«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛАҺИ ИХЛАСЛЫҠ
+  - 



Зәйнәб инәйем тураһында мин күптән яҙырға тейеш инем. Әммә, үҙе әйтмешләй, "Аллаһ шаһит: уйҙарымдың сиге юҡ, ҡәләмемдең осо юҡ". Ҡәҙимге аҙымдан - уның менән беренсе мәртәбә осрашыуҙан башларға кәрәктер.

Мин Өфөлә 1-се республика мәктәп-интернатында (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡып йөрөгән мәл. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусыбыҙ Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы Абдуллина Зәйнәб Биишеваны балалар менән осрашыуға саҡырҙы. Тамаша залында үткән ҙур кисәнең барышын бигүк хәтерләмәйем. Бығаса уҡып-ишетеп кенә белгән оло яҙыусыны ҡаршымда күреү миңә ныҡ тәьҫир итте. Бигерәк тә шаҡ ҡатырғаны - уның минең Байауылында йәшәгән инәйҙәремә ныҡ оҡшаған булыуы... Тыуған яғын һағынып йөрөгән интернат балаһына бүтән нимә кәрәк? Мин ул һөйләгәндә инәйҙәремде, өләсәйемде уйлап тик ултырҙым. Өләсәйем мине, үтә ҡыҙыҡһыныусан һәм телдәр ейәнсәрен, "Зәйнәб апайым һымаҡ яҙыусы булыр әле", тип яратты. Байауылы минең тыуған ауылым Үрге Һаҙға алты саҡырымлап булыр. Ул Эйектең уң ярында, ә беҙ - һул яҡтағы һырттар аръяғында, һәр миҙгелдә төрлө төҫкә инеп, Уралтау армыттарын яҡтыртып, ҡабарып ятҡан Олотау итәгендә.
Эйек, тигәндән. Зәйнәб инәй ғүмере буйы ошо туған йылғаһына дан йырланы. Сәйгә йомшаҡ Эйек һыуы менән, гүйә, бөтә илде һыйланы, туғайының емеш тәмен бөтә Башҡортостанға тәмләтте. Иң мөһиме, Эйек буйында тыуып-үҫкән батырҙарҙы һәм матурҙарҙы, аҡыллы һәм шиғри күңелле инәйҙәрҙе, еңгәләрҙе, әхирәттәрҙе, тоғро һүҙле, саф йөрәкле егеттәрҙе оло әҙәбиәткә сығарҙы. Ул шундай мөғжизәле әҫәр тыуҙырҙы - уны Эйек буйында ғына түгел, бөтә Урал буйында, бөтә илдә йәшәгән кешеләр яратып ҡабул итте, сөнки Зәйнәб инәйҙең ижадында "кеше күңеле" тигән илаһи күренеш көҙгөләге кеүек сағыла.
Мин дә Зәйнәб Биишева менән осрашыуҙа Эйек туғайҙарын яңынан кискәндәй булып ултырғайным. Кисәнән һуң Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы яҙыусыны мәктәп-интернаттың "Шишмә тауышы" түңәрәгенә йөрөгән, шиғыр-хикәйә яҙышҡан уҡыусылары менән айырым һөйләшергә класс бүлмәһенә алып инде. Бында аулаҡ, унлап ҡына бала. Зәйнәб инәй бөтәбеҙ менән рәттән танышып сыҡты. Исемде, ҡайһы яҡтан килгәнде һораны. Мин тыуған ауылымды әйткәс, һәйбәт, тип ҡуйҙы. "Байауылын беләһеңме?" - тип һораны. "Иң матур ауыл ул, бигерәк тә Эйек буйы. Һеҙҙең урында булһам, мин шунда йәшәр инем", - тип, алабарман хистәремде белгерттем дә ҡуйҙым. Инәйҙең төҫө үҙгәреп, моңһоуланып китте: "Матур ҙа ул, ҡайтып ҡына булмай... Унда миңә тигән өйҙөң тупһаһы юҡ, ишек-тәҙрә уйылмаған", - тине. Уның был һүҙенә мин шаҡҡаттым. "Нисек инде?" - тип һораным. "Белмәгәнең яҡшы ундай өйҙө", - тине ул. Артабан беҙҙекеләр уға шиғыр уҡый башланы. Иғтибар менән тыңлап ултырҙы инәй. Бер шағир малай менән нимәлер һөйләшеп китте. Минең фотоаппаратым бар ине. Ауылда уҡ атайым алып биргән "Чайка" тигән фотоаппарат бик әрһеҙ була торғайны. Плёнка ҡуйһаң, 72 кадр төшөрә. Аҡлы-ҡаралы булһа ла, фотолар үҙебеҙгә ифрат ҡәҙерле. Мин фотоға төшөрҙөм. Шунан яҙыусыны оҙаттыҡ. Хушлашып бөткәс, ул миңә: "Беҙгә килеп йөрө, ҡыҙым", - тине. Бына шулай таныштыҡ. Тик фотолар, нишләптер, сыҡманы.
Зәйнәб инәйҙең апаһы Хафаса инәй мәктәп-интернатта вахтёр булып эшләне. Мин уның янында һөйләшеп ултырырға ярата инем. Ул да мине, туған һөйәк, тип, тартып торҙо. Зәйнәб инәйҙең бөтә тормошон, булмышын, балаларын, дуҫ-иштәрен, уңыш-мәшәҡәттәрен миңә һөйләне. Йылдар буйы йыйылған серҙәрен систе ул. Бер заман мин Зәйнәб инәйгә уның күҙлегенән, һыңар күҙе аша күргән ҡарашы менән ҡарай башланым хатта. Туғандарса, апайҙарса - йәлләп, шелтәләп, үпкәләп, ныҡ үҙ итеп ҡарау ине ул. Хафаса инәй мине бер нисә мәртәбә фатирҙарына алып ҡайтты. Береһендә Зәйнәб инәй ҙә өйҙә ине. Ҡайҙандыр ҡайтып төшкән. Хафаса инәй ғәйепле тауыш менән: "Беҙҙең туғаныбыҙ ул. Үрге Һаҙҙыҡы. Сәлих ағайҙың ҡыҙы Миңлебаныуҙың Гәүһәр тигән ҡыҙының ҡыҙы", - тип таныштырырға ашыҡты. Әммә Зәйнәб инәй мине онотмағайны. "Беҙ был һылыу менән таныш инде. Нишләп Байауылында йәшәмәйһең, тип, мине ауылға ҡыуҙы ул", - тип һалды. Мин йәнә аптырап киттем. "Ҡыуманымсы", - тигән булдым. "Һин ҡыумаһаң да ҡыуыусылар етерлек. Ҡояш сығармаҫтар ине. Кәйефем юҡ. Ҡайтып төшөү менән йән өҙгөс яңылыҡтар, йөрәк ярғыс хәлдәр ябырылды", - тине яҙыусы. Нимәгә был осрашыу ныҡ иҫемдә ҡалған, тиһәгеҙ, мин уны һүҙмә-һүҙ тиерлек көндәлегемә яҙып ҡуйғанмын. Артабан тағы бер фәһемле ваҡиға булды. Сәй эсеп бөткәс, Зәйнәб инәй мине икенсе бүлмәгә саҡырҙы. Тәҙрә төбөндә ике бәләкәй генә тоҡсай ята, кисет хәтле генәләр. Беҙҙең яҡта "моҡсай" тиҙәр. Зәйнәб инәй диванға барып ултырҙы ла: "Шул ике моҡсайҙы ла ас та эсендәген һана, күпме ҡалды икән?" - ти. Асһам, аптырап киттем. Көмөш тәңкәләр! Мин уларҙы ҡәрсәйемдең сәс үрмәсе осонда, камзулында ғына күргәнем бар. Ә бында - өс ҡуш ус самаһы булыр! Һананым. "Быларҙы нишләтергә булыр икән?" - тип һорай инәй. "Белмәйем. Былай ҙа матурҙар бит, нишләп боҙорға?" - тинем. "Юғалып ҡуймаҫ борон үҙемә алҡамы, беләҙекме эшләтәйемме икән, тик яталар ҡоро бушҡа". Мин ни әйтергә лә белмәнем. Шунан инәй ҡапыл ғына былай тине: "Ҡыҙым, ал бер-икәүһен, балдаҡ эшләтеп кейерһең". Үҙе миңә һынап ҡарап торғандай. Ә мин шундай матур сылтырап йырлап-уйнап торған боронғо көмөш тәңкәне ниндәйҙер балдаҡ яһар өсөн саңҡылдатып илатып йәмшәйтә һуғыусыны күҙ алдыма килтерҙем. "Юҡ, кәрәкмәй миңә балдаҡ", - тинем. "Ал, беләҙек эшләтерһең. Уның өсөн тәңкә күберәк китә китеүен, шулай ҙа ал", - тине инәй. "Юҡ, мин беләҙек яратмайым. Сәғәт тә таҡҡаным юҡ", - тием. Ҡыҫҡаһы, алманым, ҡырҡа баш тарттым. Рәхмәт тә әйтмәнем шикелле. Сөнки инәйҙең ҡыҫтауында "Йоморо-йоморо йомғағым" әкиәтендәге мәскәй әбейҙең ҡыҙҙы төрлөсә һынауын ишеткәндәй булдым. Берсә бейетә, берсә ҡоймаҡ ҡойҙорта, берсә һандыҡтарҙы һайлата... Эй, беҙҙең бөйөк өләсәйҙәр мәктәбе, халыҡсан, күңелсән, илаһи мәктәп! Бәлки, инәй минең тоғролоғомдо тикшергәндер, бәлки, нимәгәлер ярһыған йөрәген баҫырға теләп, тыуған яғының бер ярсығына, әсәһе яғынан туған тейешле булып сыҡҡан ҡыҙ балаға бер иҫтәлек ҡалдырмаҡсы булғандыр... Әйткәндәй, ҡыҙым, тип ауыҙ тултырып, ниндәйҙер аһәң менән өндәшә ине ул. "Их, һинең кеүек кенә бер ҡыҙым булһасы! Булманы шул. Бабайым: "Зәйнәб, беҙҙең тоҡом шулай - тәүҙә гел ир балалар тыуа ла, шунан ҡыҙҙар тыуа башлай. Бишенсеһе ҡыҙ буласаҡ, бишенсеһен алып ҡайтайыҡ, ҡыҙлы булайыҡ", - тип әйтә торғайны ла ул. "Ҡуй, кәрәкмәй, тағы малай була ул", - тип ризалашманым. Ярай, һин йышыраҡ килеп йөрө, һиндәй ҡыҙым булғас та шөкөр", - ти торғайны.
Ә көмөш йөҙөктө миңә Хафаса инәй бүләк итте. Мин бер каникулдан мәктәп-интернатҡа һуңлабыраҡ килдем. Ҡыҙҙар: "Хафаса инәй һине таптыра, Сәрүәр нишләп оҙаҡлай, нишләп юғалды, килмәй ҡуймаһын, ти..." - тип ябырылды. Мин тиҙ генә сисендем дә саптым инәй ултырған вахтёр бүлмәһенә. Бөрөшөп кенә тәҙрә буйында ултырған була, үҙе нишләптер бәүелеп-бәүелеп китә... Ҡарт ине бит инде Хафаса инәй. Пенсия аҡсаһы сыҡмаҫмы, тип, Зәйнәб инәй өлкәнәйгән апаһын эшкә урынлаштырҙы. Үҙе шуға ифрат ғәрләнде, апаһын йәлләне. Ҡартлыҡ өсөн генә пенсия бирелмәй, стаж кәрәк, имеш. "Эшләтһәм - кешенән оят, эшләтмәһәм - пенсиянан мәхрүм була", тип әсенә торғайны. Хафаса инәй мине күреп ҡыуанып китте, һикереп тороп ҡосаҡлап алды. Иланы. Һыңар ғына күҙенән тупырлап йәштәре ағып китте. Бер күҙе сәсәктән һуҡырайған, алып ташлағандар, Зәйнәб инәй яһатып биргән яһалма күҙҙе кейә алмай икән. Сәсәктән шаҙраланып ҡалған йөҙөнә, һуҡыр күҙенә мин бик ҡарарға тырышмай торғайным. Кешенең китегенә тура ҡарарға ярамай, тиҙәр бит. Әсәйем бер банка ҡаймаҡ ебәргәйне. Хафаса инәйгә шуны тапшырҙым. Ул ҡаймаҡты бармаҡ осо менән алып яланы ла тағы үкһей башланы. "Әллә нишләп һине, бүтән уҡырға килмәй ҡуйһаң, тип ҡурҡтым. Нишләп оҙаҡланың?", - тип һамаҡлай. Бер нисә көндән ул мине дәрестән үк ҡаршыланы ла бүлмәһенә алып инде. Йөҙө тантаналы, шат ине. "Ҡыҙым, һиңә бер нәмәкәй бирәм. Ҡурҡма, үҙемдеке. Минән бер йәдкәр булһын. Зәйнәбкә әйтмәнем", - тине лә, бармағынан һурып алып миңә бер йөҙөк кейҙерҙе. Йәшел ташлы көмөш йөҙөк. Ул әле лә миндә һаҡлана.
Шулай, Зәйнәб инәй тураһында яҙам, тиһәң, уның ғаиләһе, туғандары, дуҫтары хаҡында телгә алмай булмай. Кешенән айырылмай ғына түгел, кеше менән ҡайнап йәшәне бит ул. Телефоны тынмай, кеше өҙөлмәй, фатирында тормош гөрләп торор ине.
Уҡыуҙарҙы тамамлап, телевидениела эшләй башлағас та, мин Зәйнәб инәйгә киттем. Уның Мәскәүҙән ҡайтҡан ваҡытын саҡ көтөп алдым. Инәй мине ҡотланы. Ҡайҙа йәшәүемде һораны. Бер әбейҙә фатирҙа тороуымды әйткәс, ғәҙәтенсә, йәнә кеше ҡайғыртырға кереште: "Нишләп ниндәйҙер әбейҙә тораһың, әйҙә, Заһир менән (ул ваҡытта сәнғәт институты ректоры булып эшләгән Заһир Исмәғилев - С.С.) һөйләшәм. Мине тыңлай ул, ятаҡтан урын бирер". "Ҡуй, инәй, минең әбейем хатта һәйбәт, эшемә лә яҡын", - тием. "Юҡ, кешелә йәшәү анһат түгел, үҙ башымдан кисергәнмен. Фатирҙа торған кешегә лә, тотҡан кешегә лә Алла ярҙам бирһен", - тип, Заһир Исмәғилевҡа шылтыратты. Белеп торам, ятаҡ мәсьәләһе - мәңге наҡыҫ, мәңге икеле... Сәнғәт институты ятағын, нишләптер, өнәп тә бөтмәйем. Етмәһә, мин - мәктәп-интернатта дүрт йыл, вузда биш йыл, йәмғеһе туғыҙ йыл ятаҡта йәшәгән кеше, саҡ бисмиллаға аулаҡ ҡына фатир тапҡанмын. Телецентр артындағы ауыл өйөндә йәшәгән иҫ киткес бай күңелле Хапса Фазылова тигән әбейҙә торам. Уның баҡсаһы, тәҙрә тулы гөлдәре, манныйҙан бешергән ҡоймаҡтары, бигерәк тә төндәр буйы һөйләгән хикәйәттәре миңә шул тиклем оҡшай, китеү тураһында уйлаған да юҡ. Минең теләк ҡабул булды - ректор ағай инәйҙең һорауын кире ҡаҡты. Мин шатланып ултырам, ә инәй ҡара көйҙө. Әллә минең ятаҡһыҙ ҡалғаным өсөн көйөндө, әллә үҙенең һүҙе һүҙ булмаған өсөн ғәрләнде. Иллә мәгәр ошо хәлде ул үлгәнсе онотманы, мине күргән һайын Заһир ағайға үпкәһен әйтеп ҡуя ине.
Зәйнәб инәйҙең тура һүҙле булыуы, ҡайсаҡ ҡаты бәрелеүе тураһында билдәле. Уратып-суратып тормай ине шул, теле - алмас, фекере йәшен кеүек салт ине. "Миңә үсегеп, үпкәләп йөрөйҙәр ҡайһы берәүҙәр. "Зәйнәб апай әрләй", тип, минең исемемде һаталар, теләһә кемгә һөйләп, ошаҡлап китәләр. Ахмаҡтар! Йән көйөктәре! Нишләп мин әрләйем, ти? Мин тураһын, дөрөҫөн әйтәм. Мин әйтмәһәм, кем әйтә ул алйоттарға? Дошман көлдөрөп әйтә, дуҫ илатып әйтә, тигәнде белмәй микән әллә улар?.."
Кешене тиҙ танып-белә, теүәл характеристика бирә. Ҡайсаҡ бер һүҙ менән кемделер йә ҡалҡыта, йә батыра. Мин уның үҙенең баһаһын белгәненә, ижадын алға ҡуйғанына гел һоҡландым. Икмәк тәмен белмәгән һәйбәт икмәк бешереүсе булмаҫ, тел тәмен белмәгән һәйбәт яҙыусы булмаҫ. Миңә йәшлек дәфтәрҙәрен дә уҡытты. Ауылдарҙа йөрөгәнендә нисек итеп һирәк осрай торған һүҙҙәрҙе тапҡан, мәғәнәләрен аңлаған, ниндәйҙер ваҡиғаларҙы, исемдәрҙе ҡыҫҡаса теркәп ҡуйған... Бигерәк тә башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйған - мәҡәл, әйтемдәр, йырҙар, легендалар, әкиәттәр... Үҙенә оҡшаған сюжеттарҙы әҙәби әҫәр итергә йыйыныуын һөйләй. Бигерәк тә бер әкиәтте ҡат-ҡат телгә ала. Ул да булһа - "Күкен" әкиәте. Күкен - кәкүк тигәнде аңлата. Етем ҡалып илаған сабыйға әсәһе кәкүк булып кире осоп ҡайта... Эй, был етемлектең хәсрәте! Өс йәшендә әсәйһеҙ ҡалған Зәйнәб инәйҙең ғүмер буйы йөрәген һыҙлатҡан, өмөтөн наҙлаған һағыш-хыялы булған бит ул "Күкен"! Үҙ ижадының баһаһын белде, тип тағы ҡабатлап әйткем килә. Үҙенең шундай ауыр замандарҙа ни мөғжизә менән иҫән ҡалыуына ул ғәжәпләнеп тә, ҡыуанып та йәшәне. Шуға күрәме, Аллаға ышанды, йәшәү көсө, тәме-сәме, ғәме-йәме тәрбиәләгән туған халҡына рәхмәтле булды. Шул халыҡҡа ул ижады менән хеҙмәт итергә үҙен бурыслы һананы. Был - уның өсөн ҡупырыҡ һүҙҙәр түгел ине. Әллә күпме йәшәгәс, күп нәмәне сағыштырып, төрлө дәрәжә, төрлө мөнәсәбәттәрҙе күреп, ул үҙенең ихлас ышанған совет власы түрәләренең ябай халыҡҡа һәм халыҡҡа фиҙакәр хеҙмәт иткән ҡайһы берәүҙәргә ғәҙелһеҙ ҡарашы менән ризалашманы. Ул туған халҡына, уның ғәзиз ул-ҡыҙҙарына аяҡ салған власть вәкилдәренә ҡарата ысын мәғәнәһендә баш күтәрҙе. "Улай ҙа мин өйҙә ултырам, юғиһә, мине лә күптән үлтертерҙәр ине", - ти торғайны ул үҙенең рухташ-көрәштәштәрен һағынғанда. Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Сәғит Агиш, Баязит Бикбай кеүек уҙамандар уның теленән төшмәне.
Мин уға бик йыш бара алмайым, телевидениела эш тығыҙ бит инде. Уны ҡайҙалыр алып барғым, күңелен күтәргем килә. Телестудия директоры булып Фәнил Ҡоҙаҡаев эшләгән саҡ. Индем дә тураһын әйттем. "Инәй өйөндә яңғыҙ зарығып ултыра, баҡсаһына алып барып ҡайтайым, машина бирегеҙ". Рәхмәт Фәнил Шәмсетдин улына, бер һүҙҙән аңланы... Инәйҙе өйөнән алып сығып китеүе үҙе бер тамаша. Башта ул ризалашмай, һаулығына зарлана. Ай-вайына ҡарамайһың инде, ана, тиһең, машина көтөп тора, һинең өсөн генә бирҙеләр... Ниһайәт, юлға сығабыҙ. Ҡайҙа? Әлбиттә, Аҡманға! Яҙыусылар дачаһына! Инәйҙең йорто бар унда, баҡсаһы! Баҡсаһында - аласығы, аласығында - күмер самауыры!.. Мин унда электән булғаным бар. Хафаса инәй менән дә, Ғәзиз олатай, Тельман ағай менән дә барғыланым. Инәй бик ярата Аҡман урманын, ҡайынлыҡты, күршеләрен һағына...Мин юл буйы йырлайым. Уның һүҙҙәренә яҙылған ғәжәп матур, күренекле йырҙар бар бит. Абдулла Хәлфетдиновты инәй айырыуса йылылыҡ менән телгә алды. "Ҡайтыр инем", "Алтын балдаҡ", "Миләш", "Гүзәлдәрҙән-гүзәл әсәләр", "Илап тыуһам да мин..." һ.б. Инәй үҙе лә йырлай ине. Фатирында ла, баҡсаһында ла оҙон башҡорт көйҙәрен талғын ғына көйләп йөрөй. "Төйәләҫ", "Зөлхизә", "Әллүки"... "Әллүки" тигәндән, Зәйнәб инәй Ғабдулла Туҡайҙы бик ярата ине. Көтмәгәндә генә Туҡай шиғырын ҡабатлап ҡуя:
Ҡайтманы үс, бөттө көс, һынды ҡылыс - шул булды эш:
Керләнеп бөттөм үҙем, донъяны паҡлай алманым.
Бармы ни беҙҙә ғөмүмән сын кеше ҡәҙерен белеү?
Беҙ уны ҡайҙан беләйек, меҫкен үлеп аңлатмағас!
"Туҡай шиғриәте - иң тәрән, иң нескә шиғриәт", ти ҙә, илһамланып, тағы шиғыр һөйләп алып китә. "Кәмһетелгәндәр" романының һәр бүлегенә эпиграф итеп Туҡай һүҙҙәрен алған бит ул. Остазы һәм рухташы, серҙәше һәм таянысы булғандыр уға бөйөк шағир.
...Зәйнәб инәйҙең баҡсаһында иң ғорурланғаны - еҙәй ағастары (боярышник). Өйҙән дә бейек булып үҫеп киткән еҙәй уға бала сағын, Эйек туғайын хәтерләтә. Инәй еҙәй ярата. Үҙе ашай, үҙе һөйләй... "Беҙҙе ас үлемдән ҡотҡарыусы бит ул Эйек туғайы. Үлән, емеш ашап, тере ҡалдыҡ. Яҙ ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән яр башына барабыҙ. Һап-һары булып суҡланып сәскә атҡан һарымсаҡ көтә! Әтмәкәй шундай тәмле, һутлы... Шунан китә кәзә һаҡалы, ҡуҙғалағы, күл йыуаһы! Ҡуян тубығы - хан һыйы! Беҙ үлән ашап үҫтек. Йәй буйы туғайҙағы еләк, ҡарағат, муйыл - беҙҙеке, Хоҙай беҙ етемдәрҙе туйғансы һыйлай. Муйыл ашап, ауыҙҙар ҡап-ҡара булып бөрөшә, бөрлөгән һутына буялып, биттәр ҡып-ҡыҙыл була... Еҙәйҙе беҙ бала башы ҙурлыҡ итеп бер-береһенә йәбештереп йыябыҙ. Бына шундай ожмах баҡсаһы бит ул башҡорт иле. Шунан нисек уны сит-яттарға бирһен беҙҙең батырҙар? Бирмәй! Йәнен аямай! Уралын бирмәй, Эйеген бирмәй башҡорт! Эй, халҡым ғынам минең!.." Зәйнәб инәй Биишева тураһында бик күп һөйләргә, бик күп яҙырға була. Ул үҙе ни хәтле генә көслө рухлы, батыр йөрәкле булмаһын, күңеле ифрат нескә, йылы һүҙгә, иғтибарға мохтаж булды. Бигерәк тә әҫәрҙәрен уҡыусыларҙан, төрлө милләт кешеләренән килгән рәхмәт хаттарына һөйөнөр ине. Һуңғы йылдарҙа күк ҡабағы асылғандай, хөкүмәт башлыҡтары тарафынан уға лайыҡлы ҡараш булды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың иғтибарына яҙыусының күңеле күл булды, башы күтәрелеп, ҡарашы асылып ҡалды. Ил башлығының Ил инәһенә мөнәсәбәте ысынында шулай булырға тейеш, әммә элеккерәк ҡайһы бер түрәләр уның йәнен ҡыйнай алғансы ҡыйнаған, күрәһең. Уларға сикһеҙ рәнйеүен йәшерә лә алманы, йәшерергә теләмәне лә.
Инәйҙең мине нисек итеп ҡаршылауын һәм оҙатыуын гел хәтерләйем. Үҙе бер тамаша, үҙе бер һабаҡ ине улар. Беҙҙең халыҡтың ҡунаҡсыллығы, ихласлығы, бөтмөрлөгө менән ҡаршы ала ине ул. Шатлығын йәшермәй, ҡайғы-хәсрәтен бушата. "Һәәй, ҡыҙым килгән дә инде! Яратҡан ҡыҙым. Көттөрөп кенә килә бит ул, инәлтеп кенә килә! Йәнәһе, берәү эш эшләй, донъя көтә. Йәнәһе, берәүҙең балалары күп. Миңә оҡшап, өс ул тапҡан булған бит әле, эшкинмәгән! Шәп булғас, ҡыҙ тап һин. Ҡыҙ кәрәк! Малайҙар нимәгә ул? Ҡатынына китә лә бара, ә ҡыҙың һине ҡарай..." Шулайтып, шаянын-ысынын бергә ҡушып, ул мине кухняһына саҡыра. Унда ыҡсым самауыры тызылдап ҡайнай башлай. "Инәй, ҡана тиҙ генә иҙәнде һөртөп алайым", - тиһәм, ҡырҡа ҡаршы төшә. "Минең иҙән йыуҙыра торған ҡыҙым һин түгел. Мин һине һөйләшеп ултырырға, ҡара-ҡаршы ултыртып сәй эсерергә саҡырҙым", - ти. Шунан ул миңә арнап, үҙенең яратҡан аштарын бешерә. Табикмәк, һурпа, сөсө көлсә... Мин быларҙы маҡтанып та, ваҡланып та яҙмайым. Инәйҙең изгелекле, кешелекле, ихлас үрнәкле рухы алдында баш эйеп яҙам.
Ул һәр саҡ кешене ҡайғырта белде. Миңә кейенеп йөрөргә ҡуша, командировкаларҙа һаҡ йөрөргә өгөтләй. "Ярай, ҡыҙым, беҙҙең кеүек ир ҡараған, балалар үҫтергән, хөкүмәт эшендә йөрөгән бисәләр шул 40-50 йәштәргә кеше булып китһә, бик тә яраған", - тигән була ине. Ул әлеге лә баяғы яҙыусылыҡты күҙ уңында тотоп әйтә. "Ҡыҙым, яҙғандарыңды килтер. Уҡып ҡарайым әле. Союзға рекомендация яҙырмын..." -ти. Уның янында ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Ҡайтырға ваҡыт етһә, ул һуҡрана башлай. "Тағы оҙаҡҡа юғалырһың инде. Юғалма, ҡыҙым, шылтыратып тор", - ти. "Инәй, хәлең нисек, тип һораһам, булмаған хәлдең нимәһен һорайһың, тип ҡыҙмаҫһыңмы һуң?" - тиһәм, рәхәтләнеп көлгән була. Мине ишектән сығарып ебәргәнсе арҡамдан һөйә, сығып киткәс, кире тартып индереп, тағы тупылдатып һөйә... "Ҡыҙымды, ҡыҙымды ғына... Инәйең һағына ла башланы инде, ҡыҙырас ҡыҙыҡай, ил ҡыҙырып тик йөрөйһөң", - тигән була.
Бына шундай ихлас Кеше ине ул Зәйнәб инәйем. Уның бөтә көсө лә шул ихласлыҡтан ине. Ихлас мөхәббәттән һәм ихлас нәфрәттән... Илаһи ихласлыҡтан.

Сәрүәр СУРИНА,
драматург,
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.19 | Ҡаралған: 596

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru