«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮСЕ МАЙ!
+  - 

Ҡала хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығын билдәләү темаһы төп урында торҙо. Уны үткәреү концепцияһы менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова таныштырҙы.

Әлеге ваҡытта Өфөлә 8994 ветеран йәшәй. Уларҙың 448-е - Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды һәм ҡатнашыусыһы, 69 кеше "Блокадалы Ленинградты йәшәүсе" билдәһе менән наградланған, 62 кеше - концлагерҙарҙың балиғ булмаған тотҡоно, 2946-һы - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатыны. Алина Наил ҡыҙы белдереүенсә, муниципалитетта был категорияға ҡараусыларҙың көнкүрешен яҡшыртыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла, социаль ярҙам күрһәтелә. Торлаҡҡа, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр ай һайын компенсациялана, сәләмәтлеккә зыян күләме ҡайтарыла, яраланыусыларҙың клиник күрһәткестәре буйынса пенсияларына өҫтәмәр бирелә. Һуғышта ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтәмәләр, хәрби йәрәхәттәр алыусыларға компенсация түләнә.
"Еңеү көнө илебеҙҙең һәр кешеһе өсөн ҡәҙерле байрам. Был көндө беҙ ҡаһарман яугирҙар һәм фиҙакәр хеҙмәте менән фронтҡа ярҙам иткән тыл хеҙмәткәрҙәрен иҫкә алыу саралары үткәрәбеҙ. Мәктәптәрҙә ветерандар, тыл хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй Геройҙары ҡатнашлығында Ҡаһарманлыҡ дәрестәре, ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар, класс сәғәттәре, асыҡ дәрестәр, конкурстар, кластан тыш саралар уҙғарыла. Төрлө фәнни-ғәмәли конференциялар, конкурс-фестивалдәр, балалар баҡсаларында һәм белем усаҡтарында тематик саралар үткәреү традицияға әүерелде. Илебеҙҙең йәш патриоттарын бергә туплаған "Иҫләйем. Ғорурланам" тип аталған Бөйөк Ватан һуғышы тарихына арналған олимпиада ла йыл һайын үткәрелә. Ғөмүмән, был көндәрҙә барлыҡ мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт учреждениеларында илебеҙҙең шанлы ла, данлы ла тарихына бағышланған төрлө саралар ойошторола", - тине Алина Сөләймәнова.
Ә инде күп халыҡты йыйған төп саралар 6 майҙа, киске сәғәт етелә Ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы концерттан башланасаҡ. 8 майҙа 4-се яртыла Ҡала мәҙәниәт-ял үҙәгендә консультация саралары, фотокүргәҙмә, инвалидтар, һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре өсөн концерт ойоштороласаҡ. Шул уҡ көндө "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында республика кимәлендәге тантана уҙғарыласаҡ, унда Өфөнөң 350 ветераны ҡатнашасаҡ.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, 8 майҙа Рус драма театры алдындағы майҙанда көндөҙгө сәғәт икенән Вадим Задорожныйҙың хәрби техника музейындағы - хәрби, шулай уҡ бөгөн Рәсәй Армияһында булған заманса техника менән бер рәттән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары техникаһы, Артур Насировтың шәхси коллекцияһындағы ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе эшләйәск. Ул 9 майҙа ла эшен дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта Еңеү паркында "Ретро-Гаражъ ПСК-6" музейындағы техника күрһәтеләсәк.
9 майҙа байрам саралары иртәнге 10-да, Өфө территориаль гарнизоны хәрби частары хәрбиҙәренең, көс структуралары хеҙмәткәрҙәренең, курсанттарҙың, кадеттарҙың һәм хәрби техника колонналарының парады менән башланасаҡ. Ҡала Советы алдындағы трибуналарҙа төп ҡунаҡтар - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәре буласаҡ. Сараға 100 кеше саҡырылған һәм уларҙы оҙатып йөрөтөүселәр билдәләнгән. Хәрби парадҡа 18 "парад ҡумтаһы", шулай уҡ Ишембай ҡалаһының кадет корпусының барабансылар взводы, байраҡ йөрөтөүселәр, һаҡ взводы, Өфө мәктәп-интернаты кадеттары иҫәбенән линияларҙа тороусылар - барлығы 1300-ҙән ашыу кеше йәлеп ителәсәк. 11 тула 20 минуттан 11-гә тиклем Вадим Задорожныйҙың хәрби техника музейы "эскпонаттары" парады үтәсәк. Һуңынан хәрби техника дислокация урынына ҡайтасаҡ. Рус драма театры майҙанында ике ялан кухняһы эшләйәсәк.
Сәғәт 11-ҙән 12-се 10 минут араһында дөйөм республика "Тынлыҡ минуты" иғлан ителәсәк. Һуңынан сәғәт беренсе яртыға тиклем Октябрь проспектынан Галле исемендәге урамдан Шота Руставели урамына тиклем "Үлемһеҙ полк" үтәсәк. Артабан төнгө 10-ға тиклем В. И. Ленин исемендәге майҙанда мәҙәниәт учреждениеларының, йәштәрҙең, "ҠурайТВ" телеканалының концерттары буласаҡ, ҡаланың һәм республиканың үҙешмәкәр һәм профессиональ ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ. Тантаналарҙы ошо уҡ майҙанда сәғәт 10-да күкте йәйғор төҫтәренә мансыған фейерверк тамамлаясаҡ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.19 | Ҡаралған: 601

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru