«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Һеҙҙең ғаилә һуғыш тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлай?
+  - 



Сажиҙә ИБРАҺИМОВА-ҠОҘАҠАЕВА, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, Өфө ҡалаһы: Бына май ҙа килеп етте һау кешегә, ә беҙҙең һуғыш йылдары балалары быуыны өсөн был ай иң тәүҙә Еңеү көнө булып күҙ алдына баҫа. Ошо иҫтәлекле датаға бәйле хис-тойғоларымды һөйләйем әле һеҙгә. Һуғыш башланып, атайым фронтҡа киткәндә, миңә ни бары 2 йәш кенә булған. Атайым 1942 йылда Ленинград янындағы һуғышта һәләк булып ҡала, шуға күрә мин "атай"ҙың кем һәм нисек булғанын да белмәйенсә үҫтем Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында. Хәҙер Ҡамышлы менән Малай ауылдары араһында һуғыштан ҡайтмаған яугирҙар иҫтәлегенә асылған стела ғына атайым хаҡында хәтерләтеп тора. Тик бер нәмә күңелемде борсой: был стела һаҙлыҡ эсендә урынлаштырылған һәм уның янынараҡ барып, фамилияларҙы уҡыр өсөн дың-дың итеп тимер юл менән барырға кәрәк. Шунан, ҡайҙа икән минең атай, тип эҙләй башлайһың, сөнки исемлектә Ҡоҙаҡаевтар шул тиклем күп, ә исемдәре яҙылмаған. Сәскә һалырға ла урыны юҡ, күрәләтә һаҙлыҡҡа һалып булмай бит инде! Күрәһең, шуғалыр ҙа, был стела янына әллә ни килеүсе лә юҡ.
Ауылда һуғыштан иҫән-имен ҡайтҡан кешеләр ҙә булды, беҙ уларҙан һәм уларҙың балаларынан көнләшеп тә ҡуя инек. Сөнки улар ветеран атайҙарына тәғәйен төрлө ташламалар, өҫтөнлөктәр менән файҙаланды. Ә беҙ, етемдәр, атай тип әйтеүҙән бер мәхрүм булһаҡ, һәр төрлө дәүләт хәстәрлектәре, льготалар менән дә файҙалана алманыҡ. Әйтерһең дә, беҙҙең атайҙар ил азатлығы өсөн ғүмерен бирмәгән. Был турала беҙ тейешле урындарға ла, матбуғат баҫмаларына ла күп яҙҙыҡ, тик бер ниндәй үҙгәреш тә булманы, тип әйтер инем, юбилей миҙалдары таратып сыҡтылар. Уныһын да ниндәйҙер ойошмаларҙан барып, үҙеңә юллап алырға кәрәк, тинеләр. Киләһе йыл Еңеүҙең 75 йыллығына атайҙары фронтта һәләк булған һуғыш йылы балалары өсөн ниндәйҙер хәстәрлек һәм матди ярҙам саралары күрһәтелерме икән, тигән һорау бар күңелдә...

Шәмсинур СӘЙЕТОВА, Йылайыр районы Юлдыбай ауылы: 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышының шанлы йылдары беҙҙән алыҫлаша барһа ла, бөгөнгөләй иҫемдә ҡалған бала саҡ хәтирәләремдең иң ҡыуаныслыһы - 1945 йылдың 9 майы - фашизмды еңгән көн күңелемдән мәңге юйылырлыҡ түгел. Ул саҡ миңә 10 йәш ине. Матур, ҡояшлы көн. Урамда хәтфә төҫлө йәм-йәшел үлән. Һуғыш бөткән, тигән хәбәрҙе ишетеү менән беҙ, бер төркөм балалар, кәнсәләргә йүгерҙек. Ә унда инде бик күп халыҡ йыйылып киткән; шатлығынан ныҡ тулҡынланған бер ағай (ул колхоз рәйесе ине) һуғыш бөтөүе хаҡында ҡысҡырып телмәр тота. Кешеләрҙең ҡайһылары ҡыуана, ҡайһылары илай. Беҙ ҙә, өс бала, әсәйебеҙҙе ҡосаҡлап илайбыҙ: атайыбыҙҙан "ҡара ҡағыҙ" килгәйне шул инде... Беҙҙең генә түгел, күптәребеҙҙең атайҙары ҡәһәрле яу ҡырында ятып ҡалды. Һуғышҡа ылау-ылау сығып китһәләр ҙә, ут эсенән ҡайтыусылар берәү-икәү генә булды. Беҙҙең ыуыҙҙай бала сағыбыҙ башланып ҡына торғанда, шулай итеп, уны ла тартып алды ҡәһәрле Гитлер. Беҙ, һуғыш осоро балалары, балалыҡ хистәрен шуға ла иртә оноттоҡ, уның ҡарауы, үҙаллы һәм сынығып үҫтек. Ас-яланғас булһаҡ та бирешмәнек, әмәлен табып, нисек тә йәшәргә ынтылдыҡ, тик ауырлыҡтар арҡаһында күптәребеҙ ваҡытында уҡырға бара алманы: кейергә - кейем, ашарға икмәк юҡ ине бит... Ҡыш сығып, ҡара ергә аяҡ баҫыу менән ашарға яраҡлы ниндәй үлән бар - шуларҙы эҙләп, көн оҙоно урман-ҡырҙар ҡыҙырыр булдыҡ. Бала ғына көйө өлкәндәргә эйәреп, улар менән бер ҡатарҙан эшләнек. Утауға ла йөрөнөк, әсәйҙәр тракторға түмәр быса ине, шуларҙы тигеҙләп өйәбеҙ; кипһә, тоҡтарға тултырабыҙ. Көҙ етһә, иген баҫыуындабыҙ: башаҡ йыябыҙ. Ауырлыҡ берләштергәндер, күрәһең, кеше ул ваҡыт бик татыу, бер-береһенә ярҙамсыл ине. Әсәйҙәр ҡара таңдан ҡара кискә тиклем колхоз эшендә, кис етһә, арыныҡ, тип тормай, бер өйгә йыйылалар ҙа, һуҡыр шәм яҡтыһында фронт өсөн өс бармаҡлы бирсәткә, ойоҡбаш бәйләйҙәр ине. Ололарҙың фиҙаҡәр хеҙмәтендә беҙҙең дә лайыҡлы өлөш булды, тип әйтә алам бөгөн.
Шулай ҙа ана шул һуғыш осоро балалары быуыны ла күҙгә күренеп һирәгәйә хәҙер. Иҫәндәре лә бик оло йәштә, уҙа барһа, 80 - 85-те ҡыуа. Ил етәкселәренә рәхмәт, аҙ булһа ла пенсияны өҫтәп тора. Әле бына ошо йылдың 1 ғинуарынан 30 йыл ауыл хужалығында эшләгән кешеләргә 25 процент күләмендә пенсияларын арттырырға ҡарар ителде, тик ул ауыл ерендә йәшәгән бөтөн ҡарттарға ла түгел икән шул. 80-де үткән өлкән быуын пенсионерҙарының бөтөнөһөнә лә тигеҙ ҡараш булһын ине шулай ҙа, тигән теләгем дә бар. Әлеге әйткәнемсә, бала саҡтан алып Еңеү өсөн беҙ ҙә хәлебеҙҙән килгәнсә көс түктек; эшләткәндә бер ҙә бала-саға тип торманылар, өй беренсә йөрөп, хәлһеҙ балаларҙы ла эшкә ҡыуып йөрөнөләр заманында. Бының менән мин, һуғыш йылдары балалары ла оло хөрмәткә һәм хәстәрлеккә лайыҡ, тип кенә әйтмәксе инем...

Мәстүрә МӨХӘМӘТЙӘНОВА-ДӘҮЛӘТБАЕВА, Баймаҡ ҡалаһы: Атайым Мөхәмәтйәнов Рәсүл Фәруҡ улына ни бары бер йәш кенә булғанда уның атаһы - Ҡолсора ауылы мәзине булып торған 42 йәшлек ҡартатайым ялған ошаҡ буйынса золом ҡорбаны була. Ул ҡулға алына һәм иң юғары язаға хөкөм ителә. Шулай итеп, атайыма был донъяға тыуыу менән атайһыҙ тороп ҡалырға, репрессияланған ғаиләләр иңенә төшкән әсе яҙмыш нужаларын буйтым күтәрергә тура килә. Байым мәктәбендә дүрт класты тамамлағас, уҡырға һәләте һәм дә теләге ҙур булһа ла, атайым артабан уҡый алмай: Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ике ағаһы ла фронтҡа китә, ун ике йәшлек атайым ауыл эштәренә егелә. "Ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләнек, эшләмәгән эш ҡалманы", - тип һөйләй торғайны ул. Йылҡы көтөүе көтә, үгеҙ егеп, ер һөрә, урманда ағас ҡырҡып, бүрәнә әҙерләй, әллә ҡайҙа ятҡан Магнитогорск ҡалаһынан үгеҙ егеп кәрәсин, солярка ташый... "Бөтәһе лә - фронт өсөн, бөтәһе лә - Еңеү өсөн!" - бына шул була ул саҡ кешеләрҙең күңелендә. Миллион ҡорбандар ғүмере менән яуланған Еңеү көнө лә килеп етә. Атайымдың өлкән ағаһы яу ҡырында һәләк була, икенсеһе яраланып ҡайта. Тормош бер аҙ яйланғандай була. Атайым Һамар ҡалаһында механизаторҙар курсын тамамлап ҡайта ла, 45 йыл буйы ошо һөнәренә тоғро булып, туған колхозына хеҙмәт итә. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы, хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Абруйлы, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та уны ихтирам иттеләр ауылдаштар. Хаҡлы ялға сыҡҡас иһә ең һыҙғанып ветерандар советы рәйесе булып эшләне. Кешеләргә - кеселекле, һорау-үтенестәренә иғтибарлы булды. Колхоздар бөтөрөлгәс, атайымдың янып-көйөүҙәре... "Беҙ ни тиклем көс түгеп, көнө-төнө эшләп күтәргән колхозды "һә" тигәнсә юҡ иттеләр",- тип үртәлде. Беҙҙең өсөн иң яҡшы атай булды ул. Бер ваҡытта ла ҡаты һүҙ әйтмәне, беҙҙе ҡаҡманы-һуҡманы. Әсәйем менән икәүләп үҙҙәре өлгөһөндә беҙҙе эш һөйөүсән итеп тәрбиәләй алдылар. Үкенескә, бөгөн атайым беҙҙең арала юҡ... Бик һағынып иҫкә алам ҡәҙерле атайымды, ул иҫән саҡтағы бәхетле саҡтарыбыҙҙы... Ошо бәләкәй генә хәтирәләрем ваҡытында атайыма әйтә алмай ҡалған рәхмәт һүҙем булһын, уның рухын шатландырһын ине...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.19 | Ҡаралған: 641

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru