға килгән. Шул әсәй менән бала әсәйем менән мин булып сыҡҡанмын.
Балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә минең кеүек үк башҡортса ғына аралашҡан дуҫым булғайны. Әхәт Вилдановтың улы Азамат ине ул.
Шунлыҡтан, мин ниндәйҙер икенсе телгә мохтаж да булманым, ахыры. Шулай ҙа тора-бара рус телен дә ҡуллана башлағанмындыр, күрәһең, урамда, мәктәптә был тел яйлап ылыҡтыра бит бит инде үҙенә.
20-се ҡала башҡорт мәктәбендә уҡығанда бөтә класташтарым да башҡорт йәмғиәтендәге билдәле кешеләрҙең балалары ине. Динис Бүләков, Риф Мифтахов, Әнүр Вәхитов кеүек ағайҙарҙың ул һәм ҡыҙҙары менән бергә уҡырға тура килде. Шул минең менән уҡыған быуындың ҡусты-һеңлеләре минең һеңлеләр менән дә һабаҡташ булды. Шунлыҡтан, мин һеҙ әйткән ул "урыҫлашҡан йәмғиәтте" белмәнем дә ул. Атай-әсәйҙәр, мәктәп, атай-әсәйҙәрҙең аралашҡан кешеләре беҙгә милли рухта үҫешерлек айырым бер йәмғиәт яһаны ла инде.

Ул йәмғиәткә кемдәр инә ине? Нисегерәк үтә ине уларҙың аралашыу, күрешеүҙәре?

- Атайым ғалим булһа ла, беҙҙә күберәк сәнғәт кешеләре булды. Ял көндәренә улар ҙа бала-сағалары менән беҙгә килә йәки беҙ кемдәргәлер барабыҙ. Ҡурайҙа уйнап, йырлашып, бейешеп, ниндәйҙер сығыштарға әҙерләнеп йыйылғандарын хәтерләйем. Ҡунаҡтар килһә, беҙҙән, балаларҙан концерт ҡуйҙыралар ине. "Шул ағайҙар, шул апайҙар, шуларҙың ғаиләһе килә" тип, номерҙар өйрәнеп, шиғырҙар ятлап йөрөгәнебеҙҙе хәтерләйем. Күршебеҙ Нина апай, ҡурай уйнап бейешә башлаһаҡ, аҫҡы ҡаттан батареяны туҡылдата торғайны.

Һеҙ баш ҡалала башҡорт фольклоры менән сәхнәгә сыҡҡан беренсе ғаилә булғанһығыҙ. Ошолар хаҡында һөйләп китегеҙ әле?

- Атайым "Аҡ тирмә" клубы ағзаһы булғанда әсәйем, һеңлеләрем менән ғаилә ансамбле төҙөп алғайныҡ. Хәтеремдә, "Э-эй, рәхәт донъя!" тип бейеп китә торғайныҡ. Атай ҡурайҙа уйнай, беҙ бейейбеҙ, йырлайбыҙ, йолалар күрһәтәбеҙ. Унан "Мираҫ" тип аталған төркөм булдырып, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов ағай, Розалия Солтангәрәева апайҙар ҡушылып, бер ҙур концерт бирерлек коллективҡа әүерелдек. Төрлө яҡтарға сығыштарға, фестивалдәргә лә саҡыралар ине. Ҡаҙағстанда, Алматыла үткән "Азия тауышы" фестивалендә ҡатнашыуыбыҙ матур иҫтәлек булып хәтерҙә ҡалған. Ололар ҙа, балалар ҙа сәхнә тултырып йөрөнөк, беҙҙе ҡат-ҡат баш эйергә саҡырҙылар. Ниндәйҙер дипломдар ҙа алдыҡ, еңеүсе лә булдыҡ. Унан Тольяттила ла бер фестивалдә шундай уҡ уңышҡа өлгәшкәйнек. Ҡыҫҡаһы, ул йылдарҙа беҙҙең ғаилә лә, ансамблебеҙ ҙә республика һәм уның сиктәрендә ярайһы уҡ билдәлелек алған "артистар" булып киткәйне.
Үҙем бейеү менән шөғөлләндем. Әхәт Фәсхетдиновҡа ете йыллап бейеүгә йөрөнөм. Әхәт Әхмәт улы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамбенең бейеүсеһе ине. Унан ул хореография училищеһының директоры булып китте. Беҙҙең балалар бейеү ансамбле "Әкиәт" тип атала торғайны. Баш ҡалала был берҙән-бер башҡорт балалар бейеү төркөмө булғандыр, бөтөн дәүләт сараларында ла беҙҙе сығыш яһаталар ине. Бына шундай хәтирәләр һаҡлана күңелдә.

Бала сағығыҙҙағы шөғөлдәрегеҙгә ҡарағанда һәм үҫкән мөхитегеҙҙән дә сығып, һеҙҙе сәнғәт кешеһе булырға тейештер, тип уйларға мөмкин. Ә һеҙ - табип.

- Биология өлкәһендәге ғалим атайым йыш ҡына урман-ҡырҙарға алып сыҡҡанда үҙ шөғөлө менән ҡыҙыҡһындырырға тырышты. "Был үлән шулай атала, был үлән былай файҙаланыла", тип һөйләп, аңлатып йөрөй торғайны. Әммә мин туғыҙынсыла уҡығанда дауаханаға эләктем һәм данлыҡлы табип Наил Ғабдуллин менән таныштым. Ошо табиптың йоғонтоһо шул хәтлем көслө булды, мин башкөллө был һөнәргә ғашиҡ булдым һәм табип булырға ҡарар итеп, Башҡорт дәүләт медицина институтына (хәҙер ул университет) уҡырға индем. Институтты тамамлағас, Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтына эшкә барҙым. Ул ваҡытта Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев директор ине. Миңә шундай абруйлы, белемле ғалимдың ҡул аҫтында фән менән шөғөлләнеү бәхете тейҙе. Үҙемде уның уҡыусыһы тип иҫәпләйем. Үтә лә әүҙем, ҡыҙыҡлы йылдар булды унда эшләгән дәүерем, һәр ваҡыт шундай йылы тойғолар менән хәтерләйем. Артабан әҙиптең улы Булат Марат улының урынбаҫары булып, 25 йыл берлектә эшләгәндә лә һөнәри яҡтан да, шәхес булараҡ та үҫеш осоро кисерелде, уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Унан һуң, заманалар бер аҙ ауырайып китеп, ауырлыҡ иң беренсе бюджет өлкәһенә төшкәс, беҙ шул уҡ бер команда, шул уҡ медицина өлкәһендә, әммә икенсерәк юҫыҡта эш башланыҡ.

Балаларығыҙ һеҙ үҫкән мөхиттә үҫәме, әллә бөгөнгө Өфө башҡорттары икенсерәк тәрбиәләнәме?

- Күп нәмә ғаиләнән килә. Ояһында ни - осҡанында ла шул, тиҙәр бит. Беҙ ҙә балаларыбыҙҙы ниндәйҙер махсус методика менән тәрбиәләп ултырманыҡ. Улар беҙҙең өсәү. Бәләкәйҙән үҙ эштәре менән мәшғүл булып, айырым иғтибар талап итмәй, сос, әүҙем булып үҫтеләр. Күп нәмәләрҙә уларға тулыһынса үҙаллылыҡ бирелгән. Бары ололар ярҙамы кәрәк булған тәңгәлдә генә йә әсәләренә, йә миңә мөрәжәғәт итәләр.
Улым да медицина өлкәһен һайлағайны, әммә беренсе курстан һуң был фәнгә артыҡ ҡыҙыҡһыныуы юҡлығын аңлап ҡалды. Әле химия-биотехнология факультетында уҡый. Был осраҡта ла беҙ уға баҫым яһаманыҡ, ултырып һөйләштек тә, үҙ иркенә ҡуйҙыҡ. Һәр кеше ниндәйҙер ҡарарҙы эске теләген тыңлап яһарға хаҡлы. Баланы һаман да бала итеп, уның өсөн хәл итеп, алдына сығып йүгереп йөрөү уны боҙа ғына, тип уйлайым. Бигерәк тә малайҙарҙы - буласаҡ ир кешеләрҙе уйлап, хәл итеп, төрлө мәсьәләләрҙе сисеп өйрәтергә кәрәк.

Өс бала - ул бит инде киләсәктең тотош бер йәмғиәте тигән һүҙ. Һеҙҙең ошо буласаҡ йәмғиәткә милли үҙаң һалынамы?

- Миңә йәш сағымда атай-әсәйем "Башҡортҡа өйлән" тигән һүҙҙе әйтмәне. Шулай ҙа мин быны ҡайҙандыр белдем. Өйҙә милли рух шулай көслө булғанға микән, башҡа милләт ҡыҙын алып ҡайтыуҙы башҡа ла индермәнем. Бәләкәй һеңлем французға тормошҡа сыҡты, әммә унда ла туған телен онотманы. Бала саҡта күңелгә һалынған аң да, тел дә улай ғына онотолорға тейеш түгелдер ҙә инде ул. Француз кейәүебеҙ ҙә башҡортса һөйләшә генә түгел, башҡорт йырҙарын да оҫта башҡара, өзләй, ҡумыҙҙа уйнай. Уларҙың ғаиләһендә дүрт телдә лә иркен аралашалар. Башҡорт, француз, инглиз һәм рус телдәрен һыу кеүек эсәләр. Шунлыҡтан мин икеһе лә башҡорт булып та, туған телдәрен аңлай алмаған йәштәрҙе шелтәләр инем. Балаларыма килгәндә, мин үҙемдә булған милли үҙаңды уларға ла күсергәнмен, тип иҫәпләйем. Улар менән туған телдә аралаша алам. Йыйылғаныбыҙҙа ҡурайҙа уйнап, йырлашып ултырабыҙ. Олатайҙары ла, мин дә, улым да уйнай ҡурайҙа. Милли темаларға һөйләшәбеҙ. Олатайҙары ла милли мәнфәғәткә хеҙмәт иткән кеше, шул турала улар ишетеп-күреп үҫтеләр. Шунлыҡтан, был өлкәлә миңә уларға нимәлер аңлатып, өйрәтеп ултырырға түгел. Уларға был генетик рәүештә һалынған.

Бөгөн һеҙ эшегеҙҙә лә, фәндә лә ниндәйҙер үрҙәр яулағанһығыҙ. Баш ҡаланың шау-шыулы, ҡыҙыу һәм ярайһы уҡ ҡаты тормош шарттарында - мегаполиста йәшәйһегеҙ, эшләйһегеҙ. Үҙегеҙҙе баш ҡаланың бер кешеһе генә итеп түгел, ә уның автохон вәкиле - баш ҡала башҡорто итеп тояһығыҙмы?

- Был ҡалала мин бәхетле булдым. Мәктәпкә ҙур теләк менән йөрөнөм, унан институтҡа ла үҙ теләгем менән барып, кинәнеп уҡыным. Аҙаҡ эшемдә лә һәр ваҡыт күңелем бөтөн булды, башҡарғаным оҡшаны, коллегаларым менән аралашыуҙан илһам алдым. Ҡыҙыҡлы, фәһемле булды эшләгән урындарым, шәхес булып формалашыуымда, һөнәрмән булып өлгөрөп етеүемдә лә йоғотоло булдылар. Был яҡтан мин, моғайын, уңышлымындыр. Сөнки тормошта үҙ-үҙемде, үҙ урынымды таба алмай йөрөгән йылдарым булманы. Нимә теләгәнемде, нимәгә ынтылғанымды һәр ваҡыт белдем һәм аңланым.
Бөгөн дә йәшәйеш тик эштән генә тормай. Спорт менән шөғөлләнәм, спорт залына йөрөйөм, саңғыла йүгерәм. Балалар менән йыш ҡына ҡырға, тәбиғәткә сығабыҙ. Элек беҙ сит илгә барып ҡайтыуҙы әллә ни күрә инек. Һуңғы йылдарҙа бына Башҡортостан эсендәге әллә күпме гүзәллектәрҙе күҙәтәбеҙ. Үҙебеҙҙә сит илдә булмаған хозурлыҡ бар бит. Шүлгәнгә, Торатауға, Салауат мәмерйәһенә, Мораҙым тауҙарына, Ирәндеккә, Иҫәнгә, Абҙаҡҡа йөрөйбөҙ хәҙер, яйлап республикала туризм да әүҙемләшеп бара. Унан ҡала, милли мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Бына шулай дөйөмләштереп әйткәндә, мин баш ҡаланың бик тә әүҙем, уңышлы башҡортомон. Миңә ошонда үҙ милләтем вәкиле булып йәшәргә берәү ҙә ҡамасауламай, берәү ҙә минең хоҡуҡтарымды сикләмәй. Сөнки уларҙы мин үҙем сикләмәйем. Бөтә нәмә лә әлеге һинең аңыңа һалынған төшөнсәләрҙән килә. Һәм шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алайыҡ: "Мин - башҡорт!" - тип күкрәк һуғыу аҙ, һин милләтеңдең атын күтәрерҙәй бер шәхесе бул.

Шулай итеп...
Урал Сәфәрғәле улы дөрөҫ әйтә, бөтә нәмә лә ғаиләнән һәм аңға һалынған төшөнсәләрҙән килә. Ауылда ла, баш ҡалала ла, хатта сит илдә лә һиңә үҙ милләтең вәкиле булыуға бер кем дә ҡамасауламай. Сөнки бөтөн рухи ҡиммәттәр ҙә һинең йәнеңдә, күңелеңдә һаҡлана.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.19 | Ҡаралған: 579

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru