«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФЕКЕРҘӘР АУАЗДАШЛЫҠ ТАПТЫ
+  - 



Башҡорт теле уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында бик күп ҡатнашыусылар менән милли мәғариф өлкәһендәге хәл ителәһе мәсьәләләр буйынса әңгәмәләштек. Съезға бағланған өмөттәр, эшләнәһе эштәр, киләсәккә күҙаллауҙар, тәжрибәләр тураһында ҡатнашыусыларҙың яуаптарын һеҙгә лә еткерәбеҙ.

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, РФ Дәүләт Думаһы депутаты: Мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте туған телдәрҙе өйрәнеү проблемаларын нисек көйләргә тейеш? Ысынлап та, был башҡорт теленә генә түгел, башҡа төбәктәрҙәге туған телдәргә лә ҡағыла торған системалы проблема. Мин ҡатнашҡан секцияла сит өлкәләрҙән килгән вәкилдәр ҙә эшләне, шуға, федераль кимәлдә алып барылған сәйәсәткә аныҡ тәҡдимдәр тыуҙы. Мәҫәлән, республика кимәлендә Башҡортостандың дәүләт телдәрен регламентлаған закон ҡабул ителергә тейеш, тигән фекерҙе хупланыҡ. Сөнки бындай закон илдең башҡа төбәктәрендә бар, күрше Татарстанда ла ҡабул ителгән. Бынан тыш, Хөкүмәт янында күп ведомстволарға ҡағылған тел проблемаһын алып барған, эш йүнәлештәре биргән, системалаштырған бер башҡарма орган кәрәк тип таптыҡ. Ваҡытында Хөкүмәттә был мәсьәлә буйынса бер яуаплы кеше була торғайны, бөгөн иһә тотош бер бүлек кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ, сөнки тел мәсьәләһе бер мәғариф өлкәһенә генә ҡағылмай. Был бүлек мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәтен, киң мәғлүмәт сараларын алып барған ведомстволар эшен дә дөйөмләштерергә тейеш, Хөкүмәт эргәһендәге туған телдәр буйынса комиссия эшен дә тергеҙеү мөһим, тип көтәбеҙ.
Сит төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Татарстанда, мәҫәлән, республика кимәлендә ҡабул ителгән дәүләт программаһы нигеҙендә халыҡты туған телде өйрәнеүгә йәлеп иткән бушлай курстар ойошторола, уларҙа шөғөлләнергә теләүселәр арта бара икән. Беҙҙә лә был тәжрибәне файҙаланырға кәрәк. Федераль кимәлдә бөгөн рус теленә ҡағылған федераль маҡсатлы программа эшләп килә. Шулай уҡ Рәсәй халыҡтары телдәрен ҡурсалаған, ярҙам иткән федераль программа ла ҡабул итергә кәрәк, тигән тәҡдимебеҙ бар. Мәғариф буйынса федераль законда "милли мәктәп" тигән нигеҙле төшөнсә юҡ, беҙҙең күп проблемалар тап шуға бәйле һәм шул төшөнсәне индерергә кәрәк, тигән тәҡдим менән сығырға иҫәп тотабыҙ. Бөгөн уҡытыу процесында лицензия үткән уҡытыу әсбаптары менән ҡулланырға тейешбеҙ. БР Мәғариф министрлығы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 36 комплект дәреслек федераль исемлеккә индерелгән. Ә бына башҡорт телендә уҡытыу ойошторолған мәктәптәрҙә башҡа фәндәрҙе лә туған телдә уҡыр өсөн тәржемә ителгән әсбаптарға ла лицензия алыу сараһын күреү фарыз. Был төрлө сығымдар талап итә, әлбиттә. Тәржемә ителгән китап йөкмәткеһе менән рус телдәгеһенән айырылмай, шуға күрә беҙ уға лексик тикшереү генә үткәреүҙе тәҡдим итмәксебеҙ.
Съезд теория белгестәрен, практиктарҙы, чиновниктарҙы, уҡытыусыларҙы, атай-әсәйҙәрҙе бөтәһен бергә йыйҙы һәм фекерҙәр ауаздаш булыуын аңланыҡ. Кадрҙар мәсьәләһе, балала телде өйрәнеү теләге булдырыу атай-әсәйҙәр тарафынан да күтәрелә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та шул турала әйтте. Башҡорт теленең йәнтөйәге -беҙҙең республикала, беҙ уны ҡурсаларға тейешбеҙ һәм ошоно бөтәһе лә яҡшы аңлауы, конструктив һөйләшеүгә әҙер булыуы һөйөндөрҙө.

Ҡәҙриә ФӘТХУЛЛОВА, Ҡаҙан федераль университеты доценты: Мин ҡатнашҡан секцияла күтәрелгән мәсьәләләр бөтә милли телдәр өсөн уртаҡ, беҙ барыбыҙ ҙа бөгөнгө осорға хас булған ошо милли телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, уларҙы уҡытыу, үҫтереү менән бәйле проблемаларҙы хәл итергә тырышабыҙ. Мин Татарстан Республикаһында ғәмәлгә ҡуйыла торған проекттар тураһында һөйләнем, үҙебеҙҙә хәл ителмәгән проблемалар тураһында әйтеп үттем. "Ана теле" онлайн-мәктәбе етәксеһе булараҡ, шул проект тураһында һәм уның әһәмиәте тураһында мәғлүмәт еткерҙем. Масштаблы онлайн-мәктәп был, биш йыл эшләп килә һәм ҡулланыусылар ҙа күп. Уны эшләү еңел булманы, фильмдар төшөрөлдө, аудиолар яҙылды, текстар төҙөлдө, ғалимдар тарафынан тикшерелде һәм платформаға ултыртылды. Милли телдәрҙе дәүләт структуралары дәрәжәһендә ҡулланыу - уртаҡ проблема, шуны тормошҡа атҡарғанда ғына ғына телде өйрәнеү теләге барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, уҡыу-уҡытыу әсбаптарын милли телдәргә тәржемә итеү, федераль экспертиза үткәреү ҙә барыбыҙҙы ла борсой. Әммә беҙ, уҡытыусылар, оптимистик ҡараштабыҙ һәм барыһы ла ыңғай хәл ителер, тип көтәбеҙ.

Булат ШОЙНЖОНОВ, Бүрәт Республикаһы 1-се милли лицей-интернаты директоры: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезындағы фекер алышыуҙарҙан һуң күп кенә мәсьәләләр буйынса бергә эшләргә мөмкин һәм кәрәк булыуын аңланыҡ. Мәҫәлән, балаларға туған телен өйрәтерлек мөхит булдырыу мәсьәләһендә ата-әсәләр, урындағы власть һәм федераль кимәлдәге структуралар беҙҙең менән бергә эшләһә, отошлораҡ булыр ине. Сөнки ата-әсәләр һәм йәмғиәт кенә тейешле шарттар тыуҙыра алмай: улар үҙҙәре туған телен белмәй, йәмғиәттә лә ул телдә һөйләшмәйҙәр. Әле кәңәшмәлә дөрөҫ әйттеләр, дәүләт туған тел мөхитен булдырыуҙа ярҙам итергә тейеш. Бүрәт Республикаһы 1-се милли лицей-интернатына балалар 1 синыфҡа туған телен өйрәнеү маҡсаты менән килә һәм ата-әсәләр араһында беҙҙең белем усағы бик популяр. Шуның өсөн бындай милли белем усаҡтары туған телдәрҙе үҫтереүгә ярҙам итә һәм мөхит тыуҙырыу мөмкинлеген бирә. Сөнки бында аралашыу тик туған телдә генә бара, балалар бүрәт телен яҡшы өйрәнә, уҡытыусылар барыһы ла тик бүрәт телендә һөйләшә. Тағы ла беҙҙә Этномәҙәни белем биреү ойошмалары ассоциацияһы 2014 йылдан эшләп килә, тәүҙә ул 7 мәктәпте үҙ эсенә алғайны, хәҙер уға 10 мәктәп инә. Был белем усаҡтарында туған тел, мәҙәниәт, тарих, этнография, йола һәм башҡалар тәрәнәйтеп өйрәнелә. Беҙҙең Мәғариф министрлығы ошо ойошмаға ингән мәктәптәрҙе айырыуса яҡшы ҡарай һәм шул рәүешле төбәктә милли сәйәсәтте тормошҡа ашыра. Башҡортостанда ла милли мөхит булдырылған белем усаҡтары бар, шуға бөгөн бында коллегалар федераль кимәлдәге законға "милли мәктәп" тигән төшөнсәне ҡулланыуға индерергә тәҡдим итте. Был бик дөрөҫ тәҡдим.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.19 | Ҡаралған: 507

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru