«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛО ТАЛАНТ ЭЙӘҺЕ
+  - 

"Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" проектының сираттағы геройын - оло талант эйәһе, шағир, ғалим, йәмәғәт эшмәкәрен күптәр белеп тә бөтмәйҙер әле. Башҡортостандың 20-30-сы йылдарҙағы әҙәбиәт, мәҙәниәт, фән һәм йәмәғәт тормошонда ғәйәт ҙур урын алған шәхестәрҙең береһе. Уның "Һәтес-һәтес-һәтес тә! Бигерәк матур бәпес тә!" кеүек халыҡсан балалар шиғриәте лә авторһыҙ көйө беҙҙең арала бөгөн дә йәшәүен дауам итә. Проектта шәхестәрҙең тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотолары һәм костюмдар буйынса рәссам Әлиә Байрамғолованың кинорежиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тулы метрлы тарихи нәфис фильмын төшөрөү майҙансығынан яһаған фотолары тәҡдим ителә.

Ғабдулла Сәхипгәрәй улы АМАНТАЙ (актер Фәнил Толонғужин уйнай) - 1907 йылдың 23 декабрендә Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Үрге Ҡунаҡбай ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы) уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Башҡорт совет шағиры, әҙәбиәт һәм фольклор белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт филологияһы фәненә нигеҙ һалған шәхестәрҙең береһе. Башҡорт теле һүҙлектәрен, дәреслектәрен төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Уның ғилми хеҙмәттәре милли әҙәбиәтте билдәләү принциптарына, башҡорт фольклорын һәм әҙәби телде өйрәнеү мәсьәләләренә арналған. Шиғырҙары 15 йәштән баҫыла башлай. Тәүге шиғирҙар йыйынтығы 1927 йылда баҫылып сыға, ул "Көрәш йырҙары" тип атала. Үҙ ғүмере эсендә 9 китап баҫтырып өлгөрә.
1926-1928 йылдарҙа "Йәш юҡһыл", "Башҡортостан йәштәре" гәзиттәре мөхәррире. Лениградта Тарих, философия һәм лингвистика институтының консығыш телдәре факультетында уҡып, 1933 йылда шунда уҡ аспирантураны тамамлағас, Башҡортостанға эшкә ҡайта. 1933 йылдан Милли мәҙәниәт ғилми тикшеренеү институты (хәҙерге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) директоры, "Октябрь" журналы мөхәррире. СССР яҙыусыларының Беренсе съезы делегаты. БашЦИК ағзаһы. 1937 йылда "милли баш күтәреүселәр ойошмаһы" составында хөкөм ителгән һәм атылған шәхестәр араһында Ғабдулла Амантай ҙа була. Ғилми тикшеренеү институты директоры булараҡ, билдәле тарихсы, 70 йәшлек академик Матвей Любавскийҙы эшкә алыуы үҙен ҡулға алыуға сәбәпсе булып тора. Бындай "сәйәси күрәғарашлыҡ" Амантайға ҡиммәткә төшә. Ялған донос буйынса ҡулға алынғанда уға бары 30 йәш була. СССР Юғары суды Хәрби коллегияһының 1938 йылдың 10 июлендә Өфөлә үткән күсмә ултырышында Амантай РСФСР Енәйәт кодексының 58-2, 58-8 һәм 58-11 статьялары буйынса ғәйепләнә. Исеме 1957 йылда аҡлана.

Гөлнара ЯРУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты,
проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.19 | Ҡаралған: 689

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru